Инша.
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan.doc | 32.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының
«12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
(инша)
Үтәне: 7 класс уҡыусыһы Харисов Динар
Уҡытыусы: Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы.
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Башҡортостан алһыу таң иле
Гөл-баҡсалар иле,дан иле.
Эйе! Ниндәй матур ул минең һөйөклө Башҡортостаным! “Тыуған ер” тип кеше ғорурланып,һоҡланып әйтә. Ысынлап та ,тыуған ер ул тылсымлы һүҙ. Кеше иленән алыҫ йәшәһә көҙгө япраҡтай һарғая. Ә инде ғәзиз төйәгенә ҡайтһа,уға яңынан көс керә.
Бик яратам мин үҙемдең Тыуған илем-Башҡортостанымды. Ул бейек тауҙар,ҡалын урмандар,тәрән күлдәр,матур йылғалар иле.
Башҡортостан-Урал тауҙарының көньяғында урынлашҡан бәрәкәтле һәм күркәм төбәк ул. Күккә олғашҡан ҡаялы тауҙары,сылтырап аҡҡан шишмәләре,көмөш һыулы йылғалары тураһында бик күп шиғыр,йырҙар бар.
Башҡортостан-саф шипшмәләр иле,
Сылтырап аға көмөш һыуҙары.
Болоттарға терәп аҡ түбәһен,
Мәғрүр тора ҡая-тауҙары.
Эйе,республикамдың гүзәллегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Мин Башҡортостандың гүзәл бер төбәге Октябрьский ҡалаһында тыуып,атам-әсәм ҡосағында иркәләнеп үҫәм.Ҡалам тауҙар ҡосағында,йәмле Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Тәбиғәте матур,уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Саф,тулы һыулы,балыҡҡа бай Ыҡ йылғаһы бормаланып-бормаланып ҡаламдың эргәһенән аға.Йылға буйҙарында үҫкән зифа талдар,мөһабәт өйәнкеләр йәй буйы бала-сағаның һыу инеүен күҙәтә.
Ысынлап та тәбиғәтебеҙ ғорурланырлыҡ. Ләкин ошо гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡлаусы,үҙенең бөгөнгөһөн,киләсәген уйлаусы бармы һуң? Ундайҙар бик аҙ шул. Кешеләр һыу буйҙарына сүп-сар ташлайҙар, урмандарында ҡырағайҙарса һунар итәләр,ағастарҙы ҡырҡалар,күпләп балыҡ тоталар.
Минең бөтә донъяны яңғыратып:”Ағастарҙы ҡырҡмағыҙ,тәбиғәтте бысратмағыҙ”,тип ҡысҡырғым килә. Был илаһи тәбиғәтте киләсәк быуынға ла ҡалдырайыҡ.
Снежный всадник
Серебряное копытце
Яблоко
Круговорот воды в пакете
Сказка про Серого Зайку