Инша "Сәскә ат, тыуған яғым!"
Вложение | Размер |
---|---|
ssk_at_tyugan_yagym_insha.doc | 40 КБ |
БР Архангел районы Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған
“Республикама дан йырлайым”
иншалар конкурсына
Сәскә ат, тыуған яғым!
Башҡарҙы: Шәмсетдинова
Таңһылыу, 9 класс уҡыусыһы.
Тикшерҙе: Баһауетдинова
Альмира Рафаил ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы.
2014 йыл
Сәскә ат, тыуған яғым!
Башҡортостан –беҙҙең Бөркөтөстан,
Иркең ҡурсып, күмпе бөркөт осҡан!..
Башҡортостан - йөрәк ҡағышым,
Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғашың!
(Р.Ғәрипов)
Ер йөҙөндә һәр кешенең үҙ төйәге бар. Кемдер йыраҡ Америкала, ә кемдер матур Италияла йәшәй. Ә бына мин күңелемә яҡын булған Башҡортостанымда, Башҡортостанымдың бер бәләкәй генә өлөшө булған Тирәкле ауылында йәшәйем. Минең төйәгем башҡа ерҙәрҙән мөһабәт ғорур тауҙары, шул тауҙар араһынан сылтырап аҡҡан саф һыулы йылғалары, ҡалын-ҡалын урмандары, саф һауаһы, төрлө-төрлө күп сәскәле болондары, шул урмандағы кейектәре менән айырылып тора. Ауылыбыҙҙы уртаға ярып һалҡын һыулы Быҫыу йылғаһы ағып ята. Һыуы ла тәрән түгел, төбөндә таштары күренеп ята. Бәләкәй саҡтан бирле йәй көндәрендә ошо йылғаға һыу инергә, балыҡ тоторға, ялан аяҡ ҡырсын таштарында йүгереп йөрөргә яратам, ә ҡыш көндәрендә иһә Баҫыу йылғаһында конькиҙа шыуырға яратам.
Ауылды Маяҡ, Төлкөлөтау, Ҡыҙҙар тауы уратып алған. Уларҙың матурлығына һоҡланып, районыбыҙ шағирәһе Роза Ғәббәсова былай тип яҙған:
Эй, тауҡайым, Уралымдың
Һин матур бер күркелер.
Һәр көн һайын һине күрһәм,
Йәшәүгә көс бөркөлөр.
Бәләкәй саңғы менән ошо тауҙарҙан шыуыуҙары бәләкәй саҡтың бер хәтирәһе булып тора. Ә ауылыбыҙҙың даны матурлығы булып тораған Тирәкле урта мәктәбе шул тауҙарҙың итәгендә урынлашҡан. Ошондай матур мәктәптә уҡыуым һәм Башҡортостанымда йәшәүем менән мин бик ғорурланам.
Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен,
Һинһеҙ зиһенем ҡалай йәшнәһен!
Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,
Башҡа ергә башым эйелмәҫ, -
тип әйткем килә билдәле шағирыбыҙ Рәми Ғәрипов һүҙҙәре менән.
Ә бит беҙҙең Башҡортостаныбыҙ күп милләтле, унда йөҙҙән ашыу милләт йәшәй. Барыһы ла башҡорт халҡы менән бына нисә быуат татыу ғүмер итә. Ауырлыҡтарҙы ла, шатлыҡлы минуттарҙы ла бергә кисерә улар. Башҡортостан Республикаһы тәбиғәте менән генә матур түгел, ер аҫты байлыҡтары менән дә илбеҙҙә дан алып тора. Нефть табыу һәм эшкәртеү, металл сығарыу, ауыл хужалығы буйынса уға тиңдәр юҡ. Ә һуң кешеләре? Тыуған яғымды данлап, уны нурлап йәшәгән кешеләре – уның төп байлығы. Кешеләр тырышып эшләйҙәр, донъяла матур, файҙалы итеп йәшәргә тырышалар. Кемдәр менән генә дан тотмай беҙҙең Башҡортостан! Батырыбыҙ Салауат Юлаев, рудасыбыҙ Исмәғил Тасимов, спортсыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина, виртуоз ҡумыҙсыбыҙ Роберт Заһретдинов, ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашев һәм башҡа бик күп яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Улар барыһы ла тыуған еремдең шифалы һыуында ҡойоноп, һауаһын һулап, изге тупрағында аунап үҫкәндәр. Улар тыуған Башҡортостанымдың ысын патриоттары.
Бөгөнгө йәш быуын да оло шәхестәребеҙ юлынан барып, тыуған төйәгебеҙҙе сәскә аттырыр, уның данын киләсәк быуындарға еткерер, тигән уйҙамын. Был беҙҙең изге бурыс. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә матур киләсәк, матур тормош бүләк иткән кеүек, беҙ ҙә был эште дауам итеп, киләсәк быуындарға хозур тәбиғәтле, бай, тыныс Башҡортостан ҡалдырырға тейешбеҙ.
«Течет река Волга»
Акварель + трафарет = ?
Белый лист
Камилл Фламмарион: "Астрономия - наука о живой Вселенной"
Рыжие листья