Письмо было написано ребятам Казагстана и Татарии к 180- летию Мифтахетдина Акмуллы. Он предлагает вместе вести исследовательскую работу. Поднимает актуальныю проблему.
Вложение | Размер |
---|---|
hat_akmulla.doc | 179.5 КБ |
Хат. Аҡмулла эҙҙәре буйлап.
Һаумыһығыҙ, Ҡаҙағстанда һәм Татарстанда йәшәүсе минең таныш түгел йәштәштәрем! Һеҙгә ҡайнар сәләмдәр ебәреп хат яҙа мәғрүр Башҡортостандың йәмле Асҡын районы Ключи урта мәктәбенең VII класс уҡыусыһы Миндийәров Айнур Әдис улы.
Минең хатымды алғас тәүҙә аптырағанһығыҙҙыр.Һеҙгә хат яҙыуымдың сәбәбе – Аҡмулла.
Белеүегеҙсә М.Аҡмулланы башҡорттар үҙ шағирҙәре, Татарстанда – татар мәғрифәтсеһе һәм шағире, ә ҡаҙаҡтар
ҡаҙаҡ үҙҙәренең шағире тип иҫәпләгәндәр.
Мәктәптә шағирҙең тыуыуына 180 йыл тулыу айҡанлы эҙләнеү эше алып барабыҙ. Дәреслек, журнал биттәренән, китапханаларҙан һәм интернет селтәренән М.Аҡмулла
тураһында төрлө мәғлүмәттәр йыябыҙ.
Һеҙ ҙә беҙҙең ошо эҙләнеү эшенә ҡушылып китмәҫһегеҙме икән тигән өмөт менән яҙған хатым был. Беҙҙең өсөн был арҙаҡлы шәхес тураһында бәләкәй генә мәғлүмәт тә – ҙур яңалыҡ буласаҡ, уртаҡ эҙләнеү эшебеҙ тағы ла йәнләнеп китер ине тип уйлаймын..
Заманында «ҡара төндәге яҡты йондоҙ» булып балҡыған оло талант, мәшһүр шағир Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла XIX быуат башҡорт әҙәбиәтендә үҙәк урындарҙың береһен алып тора. Бөтә аңлы ғүмере башҡорт йәйләүҙәре, ҡаҙаҡ далалары менән, феодаль эксплуатация шарттарында ауыр донъя йөгөн үҙ иңдәрендә тартыусы хеҙмәтсән халыҡ массалары менән айырылғыһыҙ бәйләнгән был илгиҙәр шағир «үҙенең көслө шиғри шишмә ағышын халыҡтың көнкүреш рәүешенә, башҡорт менән ҡаҙаҡтың ярым күсмә тормошона ярашлы итеп борорға теләгәндәй, ...илдән-илгә, ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте» . Уның поэтик аһәңе башҡортто ғына түгел, ҡаҙаҡты ла, татарҙы ла берҙәй үк зауыҡландырған, уларға берҙәй үк хеҙмәт иткән.
Мифтахетдин Аҡмулланың ижады әҙәбиәт ғилемендә егерменсе йылдарҙан уҡ иғтибар үҙәгендә булыуын белдек. Уның тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә, төрлө баҫмаларҙа байтаҡ мәҡәләләр баҫылып сыҡҡан. М. Ғафури, Ш. Бабич менән бер рәттән уның да әҫәрҙәренең академик йыйынтығы әҙерләнеүе билдәле. Дусмайыл Ҡасҡынбаев, Хәсән Ғәли кеүек шәкерттәре Аҡмулланың күп кенә әҫәрҙәрен йыйып ҡалдырғандар (улар хәҙерге көндә ҡулъяҙма хәлендә Алма-Ата, Ҡазан архивтәрендә һаҡлана икән). Һуңғы йылдарҙа шағирҙең байтаҡ яңы әҫәрҙәре табылып, ғилми әйләнешкә индерелгән, биографияһының күп кенә билдәһеҙ йәки бәхәсле яҡтары асыҡланған.
1951 йылда Аҡмулла ижады башҡорт мәктәптәренең уҡыу программаһына индерелгән, бөгөн ул республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында ла өйрәнелә.
Шуға ҡарамаҫтан, Аҡмулланың әҫәрҙәре ошо көнгә тиклем башҡорт телендә тулы килеш баҫылып сыҡҡаны юҡ. Бөгөнгө уҡыусыға ул фәҡәт ара-тирә ваҡытлы матбуғат биттәрендә күренгеләп ҡалған әҫәрҙәрҙән, ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәрҙә һәм дәреслек-хрестоматияларҙа урын алған айырым өлгөләр аша ғына билдәле.
Хөрмәтле йәштәштәр! Минең ошо күтәреп сыҡҡан проблемем өс милләт араһын тағы ла яҡынайтар ине тигән өмөттәмен. Һеҙҙең яҡтарҙа Аҡмулланы бөгөн ололар онотманылармы? Йәштәр мәктәптәрҙә өйрәнәләрме, өйрәнһәләр нисәнсе йылдан башлап мәктәп программаһына индерелде? Уның ғаиләһе, тормошоноң һуңғы көндәре тураһында һеҙгә нимәләр мәғлүм?
Күптән түгел 2011 йылда сыҡҡан “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының беренсе һанында И.Ә.Шәрәповтың “Аҡмулла һәм уның ҡатынының яҙмышы” тигән баҫма менән танышырға тура килде. Унда М.Аҡмулланың алтмышты уҙған булһа ла, әле ун биш йәше лә тулмаған Сәғирәгә өйләнеүе, Сәғүрәнең ил гиҙеүҙән арып Һөләймән ауылында ҡасып ҡалыуы тураһында әйтелә. Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙағы аҡһаҡалдар бының тураһында ни һөйләй? Ошондай яҡшы мәғрифәтсенән, шағирҙән ҡасып ҡалып буламы ни? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Кем Аҡмулла, ә кем Сәғирә яҡлы?
Беҙҙең Башҡортостанда һәм күрше өлкәләрҙә Аҡмулла исеме быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм һаҡланасаҡ. 1911-1916 йылдарҙа Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында шағир исеме менән “Аҡмулла” сатирик журнал сыға. 1981 йылда шағирҙың тыуған ерендә, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында, Аҡмулланың музей асылд. 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уның лауреаттары: Р.Шәкүр, Ә. Вилданов, Ғ.Ҡунафин, Р.Солтангәрәева, Р.Сәхәүетдинова, Ғ.Шафиков, З.Исмәғилев һәм башҡалар. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Михтаһетдин Аҡмулла исеме бирелде. Һәм 2008 йылдың 8 октябрендә ошо университет алдында Аҡмулла һәйкәле асылды.
Өфәлә Аҡмуллаға һәйкәл асылыу айҡанлы Башҡортостандың халыҡ шағире Ҡәҙим Аралбай “Аҡмулланың шиғри шишмәһе” тигән шиғыр ҙа яҙғайны. Бәлки һеҙҙең архивығыҙға кәрәк булыр:
Йыр ул – шишмә ише, үҙ юлында
Ниндәй генә ғазап кисмәне?!
Башҡорт йөрәгенән бәреп сыҡҡан
Аҡмулланың шиғри шишмәһе!
Тел шишмәһе илдә мәңге шиңмәҫ,
Дауылдарҙы күпме үткәрҙе.
Ынйыларҙан шағир йәдкәр ҡойҙо,
Һәйкәл итеп халҡы күтәрҙе.
Хөрмәтле йәштәштәр! Әйҙәгеҙ, бергә хатлашып, аралашып Аҡмуллабыҙ хаҡында материалдар йыйып, бер-беребеҙ менән булған материалдарҙы уртаҡлашып йәшәйек!
Үтенес менән Айнур Миндияров.
23.11.2011
Как нарисовать небо акварелью
У меня в портфеле
Петушок из русских сказок
Шелковая горка
Золотая хохлома