Сочинение на тему: «Республикам тураһында йырлайым» (Инша) Рассказ о человеке, внесший большой вклад в развитие родного края
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение о человеке, внесший большой вклад в развитие родного края. | 43 КБ |
Башҡортостандың гүзәл төбәктәренең береһе –Күгәрсен районы Бикҡужа ауылы минең бәләкәй Ватаным. Ә Күгәрсен районы Башҡортостанда үҙенең күренекле, абруйлы шәхестәргә бай булыуы менән билдәле. Улар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре лә, яҙыусылар, шағирҙар, бейеүселәр ҙә бихисап. Күрәһең, күркәм тәбиғәт төбәктә ихлас күңелле, иленә, еренә ғашиҡ шәхестәр үҫеүгә булышлыҡ итәлер.
Әле һүҙем дә ошо райондың Бикҡужа ауылында, минең бәләкәй Ватанымда, тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше, бәхетле ҡартлығын кисереүсе, ғәзиздәрҙән-ғәзиз, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын булған кешебеҙ, беҙгә үрнәк булып торған минең яратҡан оләсәйем Мәғизова Зәкиә Ғәйфи ҡыҙы хаҡында. Ул ауылда утыҙ биш йыл буйына фельдшер булып эшләгән, уның ярҙамы менән күпме кеше һауығып киткән, ә бәлки ҡайһы берҙәре үлем ҡосағынан да ҡотолғандыр! Ауылда уны «духтыр Зәкиә» тип йөрөтәләр. Был, бәлки Зәкиә исемлеләр бер нисә кеше булғанғалыр, ә бәлки ололап шулай тиҙәрҙер... Оләсәйем беҙҙең ауылдың күренекле кешеләре иҫәбенә инә. Уны район советы депутаты итеп тә һайлағандар. Ауыл кешеләре өләсәйемде бик ихтирам итә, ул шул тиклем ярҙамсыл, бер ваҡытта ла ярҙам һораусыларҙың һүҙен буш итмәй. Оләсәйем кешеләрҙе иғтибар менән тыңлай белә, уларҙы дауалай һәм файҙалы кәңәштәр бирә. Халыҡ уны бик ярата, хөрмәт итә һәм ышаныс менән дауаланырға йөрөйҙәр. Оләсәйем медпунктта ғына ҡабул итмәй, ә төнөн дә, кисен дә саҡырыу буйынса ауырыуҙарға ярҙам күрһәткән. Әле өләсәйем хаҡлы ялда булһа ла, өйҙә тик ултырмай: тәҙрә төбөндә уның ҙур ғына лимон ағасы үҫә, баҡсаһында ла бик мауығып эшләй, ниндәй генә йәшелсә, еләк үҫмәй уның баҡсаһында! Беҙ, өләсәйемдең балалары, уны яратабыҙ, беҙгә ул өлгө булып тора, беҙ уға оҡшарға тырышабыҙ. Мин был турала бөтә ейән-ейәнсәрҙәре исеменән әйткем килә. Ә киләсәктә иһә, миңә тик тырышып уҡырға, атай-әсәйемдең миңә бағлаған өмөттәрен аҡларға ғына ҡала, шулай уҡ үҙемдең һәм ауылым тормошо тураһында ҡыҙыҡһынырға, улар тураһында яҡшы хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырып яҙырға тырышырмын.
Шулай итеп, беҙ халҡыбыҙың йөрәк тибешен тойоп, уның тамырҙарынан һут алып, шатлығына ҡыуанабыҙ, хәсрәтенә бошонабыҙ. Үҙ тамырҙарыбыҙҙы белеп, быуын-тоҡомдарыбыҙ, Ватанымдың ихлас күңелле, иленә, еренә ғашиҡ шәхестәре өсөн ғорурланып үҫәбеҙ.
Республика иншалар конкурсы
«Республикам тураһында йырлайым»
Тыуған төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән кеше.
Башҡортостан Республикаһы
Күгәрсен районы муниципаль
районының Йомағужа ауылының
2-се һанлы урта дөйөм белем
биреү мәктәбе муниципаль
бюджет мәғариф учреждениеһы
8 класс уҡыусыһы Ғилманова Илүзәнең иншаһы
Уҡытыусыһы: Мысырғалина
Хәнифә Әнүәр ҡыҙы.
Йомағужа-2015
Республиканский конкурс
«Пою мою республику»
Человек, внесший большой вклад в развитие родного края.
Сочинение ученика 8 класса
муниципального бюджетного
общеобразовательного учреждения
средняя общеобразовательная
школы №2 с. Юмагузино
МР Кугачинский район
Республика Башкортостан
Гильмановой Илюзы
Учитель: Мысыргалина Ханифа Анваровна
Юмагузино-2015
Загадка Бабы-Яги
Финист - Ясный сокол
Как нарисовать осеннее дерево акварелью
Попробуем на вкус солёность моря?
Волшебные звуки ноктюрна