"Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ" темаһына инша.
Вложение | Размер |
---|---|
Ижади эштәр конкурсына инша. | 17.41 КБ |
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ.
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән?
Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
(З.Күлбәков)
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Башҡортостан тураһында шундай һүҙҙәре бар : «Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары менән дан тота, икенселәре – далалары, өсөнсөләре – һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостан шуларҙың барыһы менән дә мәшһүр». Эйе, минең Тыуған илем – Башҡортостаным – күреп туймаҫ матур, гүзәл ил. Уның ҡайһы төбәгенә генә баҡма – ни менәндер хайран итер, маҡтандырыр, ғорурландырыр, әллә күпме байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, үҙенә генә хас биҙәктәр, төҫтәр, аҫыл заттар барлығын күрергә мөмкин. Беҙҙең еребеҙ бик ҙур һәм бай. Уның икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, саф һыулы ҙур-ҙур күлдәре, үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡалын-ҡалын урмандары, төрлө төҫлө сәскәләргә күмелгән болон-туғайҙары ғына ни тора! Ҡан тамырҙары һымаҡ һуҙылған йылғалары – үҙе бер мөғжизә! Ағиҙел, Һаҡмар, Дим, Йүрүҙән һәм башҡа йылғаларҙың матурлығы тураһында халыҡ бик күп төрлө йырҙар сығарған. Ул йырҙарҙа халҡыбыҙҙың бөтә тарихы асыҡ сағыла. Асылыкүл, Яҡтыкүл, Ҡандракүл күлдәре менән һоҡланмаҫлыҡмы, ғорурланмаҫлыҡмы ни?! Үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡуйы урмандары, нәфис туғайҙары, болоттарға уҡ тоташҡан тауҙары һәм тәнгә сихәт, күңелдәргә рәхәт бирә торған саф һауаһы үҙенә тартып тора. Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ : нефть һәм газ тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме – бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә. Уралдың файҙалы ҡаҙылмалары тураһында төрлө легендалар ҙа йөрөй. Иң матур таштарҙың береһе иҫәпләнгән зөбәржәт тураһында ҡыҙыҡлы тарих һаҡланып ҡалған. Крепостной Максим Кожевников ел ауҙарған ҡарт ҡарағай төбөндә ялтырап ятҡан йәшел таштар күрә. Улар ҡояш нурҙарында балҡып ята. Максим таштарҙы алып ҡайтып, балаларына уйынсыҡ итеп бирә. Шул саҡ ошо ауылға аҫыл таштар белгесе килеп сыға. Ул зөбәржәтте уйынсыҡ итеп йөрөткәнде күреп аптырай. Һуңынан был урында зөбәржәт ятҡылығы табыла. Бына бер фажиғәле хәл. Крепостной Никифор Соткин донъяла иң ҙур алтын киҫәген таба. Уның ауырлығы 33 килограмм самаһы тарта. Был хәбәр бөтә донъяға тарала. Урал заводтарының хужаларын бүләкләйҙәр, данлайҙар. Ә крепостной Соткин, иреккә сыға алмай, хәйерселектә үлә.
Һоҡланып һөйләп бөткөһөҙ ошо гүзәл ерҙә беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ғүмер кисергән. Уралға башҡорт борон-борондан килеп төпләнгән. Уны тыуған ере, изге төйәге иткән. Урманында солоҡ ҡараған, кейек аулаған, торор өйөн, ҡаралтыһын ағастан һалған. Үҙәндәрендә мал көткән, тауҙарында бесән сапҡан, уйһыуҙарында иген иккән. Шул саҡтарҙан бирле ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан. Башҡорт ерен баҫып алырға, башҡорт халҡын ҡол итеп тоторға теләүселәр бик күп булған. Урал илен тапарға, баш эйҙерергә килгән дошмандарҙың яуҙарын ата-бабаларыбыҙ кире ҡағып торған, тыуған ерен, илен баҫҡынсыларҙан һаҡлаған. Эштә – тире, яуҙа ҡаны ҡойолған. Ни үтмәгән башҡорт баштарынан, ниндәй язаларға дусар булмаған! Был турала Баязит Бикбай үҙенең «Ер» поэмаһында былай тип яҙған :
«…Батша итегенең ауырлығын
Икеләтә иңдә татыныҡ,
Урыҫ байы теҙгә йөгөндөрһә,
Башҡорт байы ергә ятҡырҙы…».
Күпме башҡорт ерҙәрен урыҫ байҙары алдап,талап алғандар, ә ерһеҙ, һыуһыҙ ҡалған ярлылар бушҡа байға ҡоллоҡ иткәндәр. Беҙҙең олатайҙар байҙарҙы туйындырыу өсөн көнө-төнө бил бөксәйткән, тир түккән, ә үҙҙәре асҡа тилмергән, иҙелеп йәшәгән. Ниндәй генә золом, йәберҙәр ябырылһа ла, халҡым ғорур намыҫлы булып ҡалған. Башҡорт халҡы үҙ иркен, илен, телен һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу өсөн быуаттар буйына көрәшкән.
Башҡортостандың тәбиғәте генә түгел, тарихы ла бик бай. Сал Урал тауының һәр ташына башҡорт халҡының ҡанлы-данлы тарихы яҙылған. 1557 йылда башҡорт халҡы үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылған. Шунан башлап башҡорт халҡы рус халҡы менән татыу ғүмер итә.
1773-1775 йылдарҙа башҡорт крәҫтиәндәре рус крәҫтиәндәре менән бергә батшаға ҡаршы яуға күтәрелгән. Башҡорт атлы ғәскәрҙәренә ихтилалсылар көрәшенең тиң мөһим алыштарында милли геройыбыҙ Салауат Юлаев етәкселек иткән. Салауат үҙен һәләтле ғәскәр башлығы итеп таныта.
1812 йылда атаҡлы Бородино яланында, уртаҡ Ватаныбыҙ һаналған Рәсәйҙе һаҡлап, өс тиҫтәгә яҡын башҡорт полкы һуғышҡан һәм ҙур батырлыҡтар күрһәткән. Һуғыша-һуғыша улар Парижға ла барып еткән. Айырыуса Ҡаһым түрә етәкселегендәге башҡорт полктарының батырлыҡтары билгеле.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк башҡорт халҡы башҡа халыҡтар менән бергә илебеҙҙең азатлығы өсөн дәррәү көрәшкә күтәрелде, үҙҙәре теләп, иң беренселәрҙән булып фронтҡа киттеләр. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында фашизмға ҡаршы илебеҙҙең бәхете, кешелектең артабанғы яҙмышы хәл ителгән аяуһыҙ көрәш яланында меңәрләгән яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Азатлыҡ, «тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн, яҙын япраҡланыр гөл өсөн, йырланыр йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн» барған һуғышта улар бөтә көстәрен, хатта ғүмерҙәрен Бөйөк Еңеү өсөн бирҙеләр. Тыуған илгә ҡайнар һөйөү, дошманға әсе нәфрәт, көрәштәге ҡаһарманлыҡ башҡорт халҡын башҡа халыҡтар менән берләштерҙе.
Илебеҙҙең үткән шанлы-данлы йылдарын һәм юлдарын, Ҡаһым түрә, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәли Шайморатов, Шәкирйән Мөхәмәтйәнов, Таһир Күсимов кеүек данлыҡлы шәхестәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең. Уларҙың мең һынауҙар үткән юлының һәр аҙымы таң ҡалырлыҡ! Ата-бабаларыбыҙ беҙҙең бөгөнгө бәхетле тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәр. Ваҡыт даръяһы рәхимһеҙ, ул беҙҙең теләгебеҙгә ҡарап тормай, алға ынтыла. Тарих тәгәрмәсе лә кирегә әйләнмәй, һәр үткән көн тарих була бара. Ә кем тарихын белмәй, онота, ул – маңҡорт. Шуға ла бөгөнгө бурыс : үткәндәребеҙ менән һоҡлана һәм ғорурлана белергә, тарихыбыҙҙы башҡалар хөрмәт итерлек итеп күтәрә белергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә беҙ үткәндәребеҙҙе белмәһәк, онотһаҡ, был – беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙгә, еребеҙгә, телебеҙгә хыянатыбыҙ. Халҡыбыҙҙың шағиры Риф Мифтаховтың «Замандашым, һаҡла иҫеңдә!» шиғырында шундай юлдар бар:
«Халҡыбыҙҙың ниҙәр кисергәнен
Аҙым һайын һаҡла иҫеңдә!
Тыуған ерҙең ниҙәр кисергәнен
Замандашым, һаҡла иҫеңдә!»
Үҙенең башҡорт балы, шифалы ҡымыҙы, күпереп бешкән икмәге менән данлыҡлы булған гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа йөҙҙән артыҡ милләт вәкилдәренең дуҫ, татыу йәшәүе менән дә ғорурланабыҙ беҙ. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле, быға күптәр көнләшә. Гүзәл Башҡортостаныбыҙ бәләкәйҙән минең күңелемде тәмле һыуҙары, моңло йырҙары, наҙлы, йомшаҡ елдәре, йәшел туғайҙары, ҡоштарҙың моңло һайрауы, тәрән, мул һыулы йылғалары, саф һауаһы, аҡ ҡайындары, баһадир ҡарағайҙары, гүзәл баҡсалары, бейек тауҙары, аяҙ зәңгәр күктәре, сағыу төҫтәге сәскәләре, ҡояшлы көндәре, йондоҙло төндәре, дәртле ҡурай моңо, һылыу ҡыҙҙары, батыр эшсән егеттәре, татыу хеҙмәтсән халҡы менән арбаны. Яратам мин гүзәл илемде, тыуған еремде.
Тыуған ил! Унан да ҡәҙерлерәк ни бар тағы донъяла! Һағындырып һәм һағынып көтөр ерең булыу – ниндәй ҙур бәхет! Донъяла йәшәүҙең оло мәғәнәһе - тыуған ереңде, ғәзиз илеңде ихлас яратыу, үҙеңде уның ысын улы итеп тойоу, кәрәк саҡта йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙер тороу. Үҙеңде үҫтергән тупраҡҡа хыянат итергә ярамай, ул – һиңә икенсе әсә һәм ата.
Астрономический календарь. Март, 2019
Рисуем подснежники гуашью
Фотографии кратера Королёва на Марсе
Заяц-хваста
Снежный всадник