Инша
Вложение | Размер |
---|---|
tugan_telem._insha.docx | 14.87 КБ |
Туған телем
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур,
иң тәмле тел,
Үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн
ярата күңел...
М.Ғафури
Атай-әсәй, тыуған йорт, туған тел, Тыуған ил... Былар бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән, кешенең күңел түрендә сабый саҡтан урын алған иң ғәзиз төшөнсәләр. Ысынлап та, туған телеңде яратыу – Тыуған илде, ата-әсәйеңде яратыу ул. Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар. Баланы телгә иң ғәзиз кешеһе - әсәһе башлап өйрәтә.
Минең туған телем – башҡорт теле.Минең телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткәрә. “Теле юҡтың ғына – иле юҡ” – тип башҡорт халыҡ шағиры Р.Ғарипов юҡҡа ғына әйтмәгән.
Мин – башҡортмон! Һәм бының менән мин ғорурланам. Ғаиләлә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Беҙ ата-әсәйем, ағайым менән бергәләп туған телебеҙҙә сыҡҡан телетапшырыуҙарҙы ҡарайбыҙ, радиотапшырыуҙарҙы тыңлайбыҙ. Бәләкәйерәк саҡта “Аҡбуҙат” журналын уҡыһам, хәҙер “Аманат” журналын, “Йәншишмә” гәзитен яратып уҡыйым.
Әлеге ваҡытта мин 6-сы класта уҡып йөрөйөм. Мәктәптә башҡорт телен беренсе кластан яратып өйрәнәм. Нәфис һүҙ конкурстарында, ғилми тикшеренеү конференцияһында ҡатнаштым. Былтырғы уҡыу йылында район һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыллығына арналған сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, ошо бәйгенең йомғаҡлау һәм Гала-концертында Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов алдында сығыш яһау минең өсөн бик иҫтәлекле ваҡиға булды.
Республикабыҙҙа башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителеүенә ҡыуандым. Башҡортостан тигән илдә йәшәгәс, башҡорт телен үҫтереү, өйрәнеү мөһимдер, тип уйлайым. Класташтарым, дуҫтарым менән саф башҡорт телендә аралашыуға мин бик шатмын.
Дим районы 123-сө лицейының 6-сы класс
уҡыусыһы Миниғолов Динарҙың иншаһы
Уҡытыусыһы Кириллова Г.Р.
Снежная сказка
Соленая снежинка
Флейта и Ветер
Можно от Солнца уйти...
Нас с братом в деревню отправили к деду...