Бөйөк шәхес Ризаитдин Фәхретдиндең: «Һәр кем үҙенең шәжәрәһен, йондоҙнамәһен һәм халҡының тарихын белергә тейеш,»- тигән һүҙҙәре беҙгә аманат булып ҡалған. Был йүнәлештә эштәр нисек бара һуң? Һуңғы йылдарҙа ауыл- ҡалаларҙа гөрләп шәжәрә байрамдары уҙғарыла; ғаиләләр нәҫел- нәсәбен барлай.
2012 йыл беҙҙең ауылда ла шәжәрә байрамы үткәреләсәк. Ошоға әҙерлек барышында мин үҙ нәҫелем буйынса яңылыҡтар белдем, эҙләнеү эшенә тотондом.
Кешеләр мәңгелек түгел. Улар тураһында иҫтәлектәр генә ҡала. Олатайым да йәшләй генә фажиғәле вафат булған. Иҫтәлеге булып төрлө фотолары, шиғырҙары һәм һоҡланып та, ғорурланып та һөйләрлек исеме ҡалған. Уның Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов,Сафуан Әлибаев, Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр кеүек күренекле шәхестәр менән
аралашыуы, дуҫ булыуы миндә ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу тойғоһо, иҫәндәре менән осрашыу теләге уятты.
Вложение | Размер |
---|---|
issledovatelskaya_aybulat.doc | 60.5 КБ |
Олатайым- шағир!
Ҡотошов Айбулат Әсхәт улы, Ейәнсура районы Яңыбай урта
дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
Етәксе:Ҡотошова Л.И.
Теманың актуаллеге:
Бөйөк шәхес Ризаитдин Фәхретдиндең: «Һәр кем үҙенең шәжәрәһен, йондоҙнамәһен һәм халҡының тарихын белергә тейеш,»- тигән һүҙҙәре беҙгә аманат булып ҡалған. Был йүнәлештә эштәр нисек бара һуң? Һуңғы йылдарҙа ауыл- ҡалаларҙа гөрләп шәжәрә байрамдары уҙғарыла; ғаиләләр нәҫел- нәсәбен барлай.
2012 йыл беҙҙең ауылда ла шәжәрә байрамы үткәреләсәк. Ошоға әҙерлек барышында мин үҙ нәҫелем буйынса яңылыҡтар белдем, эҙләнеү эшенә тотондом.
Кешеләр мәңгелек түгел. Улар тураһында иҫтәлектәр генә ҡала. Олатайым да йәшләй генә фажиғәле вафат булған. Иҫтәлеге булып төрлө фотолары, шиғырҙары һәм һоҡланып та, ғорурланып та һөйләрлек исеме ҡалған. Уның Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов,Сафуан Әлибаев, Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр кеүек күренекле шәхестәр менән
аралашыуы, дуҫ булыуы миндә ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу тойғоһо, иҫәндәре менән осрашыу теләге уятты.
Маҡсатым:
Нәҫелемдәге шағирҙы өйрәнеп райондың арҙаҡлы шәхестәре рәтенә индереү.
Бурыс:
1. Нәҫелемә байҡау яһау;
2. Туғандарым тураһында мәғлүмәт йыйыу;
3. Китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы, фотоларҙы өйрәнеү;
4. Һығымталар яһау.
Тикшеренеү эшенең әһәмиәте:
1. Башҡорт халҡында борон- борондан үҙ быуыныңды белеү тәүшарт булып торған.
(Ғаилә ҡорғанда буласаҡ ир менән ҡатын араһында 7 быуын айырылырға тейеш).
2. Нәҫелеңдә нисә оҙон ғүмерле кеше булыуын, нимә менән шөғөлләнеүҙәрен,
абруйлылары кемдәр булыуын асыҡлау. Шуға ла эшем киләсәктә үҙ туғандарын
белергә теләүселәргә, райондың арҙаҡлы шәхестәрен билдәләүселәргә ҙур ярҙам
булыр, тип ышанам.
Методтары:
Эш барышында эҙләнеү, булған материалдарҙы анализлау, осрашыу, әңгәмәләшеү.
Был теманы өйрәнеү миңә нимә бирҙе?
1- нән, ғаиләм, нәҫелем тарихын яҡшыраҡ өйрәндем, белдем.
2-нән, гәзит- журнал материалдары, фотолар менән эш итергә, кәрәкле материалдарҙы
яҙып алырға, ҡулланырға, һығымта яһарға өйрәндем.
Был эшемде дауам итәсәкмен.
Һәр кем тыуған төйәгенә ҡарата бөтмәҫ- төкәнмәҫ һөйөү йөрөтә. Йәнтөйәгем- Ейәнсурам минең өсөн дә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле ул тыуған яғым. Мул һыулы йылғаларын, икһеҙ- сикһеҙ далаларын, яландарын, мәғрур тау- урмандарын күҙ алдына килтереүең була- тын алыуы еңелләшә. Талантлы кешеләр тыуыуына ла тәбиғәт булышлыҡ итмәйме икән? Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева, Миңзәлә Түләбаева, Рәсүл Ҡарабулатов, Венер Абдуллин,Лилиә Ишемйәрова кеүек йырсыларыбыҙҙың моңло тауышын тын да алмай тыңлап, кемдең генә күҙҙәре йәшләнмәгәндер…
Бәрәкәтле Ейәнсура ере тағы әллә күпме таланттар үҫтергән. Нәк ул халҡыбыҙға атаҡлы Ерәнсә сәсәнде бүләк иткән. Марат Кәримов, Хәсән Назар, Марат Туләбаев, Мәрйәм Бураҡаева, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Мәхмүт Уразаев, Азат Абдуллин, Азамат Юлдашбаев, Ғилман Ишкинин кеүек әҙиптәребеҙҙең илһам шишмәләренең башы ошо ерҙә. Был исемлектең яңы исемдәр менән тулыланасығына иманым камил, сөнки ошондай гүзәл төбәктә йәшәп, әҫәрҙәр яҙмау, йырҙар ижад итмәү мөмкин түгел.Мине халҡымдың тарихы, мәҙәниәте, үткәне һәм бөгөнгөһө ҡыҙыҡһындыра.Үткән йылдарҙа ауылымдағы кеше исемдәре, ауыл тарихы, ер-һыу атамалары, орденлы кешеләр һәм дә халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре тураһында эҙләндем,өйрәндем. Быйыл йәй үҙем өсөн биҡ мауыҡтырғыс һәм фәһемле асыш эшләнем, эҙләнеүҙәремдең бер аҙын тәҡдим итәм.
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ араһына мин олатайым Ишйегет Низам улы Хәсәновты индерер инем. Ул 1939 йылдың 23 мартында Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуған. Һуғыш осоро ыҙалары уның да бала сағына тура килә. Тыуған ауылында белем алған, колхозда эшләгән, тракторсылар курсын тамамлаған. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ шиғырҙар яҙған. Әҙәбиәткә булған һөйөүе уны БДУ- ның филология факультетына алып килә. Һәләтен әҙәби түңәрәктәрҙә үҫтергән, шиғырҙары республика гәзит-журналдарында донъя күргән. Уҡыуын тамамлағас, районыбыҙҙағы «Октябрь байрағы»
гәзитендә, республиканың «Ленинсы» йәштәр гәзите редакцияһында, Республика радиокомитетында һәм БАССР-ҙың мәҙәниәт министерствоһында эшләгән.
Бөтә тәбиғәте менән шиғриәтле, үтә баҫалҡы,тыйнаҡ кеше булған Ишйегет олатайым. Ул шиғыр яратыусы ғына түгел, үҙе лә шағир булған. Тағы ла ул студент сағында иптәштәре араһында «йырсы егет» ҡушаматы алған, сөнки халыҡ йырҙарын, «Илсе Ғайса»ны оҫта башҡарған. Бөгөнгө көндәге әҙәбиәтебеҙҙең күренекле шәхестәре Р. Шәкүр, яҡташыбыҙ Х. Назар һәм дә Рәми Ғарипов менән бергә уҡыған, яҡын дуҫтар булғандар. Тағы ла Т. Йосопов, С. Әлибаевтар уның дуҫтары булған. Әлеге көндә Өмбәт ауылында йәшәүсе Нәжиә инәйем һөйләүенсә, олатайым яҡын дуҫтары Рәшит Шәкүр менән Рәми Ғариповты ҡунаҡҡа ауылына алып ҡайтҡан, аҙна тирәһе ауылда булғандар, ял иткәндәр,Өҫкәлеккә балыҡҡа йөрөгәндәр.
Ҡәрсәйем, инәйемдәр һөйләүенсә, олатайым ҡаҡса кәүҙәле, мөлдөрәп торған муйыл ҡара күҙле, сөм ҡара сәсле уртаса буйлы булған.
Яҡташыбыҙ Хәсән Назар иҫтәлектәрендә былай тип яҙылған:
«… Исеме ҡалды, һүҙе, төҫө ҡалды. Һәйбәт кешенең ниндәйҙер бер иҫтәлеге ҡала бит ул. Ул яҡшы кеше ине. Үтә ябай, бер ҡатлы, эскерһеҙ булды. Бер кешегә лә ҡаты бәрелмәҫ, һауаланыуҙың ни икәнен дә белмәҫ, тиҙ ышаныусан, һәр нәмәне күңеленә яҡын алыусан ине. Бер һыныҡ икмәген дә,бер сынаяҡ сәйен дә ихлас уртаҡлашыр ине…»
Ишйегет Хәсәнов уҡыуын тамамлағас, журналистика донъяһына сумған,»Ленинсы» гәзитендә, радиола эшләгән. Ғаилә ҡорған. Ҡатыны Рәйхана инәй әле лә Өфөлә йәшәй. Улы Илһам ағай экономика фәндәре кандидаты, шулай уҡ Өфөлә йәшәй һәм эшләй, ҡыҙ үҫтерә.
Рәйхана инәйем һөйләүенсә, олатайым Илһам улына ҙур өмөт бағлаған, бәләкәй саҡта ауырыһа, үтә ныҡ борсолор булған. Киләсәккә ҙур- ҙур пландар ҡорған, илһамланып ижад иткән.
Ләкин уны колхозға эшкә ебәрәләр. Ошо китеүҙан ҡайтмай олатайым. Сит- ят ерҙән килгән билдәһеҙ әҙәм аҡтыҡтары уны талап, туҡмап башына еткәндәр. Бик үкенесле һәм аяныслы хәл.
Әгәр ҙә ул бөгөн тере булһа, Р. Шәкүр, Х. Назар, Т. Йосоповтар кеүек булыр ине, ә минең шатлығымдың сиге булмаҫ ине!
Ә бына Рәйхана инәйемдең тырышлығы менән олатайымдың шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә, «Утлы усаҡ» тип атала. Был йыйынтыҡ 4 бүлектән тора:
1 бүлек «Йәшлегемә ҡайтам» тип исемләнгән. Был бүлектә олатайымдың тыуған яғына, әсәйенә, атаһы ҡәберенә арналған шиғырҙары урын алған.
Тыуған яғым!
Ауылдаштар, һеҙҙе
Туйғансы бер килә күрәһем.
Өҫкәлегем, һинең тулҡындарҙа
Талпынып бер килә йөҙәһем!
Сит ерҙәрҙән тағы ҡайтып киләм,
Ҡайтып киләм урман, тау аша;
Тыуған яҡтың сикһеҙ матурлығын
Бар йөрәгем ҡыла тамаша! - тип ул тыуған яғына булған һөйөүен тулыһынса әйтеп биргән.
2 бүлек «Утлы усаҡ» тип атала, сөнки төш күрә: йәнәһе усаҡ яҡҡан, ата-әсәһе, яҡындары, ауылдаштары табын ҡорған. Һәр береһен күреүенә сикһеҙ шатлана:
Тыуған яғым! Минең ҡосағымда-
Өҫкәлегем, Айғыршыуғаным!
Ситтә йөрөп һеҙҙе һағынғанмын,
Әйтерһең,мин яңынан тыуғанмын!
Сабый бала кеүек ҡыуанамын
Һәр үләнең, һәр бер ташыңа,- тигән юлдар бар «Усаҡ» шиғырында.
Ә был шиғыры минең атайым тыуғанға ҡыуанып яҙылған:
Тышта әкрен генә ҡарҙар яуа…
Тышта рәхәт бөгөн, йып- йылы;
Яңы йылым- яңы йырым тыуҙы,
Апайымдың төпсөк улы тыуҙы-
Шатлыҡ бөгөн тулы, туп- тулы!
Донъялағы иң ғәзиз кешеһе- әсәһенә арналған шиғырҙары күп кенә:
…Йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙөң, әсәй,
Йыр-моң тулы һәр бер һүҙең, әсәй,
Онотолмаҫ йылдар үтһә лә!
3- сө бүлеге «Өмөттәрем- шатлыҡтарым» тигән исемле. Был бүлек «Атай булдым» шиғыры менән башлана:
Атай булдым. Атай булыуҙары,
Белһәң икән, ниндәй ҡыуаныс!
Әрнеү баҫҡан саҡта күңелемде
Улым була миңә йыуаныс!- тип атай булыу шатлығын уртаҡлаша.
Олатайымдың хас та әкиәттәгесә, ете апаһы булған, уларға арнап «Апайҙарым» шиғырын яҙған. Был шиғырҙағы түбәндәге юлдар миңә оҡшаны:
Тыуған ерҙән ситтә йөрөһәм дә
Тормош ҡото булып янымда.
Етегән йондоҙ булын янып торор
Ете апайым - ете яғымда!
4- се бүлек «Арнауҙар» исемле. Был бүлектәге шиғырҙар төрлө һөнәр эйәләренә арналған: «Һауынсы ҡыҙға», «Игенсегә», «Шофер йыры», «Уҡытыусыма»…
Эҙлән, күңел, ян һин,йөрәккәйем,
Бер эҙ ҡалһын, дуҫҡай, тормошта,- тип яҙған бер шиғырында. Эйе, олатайымдың шиғырҙары, яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдә. Өмөт бағлаған улы- Илһам ағай ҙа ышанысын аҡланы, уҡып абруйлы кеше булды. Китаптары донъя күреүгә ҡатыны, дуҫтары ярҙам иткән. Уларға ҙур рәхмәтлемен.
Тағы ла шуны билдәләп үтмәксемен, Ишйегет исеме- бик һирәк исем. Ишйегет- ҡуш, иш тигәнде аңлата. Исемде уға мулла өйрәтеүе буйынса ҡушҡандар: нәҫелдә гел ҡыҙҙар тыуған. Әгәр ул тыуһа, ҡорамыштан тегеп күлдәк кейҙерергә һәм ише булған исем ҡушырға ҡушҡан. Бына шулай уның исеменең тарихы.
Шулай итеп, мин эшемдә Ишйегет олатайымдың тормошо, ижады һәм дә дуҫтары тураһында яҙҙым, күп нәмәләрҙе асыҡланым. « Минең олатайым- шағир! Ул да районыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе!»- тип ышаныслы итеп әйтә алам. Нәҫелемдә бөйөк шәхестәр менән аралашҡан шағир олатайым булғанға бик шатмын һәм сикһеҙ ғорурланам! Өҫкәлек буйы Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов эҙҙәрен һаҡлауы- үҙе бер асыш түгелме ни?! Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәм: тиҫтерҙәрем, үҙ нәҫел-нәсәбегеҙ тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ, өйрәнегеҙ, эҙләнегеҙ!
Прыжок (быль). Л.Н.Толстой
Неньютоновская жидкость
О чем поет Шотландская волынка?
Красочные картины Джастина Геффри
"Портрет". Н.В. Гоголь