"Минең шәжәрәм"
Вложение | Размер |
---|---|
minen_shzhrm.doc | 24 КБ |
Минең шәжәрәм.
Йәмле йылға буйында
Булған икән бер ауыл.
Ул ауылдың исеме
Тирәкле тип аталыр.
Шунда Зиәкә тигән ҡарт
Ҡортсолоҡ менән булған.
Тирәкленең яландары
Бал ҡорто менән тулған.
Уның улы - Ғәни атлы,
Ҡот-терәк булып торған.
Үҫеп, буйы еткәндән һуң
Уның да улы тыуған.
Бик ҡыуанған атаһы -
Маннаф тигән исемен.
Оло эштәр атҡарып,
Тиҙ таралған исеме.
Күп йылдар үтеп киткәс,
Маннафтың улы тыуған.
Исеме уның – Халиҡ.
Яратҡан үҙен халыҡ.
Халиҡ Инйәр туғайында
Көтөүсе булып торған.
Иң оло улы - Әбделхәй
Был эште дауамлаған,
Һәм фермер булып киткән.
Биш улы булған: Миңнулла,
Наил, Айрат һәм Азат.
Бергәләшеп үҫкәндәр,
Һәм дә кесеһе – Илшат.
Әбделхәй олатайымдың
Булған, ти, өс туғаны.
Ғәбделбәр һәм Зәйнулла,
Зәйнулла –эштә етди.
Минең атайым Наилдың
Ике оло улы бар:
Ағайым - Заһир, мин – Таһир,
Туғаным - Данир, Надир.
Әсәйем Физәлиә менән
Бергә ғүмер итәбеҙ.
Мал –тыуар, ҡош- ҡорт тотоп,
Гөрләп донъя көтәбеҙ.
Ғәниев Таһир, 9 класс уҡыусыһы
Сочинение
Сказка "Узнай-зеркала"
Мастер-класс "Корзиночка"
Какая бывает зима
Без сердца что поймём?