Исследование своей родословной
Вложение | Размер |
---|---|
Научно-исследовательская работа | 32.02 КБ |
МКУ “Отдел образования” МР Гафурийский район Республики Башкортостан
Конкурс исследовательских работ и проектов в рамках Малой академии наук школьников Гафурийского района Республики Башкортостан
Направление: «Региональное краеведение, народная культура, народное творчество»
Тема научно-исследовательской работы
«Ҡарт олатайым – өлгө алыр кешем »
Выполнил: Рахимов Ильгам
Наилевич ученик 4-го класса
МОБУ СОШ имени
Ж.Г.Киекбаева с.Саитбаба
Научный руководитель:
Фаттахова Рамзиля Хамитовна
учитель начальных классов
МОБУ СОШ имени
Ж.Г.Киекбаева с.Саитбаба
с.Красноусольский 2021 год
Йөкмәткеһе
Инеш .................................................................................................................3
Төп өлөш
1. Ҡарт олатайым Ибраһим Сабир улы Мәүлетҡолов – оло ихтирамға
лайыҡ кеше..........................................................................................................4
2. Шанлы һуғыш йылдарындағы етәксе эше – киләсәк быуын өсөн үҙе
бер тарих.............................................................................................................5
3. Мәүлетҡоловтар шәжәрәһендәге уҡытыусылар. ........................................7
4. Анкета һорауҙары............................................................................................11
Йомғаҡлау.........................................................................................................12
Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................................13
Ҡушымта...........................................................................................................14
Инеш
Дәһшәтле һәм ғазаплы һуғыш йылдары күптән артта ҡалды, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы ла үтеп китте. Тормошобоҙ алға китһә лә, тарих онотолмай. Бына ошо яҡты иҫтәлектәрҙе һаҡлау, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләре тураһында күберәк һөйләү, йәштәрҙе өлкән быуындар өлгөһөндә тәрбиәләү, беҙгә тыныс тормош яулаған һуғыш яугирҙары хаҡында ғына түгел, ә Еңеү таңын яҡынайтыусы тыл ветерандарын да хәҙерге быуындарға еткереү - беҙҙең изге һәм яуаплы бурысыбыҙ.
Шуға ла мин бөгөн улар хаҡында күберәк белер өсөн мәғлүмәт йыйып, “Ҡарт олатайым – өлгө алыр кешем” тигән темаға сығыш яһап, иптәштәремде үҙемдең өлгө алыр кешем – йәй көнө тыуыуына 101 йыл булған уҡытыусы - ветеран Ибраһим Сабир улы Мәүлетҡолов менән таныштырыуҙы маҡсатым итеп ҡуйҙым.
Был тема хәҙерге көндә бик актуаль тип уйлайым, сөнки ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, йәш быуын тарихты белергә,беҙгә тыныс тормош яулаған ҡарт олатайҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейеш.
Эҙләнеү эшемдең методтары: Сәйетбаба ауылындағы, мәктәптәге музейҙа булып ауыл тарихы, ҡарт олатайым тураһында мәғлүмәт тупланым, шәжәрәбеҙ менән таныштым, китаптар уҡыным, класташтарымдың, атай-әсәйҙәрен, олатай-өләсәйҙәрен белеү-белмәүҙәрен асыҡланым, әбей-бабайҙарымдан, һорау алдым, һығымта яһаным. Минең башҡарған эшем Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы алдынан иптәштәремде ҡыҙыҡһындырыр, шанлы һуғыш осор йылдарын хәтерҙәрендә ҡалдырырлыҡ файҙалы мәғлүмәт бирер тип уйлайым.
1. Ҡарт олатайым Ибраһим Сабир улы Мәүлетҡолов – оло ихтирамға лайыҡ кеше.
Мәүлетҡоловтар династияһының иң күренекле, билдәле урынын минең ҡарт олатайым Ибраһим Сабир улы Мәүлетҡолов биләй. Олатайымдың тормош юлы – үҙе бер тарих бит ул. Олатайым 1919 йылда, илдә аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән заманда доньяға килә. Баш бала булараҡ, ауыр йылдарҙа үҙенән һуңғы туғандарын ҡарап үҫтерергә ярҙам итә. Шулай ҙа бирешмәй, ныҡышмал булып үҫә. Күп балалы ғаиләлә ауыр тормошта йәшәһә лә, мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ғүмерлек һөнәр итеп, киләсәк быуынға белем биреүҙе һайлай. Ошо теләген тормошҡа ашырыр өсөн Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға инә. Унда ла күп ауырлыҡтар күрергә тура килә, ләкин уҡыуын ташламай. Әҙәбиәттән бөйөк шағир Хөсәйен Ҡунаҡбай дәрес бирә. Был шағир уның тормошона йоғонто яһамай ҡалмай.
Уҡып бөткәс, олатайым Ҡауарҙы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, һуғышҡа китеүселәрҙе Алкиноға туплайҙар. Илдә белемле кешеләр етешмәү сәбәпле, уҡытыусыларҙы кире ҡайтаралар. Был һуғыш йылдарында ла балалар белем алыуға өлгәшһен өсөн эшләнелә. Олатайым ҡайтҡас та Ҡауарҙы мәктәбендә директор булып эшләүен дауам итә. Оҙаҡламай уны Ғафури райкомына эшкә саҡыралар. Һуғыш тамамланғас, Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡыта башлай. Бер нисә йыл директор вазифаһын да башҡара. Етәкселек иткән йылдарында элекке иҫке мәктәп урынына яңы ағас мәктәп һалдырыуға ла өлгәшә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр кемдең күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра.
2. Шанлы һуғыш йылдарындағы етәксе эше – киләсәк быуын өсөн үҙе бер тарих.
Мәктәп директоры етемдәрҙе уҡытыу, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар етмәгән коллектив менән эшләү, утын әҙерләтеү кеүек төрлө хужалыҡ мәшәҡәттәре менән яна. Етмәһә һуғыш ваҡытынағы ҡаты фармандарға ла эш менән яуап бирергә кәрәк. Ауылға көн дә ҡара ҡағыҙҙар килә башлай. Олатайыма ауылдаштарын йыуатыусы, киләсәккә өмөт уятыусы булырға тура килә. Халыҡ ҡайғынан бөгөлөп төшмәһен, “Бөтәһе лә фронт өсөн, дошманды еңеү өсөн” тигән уй менән йәшәһен өсөн бар көсөн, аҡылын һала. Районыбыҙҙың билдәле шәхесе Әхмәт Яҡупов үҙенең «Район торошонда – халыҡ яҙмышы” китабында уның хаҡында йылы һүҙҙәр яҙа. Директорҙың ялҡынлы телмәр тотоп, бөтәһен дә Бөйөк Еңеү менән ҡотлауы ғүмерлеккә хәтерендә ҡала. Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе бабайым Рәзим Мәүлетҡолов та миңә атаһы тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе.
Әсәйемдең шәхси китапханаһында урын алған Ғиниәт Ҡунафин менән Ғиндулла Шәйәхмәтовтың “Изге лә ул, нурлы ла...” китабында ҡарт олатайымдың фотоһүрәте урын алған. Был – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ. Ошо китапта түбәндәге юлдар яҙылған:
“Ж.Ғ. Кейекбаевтың Сәйетбаба урта мәктәбендә директорлыҡ вазифаһын атҡарған әллә ни оҙайлы булмаған ваҡыт эсендә яҙылған бойороҡтары араһында һуңғыһы булып 366-сы һанлы фарман тора. Ул 1943 йылдың 22 авгусында яҙылған. Бына ул:
“Ғафури мәғариф идаралығының бойороғона нигеҙләнеп директорлыҡ эше И. С. Мәүлетҡоловҡа тапшырыла. Подпись: Кейекбаев.”
1943 йылдың 25 авгусында И.С. Мәүлетҡолов үҙ сиратында 367-се һанлы бойороҡта түбәндәгеләрҙе яҙа:
“Ғафури РОНО-һының тәғәйенләнеүе буйынса директорлыҡ эшен иптәш Кейекбаев Жәлилдән акт менән ҡабул итеп алдым. Мәктәп директоры: И.С. Мәүлетҡолов.”
Олатайым йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша, уҡытыу менән бер рәттән партия ойошмаһы секретары вазифаһын да алып бара. Ул үҙенең 42 йыл ғүмерен киләсәк быуынға белем биреүгә арнай. Иң ауыр һөнәрҙең береһе булып иҫәпләнгән уҡытыусылыҡ эшендә ярты быуатҡа яҡын эшләү – ул үҙе оло батырсылыҡ.
Олатайымдың уҡытҡан уҡыусылары барыһы ла тормошта үҙ юлын тапҡан кешеләр. Уның уҡыусылары араһында төрлө һөнәр эйәләре бар.
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, ауылдашыбыҙ диктор Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина олатайымды оло ихтирам менән телгә ала. “Ысын оратор булды. Мин оҫта һөйләргә унан өйрәндем. Минең ҡаҙаныштарымда уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур”, - ти ул. Яҡташыбыҙ, яҙыусы Кәбир Аҡбашев та үҙенең әҫәрҙәрендә, документаль яҙмаларында олатайымды оло ихтирам менән иҫкә алған.
Олатайымдың уҡыусыларын һанай башлаһаң, үҙе бер китап яҙырлыҡ. Уның үткән ғүмере, башҡарған эштәре оло хөрмәткә лайыҡ. Уны әле лә оло быуын кешеләре маҡтап телгә ала. Олатайымдың хеҙмәтен юғары баһалап уға РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы исеме бирелгән. Эш исемдә генә түгел, ә халыҡ күңелендә яҡты, юйылмаҫ эҙ ҡалдырыуҙа бит.
3. Мәүлетҡоловтар шәжәрәһендәге уҡытыусылар.
Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас та, әсәйем тәүге тапҡыр миңә мәктәпте күрһәтте һәм былай тине: “Был мәктәптә минең олатайым Ибраһим Сабир улы, әсәйем Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы эшләгән. Мин дә уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, улар юлын дауам иттем. Һинең ҡарт олатайың Ибраһим заманының иң уҡымышлы кешеләренең береһе булған, мәктәбебеҙҙе лә етәкләгән. Ә иң мөһиме – уға бөйөк ғалим Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев менән бергә эшләү бәхете тейгән”.
Әсәйемдең ул ваҡытта әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһенә ныҡлап төшөнмәһәм дә, йылдар үткән һайын был һүҙҙәр миндә ғорурлыҡ тойғоһо уята барҙы. Жәлил Кейекбаев исемендәге мәктәптә белем ала башлау менән, күңелем түрендә “Ә бит был бөйөк кешене минең ҡарт олатайым белгән, бергә эшләгән” тигән ғорурлыҡ тойоһо урын алды. Шуға күрә лә бөгөн мин һеҙҙе нәҫелебеҙҙең ихтирамға лайыҡ кешеләре – уҡытыусылары менән таныштырып китмәксемен.
Ҡарт олатайым Ибраһим Сабир улы ихтирамға лайыҡ уҡытыусы, талантлы педагог ҡына түгел, ә яҡшы ғаилә башлығы, өлгөлө атай ҙа булған. Ҡарт өләсәйем Хәлиҙә Әбйәлил ҡыҙы менән ярты быуатҡа яҡын татыу йәшәп, 7 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Өләсәйем дә ауыр һуғыш йылдарында мәктәпте тамамлаған, уҡытыусы булып та эшләгән. Атаһы Әбйәлил Сәйфуллин заманының иң уҡымышлы кешеләренең береһе булған, мәҙрәсәлә уҡытҡан.
Олатайымдың һеңлеһе Мәүлетбикә – башланғыс кластар уҡытыусыһы булған. Төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ҡыҙы Таңһылыу ҙа уҡытыусы һөнәрен һайлап, оҙаҡ йылдар Учалы районы Рәсүл ауылында уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡыҙҙары Земфира ла Өфө педагогия колледжын тамамлап, тәрбиәсе булып эшләй.
Олатайымдың ҡустыһы – Мотаһар бабайымдың улы Әлфәрит ағай Красноусолдағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй.
Тағы бер ҡустыһы - Сафа бабайым Учалы районында билдәле кеше булған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамалағас, өс йыл Курған өлкәһе Сафакүл районында эшләгән. Ә аҙаҡтан Учалы районы Рәсүл ауылында 32 йыл мәктәп директоры булып эшләгән. РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Сафа бабайымдың юлын улы Фәнил, ҡыҙы Дилә дауам иткән. Бөгөнгө көндә Фәнил ағай Рәсүл ауылында мәктәп директоры, ә Дилә апай – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Учалы районында ла Мәүлетҡоловтар үҙҙәрен һынатмай, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, киләсәк быуынды аң-белемгә әйҙәй. Олатайым үҙенең балаларын уҡытыусы һөнәренә ҙур ихтирам һәм һөйөү рухында тәрбиәләгән. Дүрт ҡыҙының өсәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
Оло ҡыҙҙары Мәүлиҙә Ибраһим ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, Миәкә, Архангел, Ғафури райондарында рус теле уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан Күгәрсен районы Ялсыҡай ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай һәм хаҡлы ялға киткәнсе шунда уҡыта. Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн бик күп Почет грамоталары, РСФСР-ҙың Почет грамотаһы, РСФСР мәктәптәренең мәғариф отличнигы исемдәре бирелгән. Әлеге көндә – хеҙмәт ветераны. Ҡыҙы Рәсимә лә әсәһе юлынан киткән, уҡытыусы булып уңышлы эшләп йөрөй. Айгөл апай ҙа уҡытыусы булып эш башлай, ләкин полиция хеҙмәте уны үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра.
Олатайымдың улы Рәис бабайҙың өлкән малайы Юлай ағай Мәүлетҡоловты районда белмәгән кеше юҡтыр. Красноусол башҡорт гимназияһында башҡорт теле серҙәренә өйрәтә, ул уҡытҡан уҡыусылар һәр бер конкурста ла призлы урындар яулай. Марат, Азамат ағайҙар ҙа уҡытыусы һөнәрен алғандар, әммә был өлкәлә эшләмәйҙәр.
Олатайым менән өләсәйемдең икенсе ҡыҙҙары Зөбәйҙә Ибраһим ҡыҙы оҙаҡ йылдар буйына Ейәнсура районы Сирғол мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Әлеге көндә хаҡлы ялда. РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы.
Дүртенсе балалары – минең өләсәйем Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы утыҙ йылға яҡын Сәйетбаба мәктәбендә эшләгән. Оҙаҡ йылдар физика, математика фәндәренән уҡытҡан, интернатта тәрбиәсе булып эшләгән. Уҡыусылар, уҡытыусылар күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Олатайым менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары – минең әсәйем – Резидә Миңнәхмәт ҡыҙы Сәйетбаба урта мәктәбендә физика фәненән уҡыта. Ләйсән апайым да һөнәре буйынса – уҡытыусы. Өфөлә төрлө милләт балаларына башҡорт теле серҙәрен өйрәтә.
Бишенсе балалары – Рәзим Ибраһим улы. Тормош иптәше Тәнзилә Сәлимйән ҡыҙы Сәйетбаба урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу апай Стәрлетамаҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып уңышлы эшләп йөрөй.
Шулай итеп, Мәүлетҡоловтар династияһын тасуирлауымды тамамланым. Ләкин ул дауам итә, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, ә нығый ғына. Ә Мәүлетҡоловтарҙың төп һөнәре булып иҫәпләнгән изге уҡытыусы эше быуындан-быуынға тапшырыла килә. Кем белә , бәлки, мин дә киләсәктә ошо юлдан ҡыйыу атлармын...
Ә инде ҡарт олатайым Ибраһим Сабир улының бөйөк тел белгесе, ғалим, профессор Жәлил Кейекбаев менән яҡындан таныш булыуы – минең өсөн икеләтә ғорурлыҡ. Ошо тикшереү эшен яҙған ваҡытта олатайымдың уртансы ҡыҙы Зөбәйҙә әбейем менән һөйләшкәндә ул былай тине: “Илһам улым, ә бит Жәлил Кейекбаев атайым янына йыш ҡына беҙҙең өйгә килә торғайны. Шундай ябай, ихлас кеше ине. Атайым менән сәй артында мәктәп тураһында ихлас һөйләшә торғайнылар”. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс инде, мин тағы ла нығыраҡ шатландым.
Әсәйем дә беҙҙе уҡытыусы һөнәренә ихтирам, оло һөйөү менән ҡарарға тәрбиәләй. Был бик тәбиғи, сөнки минең әсәйемдә уҡытыусы ҡаны аға, был һөнәрҙең бөйөклөгөн ул үҙ эше менән дәлилләй ҙә инде.
Был эҙләнеү эшемде мин киләсәктә лә дауам итергә уйлайым, сөнки уҡытыусылар династияһы тамамланмай, ә дауам итә. Ошо һөнәргә студенттарыбыҙ ағай-апайҙарыбыҙ белем ала.
4. Анкета һорауҙары һәм һөҙөмтәләре.
Эҙләнеү эше барышында иптәштәремә түбәндәге анкета һорауҙары тәҡдим иттем:
1.Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе беләһегеҙме, төҙөгәнегеҙ бармы?
2. Ҡарт олатайҙарығыҙ һуғышта ҡатнашҡанмы, юҡмы икәнен беләһегеҙме?
3. Олатай-өләсәйҙәрегеҙ,ҡарт олатай-өләсәйҙәрегеҙ ниндәй һөнәр эйәләре?
4. Уҡытыусылар династиялары беҙҙең класта, мәктәптә бармы?
5. Киләсәктә уҡытыусы булырға теләр инегеҙме?
Класташтарымдың яуаптарын уҡығас, түбәндәге һығымталар яһаным: күптәр шәжәрәләре менөн ҡыҙыҡһына, белә, киләсәктә өйрәнергә теләй икән. Олатай-өләсәйҙәренең, ҡарт олатай-өләсәйҙәренең ниндәй һөнәр эйәләре икәнен дә күптәре белә.. Класташтарымдың бер нисәһе киләсәктә уҡытыусы булырға теләй. Күптәр үҙенең шәжәрәһен белә, сөнки өйгә эш итеп биргәйнеләр.
Йомғаҡлау
Сәйетбаба ауылынан ғына ла һуғышҡа 354 кеше киткән һәм шуларҙың 207-һе илебеҙ азатлығы өсөн башын һала. Бөгөн килеп һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан 147 яугирҙарҙан Вилдан Әйүп улы Шәрипов ҡына тере... Бына ни өсөн күңелле төбөнән иңрәй-иңрәй, тәрән уйҙарға сорнала-сорнала сыҡҡандыр ауылыбыҙҙағы иҫән-һау ҡалған һуңғы яугирҙарыбыҙҙың түбәндәге шиғыр юлдары:
Байрам етеп тора, үтеп тора,
Тағы етте Еңеү байрамы.
Байрам шауы гөрләй, ә күңелдә
Онотолмай һуғыш ғазабы.
Изге яуҙа еңеү яулағанда,
Беҙ һаҡланыҡ илде, һеҙҙе лә.
Ватан өсөн йәнде аяманыҡ,
Хәтерләгеҙ үлгәс беҙҙе лә.
Мәҙәниәт йортонан сыҡҡас, ауылыбыҙ уртаһындағы яңыртылып, бөтөнләй икенсе төҫ алған обелиск янына киләм. Бында яуҙа ятып ҡалған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған, ҡалған һуғыш ветерандарының исеме мәңгеләштерелә. Яңы таҡтаташта тыл ветерандарының исеме булыуы минең өсөн икеләтә шатлыҡ, сөнки бында ҡарт олатайымдың исеме лә хаҡлы рәүештә ташҡа баҫылҡан. Беҙ ауыр осорҙа уның кеүек тылда еңеүҙе яҡынайтыусы ветерандарыбыҙ ҙа онотолмаһын өсөн ҡалғандарының да исемдәрен мәңгеләштетерегә бурыслыбыҙ. Бер заман барыһының да таҡтаташта исемдәре торасағына минең ышанысым ҙур, сөнки тарих бер ҡасан да онотолмай, киләсәк быуынға тапшырылырға тейеш.
Шулай итеп, мин эҙләнеү эше барышында маҡсатыма ирештем тип уйлайым, сөнки үҙем дә күп яңылыҡ белдем, иптәшәремде ҡыҙыҡһындырҙым. Киләсәктә был эшемде дауам итәрмен әле.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. А. Якупов. В летописи района – судьба земляков. 2004. – 105с.
2. Ҡунафин Ғ.С. Жәлил Кейекбаев. Тормошо һәм ижады. - Өфө: “Китап”, 2012.
3. Ҡунафин Ғ.С. , Ғ.Ш. Шәйәхмәтов. Изге лә ул, нурлы ла. – Өфө, 2004. – 187 бит.
4. Ҡунафин Ғ.С. Сәйетбаба – изге төйәк. –Өфө, 2004. –172 бит.
5. “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгенән алынған альбомдар, шәжәрә һәм гәзит-журнал материалдары.
6. Әхмәт Яҡупов. Район тормошонда –халыҡ яҙмышы . 2004. – 105 бит .
7. http://ebook.bashnl.ru/dsweb/HomePage (БР милли китапханаһы)
8. http://www.hobobo.ru/catalog/narodnye_skazki_byliny_skazaniya
9. http:tv-rb.ru/ Тамыр проекты, телевизион тапшырыуҙар.
Анкета һорауҙары.
1.Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе беләһегеҙме, төҙөгәнегеҙ бармы?
2. Ҡарт олатайҙарығыҙ һуғышта ҡатнашҡанмы, юҡмы икәнен беләһегеҙме?
3. Олатай-өләсәйҙәрегеҙ,ҡарт олатай-өләсәйҙәрегеҙ ниндәй һөнәр эйәләре?
4. Уҡытыусылар династиялары беҙҙең класта, мәктәптә бармы?
5. Киләсәктә уҡытыусы булырға теләр инегеҙме?
Анкета һорауҙары.
1.Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе беләһегеҙме, төҙөгәнегеҙ бармы?
2. Ҡарт олатайҙарығыҙ һуғышта ҡатнашҡанмы, юҡмы икәнен беләһегеҙме?
3. Олатай-өләсәйҙәрегеҙ,ҡарт олатай-өләсәйҙәрегеҙ ниндәй һөнәр эйәләре?
4. Уҡытыусылар династиялары беҙҙең класта, мәктәптә бармы?
5. Киләсәктә уҡытыусы булырға теләр инегеҙме?
Лист Мёбиуса
Как нарисовать ветку ели?
Развешиваем детские рисунки дома
Ледяная внучка
Девочка-Снегурочка