Инша Р.Ниғмәтиҙең "Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар" поэмаһы буйынса яҙылған.
Вложение | Размер |
---|---|
khalyk_shagiry_rshit_nigmti_izhadyna_insha.docx | 13.9 КБ |
Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти - башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе. Белеүемсә, әҙәбиәтебеҙҙең иң талантлы шағирҙарының береһе Рәшит Ниғмәти утыҙ йылдан артыҡ ижад дәүерендә башҡорт әҙәбиәтен гүзәл шиғырҙары, поэмалары,сәхнә әҫәрҙәре менән байытты. Күп яҡлы талант эйәһе Рәшит Ниғмәти, тиңдәшһеҙ һәм ҡабатланмаҫ шиғыр оҫтаһы булыуы менән бергә үҙен оҫта тәржемәсе, ялҡынлы публицист итеп танытты.
Тыуған илгә һөйөү темаһы әҙәбиәттә мәңгелек темаларҙың береһе булып тора. Һәр бер яҙыусының ошо темаға яҙылған әҫәре бар, унда автор тыуған еренең матурлығын, байлығын данлай, халҡын маҡтай, уның тарихына байҡау яһай. Рәшит Ниғмәти ҙә үҙенең күп һанлы әҫәрҙәрендә туған халҡына дан йырлай, бар талантын, көсөн Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлай.
Ҡыҙыҡһынып уҡыйым мин Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырҙарын,поэмаларын. Айырыуса тәүге тапҡыр уҡығанда уҡ хайран ҡалдырған, уның ижадына ишек асҡан “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” поэмаһы оҡшаны. Дөрөҫөрәге, ниндәй һорауҙар икәне мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы.
Нимә ул Ватан? Ябай һорау,әммә тәрәнерәк уйлаһаң, Ватан төшөнсәһендә, был биш хәрефтән торған төшөнсәлә, тәрән мәғәнә ята бит!
Ватан - ул бөйөк Рәсәйебеҙ, Башҡортостаныбыҙ. Борон-борондан сәсән телле, яугир рухлы ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төйәк. Күпме эпостарҙа, йырҙарҙа маҡталған был ғәзиз ер.Элек-электән сәсәндәр Тыуған илде маҡтап, данлап йыр сығарыр булғандар. ”Яуапты” ил ағалары һүҙҙәре менән башлауы ла, минеңсә, бик отошло, сөнки сәсәндәр тыуған илде, төйәк иткән Уралды данлаған, тыуған илен һаҡлар ир-егеттәрен ололаған, халыҡты йәшәгән ер-һыуҙы яратырға, уны ҡәҙерләп һаҡларға өндәгән. Сәсән телмәре аша, ҡобайырҙың тос,тапҡыр юлдары ярҙамында Тыуған илебеҙҙең тарихын, уның бөйөклөгөн сағыуыраҡ һүрәтләргә, башҡорт фольклорының уйын элементтарын ҡулланып, балалар тормошон сағыуыраҡ бирергә, уларҙың элек-электән киң таралған уйындарҙы белгәнлеген, халыҡ тормошона тығыҙ бәйлелеген күрһәтергә теләгән халыҡ шағиры.
Ғөмүмән, шиғырҙағы яуапты мин үҙемдең эске тойғом, йәғни Ватан төшөнсәһен үҙемдең нисек аңлауым менән барлап ҡарайым.
Минең тыуған төйәгем - кескәй Ватаным - Илеш районының Үрмәт ауылы.Тәбиғәте матур ауылымдың. Хуш еҫле сәскәле яландары, үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡуйы урмандары, саф, таҙа шишмәһе...Ошондай сихри гүзәллек батшалығында тыуыуыма, йәшәүемә шатланам да, ғорурланам да. Мин матурлыҡты үҙемсә күрәм, үҙемсә ҡабул итәм. Әсәйем: ”Рәсем төшөрөргә һәләтле кеше, ябай кешенең күҙ күременә күренмәгән төҫтәрҙе лә абайлай”, -ти. Был ысынлап та шулай. Минең атайым - рәсем уҡытыусыһы, мине лә тыуған яғымдың матурлығын, ҡабатланмаҫ хозурлығын күрергә, бер шикһеҙ, атайым өйрәтте.
Хәтерләйем, йәйге иртә таңда атайым мөғжизә күрергә барабыҙ тип, мине уятты. Миңә ни бары ете йәш ине. Шуғалырмы, ниндәйҙер тылсымлы, әкиәттәге әйберҙе күреү теләге менән тиҙ генә йылы урынымдан ҡуҙғалдым. Атайым мине урман аҡланына алып барҙы. Йәйен беҙ ул аҡланға умарта илтәбеҙ.
Мин таң ҡалдым...Мең төрлө сәскә, ҡош тауыштары, әллә ниндәй сихри биҙәктәр яһап болоттар йөҙөүе - бөтәһе лә мине һоҡландырҙы. Атайым мине рәсем төшөрөргә, тәбиғәттең матурлығын күрергә алып килгән. Был мөғжизәнең дә мөғжизәһе ине !
Әйе, атайым тыуған ерҙең матурлығын күрергә, һоҡланырға, сағыу буяуҙар менән яҙырға өйрәтте, ә Рәшит ағай Ниғмәтиҙең был һоҡландырғыс поэмаһы тамырымда аҡҡан башҡорт ҡанын тағы ла көсәйтте, Ватаныбыҙ өсөн булған ғорурлыҡ тойғоһон арттырҙы.
Рәшит Ниғмәти Ватан төшөнсәһен декларатив төҫтә генә һүрәтләмәй, уны конкрет материалдар аша сағылдырыу, художестволы дөйөмләштереү хәстәрлеген күрә.Шағир бының өсөн бик күп төрлө поэтик алымдар һәм һүрәтләү саралары ҡуллана.Рәшит Ниғмәти Ватан образын кәүҙәләндереүҙә тәбиғәт картиналарын тасуирлауға ҙур урын бирә.
Шағир ата менән ҡыҙ бер-береһен яратырға, атай кеше ҡыҙының һорауҙарына битараф булмаҫҡа тейеш, тип саҡыра. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе Тыуған илгә һөйөү, патриотизм тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Рәшит Ниғмәти ҡыҙына өйрәткәнсә, мин дә Ватанымды айырым өлөштәре менән түгел, ә үҙенең бөтә киңлектәре, төҫ-буяуҙары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән яратырға өйрәндем, сөнки уны киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкин түгел!
Үткәне тиһәм, яҡташ-геройҙарыбыҙҙы күҙ аллайым һәм ғорурланам. Муса Гәрәев кенә лә үҙе ҙур шәхес, башҡорттоң арҙаҡлы улы !
Үткәненә хәсрәтләнерлек урын да бар. Әхмәтзәки Вәлидигә заманында ниндәй яла яғалар.Әммә халыҡ аҡ менән ҡараны айыра белә, шуға күрә лә уның Башҡортостан өсөн янып йәшәгәнен, халҡы өсөн тырышҡанын таный, аҡлай һәм яҡлай.
Киләсәге тураһында тулҡынланып уйлайым һәм иманым камил: Ватанымдың үткәне шанлы, киләсәге тағы ла данлыраҡ булыр.
Камилл Фламмарион: "Астрономия - наука о живой Вселенной"
Зимняя сказка
Тигрёнок на подсолнухе
Человек несгибаем. В.А. Сухомлинский
Большое - маленькое