Исследовательская работа по изучению родословной .
Вложение | Размер |
---|---|
aybulat_issledovatelskaya_rabota.doc | 75.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Яңауыл районының мәғариф бүлеге
Вояҙы ауылы муниципаль бюджет төп дөйөм белем биреү мәктәбе
Эҙләнеү эшенең темаһы:
«Туғанлыҡ тамырҙарын
барлайым”
Башҡарҙы: Яңауыл районы
Вояҙы төп дөйөм белем
биреү мәктәбенең 5-се класс
уҡыусыһы Әлетдинов Айбулат
Етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
Яңауыл- 2012
Йөкмәткеһе
1.Инеш 3-5
2. Төп өлөш
Йәнтөйәгем-Ҡарман Аҡтау 6-8
3.Йомғаҡлау 9
4. Ҡулланылған әҙәбиәт 10
5. Ҡушымта
Инеш
«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел», «генеалогия» (ырыу тарихы) тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Европа монархтары, урыҫ батшалары, ҡытай императорҙарының генеалогиялары булғанлығы билдәле. Төрки халыҡтарына килгәндә, уларҙың нәҫел тарихы, генеалогик йылъяҙма төҙөүе алыҫ тарихҡа барып тоташа. Быны башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән, нуғай кеүек халыҡтарҙың телдән телгә күсеп килгән фольклорындағы "Урал батыр" (башҡорттарҙа), "Уғыҙнамә" (төркмән, әзербайжан, төрөктәрҙә), "Манас" (ҡырғыҙҙарҙа), "Джангар" (ҡалмыҡтарҙа) кеүек тарихи, мифик, ярым мифик эпостар дәлилләй.
Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге
Борон беҙҙең ата-бабалар: «Һәр кеше үҙенең ете быуынын,шунан ары ауылының,халҡының тарихын белергә тейеш»,- тигән һәм үҙ балаларынан ошо ҡағиҙәне үтәүҙе талап иткән. Беҙҙең район- күп милләтле .Һуңғы йылдарҙа үҙ тамырҙарын барларға теләүселәр күп,ләкин шәжәрәләрҙе йыйып, һаҡлап бармау бөгөнгө көндә эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра.
Шәжәрә– ҡиммәтле мәҙәни ҡомартҡы, халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен сағылдырған тылсымлы бер көҙгө ул.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты
аҡһаҡалдар менән әңгәмә үткәреп Ҡарман-Акҡтау ауылының тарихын тикшереү.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы
Эҙләнеү эшенең методтары.
Тикшеренеү объекты
Темаға ярашлы әҙәбиәт ,аҡһаҡалдар менән әңгәмә.
Эҙләнеү предметы
Шәжәрәгә бәйле материалдар .
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары
Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн шәжәрәгә ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, шәжәрәне төрлө яҡлап өйрәнеүгәбәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән фекер алышыу ойошторолдо.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте
Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, шәжәрә төҙөүҙә,мәктәп музейында файҙаланыла ала.
Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
Төп өлөш
Йәнтөйәгем - Ҡарман –Аҡтау
Беҙҙең ауылды тарихи сығанаҡтар буйынса 1859 йылда барлыҡҡа килгән тиҙәр, ә ауыл ҡарттары һөйләүенсә ул күпкә иртәрәк барлыҡҡа килгәндер тип уйлайбыҙ.Сөнки 1859 йылда халыҡ иҫәбе буйынса унда 29 йорт-ер һәм унда 77 ир-ат,58 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Ауылға иң беренселәрҙән булып Хәбибназар тигән кеше килеп төпләнгән.Уның янына 5 ир туғаны килеп ултырған.Бер аҙҙан халыҡ беренсе тыуған ҡолонға арнап ауылға Аҡтай тигән исем биргән.
1866 йылда Ҡармандан Абдулвәли тигән үрәтник килеп ҡайын туҙына яҙылған грамота алып килә.Ауылдың Уран волосына ингәнлеген әйтә һәм яһаҡ түләргә кәрәклеген иҫкәртә. Ауыл халҡы яһаҡ түләргә теләмәй,ҡара урман араһында йәшеренеп йәшәүен дауам итә. Ауылда күмер төшөрөү менән шөғөлләнгәндәр,ул күмерҙе Камбарка заводына илтеп һатҡандар.Шулай уҡ дегет яһағандар,уны Камбарка,Сарапул яҡтарында һатҡандар.Ауыл халҡы ныҡ эшсән булған,шуға күрә лә хәлле йәшәгәндәр, малсылыҡ,ҡортсолоҡ,игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
Хәҙер беҙҙең ауыл бәләкәй генә,халҡы ла күпселек оло кешеләр. Ә заманында Ленин орденлы Урал колхозы булған.Ҡырыҫ һауа торошона ҡарамайынса халыҡ тырышып хеҙмөт иткән.Хатта ауыл баҫыуында ҡарбузға тиклем үҫтергәндәр. Халыҡҡа уны хеҡмәт көнөнә биргәндәр,артып ҡалғанын Свердловск ҡалаһына тиклем илтеп һатҡандар.Ҡарттар һөйләүе буйынса, ауыл халҡы үҫтергән картуфты Украинаға тиклем алып барып һатҡандар.Ауылда һыйыр,һарыҡ,тауыҡ фермалары булған.Ат ҡарағандар. Бөйөк Ватан һуғышына Ҡарман-Аҡтау ауылынан 120-ләп ат ебәргәндәр.Шулар араһында Бердин тигән юртаҡ Берлинға тиклем барып еткән тип һөйләйҙәр.
Ауылда йәшелсәлек менән Крутков Семен тигән кеше етәкселек иткән. Шулай уҡ ауылда тирә-яҡҡа дан тотҡан тирмән булған. Тирмән тирәһендә рустар йәшәгән.Уларҙың ҡайҙан,нисек килеп ултырғаны билдәһеҙ, шулай ҙа Камбарка заводынан ҡасып килгәндәр тип һөйләүселәр бар.Ауылда ҙур тимерлек булған,тырантас арбаға тәгәрмәстәр яһағандар.Рустарҙың береһе минең ҡарт ҡартатайымдың атаһын тимер эшенә өйрәткән.
Ауылда 1924 йылда мәктәп булған.Латин хәрефтәре менән татарса уҡығандар.Беренсе уҡытыусылар- .Әммә 1927 йылдан Кәримов Тимерхан (Борайҙан),Нәсертдинов Ильяс(Кесе Ҡырҙан),Ниғәмәтйәнова Мәғәфиә уҡытҡан.Күрше ауылдарҙан да балалар бында уҡырға йөрөгән.
1924 йылда ауылға тағы 24 ғаилә күсеп килгән.Уларға урмандан таҙартып йылғаның икенсе яғына ултырырға рөхсәт биргәндәр.Шулай итеп ауыл Әри йылғаһының ике яғы буйлап теҙелгән.
Тирә-яҡтағы ауылдар кеүек беҙҙең ауыл да бик бай тарихлы.Ҡарттар һөйләүе буйынса ауылдан Колчак Армияһы уҙған,уларҙы Азин һалдаттары ҡыуа барған.Ауыл янындағы һуғыш үткән ерҙе хәҙер Ҡармаш(Ҡаһармандар һуғышҡан урын)тип йөрөтәләр.
Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе –Нәҡиә әбей.Ул 100 йәшкә етеп килә. Әле хәтере яҡшы, күп нимәләрҙе ул иҫләй.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, башҡортта үҙеңдең ырыуыңды, хан һәм бейҙәрҙең генеалогик йылъяҙмаларын белеү һәр кемдең бурысы булған. Шуға күрә ҙур шәжәрәләр ҙә быуындан быуынға тапшырылып, киләсәк быуынға шәжәрә генә түгел, бихисап башҡорт ырыуҙарының генеалогик йылъяҙмалары ла килеп етә алған.
Тамырҙарыңды, ырыу тамғаларыңды белеү кешегә үҙен ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ
ауылдаштары, халҡы, эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғы бирә.
Ш2ж2р2не 0йр2нг2нд2 ауыл,ер-3ыу тарихына б2йл2п 0йр2не1 отошло. С0нки 32р ерг2 ген2 хас атамалар бе66е8 ата-бабай6арыбы66ы8 ба3алап б0тк0306 7омарт7ы3ы.
Был тикшерене1 эшен быйыл 4ына башланым.Кил23е йылдар6а та4ы ла тулыландырырмын тип уйлайым.
?улланыл4ан 262би2т
1.Асфандияров А.З. Истории сел и деревень Башкортостана-Уфа : «Китап» ,1994.с.49
2.Бура7аевИ.Д., Бура7аеваМ.С.,Юлм0х2м2товМ.Б.Баш7орт м262ни2те (Тормош 3аба7тары) VI 0с0н д2реслек.-)ф0 : Китап,2005.-4-38 –се бит
3. Интернет м24л1м2тт2ре
4. «Йыйын» г2зите №6,2010 йыл
5.Край родной строкой газетной,Янаул,2010-с.9
6.Ян4ужин Р. З. Баш7орт 72бил2л2ре тарихынан. )ф0: Баш7ортостан «Китап» н2шри2те, 1995. –67 -се бит.
7.»с26уллина Н.И.Ш2ж2р2 байрамдарын ойоштороусылар4а к282шт2р. «Эшлекле династия» ,2007 .
8.»сф2ндий2ров ».З.Олатай6ар6ы8 бар тарихы…-)ф0: Китап,2005-
71-72 -се бит
9.Янаульский район Республики Башкортостан.Население.Населенные пункты.XVIII-XXI вв.,Уфа,2010.
Колумбово яйцо
Ералаш
Муравьиная кухня
Цветение вишни в лунную ночь
Рисуем "Ночь в лесу"