Тормош юлдарында иң ҡәҙерлем,
Яҡыным һин, әсәй, һәйөклөм.
Күңелемдең күктәрендә һәр саҡ
Йылы яҙ ҡояшы кеүекһең.
(Әнисә Таһирова.)
Вложение | Размер |
---|---|
Иншаның темаһы: «Әсәйем-күңел ҡояшым» | 33.5 КБ |
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет ойошмаһы
Түбәнге Таһир урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Иншаның темаһы: «Әсәйем-күңел ҡояшым»
Башҡарыусы: 6 класс уҡыусыһы Әлибаева Нәйлә.
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байраҡаева Гөлкәй Радик ҡыҙы.
2012 йыл
Әсәйем-күңел ҡояшым.
Тормош юлдарында иң ҡәҙерлем,
Яҡыным һин, әсәй, һәйөклөм.
Күңелемдең күктәрендә һәр саҡ
Йылы яҙ ҡояшы кеүекһең.
(Әнисә Таһирова.)
«Әсәй, әсәкәйем!» Ошо һүҙ эсендә генә әллә күпме хис-тойғолар йәшеренгән. «Әсәй» тигән һүҙҙе ишетеү менән, күңелдәр йылынып, нурланып китә.
Бөтә баланың дә теле «Әсәй» тигән изге һүҙ менән асыла. Әсәһенең күкрәк һөтөн имеп, уның йөрәк йылыһын, һөйөүен татып үҫкән баланан да бәхетле бала юҡтыр. Беҙ әсәйҙәргә ғүмер буйы рәхмәтлебеҙ, сөнки улар беҙгә йәшәү бүләк иткән. Ауыр саҡтарҙа ла иң беренсе әсәйҙе күҙ алдына килтерәбеҙ, ярҙам һорап, уға өндәшәбеҙ. Уның яғымлы һүҙҙәрен, аҡыллы кәңәштәрен ишетһәң, күңелгә рәхәт булып китә, бөтә ауырлыҡтарҙы онотаһың. Ә, әсәйҙәрҙең күңеле диңгеҙ кеүек тәрән. Ул үҙ эсенә бөтә ҡайғыларҙы ла, шатлыҡтарҙы ла һыйҙыра.
Бер ваҡыт пәйғәмбәрҙән берәү: «Кешеләрҙән минең тарафтан иң яҡшы мөғәмәләгә лайыҡлыһы кем?»-тип һорай. «Әсәйең»,- ти пәйғәмбәр. «Унан һуң кем?». «Әсәйең»,- ти пәйғәмбәр. Һорауын дүртенсе тапҡыр ҡабатлағас ҡына: «Унан һуң – атайың»,- тип яуаплай пәйғәмбәр.
Әсә кеше балаһын яҡшы итеп тәрбиәләү өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Төн йоҡоларын йоҡламай, балаларын ҡарай, борсола, уйлана. Ата-әсәйгә тел тейҙереүҙән, игелекһеҙ булыуҙан тыйыла белергә кәрәк. «Ата-әсәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер»,- тиелгән халыҡ мәҡәлендә. Шуның өсөн дә, беҙ уларҙы аңларға, ауыр һүҙҙәр әйтеп, күңелдәрен төшөрмәҫкә, рәнйетмәҫкә тейешбеҙ.
Минең әсәйемдең исеме Таңһылыу. Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ үҫәбеҙ. «Ҡыҙы барҙың-наҙы бар»,-тигәндәй, әсәй беҙҙе һәр иртә наҙлап, йылы һүҙҙәр әйтеп, сәстәребеҙҙән иркәләп, йоҡобоҙҙан уята. Яҡшы теләктәрен әйтеп, мәктәпкә оҙатып ҡала, йылмайып ҡаршы ала. Әсәйем аш-һыу бешерергә лә, бәйләргә, сигеү сигергә лә бик оҫта. Матур-матур итеп бәйләнгән әйберҙәре, сигелгән түшәктәре, ябыуҙары күҙҙең яуын алып тора. Ә бешергән аштары һәр саҡ телде йоторлоҡ тәмле була. Ул ниндәй генә эште башҡарһа ла, бик оҫта итеп, еренә еткереп башҡара. Һәм беҙҙе лә был серҙәренә өйрәтә. Буш ваҡыттарыбыҙҙа әсәйгә ярҙам итәбеҙ. Унан өлгө алып, әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, эште еренә еткереп эшләргә, уҡыуҙа ла тик яҡшы билдәләр генә алып уҡырға, ышаныстарын аҡларға тырышабыҙ.
Ысынлап та, еребеҙгә ҡояш нисек кәрәк булһа, беҙгә лә әсәй шулай иң кәрәкле, ҡәҙерле кеше. Сөнки, унһыҙ был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе, күңел яҡтылығы юҡтыр. Һәм әсә күңелен яраламай, уларға тейешле иғтибар, хөрмәт күрһәтеп, бер-беребеҙгә бәхет өләшеп йәшәргә тейешбеҙ. Башҡорт халыҡ мәҡәлендә лә: «Әсәһен ҡәҙерләгән, ҡәҙерле булыр»,- тип әйтелгән.
Денис-изобретатель (отрывок)
Северное сияние
Кто должен измениться?
Сочные помидорки
Чья проталина?