Лейсан написала сочинение про самого родного человека - маму
Вложение | Размер |
---|---|
insha.doc | 29.5 КБ |
Мәңге һүнмәҫ ҡояшым.
Рәхмәт һиңә, мине үҫтергәнең өсөн,
Рәхмәт һиңә, наҙлағаның өсөн,
Рәхмәт һиңә, мине иркәләгән өсөн,
Рәхмәт һиңә, рәхмәт һиңә - әсәй!
Туған ил һәр кеше өсөн туған йортонан һәм әсәһенән башлана. Әсәй кеше ғүмер–ғүмергә илһам сығанағы, йәшәргә көс һәм дәрт биреүсе күңел маягы булған. Ер йөҙөндәге иң яғымлы, иң ғәзиз кеше ул - әсә. Шул һүҙ менән баланың теле асыла, һәм ул бөтә телдәрҙә лә берҙәй наҙлы яңғырай.
Әсәнең шәфҡәтле ҡулдарынан килмәгән эш юҡ был доньяла.
Әсә йөрәге – иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк. Бала яҙмышына ҡағылған бар ваҡиға әсә йөрәге аша үтә. Шуға күрә шағирҙәр үҙҙәренең иң яҡшы шиғырҙарын, композиторҙар иң яҡшы көйҙәрен әсәләргә бағышлағандар.
Әсәйҙәр әхлаҡи тәрбиә, әхлаҡи аңды маҡсатҡа ярашлы формалаштырырға, әхлаҡи тойғоларҙы үҫтереү, әхлаҡҡа мөнәсәбәтле яҡшы тәртип ғәҙәттәрен һәм ҡылыҡтарын тәрбиәләй.
Минең әсәйем дә шундай әсәләрҙән. Ул мине әҙәп - әхлаҡ ҡағиҙәләре буйынса тәрбиәләргә тырыша.
Әсәй - минең өсөн үрнәк, нимә булһа ла уның янына кәңәш һорарға йөгөрәм, сер булһа беренсе булып әсәй менән серләшәм. Әсәйем минең фекерҙе ихтирам итә, кире ҡаҡмайынса ғына кәңәштәр бирә.
Бәләкәй саҡтан уҡ әсәйемдең мөғжизәле әкиәттәрен, бишек йырҙарын тыңлап үҫтем. Шуға күрә лер ҙә инде мин бик йыр – моң яратам, йыш ҡына сәхнәләрҙә үҙ йырҙарым менән сығыштар яһайым,халыҡ фольклорын бик яратам.
Әсәйем һөйләгән мифик әкиәттәрҙең береһенән өҙөк: “Күктә ике ҙур һауыт тора. Алла бабайға фәрештәләре беҙҙең “Яҡшы” һәм “Яман” ҡылыҡтарҙы килтереп торалар . Алла бабай бер һауытҡа “Яҡшы” икенсеһенә “Яман” ҡылыҡтар һала . Яҡшылыҡ һәр ваҡыт йәшәйәсәк, бөтә доньяны яҡшылыҡ ҡына тотоп тора” –тип һөйләне әсәйем.
Әйе,бәхетле ғайлә, бәхетле баласаҡ! Ҡүңелгә ниндәй ятышлы был һүҙҙәр. Ғайлә, киләсәк яҙмышым тураһында мин бик йыш уйланам һәм йыш ҡына үҙемә ошондай һорауҙар бирәм: “Кем мин башҡалар өсөн?”, “Бүтәндәр минең яҙмышымда ниндәй урын алып тора?”, “Бәхетле булыр өсөн, миңә, тағы нимәләр белергә кәрәк? ”. Үҙ һорауҙарыма яуап табалмай әсәйем янына барам,ул миңә ошолай тип әйтә:
Әсәйем мине ололарға һөрмәтле булырға өйрәтә - “Ололарҙың һүҙенән сыҡһаң – бәхетһеҙ булырһың” –тип әйтә. Йыш ҡына әсәйем ошо мәҡәлдәрҙе ҡабатлай: “Олоно оло,кесене кесе ит”, “Саҡырған ергә -бар,ҡыуған ерҙән - кит”, “Яҡшы эш ялай, яман эш талай”, “Иҙгелек ерҙә ятып юғалмаҫ”.
Әсәй кеше үҙ балаһына игелектәр таҙалыҡ –һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер,шатлыҡтар ғына теләп торалыр,минең әсәйем шундай.
Мин дә үҙ сиратымда әсәйемә итәғәтле,аҡыллы бала булырға тырышам “Әсә күңеле – балала,бала күңеле далала” тиһәләр ҙә мин йыш ҡына әсәйем тураһында уйлайым, көн һайын телефондан шылтыратып хәлдәрен һорашам,ҡайтҡан һайын ҙур булмаһа ла бүләк,күстәнәс алып ҡайтырға тырышам. Әсәйем өйҙә булмаған саҡтарҙа күңелдә бик буш була, ултырып илағылар килә минең.
Ваҡыт үҙгәреү менән беҙҙең ҡылыҡтар үҙгәрә, әммә яҡшылыҡ, ярҙамсылыҡ, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ кеүек сифаттар һаҡланып ҡалһын ине.
Илебеҙҙең иҡдисади һәм финанс хәленең тотороҡһоҙ булыуына ҡарамайынса беҙ,буласаҡ ҡатындар, әсәйҙәр , кеше булып ҡалып һәм киләсәк быуындың әхлаҡи һаулығын ҡайғыртырға тейешбеҙ. Сөнки балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Баланы тәрбиәләүҙә, балаларҙа дөйөм кешелек ҡиммәттәре формалашыуҙа әсәй кеше ҙур роль уйнай. Әсәй ул йорт тотҡаһы, милли мәҙәниәтте һәм телде һаҡлаусы һәм балаға еткереүсе. Тик ул ғына, балаға булған һөйөүе нигеҙендә, уның үҫеше өсөн иң яҡшы шарттар булдырырға һәләтле. Әсә һөйөүе баланың яҡшы шәһес булып формалашыуы өсөн бик тә кәрәк. Әсәйҙең балаһына булған һөйөүе баланың интелектуаль - әхлаки үҫешенә этәргес көс булып тора, баланы яҡшы эштәр эшләргә ҡанатландыра, үҙен шәхес итеп тойорға булышлыҡ итә. Ғайләлә бала тәрбиәләү эше күбеһенсә әсәй иңенә төшә. Бала тәрбиәләүҙән тыш әсәй кеше эшкә барырға ла, өй эштәрен башҡарырға ла тейеш.
Усатый нянь
Дерево в снегу
Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев
Интересные факты о мультфильме "Моана"
Астрономический календарь. Апрель, 2019