Уҡыусымдың "Баш ватҡыс хикәйә" исемле ижади эше башҡорт теленән "Нығынған һүҙбәйләнештәр" темаһын үҙләштергәндә яҙылды.
Вложение | Размер |
---|---|
hiky.docx | 11.32 КБ |
Баш ватҡыс хикәйә.
Бер көндө беҙгә, фразеологизмдарҙы ҡулланып, бәләкәй генә инша яҙырға ҡуштылар. Минең был эште һә тигәнсе эшләп ҡуйғы килде. Дәрестәр бөткәс, аяҡтарым ергә лә теймәй, керпек ҡаҡҡансы ҡайтып еттем. Өйгә кереү менән тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡланы: әсәйем, телде йоторлоҡ аштар бешереп, мине көтә икән. Өҫтәл артына ултырғас, тәмле бәлештәр күҙ асып йомғансы юҡ булды. Шул саҡ мине йоҡо баҫа башланы. Мин, саҡ ҡына күҙемде алдап алайым тип, урынға барып яттым. Дүрт сәғәт йоҡлағанмын! Ә хикәйә?! Күҙҙе тырнап асыу менән хикәйә яҙырға ултырҙым. Мин баш баҫып тәрән уйға баттым: нимә тураһында яҙырға? Шулай баш вата торғас, бер мәл телефон шылтыраны.
Трубканы алдым:
-Алло!
-Сәләм, Физәлиә! Хикәйә яҙҙыңмы? Минең көнө буйы уйлай торғас, башым ҡатты. – телефондың теге осонан әхирәтемдең тауышы ишетелде.
-Сәләм! Мин дә яҙа алмай ултырам...
Яйлап икенсе темаға күсеп киттек. Шулай бер сәғәткә яҡын ваҡытымды елгә осорҙом.
-Ярай, хикәйә яҙырға кәрәк, иртәгә дәрестә тишек кәмәгә ултырабыҙ бит! – тип һаубуллаштыҡ.
Балтаһы һыуға төшкән кеше һымаҡ тағы ла уйға ҡалдым. Һәм бына ул – йәшен тиҙлеге менән башымдан уй үтеп ктте: хикәйә яҙырға йыйыныуым тураһында яҙасаҡмын. Һәм яҙҙым да.
Физәлиә Салауатова,
Йөйәк урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.
Астрономический календарь. Январь, 2019 год
В.А. Сухомлинский. Самое красивое и самое уродливое
Два морехода
Астрономический календарь. Май, 2019
Рисуем осень: поле после сбора урожая