Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, мин үҙ ғаиләмдән йыуаныс, терәк-таяныс таба алам һәм өйөбөҙҙөң йәме булып торған шундай туғандарым булыуына ғорурланам, ҡыуанам.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.doc | 32.5 КБ |
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет ойошмаһы
Түбәнге Таһир урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Иншаның темаһы: «Беҙҙең өйҙөң йәме»
Башҡарыусы: 8 класс уҡыусыһы Ғабитова Әлиә Шәрифулла ҡыҙы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Байраҡаева Гөлкәй Радик ҡыҙы.
Беҙҙең өйҙөң йәме.
Ғаиләм - ҡәлғәм.
Өйҙөң йәме – ул татыу ғаиләлә. Быны мин Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» исемле хикәйәһен уҡығас ҡына ныҡлап төшөндөм. Мәҫәлән, Оксана менән Йәмилде генә алайыҡ. Уларҙың шундай йылы мөнәсәбәттә булыуҙары, моғайын, береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмағандыр. Шулай уҡ уларҙың ғаиләһе менән бик татыу йәшәүҙәре һоҡландыра. Әлбиттә, был хикәйәнең аҙағы күңелһеҙ бөтә. Шуның өсөн, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ауыр һүҙҙәр әйтешмәй йәшәргә кәрәк.
Үҙемдең ғаиләмә килгәндә инде, минең янымда иң ҡәҙерле булған әсәйем менән атайым, күңел йыуанысым ҡустым һәм һеңлем бар. Уларҙан да ҡәҙерле кеше юҡтыр был донъяла. Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, татыу ғүмер итәбеҙ.
Әсәйем – донъяла иң изге, ҡәҙерле һәм хөрмәтле кешем. Унһыҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Минең ул дуҫым да, серҙәшем дә. Барлыҡ эс серҙәремде уға ғына һөйләйем. Ул миңә тик яҡшы юлдан ғына барырға, төрлө хәлдәрҙә ҡаушап ҡалмаҫҡа, дуҫтарым һәм туғандарым менән татыу йәшәргә өйрәтә. Әсәйемде – идеялым тип әйтә алам. Сөнки, ул үҙе лә бик яғымлы, һәр эшкә лә оҫта, изге кеше. Уның бер йылмайыуынан бар донъя яҡтырып киткәндәй була. Тәмле итеп әҙерләгән аш-һыуҙары, баҡсабыҙ тулы йәшелсә, емеш-еләктәре телеңде йоторлоҡ. Ул тегеү-бәйләүме, йорт эштәрен башҡарыумы, беҙҙе тәрбиәләүме һәм башҡа эштәр ҙе лә башҡарыу, күберәге әсәйгә төшә. Әлбиттә, ул мине лә был эштәргә өйрәтә һәм мин ихлас ярҙам итәм. «Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән»,- тиелгән бит халыҡ мәҡәлендә лә.
Атайым да эш һөйөүсән кеше. Ҡулынан килмәгән һөнәре юҡтыр уның. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, һәр саҡ еренә еткереп эшләй, бүтәндәргә лә ярҙамсыл. Ул шулай уҡ бик шаян да кеше. Уның менән һар саҡ күңелле. Килеп сыҡҡан бик ҡыҙыҡлы хәлдәребеҙ ҙә етерлек. Ауылда уны бөтәһе лә хөрмәт итә. Шундай атайым булыуына мин бик ғорурланам.
Ғаиләбеҙҙең ҡыуаныстары, өйөбөҙҙөң йәмдәре булған тағы ла ҡустым һәм һеңлем бар. Мин уларҙы ла бик ныҡ яратам. Улар икәүе лә әле уҡыусылар, яҡшы ғына уҡып йөрөйҙәр. Беҙ бер-беребеҙгә лә, атай-әсәйгә лә ярҙам итәбеҙ. Улар менән миңә һәр саҡ күңелле.
Беҙ ғаиләбеҙ менән бергә йыл да Яңы йыл байрамын ҡаршылайбыҙ. Ул байрамды инде беҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Сөнки, был төндә мөғжизәләр ҙә осрай. Салют атабыҙ, һырғалаҡта ла шыуабыҙ. Йәй булһа, йәмле Талҡаҫ күленә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә ял итергә барыу, йолаға әйләнде.
Был донъяның ауырлыҡтарына ҡарамай, атайым менән әсәйем үҙ эштәрен асып, малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. Бәләкәйҙән уҡ атай һәм әсәйем беҙҙе эшкә, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә өйрәтәләр. Беҙ уларҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, шулай эшһөйәр, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫергә тырышабыҙ. һәм, әлбиттә, киләсәктә үҙебеҙ ҙә тейешле һөнәр алып, атай-әсәй кеүек татыу ғаилә ҡороп, уларҙың юлдарын һәм шөғөлдәрен дауам итербеҙ, тип уйлайым.
Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булһа ла, мин үҙ ғаиләмдән йыуаныс, терәк-таяныс таба алам һәм өйөбөҙҙөң йәме булып торған шундай туғандарым булыуына ғорурланам, ҡыуанам.
Кто должен измениться?
Рисуем ананас акварелью
Четыре художника. Осень
Цветущая сакура
Растрёпанный воробей