Актуаллеге.
Балаларҙың әҙәп-гигиена күнекмәләре уның артабанғы тормошонда, сәләмәт булыуында һәм йәмғиәт тормошонда төп ролде уйнай тип әйтергә мөмкин. Баланың әҙәп-гигиена күнекмәләрен дөрөҫ үтәү уның һаулығына ғына түгел, ә башҡа балалар һәм ололар өсөндә бик мөһим булып тора. Көн тәртибендә балаларҙың гигиена ҡағиҙәләрен үтәү көндәлек ғәҙәткә инһен өсөн, шулай уҡ әҙәплелекте үҫтереү бәләкәй баланы тәрбиәләүҙә актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Әлбиттә, бәләкәйҙән үк таҙалыҡ, тәртип, йыйнаҡлыҡ ғәҙәткә инһен өсөн дөрөҫ итеп тәрбиә биреүгә ҡайтып ҡала. Әҙәп-гигиена күнекмәләрен өйрәнгән һайын бала ла үҙ-үҙен тоторға, йәмғиәт ҡағиҙәләренә өйрәнә һәм баланың төп социаль үҫеше булып та тора. Күнекмәләр ғәҙәткә инһен өсөн уларҙы система рәүешендә көн һайын аңлатыу,күрһәтеү, ҡабатлау, иҫкә төшөрөү алымдарын көн тәртибендә ҡулланыу кәрәк.
Эш барышында балаларҙың инициативаһы һәм үҙаллылығы талап ителгән һәр бер ситуацияны ҡулланырға кәрәк. Бындай күренештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, баланы төрлөсә дәртләндерергә кәрәк. Бала тәүге тапҡыр яҡшы эш эшләгәндә, сағыу эмоциональ формала билдәләп үтелһә, икенсе тапҡыр маҡтау әҙерәк булырға тейеш, бала яҡшы эште маҡталыу өсөн генө эшләргә өйрәнмәһен һәм белһен – һәр бер кеше шулай эшләргә тейеш тә, был ғәҙәти күренеш. Әлбиттә, көн режимындағы әҙәп-гигиена күнекмәләрен тәрбиәләү бала мәктәпкә сыҡҡансы дауам итәсәк.
Был тема минең өсөн ҡыҙыҡлы ла, кәрәкле лә, ә балалар өсөн әһәмиәтле һәм мөһим булып күренде. Мин етәкләгән төркөмдә 3-4 йәшлек балалар тәрбиәләнә. Кескәй балаларға үҙ-алла йыуыныуҙар, кейенеүҙәр ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс бер шөғөл булып тора. Улар был шөғөлдән ҡәнәғәтлелек, ҡыуаныс ҡына алалар
Дөйөм әйткәндә, проект балалаларҙың күңелдәренә хуш килер, уларға дәрт өҫтәр тип ышанам.
Вложение | Размер |
---|---|
проектная работа | 155.5 КБ |
Иҫке Собханғол ауылының
2-се һанла башланғыс мәктәп-
балалар баҡсаһы «Бәпембә»
төркөмө тәрбиәсеһе
Сирбаева Ғәлиә Факил ҡыҙы
ФГОС-ҡа ярашлы балалар баҡсаһында режим моментарында әҙәп-гигиена күнекмәләре аша балаларҙың социаль-коммуникатив өлкәһен үҫтереү.
2016 йыл
Актуаллеге.
Балаларҙың әҙәп-гигиена күнекмәләре уның артабанғы тормошонда, сәләмәт булыуында һәм йәмғиәт тормошонда төп ролде уйнай тип әйтергә мөмкин. Баланың әҙәп-гигиена күнекмәләрен дөрөҫ үтәү уның һаулығына ғына түгел, ә башҡа балалар һәм ололар өсөндә бик мөһим булып тора. Көн тәртибендә балаларҙың гигиена ҡағиҙәләрен үтәү көндәлек ғәҙәткә инһен өсөн, шулай уҡ әҙәплелекте үҫтереү бәләкәй баланы тәрбиәләүҙә актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Әлбиттә, бәләкәйҙән үк таҙалыҡ, тәртип, йыйнаҡлыҡ ғәҙәткә инһен өсөн дөрөҫ итеп тәрбиә биреүгә ҡайтып ҡала. Әҙәп-гигиена күнекмәләрен өйрәнгән һайын бала ла үҙ-үҙен тоторға, йәмғиәт ҡағиҙәләренә өйрәнә һәм баланың төп социаль үҫеше булып та тора. Күнекмәләр ғәҙәткә инһен өсөн уларҙы система рәүешендә көн һайын аңлатыу,күрһәтеү, ҡабатлау, иҫкә төшөрөү алымдарын көн тәртибендә ҡулланыу кәрәк.
Эш барышында балаларҙың инициативаһы һәм үҙаллылығы талап ителгән һәр бер ситуацияны ҡулланырға кәрәк. Бындай күренештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, баланы төрлөсә дәртләндерергә кәрәк. Бала тәүге тапҡыр яҡшы эш эшләгәндә, сағыу эмоциональ формала билдәләп үтелһә, икенсе тапҡыр маҡтау әҙерәк булырға тейеш, бала яҡшы эште маҡталыу өсөн генө эшләргә өйрәнмәһен һәм белһен – һәр бер кеше шулай эшләргә тейеш тә, был ғәҙәти күренеш. Әлбиттә, көн режимындағы әҙәп-гигиена күнекмәләрен тәрбиәләү бала мәктәпкә сыҡҡансы дауам итәсәк.
Был тема минең өсөн ҡыҙыҡлы ла, кәрәкле лә, ә балалар өсөн әһәмиәтле һәм мөһим булып күренде. Мин етәкләгән төркөмдә 3-4 йәшлек балалар тәрбиәләнә. Кескәй балаларға үҙ-алла йыуыныуҙар, кейенеүҙәр ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс бер шөғөл булып тора. Улар был шөғөлдән ҡәнәғәтлелек, ҡыуаныс ҡына алалар
Дөйөм әйткәндә, проект балалаларҙың күңелдәренә хуш килер, уларға дәрт өҫтәр тип ышанам.
Проект маҡсаты: ФГОС-ҡа ярашлы итеп режим моментарында әҙәп-гигиена күнекмәләре аша балаларҙың социаль-коммуникатив өлкәһен үҫтереү, әҙәп-гигиена күнекмәләренә өйрәтеү
Бурыстары:
- әҙәп-гигиена күнекмәләренең әһәмиәтен аңлатыу;
- балаларҙың аң-зиһенен үҫтереү;
- балаларҙың телмәрен, һүҙ байлыҡтарын үҫтереү;
- яңы төшөнсәләрҙе нығытыу;
- балаларҙа таҙалыҡты, үҙ-аллыҡты, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Алымдар: күрһәтеү, маҡтау, аңлатыу, индивидуаль эш, һөйләү, эш ҡушыу, күнегеүҙәр, иҫкәртеү, күҙәтеү.
Ҡатнашалар: тәрбиәсе - ҡурсаҡ Айгөл- төрбиәсе ярҙамсыһы - кескәйҙәр төркөмө балалары - уларҙың ата-әсәләре.
Проект дауамлығы: оҙаҡ ваҡытлы: сентябрь- февраль 2016 йыл
Проект принциптары:
-алға ҡуйылған эште эҙмә-эҙлекле башҡарыу;
-баланы шәхес итеп хөрмәтләү;
-йәш үҙенсәлектәрен иҫәптә тотоу;
- күрһәтеп эшләү;
-ата-әсәләр менән берлектә аралашыу.
Этаптары:
Әҙерлек этабы:
- тема һайлау;
- мәғлүмәт, материал туплау;
- артабанғы эшкә пландар төҙөү
Төп этап
- балалар менән эш;
- ата-әсәләр менән эш;
- балалар баҡсаһында эш
Йомғаҡлау
- ата-әсәләр йыйылышы
- «Мин ҙур үҫтем» фото-плакат
Проектҡа ҡушымта
- дәрес конспекттары
- ҡулланылған ижад
- ата-әсәләрҙең өйгә эше
Балалар менән эш.
Мероприятие | Маҡсат | Үткәреү ваҡыты |
Иртәнге ваҡытта балалар6ы ҡабул итеү һәм кисен оҙатыу | Балалар менән уртаҡ тел табыу, уларҙы һауылыҡ алырға, һаулыҡ һорашырға өйрәтеү, оҙатҡанда һаубуллашырға өйрәтеү, ышаныс тойғоһон булдырыу. | Көн һайын |
Иртәнге зарядка | Балаларҙың һаулығын нығытыу, активлыҡты үҫтереү | Көн һайын |
Балалар фольклорын ҡулланып балалар6ы күрһәтеп ҡул йыуырға өйрәтеү | Әҙәп-гигиена күнекмәләренең әһәмиәте тураһында белемдәрен арттырыу йыуыныр алдынан еңде төрөү, ололар ярҙамы менән йыуынырға өйрәтеү | 1-2 аҙна |
Йоҡонан тороу | Балаларға йоҡонан һуң эмоциональ ыңғай заряд булдырыу. Һаулыҡты нығытыу. | Көн һайын |
Прогулкаға сығыу һәм инеү | Балаларҙы эҙмә-эҙлекле сисенеп кейенергә, шкафтарын танырға өйрәтеү, ярҙамсыллылыҡ тәрбиәләү. | Көн һайын |
Дидактик уйындар -Кемдең шкафы -кемдең һүрәте - Йыуыныу өсөн нимәләр кәрәк - Кем дөрөҫ кейенә - Нимә артыҡ - | Балаларҙы уҙенең һүрәттәрен ҡарап шкафтарын табырға; Эҙмә-эҙлекле дөрөҫ итеп йыуынырға; Эҙмә-эҙлекле кейенергә өйрәтеү. Иғтибарлыҡты, күҙәтеүсәнлекте үҫтереү. Таҙалыҡты, бөхтәлекте тәрбиәләү | Көн һайын |
Сюжетлы ролле уйындар «Ҡунаҡта» «Өй» «Ҡурсаҡтар йоҡонан торалар» «Төҙөүселәр» | Әҙәп-гигиена күнекмәләрен, өҫтәл артында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен нығытыу. Эҙмә-эҙлекле кейенергә өйрәтеү. Телмәр үҫтереү, балалар араһында бәйләнеште нығытыу, бер береңә ярҙам итеү тойғоһон булдырыу, уйынға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу | Көндөң 2-се яртыһы аҙнаһына 2 тапҡыр |
Өлкәндәр төркөмөнә экскурсия | Өлкәндәр төркөмө балаларының йыуыныу мәлен ҡарап белемдәрҙе нығытыу | Октябрь |
Шиғыр, әкиәт уҡыу | Балаларҙың телмәрен үҫтереү, һүҙҙәрҙе аныҡ итеп әйтергә өйрәтеү, һүҙ байлыҡтарын байытыу, шиғыр, әкиәт аша таҙалыҡ, бөхтәлек тәрбиәләү | Көн һайын |
Презентация ҡарау: «Яҡшы һәм насар» «Таҙалыҡ тураһында» | Балаларға ИКТ ҡулланып әҙәплелек ҡағиҙәләренә аңлатма биреү, әҙплелек , гигиена ҡағиҙәлрен өйрәтеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу. | |
Бармаҡ уйынары | Ҡул моторикаһын үҫтереү, телмәрҙе үҫтереү | Көн һайын |
Картиналар ҡарау Тән өлөштәре Кейемдәр Һауыт-һаба Көн режимы | Картиналар аша балаларға тәнде таҙа тотоу, кейемдәр, һауыт-һабаның, көн режимының нимә өсөн кәрәклеге тураһында һөйләү, һорауға тулы яуап бирергә өйрәтеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу. | Йыл дауамында |
Уйынсыҡтар йыйыштырыу | Балаларҙы йыйнаҡлыҡҡа өйрәтеү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, бер-береңә ярҙам итеү теләген уятыу. | Көн һайын |
Проблемалы ситуация тыу6ырыу: Көн режимы ни өсөн кәрәк? Ҡулдарҙы йыумаһаҡ ни була? Минең йоҡом килмәй! | Балалар менән төрлө ситуациянан сығыр өсөн юл эҙләү, үҙ фекерҙәрен әйтә белергә өйрәтеү, телмәр, аң-зиһенде үҫтереү, балаларға көн режимының файҙаһы тураһында мәғлүмәт биреү | Аҙнаһына 3 тапҡыр |
Педагогик ситуация Ҡурсаҡ Айгөл менән төшкө аш ашайбыҙ Мойдадыр менән бергә йыуынабыҙ | Балаларҙы өҫтәл артында дөрөҫ ултырыу, йыуыныу ҡағиҙәләрен нығытыу, әҙәп-гигиена күнекмәләрен тәрбиәләү | Йыл дауамында |
Аппликация: Минең ҡулъяулығым Минең күлдәгем Минең таҫтамалым Коллектив эш : Беҙҙең ҡулдар Минең сыныяғым | Балаларҙың ҡул моторикаһын үҫтереү, ижади һәләттәрен үҫтереү, бер-береңә ярҙам итеү тойғоһон тәрбиәләү, бергә эшләү теләген уятыу | 24.10.2106 31.10.2106 7.11.2016 19.12.2016 24.01.2017 |
Телмәр үҫтереү: Һыуҡайым, һыуҡайым, йыу минең биткәйем Ҡунаҡ саҡырайыҡ Һауыт-һаба Был мин Кем беҙҙә эшһөйәрҙәр? Ҡурсаҡҡа ярҙам итәйек. | Балаларҙы әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итергә өйрәтеү, иҫтә ҡалдырыу теләге уятыу һәм хәтерен үҫтереү, Ш, С өндәренең әйтелешен нығытыу, та6а, бөхтә йөрөү теләге уятыу Өлкәндәр менән берлектә ҡыҫҡа хикийә төҙөргә өйрәтеү, айырым һүҙҙәрҙе, предметтарҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙе дауам итеү, предметтар6ың файҙаһы, ҡулланылышы тураһында күҙҙаллауҙарын формалаштырыу, ҡылымдарҙы һөйләмдә ҡуллана белергә өйрәтеүҙе дауам итеү, С, Д өндәренең дөрөҫ әйтелешен нығытыу, ихтирамлы булырға өйрәтеү Балаларҙы һауыт-һаба менән таныштыруыҙы дауам итеү, уларҙы айыра белеү дөйөмләштереү һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлатыу, таҙалыҡ, бөхтәлек тәрбиәләү Балалар6ы фотоһүрәт ярҙамында үҙе, үҙенең баш ағзалары тураһында бәйләнешле, аңлайышлы итеп һөйләргә өйрәтеү, үҙеңдең баш ағзаларыңа, һаулығыңа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тартынҡы өндәрҙе һүҙҙәрҙә нығытыу, асыҡ итеп әйтеү. Тәрбиәсенең һорауына яуап бирергә һәм һорауҙар ярҙамында әкиәтте һөйләргә өйрәнеү, «У», «Ә» өндәренең дөрөҫ әйтелешен нығытыу, хәҙерге заман ҡылымдарының һөйләмдәрҙә әйтелешен активлаштырыу, таҙа, матур һөйләшеүгә тырышыу теләге уятыу. Һорауҙарға тулы һөйләм менән яуап бирергә өйрәтеү, эш-хәрәкәтте, предметы аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡулланырға өйрәтеү, ҡылым һәм сифатты һөйләмдәрҙә активлаштырыу, ҡапма-ҡаршы һүҙҙәрҙе һайлай белергә өйрәтеүҙе дауам итеү, «Ҡ», «М», «Һ» өндәренең дөрөҫ әйтелешен нығытыу, изгелек эшләү теләге уятыу. | 16.11.2016 23.11.2106 7.12.2016 17.01.2017 27.01.2017 10.02.2017 |
Әңгәмәләр Таҙа булһын ҡулдаыбыҙ Мойдодыр дәрестәре Әҙәплелек ҡағиҙәләре Тылсымлы һүҙҙәр Әсәйемдең ярҙамсыһы бит мин | Балаларға көн режимының әһәмиәрте тураһында һөйләү, таҙалыҡты һаҡлау, әҙәп-гигиена күнекмәләренә өйрәтеү һәм тәрбиәләү | Аҙнаһына 2 тапҡыр |
Ата-әсәләр менән эш.
Мероприятие | Маҡсат | Үткәреү ваҡыты |
Ата-әсәләр йыйылышы | Ата-әсәләргә әҙәп-гигиена тураһында мәғлүмәт биреү, белемдәрен байытыу | 20.10.2016 |
Ата-әсәләр менән балалар берлегендә «Минең көн режимым» папкаһы эшләү. | Ата-әсәләрҙе режим үтәүҙе ҡыҙыҡһындырыу, әҙәп-гигиена күнекмәләрен тәрбиәләү | 20.10.2016-18.11.2016 |
Бармаҡ уйындарын тулыландырыу | Предметлы-уйын үҫтереү зонаһын тулылыандырыу | Декабрь айына тиклем |
Ата-әсәләр өсөн папка эшләү | Ата-әсәләрҙең белемен байытыу | Йыл дауамында |
Консультациялар Балаға режим нимә өсөн кәрәк? Әҙәп-гигиена күнкмәләре тураһында Нимә ул гигиена? Өйҙәге уйындар. Балалар баҡсаһында әҙәплелек ҡағиҙәләре. | Ата-әсәләрҙең белемдәрен арттырыу, баларлар тормошонда ихлас ҡатнашыу, уртаҡ тел табыу. | Йыл дауамында |
Ата-әсәләр менән берлектә «Мин ҙур үҫтем» фото плакат эшләү. | Балалар баҡсаһы тормошонда актив ҡатнашыуҙы тәрбиәләү | Февраль |
Балалар баҡсаһы кимәлендә эш
Инновация технологияның бер төрө уйын технологияһы буйынса доклад әҙерләп сығыш яһау
Приказға ярашлы төркөмөндә йыуыныуҙы, йоҡонан тороуҙы күрһәттеү.
Төркөмдәрҙә үткәрелгән режим моментарын ҡарау.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. ОТ РОЖДЕНИЯ ДО ШКОЛЫ. Примерная основная образовательная программа дошкольного образования (пилотный вариант) / Под ред. Н.Е. Вераксы, Т.С. Комаровой, М.А. Васильевой. – 3-е изд., испр. и доп. – М.: МОЗАИКА-СИНТЕЗ, 2015. – 368 с.
2. Азнабаева Ф.Г., Фаизова М.И., Агзамова З.А. Академия детства: Региональная программа, формируемая участниками образовательных отношений дошкольного образования Республики Башкортостан. – Уфа: Издательство ИРО РБ, 2016. – 88 с.
3. Аҙнабаева Ф.Ғ, Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З., 3.б. Гөлбостан: Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланма. - Өфө: Китап, 2010. – 416 бит.
4. Аҙнабаева Ф.Ғ., Шафиҡова Г.Р., Йыһангирова Г.М. Мин – шәхес. Мәктәпкәсә йәштәге Баланы социаль яҡтан үҫтереүсе программа-методик ҡулланма. Өфө: Китап, 2011.-132 бит.
5.Аҙнабаева Ф.Ғ., Хеҙмәт – тормош сығанағы. Өфө: Китап, 2010. – 128 бит.
Һыҡайым, һыуҡайым,
Йыу минең биткәйем.
Маҡсат: Балаларҙы әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итергә өйрәтеү, иҫтә ҡалдырыу теләге уятыу һәм хәтерен үҫтереү, Ш, С өндәренең әйтелешен нығытыу, таҙа, бөхтә йөрөү теләге уятыу
Һүҙлек эше: таҫтамал, теш таҙартҡыс, һыуғояр, үтә күренмәле.
Типик грамматик конструкциялар: һыу үтә күренмәле. Ул таҙа. Һыу бысраҡты йыуып төшөрә.
Йыһызландырыу: һыу, схема, таҫтамал, һабын һ.б. йыуыныу кәрәк яраҡтары.
Дәрес барышы:
Төркөмгә Һыуғояр инә.
-Һаумыһығыҙ, балалар! Әйҙә, танышайыҡ. Минең исемем Һыуғояр. Мин таҙа балаларҙы бик яратам. Балалар, әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт иҫтә тота торған һүҙҙәрҙе ҡабатлайыҡ.
Һәр ваҡыт йыуынығыҙ,
Иртән һәм дә кискелек.
Ә бысраҡ йөрөгәнгә,
Оят, хурлыҡ һәм ғәрлек.
- Балалар, Һыуғоярҙың ниндәй яҡын дуҫтары бар?
- Һабын, тараҡ, теш пастаһы, таҫтамал. (Күрһәтә.)
- Ә йыуыныр өсөн тәүҙә нимә кәрәк?
- Һыу.
Уйын «Һыу ниндәй була ала?»
- Һыу тураһында нимә беләбеҙ? Ул ниндәй икән? Һыу аша тастың төбө күренәме?
- Эйе, күренә.
- Шулай булғас, һыу ниндәй?
- Һыу үтә күренмәле.
- Бармаҡтарығыҙҙы һыуға тығығыҙ әле. Бармаҡтар ниндәй була?
- Бармаҡтар еүеш булды.
- Һыуҙы һыуытҡысҡа ҡуйһаҡ, ниндәй була?
- Һыу һыуыҡ була, ә һыу туңһа, боҙға әйләнә.
- Балалар, һеҙ дөрөҫ йыуына беләһегеҙме?
- Эйе.
- Һыуғоярға күрһәтегеҙ әле.
Йыуыныу алгоритмы
Кранды асбыҙ. Ҡулды һыулайбыҙ. Һабын алабыҙ. Ҡулды һабынлап йыуабыҙ. Бите йыуабыҙ. Саябыҙ. Таҫтамал менән һөртәбеҙ
- Ә һыу тураһында матур һүҙҙәр әйткән баланы Һыуғояр бик ярата.
Крандан ҡойолғанда һыу ҙа күңеллерәк аға. Әйҙә, ҡабатлайыҡ әле был матур һүҙҙәрҙе:
Һыуҡайым, һыуҡайым,
Йыу минең биткәйем.
Күҙҙәрем ялтыраһын,
Сикәләр балҡыһын,
Көлөп торһон тештәрем,
Йыуманылар тимәһен.
- Ишеттегеҙме, һыуҙың ниндәй йыр йырлағанын?
- С-с-с, с-с-с.
- Ә кранды көслөрәк асһаң?
- Ш-ш-ш.
- Афарин балалар! Һыу менән һәр ваҡыт дуҫ булығыҙ һәм Һыуғояр һеҙҙе һәр саҡ яратыр.
Һыуғояр балалар менән хушлаша.
Ҡунаҡ саҡырайыҡ.
Маҡсат: Өлкәндәр менән берлектә ҡыҫҡа хикийә төҙөргә өйрәтеү, айырым һүҙҙәрҙе, предметтарҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙе дауам итеү, предметтарҙың файҙаһы, ҡулланылышы тураһында күҙҙаллауҙарын формалаштырыу, ҡылымдарҙы һөйләмдә ҡуллана белергә өйрәтеүҙе дауам итеү, С, Д өндәренең дөрөҫ әйтелешен нығытыу, ихтирамлы булырға өйрәтеү
Һүҙлек эше: байрамса, сынаяҡ, үтекләйбеҙ, ашъяулыҡ, һауыт-һаба.
Типик грамматик конструкциялар: Һауыт-һаба таҙалыҡ ярата. Уларҙы таҙа тотор кәрәк.
Йыһазландырыу: схема-һүрәт, һауыт-һаба, ашъяулыҡ, өҫтәл һәм ике ҡурсаҡ: ҡыҙ һәм малай.
Дәрес барышы:
- Балалар, беҙҙең Сәриә исемле ҡурсағыбыҙ борсола. Уға ҡунаҡҡа Салауат исемле дуҫы килергә тейеш. Сәриә өҫтәлде нисек әҙерләргә, һауыт-һабаны ултыртырға белмәй, ярҙам итәбеҙме?
- Эйе.
Тәрбиәсе ҡулына ашъулыҡ ала.
- Тәүҙә өҫтәлгә нимә түшәйбеҙ?
- Ашъулыҡ.
-Ул ниндәй?
- Таҙа, үтекләнгән, матур.
- Өҫтәлде ашъулыҡ менән яптыҡ.
- Өҫтәлдә нимә ултыртыр кәрәк.
(Тәрбиәсе ковралинға карточкалар ҡуя)
Булған, ти, Сәриә тигән ҡыҙыҡай. Ул ҡунаҡ саҡырған. Өҫтәлгә ашъяулыҡ түшәгән. Сынаяҡтар ҡуйған. Ҡалаҡ һалған. Шәкәр һауыты ҡуйған. Сәйнүк ултыртҡан. Икмәк тәрилкәһе ҡуйған.
- Сәй эсергә кәрәк-яраҡты нисек атайбыҙ?
- Сәй кәрәк-яртаҡтары, һауыт-һаба.
- Эйе, һауыт-һаба.
Өҫтәлгә аш-һыу кәрәк-яраҡтарын ултырталар.
- Бына Салауатты ҡаршылай, өҫтәл артына ултырта, сәй эсерә.
- Балалар, Салауатҡа беҙ әҙерләгән өҫтәл оҡшанымы икән?
- Эйе.
- Ҡунаҡты һыйлағас, өҫтәлде матур итеп йыйштырып ҡуябыҙ.
- Һауыт-һаба бысраҡты яратмай.
- Әкиәттән өҙөк иҫегеҙгә төшөрәм:
Бына сәйнүк йүгерә,
Шатор-шотор һелкенә.
Артынан сынаяҡтар,
Оҙон-оҙон аяҡтар.
Урам буйлап сабалар,
Төкөшөп тә алалар.
Дзын-ля-ля, дзын-ля-ля,
Стакандарға төкөшөп
Яталар, ти, өйөлөп.
- Был әкиәт бысраҡ һауыт-һаба тураһында. Уларҙы йыумағас, өйҙән сығып ҡасҡандар.
- Беҙҙең һауыт-һабаларыбыҙ ҡасып китмәҫме?
- Юҡ.
Балалар Сәриә һәм Салауатҡа һауыт-һабаларын нисек таҙа тоторға өйрәтәләр.
Сюжетлы-ролле уыйын: «Ҡунаҡ һыйлайыҡ»
Һауыт-һаба
Маҡсат: Балаларҙы һауыт-һаба менән таныштыруыҙы дауам итеү уларҙы айыра белеү дөйөмләштереү һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлатыу, таҙалыҡ, бөхтәлек тәрбиәләү
Һүҙлек эше: һауыт-һаба, сәйнүк. балғалаҡ.
Типик грамматик конструкциялар: ҙур ҡалаҡ менән аш ашайҙар. Бәләкәй ҡалаҡ менән сәй эскәндә ҡулланыла
Йыһазландырыу: аш һәм сәй өсөн ҡулланылған һауыт-һабалар, ҡурсаҡ, ҡағыҙҙан эшләгән сынаяҡтар.
Дәрес барышы:
Ҡумта тотоп Ләйсән инә.
- Мин магазиндан һауыт-һаба һатып алдым, тик уларҙы ҡасан, нисек ҡулланырға икәнен белмәйем.
- Ләйсән һеҙҙән ярҙам һорай. Әйҙәгеҙ, уға аш һәм сәй һауыт-һабаларын күрһәтеп айырып бирәйек. Нимәләр алып килдең, Ләйсән? Был ниндәй һауыт? (Өҫтәл өҫтөнә аш һәм сәй һауыт-һабалары теҙелә)
- Ә был тәрилкә, унан аш ашайҙар.
- Был ниндәй ике ҡалаҡ һатып алған Ләйсән, береһе ҙур, ә икенсеһе бәләкәй?
- Ҙур ҡалаҡ менән аш ашай6ар.
- Ә был бәләкәй ҡалаҡ, уны сәй эскәндә ҡулланалар.
- Бәләкәй ҡалаҡты беҙ нисек әйтәбеҙ?
- Эйе, балғалаҡ. (Балалар ҡабатлайҙар.)
- Сәйнүк нимә өсөн кәрәк?
- Был сәй кәрәк-яраҡтарын бер һүҙ менән нисек әйтәбеҙ?
(Һауыт-һаба.)
Ләйсән. рәхмәт һеҙгә, балалар, мин хәҙер аңланым.
Ял минуты. Дидактик уын: «Кем дөрөҫ ала?»
Ике бала сығып, сәй һәм аш һауыт-һабаларын һайлап, бүлеп сығалар. Балалар хата бармы-юҡмы икәнен иғтибар менән күҙәтәләр.
- Балалар, мин һеҙгә ике сынаяҡ күрһәтәм (ҡатырғанан эшләнгән сынаяҡтар)
- Сынаяҡтар ниндәй төҫтә?
- Дөрөҫ, балалар!
Уйын «Киҫәктәрҙән төҙө».
- Афарин, балалар. Ләйсәндең һауыт-һабалары һеҙгә оҡшанымы?
Әңгәмә : «Таҙа булһын ҡулдарыбыҙ».
Маҡсат: балалар6ы әҙәп-гигиена күнекмәләренә – ҡул йыуырға өйрәтеү, таҙалыҡты тәрбиәләү.
Материалдар: һүрәттәр, ҡурсаҡ
Әңгәмә барышы:
- Балалар, ҡарағыҙ әле, бөгөн беҙгә ҡурсаҡ Айгөл ҡунаҡҡа килгән. Ләкин ул шул тиклем бойоҡ, илағыһы килә ниңәлер. Әйҙәгеҙ әле һорайыҡ, ниңә ул шулай бойоҡ икән.
-Айгөл һиңә нимә булды? Айгөлдөң ҡулдарын, битен йыуырға онотҡан шуға ла күңелһеҙ икән. Әйҙәгеҙ, балалар, беҙ уға үҙебеҙҙең нисек йыуынғанды күрһәтәйек һәм бер ыңғай Айгөлдө лә йыуынырға өйрәтербеҙ һәм йыуындырырбыҙ һеҙ шуға ризаһығыҙмы.
Нимәнән башлайбыҙ йыуыныуҙы.
Еңдәрҙе төрәбеҙ, кранды асабыҙ ҡулды һыулап алғас һабын менән ҡулдарҙы күпертеп йыуабыҙ һәм саябыҙ. (Һүрәттәр ҡарау) Балалар күрһәтә.
Кем йыуына таҙа итеп,
Кемдәр һыуҙан ҡурҡмайҙар.
Беҙҙең ҡулдар, беҙҙең ҡулдар – ҡулдарҙы күрһәтеү
Беҙҙең ҡулдар ҡурҡмайҙар.
Кемдәр таҙалыҡты ярата
Ҡолаҡтарҙы таҙарта. – ҡолаҡтарҙы тотҡолау
Беҙҙең ҡулдар, беҙҙең ҡулдар – ҡулдарҙы күрһәтеү
Беҙҙең ҡулдар таҙарта
Беҙҙең ҡулдар уңғандар
Йыуынырға ярата – йыуыныу хәрәкәтен күрһәтеү
Улар йыуа муйынды – муйынды һыпырыу
Бына шулай йыуалар.
Йыуалар тағы бите – битте һыпырыу
Бына шулай йыуалар.
Беҙ үҫкән балалар – сәпәкәй итеү
Таҙалыҡты ярата.
Бына ҡара һин мине, - бер-береһенә ҡарайҙар
Бына ҡара һин мине.
Балалар тәрбиәсе менән ҡул йыуыу бүлмәһенә инеп ҡулдарын йыуалар.
Тәрбиәсе балаларға ярҙам итә.
Әңгәмә: «Ҡуянҡай нисек йыуына?»
Маҡсат: балаларҙы үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерергә, йыуынғанда ҡуллныла торған предметтарҙы атарға өйрәтеү, таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: һабын, һыу, таҫтамал.
Йыһазландырыу: ҡуян, һабын, шәхси таҫтамалдар.
Дәрес барышы:
Балалар урамдан сисенеп инә, ҡуян да улар менән уйнаған.
- Балалар, беҙ хәҙер йыуынырға барабыҙ, уның өсөн нимә эшләр кәрәк? Камила, йә әйт әле. (Еңдәрҙе төрәбеҙ).
- Эйе, балалар еңдәрҙе һыҙғанабыҙ. (Еңдәрен һыҙғаналар, бер-береһенә ярҙамлашалар)
- Бының ни өсөн шулай эшләйбеҙ?
- Дөрөҫ, балалар, еңдәр еүешләнһә, һалҡын була, ауырырға мөмкин. Афарин, йыуынырға әҙербеҙ, бер-берегеҙгә ярҙамлаштығыҙ, ә хәҙер йыуыныу бүлмәһенә барайыҡ.
- Балалар, һыуҙы нисек кенә асырға кәрәк? (әкрен генә)
- Эйе, сөнки һыуҙы шәп итеп асһаң тирә-йүнгә сәсрәй, еүешләнә.
- Ә хәҙер йыуынып алабыҙ, ҡарағыҙ әле, беҙҙең ҡуян нисек йыуына?
- Тәпәйҙәрен ныҡ итеп күбекләнгәнсе һабынлай, унан һыу менән йыуа. Йыуынып бөткәс үҙенең таҫтамалына һөртә.
(Ҡуянды йыуындарғанда тәрбиәсе шиғыр уҡый)
Ҡуянда урамда булған,
Ул бысранып ингән,
Битен йыуған, танауын йыуған,
Тәпәйҙәрен дә йыуған,
Тик ҡолағын онотҡан.
Бына, беҙҙең Ҡуянҡай ниндәй матур булды, ҡолаҡтарын да йыуҙы. Ул хәҙер балаларҙың йыуынғанын ҡарап ултырып тора.
- Балалар, беҙ ҡулдарҙы нимә менән йыуабыҙ. (Һабын.)
- Афарин, бик дөрөҫ. Һабын менән йыуабыҙ. Ә хәҙер йыуынабыҙ. (Тәрбиәсе ярҙамлаша, шиғыр уҡый)
Һалҡын һыу, тәмле һыу,
Минең биттәремде йыу,
Минең күҙҙәремде йыу,
Биттәремде алһыуланын,
Күҙҙәрем ялҡынланһын,
Ҡулдарым таҙа булһын.
- Хәҙер йыуынғас нимә эшләйбеҙ? (Һөртөнәбеҙ)
- Ә нимә менән һөртәнәбеҙ?
- Таҫтамал менән һөртөнәбеҙ.
- Афарин, һәр кем үҙ таҫтамалына һөртөнә.
- Шунан һуң нимә эшләйбеҙ? (Урындарына элеп ҡуябыҙ.)
- Дөрөҫ, балалар, ниндәй матур булдығыҙ. Ә хәҙер төркөмгә инеп уйнап алайыҡ, беҙҙең ҡулдар таҙа, матур бармаҡтар менән уйнап алайыҡ әле. (Бармаҡ уйыны)
10 зимних мастер-классов для детей по рисованию
Усатый нянь
Рисуем акварельное мороженое
Горячо - холодно
Повезло! Стихи о счастливой семье