" Башҡортостан - минең республикам" иншалар конкурсына тәғдим ителгән ижади эш
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 17.24 КБ |
Уйҙарым, уйҙарым...Изге аттар кеүек, береһен-береһе уҙырға тырышып, ярһып сапҡан уйҙарым... Минең серҙәштәрем, яҡын дуҫтарым...
Тәҙрә артында бер туҡтауһыҙ шыбыр-шыбыр ямғыр яуа, ә күңелемдә төрлө уйҙар сабыша: әллә күк төбө тишелгәнме, әллә тәбиғәт һыҡтап илаймы, әллә был үҙе Алла тәғәләнең күҙ йәштәреме икән?
Эйе, быйылғы йыл Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырындағы “ямғырҙар ҙа быйыл аҙ яуа, ялт та йолт итмәй йәшен” тигән юлдарына тура килмәй шул. Ә, киреһенсә, үтә ямғырлы, һалҡын булыуы менән , күп кешеләрҙе бәрәңгеһеҙ, бесәнһеҙ, малһыҙ, йортһоҙ ҡалдырҙы, хатта күптәрҙең ғүмерен дә өҙҙө ул... Аллаға шөкөр, беҙ был хәлгә тарыманыҡ. Тик шул йонсотҡос ямғырҙар кәйефте ҡыра, күңелгә әллә ниндәй шом һала, уйландыра... Әйтерһең дә, тәбиғәт үҙе быуылып-быуылып илай, яраларына тоҙ һалынған кеүек, ыңғыраша, кешелектән мәрхәмәтле булыуҙарын һорай. “Уянығыҙ! Тирә-яҡ донъяға ҡурҡыныс янай!”-тип беҙҙе киҫәтергә теләй төҫлө ул.
Ысынлап та, аҙым һайын матбуғат биттәренән дә, телевизион тапшырыуҙарҙан да тиҙҙән Ер шарыбыҙҙың юҡҡа сығыуы ихтимал, тигән яңынан-яңы мәғлүмәттәр уҡып-ишетәбеҙ. Арктик боҙҙар ирей, оҙаҡламай бөтә донъяны һыу баҫа, тигән уйҙар менән йәшәйбеҙ, тик һаман да быға ҡаршы бер нимә лә ҡабул итмәйбеҙ, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсаламайбыҙ. Эйе, беҙ тәбиғәт ҡанундары алдында көсһөҙ затбыҙ, тик һәр кемебеҙҙә әҙерәк кенә, үҙенең күңел, выждан тыныслығы өсөн булһа ла, ошо мөғжизәле ерҙе һаҡлап ҡала алған көс йәшәй түгелме һуң? Мәҫәлән, өләсәйем көн дә тиерлек :” Тәртип, улым, тупһанан башлана”, -ти. Беҙ ҙә үҙебеҙ йәшәгән еребеҙҙе, һулаған һауабыҙҙы һаҡлауҙы ишек төбөнән башлай алабыҙ түгелме? Шул уҡ үҙебеҙҙән һуң тәбиғәт ҡосағында ҡалдырылған сүп-сарҙы ҡалдырмаҫҡа, йылға- күлдәребеҙҙе бысратмаҫҡа, урмандарҙы бушҡа киҫмәҫкә, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үлән,балыҡ, йәнлектәрҙе юҡҡа сығармаҫҡа һәр кемебеҙҙең көсөнән килә түгелме һуң?..
Сеү, уйҙарым! Ул тиклем ярһымағыҙ, әллә ҡайҙағы алыҫтарға ашҡынмағыҙ! Ҡыуып етеп тә булмаҫ һеҙҙе. Ә улар, һаман да тынғы белмәй, ажарланып, алға еләләр, мине алыҫтарға, халҡымдың сал тарих төпкөлөнә, алып китәләр...
...Күҙ алдымда ата-бабаларымдың йәйрәп ятҡан киң йәйләүҙәре, алыҫта ҡурай моңо ишетелә...Ниндәй зирәк, йор, ябай , шул уҡ ваҡытта оло йөрәкле, көслө рухлы булған минең халҡым! Тыуған ер бишегендә бәүелеп , илебеҙҙең бай, хозур тәбиғәтендә иркәләп, кинәнеп, рәхәтләнеп( ә бит ҡасандыр Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләре, Кама, Волга буйҙары башҡорттарҙың ере булған ) донъя көткән улар...
Туҡтап тороғоҙ әле бер аҙ, уйҙарым... Алыҫта, тәҙрә артындағы офоҡ буйында, нимәлер тоҫмалланған кеүек тойолдо. Эйе шул, бер батыр иң яҡын, тоғро йән дуҫына - изге атына атланған да тапҡыр миңә ҡарай саба. Әллә Алдар батыр, әллә Кинйә, әллә Салауат батырыбыҙҙың шәүләһе булды был, тик ул ҡапыл томанлыҡҡа инеп юғалды. Шул саҡ : “Э-һе-һе-һей, яндарыма килеп кит, йә , булмаһа, мине лә алып кит шул киңлектәргә!” – тип ҡысҡырғым килде. Бәлки, минең уйҙарым, йыһанға осоп, ҡаһармандан-ҡаһарман батырҙарымды уятҡан да мәңге онотолмаҫ яраларын ҡуҙғатҡандыр? Улар ҙа бит үҙ заманында тыуған ерен, туған тәбиғәтен ҡурсалап, илен һаҡлап яуға күтәрелгәндәр. Ҡуйы урмандары ҡырҡылыуына, йәнлек-ҡоштарының һәләк булыуына, ата-бабаларынан аманат итеп ҡалдырылған ерҙәрендә төрлө заводтар төҙөлә башлауына тыныс ҡарай алмаған, иркенлектә, иреклектә тыуып, йәшәп өйрәнгән халыҡ ҡулдарына бығау һалдырырға теләмәгән. Аманатҡа хыянат итмәйек тип, хатта үҙ ғүмерҙәрен биргәндәр улар . Дөрөҫ, элек-электән һәр ваҡыт тәбиғәт, тыуған ер һәм кеше тығыҙ бәйләнештә булған. Мәҫәлән, халҡымдың боронғо ҡомартҡыһы - “Урал батыр”эпосында ла беҙ ата-бабаларыбыҙҙың киләсәк тормошто , тәбиғәтте уйлағанын , ҡурсалағанын күрәбеҙ. Хатта Урал батыр Тереһыу шишмәһен үҙе эсмәгән, ә тирә-яғына бөрккән, был яҡты донъяның мәңге йәшәүен, йәшеллеккә күмелеүен, сәскә атыуын теләгән, киләсәк быуынды ҡайғыртҡан...
Юҡ , мин бөгөнгө халҡым йоҡлай, тәбиғәтебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәгенә бөтөнләй битараф ҡарай, тип әйтмәйем. Һәр кем үҙенсә яҡты, таҙа, сәләмәт киләсәк өсөн көрәш алып бара. Мәҫәлән, быйылғы 2013 йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде, төрлө гәзит-журналдар шул айҡанлы конкурстар ойошторҙолар. Бына шулар инде әҙерәк булһа ла күңелемде йылыта, киләсәктең мәңге һүнмәҫ усаҡ булып балҡыуына ышаныс уята...
Тын ғына тәҙрә төбөндә баҫып торам, әсәйем ҡулдары менән иркәләп, наҙлап үҫтерелгән гөлгә күҙ һалам. Ул, тышҡы күңелһеҙлеккә иғтибар бирмәй, сәскә атырға ултыра. Минең дә күңелемә йылы булып китте, шомло уйҙарымдан шул саҡ кире әйләнеп ҡайттым. Ошо уйҙарым кеүек миллион уйҙар йыһанға осһа, туған тәбиғәтебеҙ, илебеҙ мәңге йәшәр, мәңге һүнмәҫ усаҡ булып балҡыр ул! Туған тәбиғәт, ил һәм кеше берҙәм булырға тейешлеген онотмайыҡ, күңелебеҙҙә көн дә ҡояш йөрөтәйек, матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылайыҡ! Тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалап, тыуған илебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Сверчок
Л. Нечаев. Яма
Как нарисовать зайчика
Как нарисовать ветку ели?
Сказочные цветы за 15 минут