Соль полезный или вредный?
Вложение | Размер |
---|---|
sol.docx | 34.3 КБ |
МКУ “Отдел образования” МР Гафурийский район Республики Башкортостан
Конкурс исследовательских работ и проектов в рамках Малой академии наук школьников Гафурийского района Республики Башкортостан
Направление: «Окружающий мир»
Тема научно-исследовательской работы
«Секреты соли »
Выполнил: Рахимов Ильгам
Наилевич ученик 4-го класса
МОБУ СОШ имени
Ж.Г.Киекбаева с.Саитбаба
Научный руководитель:
Фаттахова Рамзиля Хамитовна
учитель начальных классов
МОБУ СОШ имени
Ж.Г.Киекбаева с.Саитбаба
с.Красноусольский 2020 год
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш………………………………………………………………............. ……...3
Төп өлөш
1.1.Тоҙҙоң барлыҡҡа килеүе, ҡулланылышы, файҙаһы.................................4
1.2.Тоҙҙоң кешегә һәм тәбиғәтебеҙгә килтергән зыяны …..............................5
1.3.Тоҙҙоң шанлы һуғыш осорондағы тарихы...............................................5
2. Практик өлөш.
1.2. Анкета һорауҙары.………………………………………………………......7 2.2. Тәжрибәләр......................................................................................................7
Йомғаҡлау……………………………………………………........................... ...9
Ҡулланылған әҙәбиәт…………………………………………………………...10
Ҡушымта ..............................................................................................................11
Инеш
Заманса технологиялар ваҡытында тормошобоҙ көндән-көн үҙгәрә, Йыһандың яңы серҙәре асыла. Ошондай бөйөк эштәр ваҡытында үҙебеҙҙең көндәлек күргән, ҡулланған, уларһыҙ йәшәүе ауыр булыр иң кәрәкле һыу, шырпы, шәкәр, ҡалаҡ кеүек ябай әйберҙәр онотолоп ҡала. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһен тоҙ тип әйтеп була. Быуаттар буйына тоҙ иң киң ҡулланылған, бик ҙур әһәмиәткә эйә аш тәмләткесе булып тора. Хатта хәҙерге техник прогресс заманында ла кешеләр унһыҙ йәшәй алмай.
Эшемдең актуаллеге. Элек мин тоҙҙо кешегә аҙыҡ әҙерләү өсөн генә кәрәк, ә тоҙһоҙ аш тәмһеҙ була тип уйлай торғайным. Ә бер ваҡыт олатайҙың тәҙрә ҡатлағанда ҡышын туңмаһын өсөн рам араларына тоҙ һалып ҡалдырғанын күргәс, ҡыҙыҡһыныуым артты. Ошо ябай ғына тоҙҙоң ниндәй серҙәре бар икәнен белер өсөн “Тоҙ сере” тигән эҙләнеү эше башҡарҙым.
Минең гипотеза: Тоҙ –мөһим ашамлыҡ ҡына түгел, ә кешенең төп дуҫы һәм ярҙамсыһы, артығын ҡулланғанда - дошманы ла.
Минең маҡсатым: тоҙҙоң серле үҙенсәлектәрен, кеше өсөн булған әһәмиәтен асыҡлау, уның ҡайһы осраҡта – дуҫ, ә ҡасан дошман икәнлеген, кеше организмы, тирә-яҡ тәбиғәтебеҙ өсөн файҙаһын һәм зыянын күрһәтеү.
Минең бурыстарым:
Тоҙҙоң ҡайҙан алыныуын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү, тәжрибәләр ярҙамында иҫбатлау, иптәштәремә анкета һорауҙары биреп, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу.
Эҙләнеү эшемдең методтары: Сәйетбаба ауылындағы, мәктәптәге музейҙа булып, Интернеттан мәғлүмәт тупланым, китаптар уҡыным, класташтарымдан, ололарҙан һорау алдым, һығымта яһаным.
Минең башҡарған эшем иптәштәремде ҡыҙыҡһындырыр, файҙалы мәғлүмәт бирер тип уйлайым.
1.Төп өлөш
Иң киң таралғаны төрҙәрҙең береһе - аш тоҙо, кешеләрҙең көндәлек ҡулланған аш тәмләткесе, аш-һыуҙы тәмләй торған әсе кристаллик матдә.
Кеше организмының һау-сәләмәт булыуында тоҙҙоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тоҙ –бер ниндәй эшкәртеүһеҙ тәбиғи хәлдә ҡулланылған берҙән-бер минерал. Тоҙ тураһында күберәк белеү өсөн мәктәптең химия уҡытыусыһы Луиза Тәлғәт ҡыҙына ла бер нисә һорау бирҙем. Ул миңә бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе, бәлки ҡайһы берҙәрен аңлап та етмәгәнемдер, юғары кластарҙа өйрәнермен әле. Тоҙ –ҡатмарлы химик матдә, натрий хлориды. Мин тоҙҙо гел аҡ бөртөклө тип уйлаһам, ул тәбиғәттә ер аҫтында таш һымаҡ табыла, ә диңгеҙ һыуынан йәки күлдәрҙән поваренная соль, аш тоҙо, таш тоҙо йәки тоҙ алына икән.
Беҙҙең өйҙә лә әсәйем ашарға бешергәндә , йәшелсә, бәшмәк тоҙлағанда тоҙ һала. Иң төп үҙенсәлеге –тоҙ бактерия һәм микробтарҙы үлтерә, ризыҡтарҙа боҙолоуҙан һәм иҫкереүҙән һаҡлай. Әммә тоҙ кулинарияла ғына түгел, ә медицинала ла кәрәк. Аш тоҙона йод өҫтәлә икән организмға йод етмәүҙе профилактиклау өсөн кәрәк. Яңыраҡ тоҙға икенсе минераль матдә -фтор өҫтәлә башланы. Был тештәге кариес ауырыуын профилактикалау сараһы. Шулай уҡ әсәйем беҙ һалҡын тейҙереп ауырыған ваҡытта, тамаҡ ауыртып торғанда тоҙло һыу менән сайҡатырға ҡуша. Ә тымау ваҡытында танауҙы тоҙло һыу менән эшкәртәбеҙ. Күп кешеләр тоҙло ванналар инергә яраталар. Бында диңгеҙ тоҙо кәрәк. Ул кешене тынысландыра, тирене таҙарта. Тоҙ –бик яҡшы таҙартҡыс. Тоҙ менән скипидар ҡатнашмаһы ванна һәм раковинаны һары таптарҙан, уксус менән тоҙ еҙ һауыттарҙы, ә лимон согы менән бергә тутыҡҡан әйберҙе таҙарта. Шулай уҡ тоҙҙоң пластмасса, ҡағыҙ, һабын, быяла һәм башҡа әйберҙәр эшләгәндә лә кәрәк икәнен белдем.
1.2.Тоҙҙоң кешегә һәм тәбиғәтебеҙгә килтергән зыяны.
Тоҙ зыянлы тигән гипотеза ла дөрөҫ, әммә артығын ҡулланған ваҡытта. Юғары кимәлдә ул тәбиғәттәге барса тереклекте үлтерергә һәләтле. Яһаған тәжрибәләр тоҙҙоң ҡарҙың, һыуҙың һәм тиренең составын үҙгәртеүен иҫбатланы. Эҙләнеү ваҡытында шуны аңланым, тоҙҙо ҡулланғанда сама белергә кәрәк. Тоҙ һиңә дуҫмы ул йәки дошманмы - үҙеңдән тора.
Артығын ҡулланған ваҡытта организмда һыу балансы тотҡарлана, йөрәк көсөргәнеш менән эшләй башлай, шуға ла ҡан баҫымы күтәрелә, баш һәм йөрәк ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ артыҡ тоҙ организмдан бәүел менән сығып бөтмәй, ә бөйөргә таш булып ултыра. Тоҙ –аш тәмләткестәр араһында иң күп ҡулланылғаны. Шуға ла уны файҙа итәм тиһәң, артығын ҡулланмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ, ҡыш көнө юлдағы тайғаҡтарҙы бөтөрөү өсөн бик кәрәк. Тоҙло һыуҙың туңыу температура ноль градустан түбәнерәк, шуға ла еүеш ҡар туңмай, ә юлдан тиҙ таҙартыла торған бер массаға әйләнә тип аңлата миңә мәктәптә физика уҡытыусы әсәйем. Әммә бында беҙ белгән аш тоҙо түгел, ә иң түбән сифатлы, ағыулы химик ҡатнашмалы техник тоҙ ҡулланыла. Ҡыш көнө ул күп итеп асфальтҡа түгелә, ә яҙ көнө ҡар менән тупраҡҡа һеңеп, ағыулай. Юлда яҡын , сәскәләр үҫмәй, ә ағастар һары төҫлө була. Таҙа тупраҡ килтереүе клумбала яһет сәскәләр ултыралар.
1.3.Тоҙҙоң шанлы һуғыш осорондағы тарихы.
Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе бабайым Рәзим Мәүлитҡолов янына кергәндә тоҙ тураһында эҙләнеүемде әйттем. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата бик күп материал туплай икән. Ул миңә тоҙҙоң тағы серҙәрен асты.
Дәһшәтле һуғыштың ғазаплы һәм көсөргәнешле йылдары күптән артта ҡалды, тормош ныҡ алға китте. Бабайҙар һәм әбейҙәр тоҙ ҡайнатҡан урында хәҙер халыҡ-ара кимәлгә яуап биргән мәшһүр Красноусольск шифаханаһы күҙ яуын алып ята. Ә шулай ҙа һыу буйына һибелгән тоҙ ҡайнатыу усаҡтары, тау битләүендәге урмандан утын ташыған ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар, усаҡтарҙы һүндермәй ҡарап-хәстәрләп тороусылар күҙ алдына баҫа.
Ҡарт олатайым Ибраһим Мәүлетҡолов та “Тоҙ ҡайнатырға йөрөүҙәр –күптәр өсөн үҙе бер эш ине. Мин уҡытыусы булып эшләгәс, һатып алдым. Ҡарлы-ямғырлы көҙ ваҡытында Усолка буйында ҡайнатҡан тоҙон тоҡҡа һалып 35 саҡрым буйы күтәреп ҡайтҡандар күп булды тип һөйләгән булған.
Тоҙ халыҡ ижадында һәм ырымдарҙа.
Борон-борондан иң мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк- тоҙ менән ҡаршылау йолаһы булған. Сөнки был аҙыҡтар булғанда халыҡ йәшәйәсәк, асыҡмаясағына ныҡлы ышаныс булған. Башҡорттарҙа ул әле лә һаҡланып килә. Ҙур йыйындарҙа, байрамдарҙа ҡунактарҙы милли кейемдә икмәк –тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршы алалар.
Тоҙ бик күп ышаныуҙар һәм ырымдар менән бәйле. Тоҙ түгеү – ыҙғышҡа, хужаларға хөрмәт күрһәтмәү. Тоҙҙо бурысҡа бирмәҫкә кәрәк. Ҡулға бирмәйҙәр һәм кире алмайҙар. Өҫтәл артында ла ҡулдан-ҡулға йөрөтмәйҙәр. Тоҙ хаҡында бик күп мәҡәл һәм өйтемдәр бар.
Икмәк һәм тоҙ – барыҙына ла баш. Икмәк –тоҙ менән ҡаршылау – ҡунаксыллыҡ.
Тоҙһоҙ аш тәмһеҙ, ә икмәкһеҙ – туйымлыҡһыҙ.
Икмәк һәм тоҙһоҙ аштың ни һаны ла, ни тәме.
Икмәк һәм тоҙһоҙ өҫтәлдең йәме юҡ.
2. Практик өлөш.
Үҙемдең белгәндәрем менән уртаҡлашыу өсөн иптәштәремдән тоҙ тураһында нимә белеүҙәрен асыҡланым. Уҡытыусым менән анкета һорауҙары төҙөнөк, класташтарымдан һорау алдым. Уларҙың яуаптарын ҡаоағас, ошоларҙы асыҡланыҡ.
1. 82% -уҡыусылар, тоҙҙо кеше һәр ваҡыт ҡулланған тип уйлай.
2.95% -кеше тоҙһоҙ йәшәй алмай тип яҙған.
3. Ә шулай ҙа күптәр (70%) –кешегә тоҙ етмәүҙең насар яҡтарын белмәйҙәр.
4. Ә 87% балалар тоҙҙоң ниндәй зыяны бар икәнен белмәй.
5. 97% балалар аш-һыу тирәһендә, кулинарияла ҡулланылғанын беләләр,
38% -медицинала тигән.
Күренеүенсә, күпселек класташтарым тоҙҙоң аш тәмләткес булараҡ ҡына беләләр. Башҡа күп файҙалы һәм зыянлы яҡтарын насар беләләр. Шуға ла мин уларға тоҙ ярҙамында бер нисә тәжрибә яһап күрһәтергә булдым.
2.2 Тәжрибәләр.
1-се тәжрибә
Сей йомортҡа, бер нисә ҡалаҡ тоҙ. Тәүҙә йомортҡаны таҙа һыулы һауытҡа төшөрөп ҡараным –ул төпкә батты. Шунан һыуға бер нисә ҡалаҡ тоҙ һалдым һәм йомортҡаны ошо тоҙло һыуға һалдым –ул батмай, ә йөҙә. Һығымта: тоҙ һыуҙың арттыр, тоҙ күп булғас ҡайып унда батып булмай.
2-се тәжрибә
Беҙгә күп ботинка, һауыт, һыу һәм тоҙ кәрәк. Һыуҙа күп тоҙ һалып иретн. Ботинканы тоҙло һыуға һалырға. Таблицаға яҙып барҙым. 2 сәғәт үткәндән һуң ботинкаға тоҙло һыу үтеп инде һәм тоҙ кристалдар барлыҡҡа килде. Ә 3-сө көнгә был кристалдарҙан аҡ төҫтәге тоҙ ҡатламы булды. Был аҡ ҡатлам бөтмәй, сөнки тоҙ ботинкаға үтеп кереп уның тоҙон һәм сифатын үҙгәртте. Һығымта: Тоҙҙоң ысынлап та беҙҙең аяҡ кейемен сифатын үҙгәртеп, сафтан сығарыуын аңланыҡ. Шуға ла көн һайын йыуып, кремлап торорға кәңәш ителә.
3-сө тәжрибә
Өйҙә үҫкән гөлдә бер аҙна буйына һыуға күп итеп тоҙ һалып һиптек. 2-се көндә аҫҡы һабаҡта тоҙ кристалдары барлыҡҡа килде. Ә 4-се көнгә бөтә ер туп кристалл менән ҡапланды, япраҡтар ҡойола башланы. Һығымта: Тоҙ үҫемлектәрҙең үҫешенә кире йоғошто яһай. Тәбиғәттә лә тупраҡҡа һеңгән тоҙ үҫемлектәрҙе юҡҡа сығара.
4. Әсәйем ике ит киҫәге бирҙе, береһен шул килеш ҡалдырҙыҡ, икенсеһен тоҙланыҡ. Бер нисә көндән тоҙланмаған ит күгәрҙе, ә икенсеһе шул килеш ҡалды. Тоҙ ризыҡтарҙы боҙолоуҙан һаҡлай.
5. Ике һауытҡа һыу һалдым, береһенә бер нисә ҡалаҡ тоҙ өҫтәнем һәм туңдырғысҡа ҡуйҙым. Һауыттағы һыу ике сәғәттән туң ине, ә тоҙло һыу 12сәғәттән һуң бер массаға әйләнгәйне. Бына ни өсөн тайғаҡта тоҙ һибәләр икән.
6. Әсәйем менән Һыу, 2 стакан он. 1 стакан тоҙ һалып ҡамыр баҫтыҡ. Шунан төрлө әйберҙәр яһап, буяным. Тоҙ форманы оҙаҡ һаҡларға ярҙам итә.
7. Олатайҙың рам араһына тоҙ һалып ҡалдырмаған тәҙрәһенең туңыуын, ҡалған тәҙрәләр шул килеш икәнен дә аңлатты.
Тоҙ- ул натрий хлориды ғына түгел, ә составында кальций менән магний хлориды бар, улар рам араһындағы дымды үҙенә һеңдерә, һауаны киптерә. Дым булмағас,тәҙрә һыуланмай, шуға туңмай икән.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, мин эҙләнеү эше барышында тоҙҙоң тарихын, кеше һаулығы өсөн файҙаһын һәм зыянлы яҡтарын, тәбиғәттә, өй шарттарында ҡулланылышын, өйрәндем, әсәйем, уҡытыусым ярҙамында эҙләнеү эше итеп башҡарҙым, маҡсатыма ирештемтәжрибәләр яһаным, иптәшәремде лә ҡыҙыҡһындырҙым. Тоҙҙоң серле үҙенсәлектәрен, кеше өсөн әһәмиәтен асыҡланым, уның ҡасан – дуҫ, ярҙамсы, ә ҡасан дошман икәнлеген, кешегә, тәбиғәтебеҙгә файҙаһын һәм зыянын күрһәттем.
Тоҙ файҙалы тигән гипотеза иҫбатлана, сөнки кәрәкһеҙ булһа, уны шул тиклем күп тапмаҫтар ине. Боронғо урыҫ мәҡәле лә “Тоҙһоҙ донъя һанһыҙ”, йәки «Без соли не проживешь беҙҙең көндәрҙә лә актуаль. Тоҙһоҙ кеше генә түгел, ә бер тереклек тә көн итә алмай.Фәнни факттарҙан тыш бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр йыйҙым.Халыҡ ижадында һәм ырымдарҙа тоҙҙоң әһәмитен күрҙем. Борондан иң мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк- тоҙ менән ҡаршылау йолаһының әле лә бар икәнен белдем.
Минең эҙләнеүҙәрем дәрестәрҙә ҡулланылһа бик яҡшы булыр ине тип уйлайым, киләсәктә был эшемде дауам итәрмен әле. С3нки ниндёй генә заманда йәшәһәк тә кеше ҡсҡн иң кәрәкле булҡан тоҙҙоң баһаһы тәшмәйәсәк, уны табыу һәм уға һорау кәмемәйәсәк. Минең быға иманым камил.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Аксёнов А. В. Соль Илецкая.
2. Дыбина О. В. , Рахманова Н.П., Щетинина В.В. «Неизведанное рядом» М., 2006 г.
3. Детская энциклопедия «Всё обо всём».
4. Иванова А.И. «Живая экология» М., 2006 г.
5. www. oproduktah.com
6. www. nguideru/data интернет - ресурсы
7. Тамыр проекты, телевизион тапшырыуҙар.http:tv-rb.ru/
8.“Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгенән алынған альбомдар, гәзит-журнал материалдары.
Как представляли себе будущее в далеком 1960-м году
Солнечная система. Взгляд со стороны
Привередница
Загадочная система из шести экзопланет
Пейзаж