Минең ҡартатайым
Мин Кләүлин Ильсун, миңә ун бер йәш. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда минең ҡартатайым Нуфат Әмирхан улы Кләүлинға ла ун бер генә йәш була. Бала саҡ-кешенең иң күңелле , һоҡландырғыс ваҡыты бит ул. Бына 70 йыл инде беҙҙең илебеҙҙең балалары тыныс тормошта йәшәй. Беҙ яҡты матур, йылы мәктәптәрҙә уҡыйбыҙ, матур кейенәбеҙ, тамаҡтарыбыҙ туҡ, атай- әсәйебеҙ эргәлә. Ә Нуфат ҡартатайымдың бала сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килә. Уның атаһы, оло ҡартатайым Әмирхан Насирьян улы Кләүлин тәүге көндәренән үк һуғышҡа китә. Ҡартатайым ғаиләлә иң өлкәне, унан башҡа тағы ике ҡустыһы Фәнил һәм Миҙхәт бабайҙар була. Ҡартатайыма үҙе кеүек башҡа балалар менән бергә элек өлкәндәр генә башҡарған эштәрҙе башҡарырға тура килә. Улар аслы –туҡлы көйөнсә ауыр , көс етмәҫлек эштәр башҡарғандар. Йәй көндәрендә ул көтөү көтә,үгеҙ егеп баҫыуҙа эшләгән тракторҙарға һыу ташый, урманға ағас киҫергә йөрөй. Ҡартатайым бер эштән дә, бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан аяғына сабата кейеп Орскийға мал ҡыуырға ла бара. Ниһәйәт күптән көткән һуғыш бөтә. Тик аталары, Әмирхан ҡартатай һуғыш бөтөү менән әйләнеп ҡайта алмай. Ул1945 йылдың сентябрендә генә тыуған ауылына ҡайтып етә. Ҡайтҡас та уны гуртуправ итеп эшкә ҡуялар. Ул ваҡытта малдарҙы йыл әйләнәһенә бер урындан икенсе урынға ҡыуып ашатып йөрөтөп һимертәләр. Ә оло ҡартатайым шундай бер бригадала гуртуправ була. Нуфат ҡартатайым бала сағының утлы йылдарға тура килеүе һәм һуғыштан һуң да ауыр булыуы тураһында әсенеп һөйләй ине. “Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Атайым беҙгә бер ҡапсыҡ икмәк алып ҡайтып ҡалдыра ла, тағы ла мал ҡыуырға китә ине. Фронттан ҡайтҡан, сатан-сулаҡ ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ, һәм беҙ — малайҙар эшсе көс, ул саҡта техника аҙ, күп эштәр ҡул көсө менән башҡарыла. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек. Аҡсаһы әҙме, күпме – уйлап торманыҡ, бер эштән дә ҡурҡманыҡ,”-тип иҫкә ала торғайны Нуфат ҡартатайым. Ә 1949 йылдың август айынан 1952 октябрь айына тиклем Нуфат ҡартатайым армия сафында хеҙмәт итә. Ул ҡайтып ике йыл үткәс, Әмирхан ҡартатайым 54 кенә йәшендә вафат була. Ошо уҡ йылда Нуфат ҡартатайым Новосибирск ҡалаһына барып уҡып ҡайта һәм колхозда мал һимертеү майҙансығында управляющий булып эшләй башлай. Күрһәткән хеҙмәттәре лә баһаһыҙ ҡалмай ҡартатайымдың.Уға ике тапҡыр, 1973 -1974 йылдарҙа “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән знак тапшырыла. 1948 йылдың 12 мартында уға” Хеҙмәт ветераны” , 2004 йылда “ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны” тигән таныҡлыҡтар тапшырыла. Еңеүҙең 40,50,60, 65 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары бар.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡартатайым Еңеүҙең 70 йыллығын беҙҙең менән ҡаршы ала алманы. Ул 82 йәшендә вафат булды. Башҡарҙы: Клявлин Ильсун, 4-се класс уҡыусыһы БР Ауырғазы муниципаль районының Төрөмбәт муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Уҡытыусы: Ильясова Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы
Вложение | Размер |
---|---|
1ilsun_-_kopiya.docx | 60.12 КБ |
Минең ҡартатайым
Мин Кләүлин Ильсун, миңә ун бер йәш. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда минең ҡартатайым Нуфат Әмирхан улы Кләүлинға ла ун бер генә йәш була.
Бала саҡ-кешенең иң күңелле , һоҡландырғыс ваҡыты бит ул. Бына 70 йыл инде беҙҙең илебеҙҙең балалары тыныс тормошта йәшәй. Беҙ яҡты матур, йылы мәктәптәрҙә уҡыйбыҙ, матур кейенәбеҙ, тамаҡтарыбыҙ туҡ, атай- әсәйебеҙ эргәлә. Ә Нуфат ҡартатайымдың бала сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килә. Уның атаһы, оло ҡартатайым Әмирхан Насирьян улы Кләүлин тәүге көндәренән үк һуғышҡа китә. Ҡартатайым ғаиләлә иң өлкәне, унан башҡа тағы ике ҡустыһы Фәнил һәм Миҙхәт бабайҙар була.
Ҡартатайыма үҙе кеүек башҡа балалар менән бергә элек өлкәндәр генә башҡарған эштәрҙе башҡарырға тура килә. Улар аслы –туҡлы көйөнсә ауыр , көс етмәҫлек эштәр башҡарғандар. Йәй көндәрендә ул көтөү көтә,үгеҙ егеп баҫыуҙа эшләгән тракторҙарға һыу ташый, урманға ағас киҫергә йөрөй. Ҡартатайым бер эштән дә, бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан аяғына сабата кейеп Орскийға мал ҡыуырға ла бара.
Ниһәйәт күптән көткән һуғыш бөтә. Тик аталары, Әмирхан ҡартатай һуғыш бөтөү менән әйләнеп ҡайта алмай. Ул1945 йылдың сентябрендә генә тыуған ауылына ҡайтып етә. Ҡайтҡас та уны гуртуправ итеп эшкә ҡуялар. Ул ваҡытта малдарҙы йыл әйләнәһенә бер урындан икенсе урынға ҡыуып ашатып йөрөтөп һимертәләр. Ә оло ҡартатайым шундай бер бригадала гуртуправ була. Нуфат ҡартатайым бала сағының утлы йылдарға тура килеүе һәм һуғыштан һуң да ауыр булыуы тураһында әсенеп һөйләй ине. “Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Атайым беҙгә бер ҡапсыҡ икмәк алып ҡайтып ҡалдыра ла, тағы ла мал ҡыуырға китә ине. Фронттан ҡайтҡан, сатан-сулаҡ ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ, һәм беҙ — малайҙар эшсе көс, ул саҡта техника аҙ, күп эштәр ҡул көсө менән башҡарыла.
Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек. Аҡсаһы әҙме, күпме – уйлап торманыҡ, бер эштән дә ҡурҡманыҡ,”-тип иҫкә ала торғайны Нуфат ҡартатайым.
Ә 1949 йылдың август айынан 1952 октябрь айына тиклем Нуфат ҡартатайым армия сафында хеҙмәт итә. Ул ҡайтып ике йыл үткәс, Әмирхан ҡартатайым 54 кенә йәшендә вафат була.
Ошо уҡ йылда Нуфат ҡартатайым Новосибирск ҡалаһына барып уҡып ҡайта һәм колхозда мал һимертеү майҙансығында управляющий булып эшләй башлай. Күрһәткән хеҙмәттәре лә баһаһыҙ ҡалмай ҡартатайымдың.Уға ике тапҡыр, 1973 -1974 йылдарҙа “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән знак тапшырыла. 1948 йылдың 12 мартында уға” Хеҙмәт ветераны” , 2004 йылда “ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны” тигән таныҡлыҡтар тапшырыла. Еңеүҙең 40,50,60, 65 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары бар.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡартатайым Еңеүҙең 70 йыллығын беҙҙең менән ҡаршы ала алманы. Ул 82 йәшендә вафат булды.
Башҡарҙы: Клявлин Ильсун, 4-се класс уҡыусыһы
БР Ауырғазы муниципаль районының
Төрөмбәт муниципаль бюджет дөйөм
белем биреү учреждениеһы урта
дөйөм белем биреү мәктәбе
Уҡытыусы: Ильясова Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы
Всему свой срок
Осенняя паутина
Повезло! Стихи о счастливой семье
Смекалка против Змея-Горыныча
5 зимних аудиосказок