Сочинение на конкурс "Пою мою республику".
Вложение | Размер |
---|---|
insha_guzl_bashkortostanybyz.docx | 15.64 КБ |
" Тыуған республикамды мин маҡтап йырлайым " конкурсы.
" Гүзәл Башҡортостаныбыҙ-изге төйәгебеҙ"
темаһына инша.
Башҡарҙы: Муниципаль бюджет белем биреү
учрежденияһы 3-сө лицейының 8 -се А класс
уҡыусыһы Төхвәтуллина Ләйсән .
Уҡытыусыһы: Ялалова Әнисә Әүәл ҡыҙы.
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ- изге төйәгебеҙ!
Минең тыуған төйәгем -Башҡортостан.Мин ошо илдә тыуғаныма бик ғорурланам. Башҡорт халҡы элек-электән тырышлығы,уңғанлығы менән дан тотҡан.Башҡорт егеттәренең уңғанлығына, батырлығына,ҡыйыулығына һоҡланмаған кеше булмаған.
Башҡорт ҡыҙы! Күпме ир-егеттәрҙе әсир иткән башҡорт ҡыҙы! Оҙон ҡалын сәс толомрына көмөш сулпылар ҡушып үргән. Нескә билле, зифа буйлы, ҡара ҡашлы,ҡара күҙле,уңған гүзәл ҡыҙға нисек һоҡланмайһың?!
Тыуған еребеҙҙең саф һауаһын һулап, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы, йүгерек шишмә-йылғаларының таҙа һыуын эсеп үҫкәнгә батыр ҙа,гүзәл дә ул башҡорт халҡы!
Башҡортостандың тауҙары,тау ҡыуышлыҡтары, шарлауыҡтары ниндәйҙер сихри көскә эйә. Улар ҡарашты үҙенә тарта, һине сихырлай. Был - тәбиғәт биҙәктәре. Башҡортостандың ғорурлығы - Урал тауында меңәрләгән йылдар дауамында барлыҡҡа килгәндәр. Ғорур Урал тауы ! Ниндәй бай ул! Ер аҫты байлыҡтарына ла, урман ҡырҙарға ла, шишмә-күлдәргә лә, кейек -януарҙарға ла...
Тау-таштар араһынан ағып сыҡҡан гүзәл Ағиҙел йылғаһына бағышлап күпме шағирҙәр шиғырҙар ижад иткән, йырсылар йыр һуҙғандар?!
Ярҙарында- зифа буйлы талдар, ә талдарҙа һары һандуғастар йыр һуҙа. Тау- таш араларынан ажғырып аҡҡан Ағиҙел йылғаһы талғынлана, тыныслана, ярҙары йәшеллекә күмелә. Муйыл,балан ҡыуаҡтарының сәскәләренән яҙ көнө тирә-яҡҡа хуш еҫ тарала, ә көҙгә тәлгәш- тәлгәш емештәре өлгөрә. Эх, йәмле лә һуң Ағиҙел буйҡайҙары!
Яҙғы ҡыр эштәре бөткәс туғайҙарға, болондарға халыҡ милли байрамыбыҙ-һабантуйға йыйыла. Халыҡ байрамға алдан уҡ ентекле әҙерләнә.Һандыҡ төптәренән байрамдарҙа ғына кейелә торған яҡшы кейемдәр алына, өйҙәр, ишек алдары йыйыштырыла,йыуыла, таҙартыла,байрам аштары бешерелә.Бишбармаҡтар,бәлештәр,өсмөйөш-тәр,сәк-сәктәр - береһе лә ҡалмай инде бындай саҡта.
Ә яландарҙа, болондарҙа байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа... Иғтибарҙы үҙенә иң тартҡаны милли көрәш һәм ат сабышы. Милли көрәштә иң батыр ир-егет һыналһа, ат сабышында иң етеҙ ат данлана.
Башҡорт халҡы элек-электән ат тотҡан. Ат - уның иң беренсе ярҙамсыһы ,хужалыҡ эштәрендә лә,яуҙа ла айырылмаҫ тоғро дуҫы булған. Уның һөтөнән ҡымыҙ яһағандар. Был шифалы әскелтем эсемлекте тәмләп ҡарамаған кеше һирәктер.
Яратҡан эсемлегебеҙ-
Данлыҡлы ҡымыҙыбыҙ.
Бөтөн ауырыуҙарҙан да
Дауалай,- ти халҡыбыҙ.
Ҡымыҙҙы эсеп ебәрһәң
Йөрәк ял итеп ҡала.
Күңелдәрҙе дәртләндерә,
Тәнең йоҡоға тала.
Иң етеҙ атҡа атланған егеткә ауылдың иң уңған килене сиккән һөлгө бирелгән.
Милли көрәштә еңеп сыҡҡан егеткә тәкә бүләк ителгән. Был матур ғәҙәт әлегә көнгә тиклем һаҡланып килгән.
Шул ваҡытта бәрхәт тауышлы ҡурай моңо ағыла башлаһа,уға ҡушылып моңло тауыш йырлап ебәрһә... Ҡурай! Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы кемдәрҙе генә әсир итмәгән?!
Эй,ҡурай,ҡурай,ҡурай!
Нисек ул матур сыңлай!
Кәрәк саҡта илата,
Кәрәк саҡта йырлата.
Көлдөртә лә бейетә-
Эй, ҡурайға ни етә?!
Эйе,ҡайғыһын да, шатлығын да башҡорт халҡы ҡурай менән уртаҡлашҡан,ҡыйын ваҡыттарҙа ла,байрамдарҙа ла ҡулына ҡурай алған. Ҡурай уның менән илаған , уның менән көлгән.
Ә күпме данлыҡлы шәхестәр тыуып-үҫкән Башҡортостанда! Салауат Юлаев. Башҡорт халҡының милли геройы, шағиры,башҡорт,урыҫ,татар,удмурт һәм башҡа милләт кешеләренең яратҡан батыры.
Мостай Кәрим- киң ҡоласлы,шағир,талантлы драматург. Уның пьесаларын уҡымаған,ҡарамаған кеше юҡтыр.
Башҡортостан шағирҙәренең тәүге маяғы Мәжит Ғафури-күп яҡлы талант эйәһе.Шағирҙың ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге юғары баһалана.Башҡорт дәүләт академия театры Мәжит Ғафури исемен йөрөтә, Өфөлә шағирҙың йорт-музейы ойошторола, яҙыусының тыуған районына Ғафури исеме бирелә.
Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Бейеүсе Рәшиҙә Туйсина һәм башҡа бик күп данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар, күренекле шәхестәр тыуып-үҫкән беҙҙең Башҡортостанда!
Башҡорттар борон замандарҙан уҡ дуҫ йәшәгән. Ауыр ваҡыттарҙа бер-береһенә ярҙам итеп,ҡыйынлыҡтарҙы бергә еңгәндәр. Был традициялар бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һаҡланып килгән. Бына Башҡортостан менән күрше республика Татарстандың дуҫлығы йылдан-йыл нығый, улар араһында килешеүҙәр төҙөлә, аралар яҡыная. Улар беҙгә ҡунаҡҡа килә,беҙ уларға барабыҙ.
Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын, ти башҡорт мәҡәле. Башҡортостан башҡа бик күп туғандаш республикалар менән дә дуҫлыҡ килешеүҙәре төҙөй.
Тыуған яғым, Башҡортостан менән, мин сикһеҙ ғорурланам! Уның бай тарихы ,өмөттәр тулы бөгөнгөһө, яҡты киләсәге хаҡында уйлайым да, үҙ илемдә йәшәү ниндәй ҙур бәхет тим.
Сказка об одной Тайне
Ребята и утята
Заповеди детства и юности
Горячо - холодно
Ручей и камень