«- Ватан, - тимен, - әсәм тыуған ер,
- Ватан, - тимен, - атам тыуған ер.
Ғүмер буйы минең аңымдан
Һәм ҡанымдан сыҡмай торған ер».
Назар Нәжми.
Бер көн дәрестә уҡытыусы беҙгә һорау бирҙе : «Нимә ул Ватан?». Беҙ барыбыҙ ҙа тын ғына уйға ҡалдыҡ. Эйе, ябай ғына һорау, уға бер һүҙ менән генә лә яуап бирергә була – Тыуған ил. Ләкин ошо бер һүҙ эсендә - күпме мәғәнә, күпме хис, күпме тойғо, уларҙы бер һүҙ менән генә аңлатып булмай. Һәр беребеҙ үҙ фекеребеҙҙе әйттек, үҙ хистәребеҙҙе аңлаттыҡ. Шулай ҙа миңә иң оҡшаған яуап синыфташым Зиләнең яуабы булды.
- Ватан – ул бик киң төшөнсә, - тип башланы ул яуабын Зилә. – Минең өсөн Ватан – мин тыуған өй, урам, ауыл, район, республика. Ватан атай һәм әсәй кеүек яҡын, улар айырылғыһыҙ. Һәр кемгә донъяла атай һәм әсәйҙән дә яҡын һәм ҡәҙерле кеше юҡ, улар донъяла бер генә. Тимәк, Тыуған ил дә, Ватан да бер генә. Шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың шундай шиғыры бар:
Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә
Гел хәтерҙә, гел генә,
Донъяла бит, әсә кеүек,
Тыуған ер ҙә бер генә.
Ватан – атай һәм әсәм һөйләшкән тел – туған телем ул. Һәр кемдең үҙ туған теле бар, ул шул тел менән тыуа, үҫә, йәшәй. Һәр кем үҙ туған телен иң матур, иң нәфис, иң илһамлы, иң хөрмәтле, иң бөйөк, иң гүзәл, иң мәрхәмәтле, иң хикмәтле тел тип һанай. Минең өсөн дә ул шулай. Сөнки мин туған телем – башҡорт теле аша донъяның барлыҡ серҙәрен асамын, иң изге хистәремде мин туған телдә аңлатам. «Балам!» - тип әсәйем миңә туған телдә өндәшә. «Әсәкәйем!» - тип мин уға туған телдә әйтәм. Туған тел – халҡымдың бай хазинаһы, таҙа намыҫы. Халыҡ һәм тел – айырылмаҫ, бер бөтөн төшөнсә. Ерҙә халыҡ йәшәй икән, тимәк тел дә йәшәй. Үҙ туған телеңде хөрмәт итәһең икән – тимәк, һин халҡыңды ла, Ватаныңды ла хөрмәт итәһең, яратаһың. «Әсә теленә булған мөнәсәбәтенә ҡарап, һәр кешенең мәҙәни кимәленә генә түгел, ә уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирелә. Үҙенең Тыуған иленә булған ысын мөхәббәтен әсә теленә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкинме һуң? Әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше – ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки ошоноң менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген, битарафлығын күрһәтә», - тип яҙа рус яҙыусыһы К.Паустовский. Был бик дөрөҫ фекер тип иҫәпләйем мин. Минең синыфташтарымдың күбеһенең үҙ туған телен белмәүе мине борсоуға һала. Халҡымдың киләсәге кемдәр ҡулына ҡала, уйлауы ла ҡурҡыныс.
Ватан – ул беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәте. Тыуған илебеҙҙең һыуҙары тәмлерәк, шишмәләре шифалыраҡ, йырҙары моңлораҡ, таңдары яҡтыраҡ, көндәре аяҙыраҡ, ҡояшлыраҡ, төндәре серлерәк, тынысыраҡ, күк йөҙө зәңгәрерәк, елдәре наҙлыраҡ, йомшағыраҡ, һулар һауаһы сафыраҡ, тауҙары бейегерәк, туғайҙары йәмлерәк, йылғалары тәрәнерәк, сәскәләре сағыуыраҡ, ҡайындары ағыраҡ, баҡсалары гүзәлерәк, ҡоштарының һайрауы моңлораҡ, ҡояшы йылыраҡ, айы нурлыраҡ, йондоҙҙары серлерәк, ҡурай моңо дәртлерәк, егеттәре батырыраҡ, ҡыҙҙары матурыраҡ, кешеләре эшсәнерәк, татыуыраҡ, мөләйемерәк кеүек тойола. Тыуған төйәгенән, атай нигеҙенән айырылған кеше ғүмер буйы үҙ ерен һағынып йәшәйҙер, юҡһыныу, һағыныу хистәре йөрәген телгеләйҙер. Йырҙа ла бит юҡҡа ғына:
«Тыуған ерем, һөйгән ауылым
Бигерәк яҡын күңелгә.
Ҡай илдәрҙә йәшәһәм дә,
Онота алмам ғүмергә…» - тип йырланмайҙыр.
Ватанды мин үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән биҙәгән кешеләрһеҙ, донъяла әллә күпме байлыҡ ҡалдырып киткән ата-бабаларыбыҙһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Беҙ үҙ илебеҙҙә ысын хужа булып, тыныс тормошта азат булып йәшәһен өсөн күп көс, ҡан түккән атай-олатайҙарыбыҙ. Үҙҙәренең хеҙмәте менән халыҡ күңелендә ныҡлы урын алған күренекле шәхестәре – ҡаһарман улдары һәм ҡыҙҙары менән ғорурлана халҡыбыҙ. Илебеҙ тарихында халҡы өсөн янған Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Миңлеғәли Шайморатов кеүек арҙаҡлы шәхестәр яҡты эҙ ҡалдырған. Улар үҙ Ватанын һаҡлап ҡалыу өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән, анттарына тоғро булып ҡалған, намыҫын һатмаған, көрәшкән, еңгән, рухын һис төшөрмәгән, Тыуған илен ҡотайтып, ҡөҙрәтле иткән.
Минең Ватанымдың иң ҙур байлығы – уның туғандарса йәшәүсе күп милләтле эшсән кешеләре. Башҡортостанда күп төрлө милләттән булған халыҡтың бер туғандай йәшәүенә бик күптәр көнләшә. Шундай илдә йәшәүем менән мин сикһеҙ ғорурланам.
Ватан – ул минең изге төйәгем, ҡайнар йөрәгем. Ватан – ул атайҙарға – атай, әсәйҙәргә – әсәй.
Бәләкәйме, ҙурмы – Ватан бер,
Шул бер булып йәшәй күңелдә.
Ватан – ер ул, Ватан – кешеләр,
Ул тәрәндә, йөрәк төбөндә.

10 класс уҡыусыһы Шәкирова Айгөл.
Афонькин С. Ю. Приключения в капле воды
Пока бьют часы
Рисуем пшеничное поле гуашью
Сорняки
Нас с братом в деревню отправили к деду...