Вложение | Размер |
---|---|
prezentaciya_ni_oson_kepes_tip_atala.pptx | 1.64 МБ |
ni_oson_kepes_tip_atala.docx | 23.53 КБ |
Слайд 1
Бөрйән районы Иҫке Монасип у рта мәктәбенең IV класс уҡыусыһы Муллағолова Аҡйондоҙҙоң эҙләнеү эше . Ни өсөн “Кепес” тип атала?Слайд 2
Ауылда бер төрлө фамилиялы кешеләр күбәйгән. Шунлыҡтан ололар кәңәшләшеп,ауылды араларға бүлгәндәр Һәм һәр береһенә исем ҡушҡандар. Бының өсөн бер баш малды һуйғандар һәм өлөшләп бүлеп таратҡандар. Баш һөйәген алғандар – бүкән баш, эс ҡарынын алғандар - сәрмә булып киткәндәр. Ә беҙҙең олатайҙарға малдың күҙе эләккән. Күҙ кепсәндәп торғас , уларға кепестәр тип әйткәндәр.Улар үҙҙәре айырым, йылғаның икенсе яғында йәшәй башлағандар.
Слайд 3
Тыуған ауылым – Иҫке Монасип
Слайд 4
Тыуған төйәгем - КЕПЕС
Слайд 5
кепестәге иң оло инәй Муллағолова Ғәйнихаят Моталлап ҡыҙы
Слайд 6
Иң бәләкәй кеше Муллағолова Гөлнариә Вәғиз ҡыҙы
Слайд 7
Кепестә 25 йәштән үткән 10 буйҙаҡ егет, кейәүгә сыҡмаған 25 йәштән үткән 3 ҡыҙ бар. Кепестән 4 врач ,20 – нән күп уҡытыусы. 14 шәфҡәт туташы, 2 агроном, 1инженер, 1 рәссам, 3 милиция һәм башҡа һөнәр эйәләре уҡып сыҡҡан. Рахманғоловтар ғаиләһенән 3 врач уҡып сыҡҡан. Ғәфүров Фәүзи олатай районда иң тәүге врачтарҙың береһе. Әлеге көндә 13 студент белем ала
Слайд 8
Ауылымдың хөрмәтле кешеләре
Слайд 9
Муллағолов Мирза Ғизитдин улы Ғалим, тарих фәндәре кандидаты.
Слайд 10
Муллағолов Марат Ғизитдин улы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Слайд 11
Муллағолова рәхимә фәтхитдин ҡыҙы Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы
Слайд 12
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре Муллағолов Әнүәр Шәрәфулла улы
Слайд 13
Баймырҙина Фәнүзә Фәсхитдин ҡыҙы Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы,Рәсәй мәғариф милли проекты Грантының лауреаты.
Слайд 14
Кепестәр араһында төрлө фамилиялы кешеләр йәшәй. Иң күптәре Муллағоловтар- 88 кеше, Бикмәтовтар – 65 кеше, Көҫәпҡоловтар-14 кеше, Йомағоловтар – 6 кеше, Бурановтар – 6 кеше, Хәлитовтар – 3, Көнәфиндәр – 5, Әюповтар - 3 – әр кеше, Буранбаевтар-4кеше, Рахманғоловтар- 6 кеше.
МУНИЦИПАЛЬНОЕ КАЗЕННОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ РАЙОННЫЙ ОТДЕЛ ОБРАЗОВАНИЯ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БУРЗЯНСКИЙ РАЙОН МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА д. СТАРОМУНАСИПОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БУРЗЯНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Ни өсөн “Кепес” тип атала?
Бөрйән районы Иҫке Монасип
урта мәктәбенең IV класс
уҡыусыһы Муллағолова
Аҡйондоҙҙоң эҙләнеү эше.
2012
Эҙләнеүҙең маҡсаты:
1. Иҫке Монасип ауылының “ Кепес” араһын өйрәнеү.
2.Хөрмәтле кешеләре менән танышыу.
3.Тыуған төйәккә ҡарата һөйөү , ғорурлыҡ
хистәре тәрбиәләү.
Минең ауылымдың исеме Иҫке Монасип. Ауылымды уртаға бүлеп Ағиҙел
йылғаһы аға. Ауылым бик борон барлыҡҡа килгән.Тарихы ла бик бай уның. Борон олатайҙар ауылды араларға бүлеп бөткәндәр. Бирьяҡта бүкәнбаштар, ҡыҙылбаштар, таулылар, өшәләр йәшәйҙәр. Ә ауылдың икенсе яғын Кепес тип йөрөтәләр, сөнки унда кепестәр йәшәй. Тағы ла был яҡта сәкәштәр, сәрмәләр бар. Улар күп түгел.
Элек – электән кепестәр татыу , дуҫ йәшәгәндәр. Күмәкләп йөрөп ҡунаҡ булғандар, бер – береһенә ярҙам итеп эштәрҙе бергә башҡарғандар,өмә яһағандар. Ҡатын – ҡыҙҙар кис ултырып сигеү,таҫтамал сиккәндәр. Ололарҙың әйткән һүҙҙәре бөтәһе өсөн дә закон булған.Шуның өсөн дә кепестәр бер-береһе менән дуҫ,татыу йәшәгәндәр һәм йәшәйҙәр. Кепестәрҙә туғанлыҡ хистәре лә бик көслө. Туғандарын айырмай ҡунаҡ итәләр, хөрмәтләйҙәр , ярҙам итәләр.
Минең арам ни өсөн кепес тип атала һуң?
Ауылда бер төрлө фамилиялы кешеләр күбәйгән. Шунлыҡтан ололар кәңәшләшеп, ауылды араларға бүлгәндәр һәм һәр береһенә исем ҡуш- ҡандар. Бының өсөн бер баш малды һуйғандар һәм өлөшләп бүлеп таратҡандар. Баш һөйәген алғандар- бүкән баш, эс ҡарынын алғандар – сәрмә булып киткәндәр. Ә беҙҙең олатайҙарға малдың күҙе эләккән.Күҙ кепсәндәп торғас, уларға кепестәр тип әйткәндәр. Улар үҙҙәре айырым, йылғаның икенсе яғында йәшәй башлағандар.
Ауылдың артындағы тауҙы ла Кепес тауы тип йөрөтәләр. Был тау аша кепестәр Бөрйәнгә ,бесәнгә бара. Уларҙың йәшәү юлы ,тиһәң дә була. Яҙ көнө ,көн һурыҡҡансы, ҡыш көнө был тау аша йөрөп булмай, ауырлыҡтар башлана.
Кепес яғында 2 урам бар. Үҙәк урам Кепес, аҫтағы урам Суҡтал тип атала.
58 өй бар. Бөтәһе 198 кеше йәшәй.
70 йәштән үткәндәр: Муллағолова Ғәйнихаят өләсәй,Рахманғолова Зөлайха өләсәй, Хисмәтуллин Мөҙәрис һәм Таһира өләсәйҙәр, Муллағолов Әкрәм һәм Рәхилә өләсәйҙәр, Муллағолова Сәриә инәй, Бикмәтова Рауза һәм Факил олатайҙар, Бикмәтова Бәширә өләсәй, Көҫәпҡолов Мөхәмәтулла һәм Гөлнур өләсәйҙәр, Бикмәтова Айһылыу инәй.
Кепестә иң оло кеше –Муллағолова Ғәйнихаят өләсәй. Ул 1926 йылда тыуған, 86 йәш. Иң бәләкәйе – Муллағолова Гөлнариә Вәғиз ҡыҙы.
25 йәштән үткән 10 буйҙаҡ егет, кейәүгә сыҡмаған 25 йәштән үткән 3 ҡыҙ бар.
Кепестән 4 врач ,20 – нән күп уҡытыусы. 14 шәфҡәт туташы, 2 агроном, 1инженер, 1 рәссам, 3 милиция һәм башҡа һөнәр эйәләре уҡып сыҡҡан.
Рахманғоловтар ғаиләһенән 3 врач уҡып сыҡҡан. Ғәфүров Фәүзи олатай районда иң тәүге врачтарҙың береһе. Әлеге көндә 13 студент белем ала.
Кепестәр араһынан
Муллағолов Мирза Ғизитдин улы – ғалим, тарих фәндәре кандитаты.
Муллағолов Марат Ғизитдин улы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Баймырҙина Фәнүзә Фәсхитдин ҡыҙы –Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Муллағолов Әнүәр Шәрәфулла улы – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Муллағолова Рәхимә Фәтхитдин ҡыҙы – Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы
кеүек исемдәргә эйә булғандар.
Кепестә тыуып – үҫкән Рахманғолов Рәмзи Мансур улы оҙаҡ йылдар сельсовет, “ Ҡыҙыл таң” колхозы председателе булып эшләгән.
Муллағолов Хәкимйән олатай бер нисә йыл рәттән бригадир булған. “Һәйбәт эшләй торғайны.Таң менән эшкә ҡушыр өсөн өйҙәргә йөрөй торғайны. Ихлас кеше булды”,-тип һөйләйҙәр уның тураһында. Аҙаҡ ҡортсо булып киткән.
Көҫәпҡолов Мөхәмәтулла олатай ҙа оҙаҡ йылдар бригадир булып эшләгән.Ул эшләгән саҡта бригада һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған.
Магазинда ла эшләгән. Һал менән ағырға яратҡан.
Кепестең уңған улдарының береһе - Муллағолов Әхтәм Әнүәр улы. Ауыл хужалығы техникумын бөткәндән алып, ауыл тип янып эшләгән .
Ул агроном, бригадир,”Ҡыҙыл таң” колхозының етәксеһе булған.Бер нисә йыл район ,ауыл советы депутаты итеп һайланған.
Бикмәтов Факил олатай, Хисмәтуллин Мөҙәрис олатайҙар ҡартайғансы колхозда төрлө эштәрҙә эшләгәндәр. Яҡшы эшләгәндәре өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгәндәр.
Муллағолова Фәүзиә һәм Бикмәтова Бәширә инәйҙәр 10-11 бала үҫтереп
Герой- әсә исеменә лайыҡ булғандар. 9 әсәй- Әсәлек Даны миҙалы менән бүләкләнгән. Кепестәр араһында төрлө фамилиялы кешеләр йәшәй. Иң күптәре
Муллағоловтар- 88 кеше, Бикмәтовтар – 65 кеше, Көҫәпҡоловтвр-14 кеше,
Йомағоловтар – 6 кеше, Бурановтар – 6 кеше, Хәлитовтар – 3- әү, Көнәфиндәр – 5, Әюповтар - 3 – әр кеше, Буранбаевтар- 4 кеше, Рахманғоловтар - 6 кеше. Иҫке Монасип урта мәктәбендә Кепестән 40 бала белем ала.
Ә хәҙерге ваҡытта балалар, йәштәр ата – бабалары менән ғорурланып,уларҙан үрнәк алып, улар өлгөһөндә матур донъя көтәләр.
Минең Сөләймән олатайым, Фәтхитдин олатайым, Азат олатайым, Рәхимә өләсәйем, әсәйем барыһы ла Кепестә тыуып – үҫкәндәр. Мин дә Кепес ҡыҙы!
Ошо ерҙә тыуған өсөн, мин сикһеҙ шатмын.
Ҡулланыпған мәғлүмәт:
Хисмәтуллина Таһира өләсәйҙән һәм Муллағолова Рәхимә өләсәйемдән һорашып яҙылды.
Сказочные цветы за 15 минут
Как нарисовать зайчика
«Яндекс» открыл доступ к нейросети "Балабоба" для всех пользователей
Агния Барто. Сережа учит уроки
Цветение вишни в лунную ночь