Донъяла әсәйҙән дә ҡәҙерле кеше юҡтыр.
Вложение | Размер |
---|---|
gulnur.doc | 23.5 КБ |
“Әсә күңеле – балала …”
(инша)
Үтәне: Һөйөшөв Ислам
VII синыф уҡыусыһы
Етәксеһе: Күжәбәаев Забир
Әтек – 2012 йыл
Әсәй! Әсәкәйем! Ниндәй яғымлы һүҙ! Ошо һүҙҙе гел ҡабатлағы килеп тора. Сөнки әсәйҙән дә матурыраҡ, яғымлыраҡ кеше юҡ. Әгәр шатлығыбыҙ булһа ла, ҡайғыбыҙ килеп сыҡҡһа ла гел әсәй менән уртаҡлашабыҙ. Баланың иң тәүге аҙымы ла, һүҙе лә - әсәй һүҙенән башалана ул.
Иң тәүге һүҙ, яғымлы һүҙ,
Тылсымлы һүҙ – ул әсәй,
Һәр бер кеше, һәр бер бала,
Тик “әсәй” тиеп йәшәй.
Әсәйҙең һәр һүҙе беҙҙе уйландыра, шатландыра.
Беҙҙең дә ғаиләлә үҙ ҡояшыбыҙ бар. Исеме есеменә тура килеп тора ул әсәйемдең. Алһыу ғына сикәләренә оҡшатып ҡушҡандар тиерһең Алһыу исемен. Ғаиләлә ул һабаҡ бирә, ярамаған эш эшләһәк төҙәтеп ебәрә. Һәр бер аҙымды, һәр бер һүҙҙе иҫләй ул минең әсәйем.
Нимә бирһәм дә һиңә
Бөтәһе лә аҙ кеүек,
Әгәр бер һүҙ әйтһәң дә,
Иркәләү һәм наҙ кеүек.
Әсәкәйемдең ҡулдары алтын. Уның күңел һалып бәйләгән кейемдәрен кейһәң, тылсымлы көс һине күктең етенсе ҡатына алып менгән кеүек. Бешергән аштарын тәмләп ҡараһаң, телеңде йоторлоҡ. Нимә бирһәм дә аҙ кеүек һиңә ҡәҙерле, ғәзиз, һөйкөмлө әсәкәйем. Балаларын күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай ул һәр бер әсә. Әсәһеҙ донъя йәмһеҙ. Гел беҙҙе ҡыуандырып, яҡты нурҙарың менән өйҙө йылытып күңелдәргә илһам өҫтәп тор әсәйем, минең бөтмәҫ шатлығым. Әсә күңеле – далала тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Мин ҙурайһамда гел һин минең эргәмдә буласаҡһың. Ҙурайһамда һинең тылсымлы һүҙҙәреңә, ярҙамыңа мохтаж буласаҡмын. Ҡайҙа ғына йәшәһәмдә, дала ерҙәренә сығып китһәмдә, һинең яғымлы ҡарашың, әйткән аҡылы һүҙҙәрең минең тормошомда маяҡ булып торасаҡ.
Украшаем стену пушистыми кисточками и помпончиками
Как я избавился от обидчивости
Три способа изобразить акварелью отражения в воде
Растрёпанный воробей
Мороз и заяц