Инша.
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan_5_klass.doc | 29 КБ |
Башҡортостан!
Ғорурланып әйтәм мин был һүҙҙе,
Мин тыуғанмын һинең ереңдә.
Тыуған ерҙең серле ҡурай моңо
Мәңгелеккә ҡалыр күңелемдә.
Тыуған яҡ. Был һүҙҙә күпме йылылыҡ һәм яҡшылыҡ… Һәр кеше тыуған яҡ һүҙен үҙенсә аңлай. Кемгәлер ул тыуған ауылы,кемгәлер ҡалаһы…
Мин үҙем – Рәсәй ҡыҙы. Донъялағы иң ҙур,иң гүзәл илдең ҡыҙы. Тыуған төйәгем- Башҡортостан,күкһел тауҙар иле. Мин уның матур бер ҡалаһы Октябрьскиҙа тыуғанмын.Шунда тәпәй баҫҡанмын, “әсәй” тип телем асылған…Минең өсөн тыуған ерҙән дә ғәзиз ер юҡ ул. Әлбиттә матур ерҙәр күп,әммә үҙ илемде ташлап бер ҡайҙа ла китмәҫ инем.
Башҡортостан элек-электән шанлы тарихы, тырыш, эшсән, йор халҡы, иҫ киткес хозур тәбиғәте менән дан тотҡан. Әлеге ваҡытта ла республикабыҙ үҫә, нығый.
Минеңсә Башҡортостан иң матур, иң бай республика. Ул үҙенең тәбиғәт матурлығы менән күҙ яуын алып тора. Ҡуйы урмандарында төрлө ағастар,йәнлектәр,шифалы үләндәр бар. Тәбиғәт ҡосағы файҙалы ҡаҙылмалары, йылға-күлдәре балыҡтары менән бай.
Башҡортостан тәбиғәте менән генә түгел, ә үҙенең тырыш, рухи донъяһы матур, бай булған бөйөк улдары,ҡыҙҙары менән дан ҡаҙана. Ниндәй генә күренекле шағирҙар,йырсылар,бейеүселәр,рәссамдар тыуып үҫмәғән бында! Улар барыһы ла ғәзиз еребеҙ ғорурлығы!
Мин ошо республикала тыуып үҫеүемә бик шатмын.
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының
«12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
(инша)
Үтәне: 5 класс уҡыусыһы Ульданова Алина
Уҡытыусы: Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы.
Пока бьют часы
Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт
Рукавичка
Лепесток и цветок
Где спят снеговики?