В этом сочинении ребенок восхищается и восхваляет красоту родного края.
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 12.02 КБ |
Башҡортостан!Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән
Аҡҡош кеүек,ап-аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
Эйе!Ниндәй матур ул минең һөйөклө Башҡортостаным.Уның икһеҙ-сикһеҙ болондары,бейек тауҙары,бай урман,йылғалары-бөтәһе лә күңелде дәртләндерә.
Ә минең тыуған ерем-Учалы ҡалаһы.Мин уны ныҡ яратам һәм донъяла иң матур ҡала тип һанайым.Сөнки бында мин тыуҙым,үҙемдең иң беренсе аҙамдарымды яһаным.Мәктәпкә белем алырға килеп,дуҫтар ҙа таптым.
Ҡаланың иң уртаһында мәктәбем урынлашҡан,ә янында парк йәнәшендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға арналған һәйкәл тора.Уларҙың йәшәү хаҡы-беҙҙең тыныс,татыу йәшәүебеҙ.
Ә йәй көнө ҡалабыҙҙың тирә яғында тәмле еҫтәр сәскеләп ултырған сәскәләр килгән ҡунаҡтарҙы аптырата,һөйөндөрә,ә беҙҙе ғорурландыра!
Учалы тауҙар һәм күлдәр,йылғалар араһында урынлашҡан.Ул үҙенең тылсымлы тәбиғәте менән сихырлай.Беҙҙең урмандарҙа шыршы,ҡайын,ҡарағай,ҡарағас һәм башҡа ағастар үҫә.Матур-матур сәскәләрҙән сәскәләргә ҡунып күбәләктәр һәм бал ҡорттары үҙҙәренең эштәре менән мәшғүл.Һәр йыл һайын йәй көндәрендә яландарҙа,тауҙарҙа тәмле булып еләк бешә.Йәй көндәре шул матур тәбиғәттә атай һәм әсәйем менән ял итәбеҙ.Йылғала кәмәлә йөҙәбеҙ,балыҡ тотабыҙ,урманда бәшмәк йыябыҙ.Ҡоштарҙың иҫ-киткес һайрағандарын тыңлайбыҙ.
Шулай бай ҙа ,гүзәл дә ул минең тыуған ерем-Учалым!
Горячо - холодно
Пока бьют часы
Как нарисовать портрет?
Космический телескоп Хаббл изучает загадочную "тень летучей мыши"
Кто грамотней?