Творческая работа (сочинение).
Вложение | Размер |
---|---|
сочинение | 48 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы
Краснокама районы Мәғариф бүлеге
Илем, ерем, атам нигеҙе
(ИНША)
Башҡарҙы: Сауыҙбаш төп дөйөм
белем биреү мәктәбенең 6 – сы класс
уҡыусыһы Шәмсетдинов Әлмир
Уҡытыусы: Шәмсетдинова Ф.Ф.
2014 йыл
Башҡортостан - минең төп йортом, сөнки мин республикабыҙҙың төньяҡ райондарының иң матур ауылы - Сауыҙбашта йәшәйем. Ошо ауылда минең олатайҙар ғүмер иткән, урман киҫкән, ер һөрөп иген үҫтергән.
Кесе Ватаным йылдың һәр миҙгелендә үҙенсә матур. Ауылымды аҡ күлдәкле ҡайындар, баһадирҙай имәндәр, мәңге йәшел ҡарағайҙар һәм шыршылар, хуш еҫенән башың әйләнерлек йүкәләр, уйсан уҫаҡтар уратып алған. Йәйен ҡоштарҙың тауышы йоҡонан уята, эшкә дәрт бирә.
Ҡоштарҙың тауышы ҡыш та тынмай. Ана тумыртҡа туҡылдай, өкө хәл һораша, ҡорҙар серләшә… Унда төрлө йәнлектәр – һиҙгер бүреләр , хәйләкәр төлкөләр, йөнтәҫ тейендәр, мышылар йәшәй.
Ауылым эргәһенән матур Кама йылғаһы аға, тирә – яғын төрлө күлдәр урата. Яҙын унда селән,торна килеп тағы ла матурлай. Йәй көндәрендә беҙ күлдәрҙә һыу ҡойонабыҙ, балыҡ тотабыҙ.
Олатайым һөйләүе буйынса, унда элек халыҡ гөрләп торған, сөнки был урындарҙа ауыл торған (Иҫке Сауыҙбаш ауылы). Бөтә ауылға йәшәү көсөн ошо күлдәр биргән: Сауыҙ, Ҡартауыл, Ат, Түңәрәк, Оло, Пируг, Сәнске күлдәре. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер сер һаҡлай кеүек миңә. Исемдәренә иғтибар итегеҙ әле, шулай түгелме ни?
Электән үк Иҫке Сауыҙбаш ауылы бик ҙур булған. Оло күлгә ҡыҙҙар йыйылып һыуға төшә торған булған, Пируг күлендә кер йыуғандар, ә Сәнскелә һыу ҡойонғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер халыҡ унда йөрөмәй, сөнки ауылды күсергәндәр. Тик ял ваҡыттарында ғына кешеләрҙе күрергә мөмкин. Беҙ ҙә олатайым һәм өләсәйем менән бергә йыл да шунда барып сәй ҡайнатып эсәбеҙ, күңел асабыҙ. Уларҙың һәр бер ағасты, ташты, сәскәне ҡәҙерләүенә аптырайбыҙ. Улар беҙгә төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләйҙәр. Бер йылды Ҡартауыл күленә төшкәйнек. Уның яр буйында бер йорт тора. Беҙ быға аптыраныҡ, урмансы йортомо әллә, тибеҙ. Олатайым менән өләсәйем беҙгә һөйләп, аңлаттылар: элек бында ауыл булған, һыу баҫыу ҡурҡынысы аҫтында ауылды күсергәндәр, бөтә ауыл халҡы ҡайһы ниндәй ауылға күсеп китергә мәжбүр булған, ә бер ағай тыуған ерен ҡалдырмаған, бында ҡалған икән. Ул - Муллаян ағай Ғәйнетдинов, әле лә булһа бер үҙе ошонда йәшәй. Бына бит, кеше үҙ тыуған еренә нисек тоғро була ала. Атай нигеҙе үҙенән ебәрмәй, күрәһең.
Беҙ ауылда йәшәһәк тә, әллә бәләкәй булғанға, әллә тыуған еребеҙҙән ситкә китмәгәнгә, тәбиғәттең, тыуған төбәктең гүзәллеген, күл - һыуҙарҙың сафлығын, ағастарҙың матурлығын, атай - әсәйҙең, туғандарҙың ҡәҙерен әле аңлап бөтмәйбеҙ, күрәһең.
Донъялағы иң матур ер - ул минең илем, ерем, атай нигеҙем. Яҙмышым ҡайҙа ғына ташлаһа ла, һин минең берҙән - берем, иңдәрҙән – иңем булып ҡалырһың – ауылҡайым, Сауыҙбашым!
Стеклянный Человечек
Солдатская шинель
Рыжие листья
Заяц-хваста
Заколдованная буква