Минең ҡартатайҙарым.
Бөйөк Ватан һуғышының тынғанына етмеш йыл вакыт үткән. Мин үҙем дә, ата-әсәйем дә һуғыш осорон күрмәнек. Был ҡанҡойғос һуғыш тураһында ишетеп кенә беләбеҙ. Һуғыш тип әйтеүгә, минең күҙ алдыма емерелгән йорттар, аҡтарылып бөткән болондар, йәтим балалар килеп баҫа. Эйе, рәхимһеҙ һуғыш илебеҙ халкына әйтеп бөтөргөһөҙ ҡайғы-хәсрәт килтерә. Йәп-йәш егеттәр, ҡыҙҙар, тыуган ерҙәрен һаҡлау өсөн, фронтҡа китәләр. Тылда ҡалгандарға ла еңел булмай. Күпме бала китап- дәфтәрҙәрен, уйынсыҡтарын көрәк, һәнәк, салғыға алыштырған?! Улар Еңеү өсөн бөтә көстәрен, тырышлыҡтарын һалалар. Һүҙем бала сағы ошо дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән атайымдың атаһы, ҡартатайым Тәлғәт Ғиниәт улы Таминдаров һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡарт ҡартатайым Ғиниәт Ғайфулла улы Таминдаров тураһында. Ҡарт ҡартатайым Ғиниәт Ғайфулла улы өләсәйем Нәғимә Абдулла ҡыҙы менән 1934 йылда өйләнешәләр. Улар ҡарт өләсәйем менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡарт ҡартатайым һуғышҡа киткәндә ҡарт өләсәйем Сайма, Тәлғәт, Альмира исемле өс балаһы менән тороп ҡала. Ул ваҡытта Тәлғәт ҡартатайыма дүрт кенә йәш була. Һуғышҡа тиклем улар йорт һала башлаған булалар, әммә көтөлмәгән һуғыш уларҙың бөтә хыялдарын тар-мар итә. Ҡарт өләсәйем балалары менән ферма өйөндә тороп ҡала. Ярай әле ҡарт өләсәйемдең ағаһы Исхаҡ бабай эшен бөтөрөп уларҙы үҙҙәренең яңы өйөнә индерә. Сайма әбейем һигеҙ йәшендә беренсе класҡа уҡырға инә, ә ҡартатайым 1945 йылда 1-се класҡа төшә. Ҡарт өләсәйем көндәр буйы колхоз эшендә була. Иген сәсеү, үҫтереү һәм урып-йыйыу эшен башҡара.Улар йәйәүләп Аҡҡүл станцияһынан орлоҡ ҡапсыҡтарын елкәләренә һалып ташыйҙар. Ҡарт ҡартатайымдың һуғыштан ҡайтҡанда “Ҡыҙыл йондоҙ “ордены, “Ленинградты һаҡлаған өсөн”, Украинаны, Белорусияны азат иткән өсөн һәм башҡа орден-миҙалдары булған. Һуғыштан һуң уларҙың тағы дүрт балаһы донъяға килә. Ҡарт ҡартатайым һуғыштан ҡайтыу менән эшкә тотона . Ул оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләй, тырышлығы, ғәҙеллеге, ярҙамсыллығы, егәрлелеге менән ауылдаштарының ихтирамын яулай. Ә Тәлғәт ҡартатайым колхозда оҙаҡ йылдар баш инженер, артабан ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Уның “Социалистик ярыш еңеүсеһе” знагы, “Ауырғазы районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” отличие знагы һәм бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бар. Ҡартатайым хеҙмәт ветераны. Бына бик күп йылдар инде ул ветерандар советын етәкләп килә. Ошо йылдар эсендә ҡартатайым Мәүрә өләсәйем менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер инде улар үҙҙәре атай-әсәй булып, тормошта үҙ урындарын табып, бынамын тигән донъя көтәләр. Беҙ ,уның ейән-ейәнсәрҙәре, матур тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле ҡартатайыбыҙҙың артабан да беҙгә , үҫеп килеүсе йәш быуынға лайыҡлы өлгө, терәк булып йәшәүен теләйбеҙ. Дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүселәр йылдан-йыл кәмей. Улар хаҡында хәтер генә ҡала. Ҡартатайҙарыбыҙҙың бала сағын күҙ алдына килтереп тәндәр өшөп, зымбырҙап китә. Һынмайынса аҙаҡҡаса көрәшә белгән быуын кешеләре алдында бөгөн беҙ баш эйәргә тейешбеҙ.Әлеге йәшәйешебеҙ, аяҙ күгебеҙ, тыныс көнөбөҙ өсөн бары тик улар алдында бурыслыбыҙ.
Башҡарҙы: Таминдаров Булат, 4-се класс уҡыусыһы БР Ауырғазы муниципаль районының Төрөмбәт муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Уҡытыусы: Ильясова Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы
Вложение | Размер |
---|---|
bulat_2_-_kopiya.docx | 59.35 КБ |
Бөйөк Ватан һуғышының тынғанына етмеш йыл вакыт үткән. Мин үҙем дә, ата-әсәйем дә һуғыш осорон күрмәнек. Был ҡанҡойғос һуғыш тураһында ишетеп кенә беләбеҙ. Һуғыш тип әйтеүгә, минең күҙ алдыма емерелгән йорттар, аҡтарылып бөткән болондар, йәтим балалар килеп баҫа. Эйе, рәхимһеҙ һуғыш илебеҙ халкына әйтеп бөтөргөһөҙ ҡайғы-хәсрәт килтерә. Йәп-йәш егеттәр, ҡыҙҙар, тыуган ерҙәрен һаҡлау өсөн, фронтҡа китәләр. Тылда ҡалгандарға ла еңел булмай. Күпме бала китап- дәфтәрҙәрен, уйынсыҡтарын көрәк, һәнәк, салғыға алыштырған?! Улар Еңеү өсөн бөтә көстәрен, тырышлыҡтарын һалалар.
Һүҙем бала сағы ошо дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килгән атайымдың атаһы, ҡартатайым Тәлғәт Ғиниәт улы Таминдаров һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡарт ҡартатайым Ғиниәт Ғайфулла улы Таминдаров тураһында.
Ҡарт ҡартатайым Ғиниәт Ғайфулла улы өләсәйем Нәғимә Абдулла ҡыҙы менән 1934 йылда өйләнешәләр. Улар ҡарт өләсәйем менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡарт ҡартатайым һуғышҡа киткәндә ҡарт өләсәйем Сайма, Тәлғәт, Альмира исемле өс балаһы менән тороп ҡала. Ул ваҡытта Тәлғәт ҡартатайыма дүрт кенә йәш була. Һуғышҡа тиклем улар йорт һала башлаған булалар, әммә көтөлмәгән һуғыш уларҙың бөтә хыялдарын тар-мар итә. Ҡарт өләсәйем балалары менән ферма өйөндә тороп ҡала. Ярай әле ҡарт өләсәйемдең ағаһы Исхаҡ бабай эшен бөтөрөп уларҙы үҙҙәренең яңы өйөнә индерә. Сайма әбейем һигеҙ йәшендә беренсе класҡа уҡырға инә, ә ҡартатайым 1945 йылда 1-се класҡа төшә. Ҡарт өләсәйем көндәр буйы колхоз эшендә була. Иген сәсеү, үҫтереү һәм урып-йыйыу эшен башҡара.Улар йәйәүләп Аҡҡүл станцияһынан орлоҡ ҡапсыҡтарын елкәләренә һалып ташыйҙар.
Ҡарт ҡартатайымдың һуғыштан ҡайтҡанда “Ҡыҙыл йондоҙ “ордены, “Ленинградты һаҡлаған өсөн”, Украинаны, Белорусияны азат иткән өсөн һәм башҡа орден-миҙалдары булған. Һуғыштан һуң уларҙың тағы дүрт балаһы донъяға килә. Ҡарт ҡартатайым һуғыштан ҡайтыу менән эшкә тотона . Ул оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләй, тырышлығы, ғәҙеллеге, ярҙамсыллығы, егәрлелеге менән ауылдаштарының ихтирамын яулай.
Ә Тәлғәт ҡартатайым колхозда оҙаҡ йылдар баш инженер, артабан ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. Уның “Социалистик ярыш еңеүсеһе” знагы, “Ауырғазы районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” отличие знагы һәм бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бар. Ҡартатайым хеҙмәт ветераны. Бына бик күп йылдар инде ул ветерандар советын етәкләп килә. Ошо йылдар эсендә ҡартатайым Мәүрә өләсәйем менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер инде улар үҙҙәре атай-әсәй булып, тормошта үҙ урындарын табып, бынамын тигән донъя көтәләр. Беҙ ,уның ейән-ейәнсәрҙәре, матур тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле ҡартатайыбыҙҙың артабан да беҙгә , үҫеп килеүсе йәш быуынға лайыҡлы өлгө, терәк булып йәшәүен теләйбеҙ.
Дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүселәр йылдан-йыл кәмей. Улар хаҡында хәтер генә ҡала. Ҡартатайҙарыбыҙҙың бала сағын күҙ алдына килтереп тәндәр өшөп, зымбырҙап китә. Һынмайынса аҙаҡҡаса көрәшә белгән быуын кешеләре алдында бөгөн беҙ баш эйәргә тейешбеҙ.Әлеге йәшәйешебеҙ, аяҙ күгебеҙ, тыныс көнөбөҙ өсөн бары тик улар алдында бурыслыбыҙ.
Башҡарҙы: Таминдаров Булат, 4-се класс уҡыусыһы
БР Ауырғазы муниципаль районының
Төрөмбәт муниципаль бюджет дөйөм
белем биреү учреждениеһы урта
дөйөм белем биреү мәктәбе
Уҡытыусы: Ильясова Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы
Валентин Берестов. Аист и соловей
Притча о гвоздях
Чайковский П.И. "Детский альбом"
Самый богатый воробей на свете
Голубая лягушка