Балалар баҡсаһында ата-әсәләр менән ял минуттары үткәреү; шиғырҙар ятлау, мәргәнлектә һынашыу, зирәклекте асыҡлау.
Вложение | Размер |
---|---|
Балалар баҡсаһында ата-әсәләр менән ял сәғәттәре | 20.6 КБ |
«Ғаиләнең күңелле ялы» сценарийы
Төҙөүсеһе: Теүәлбаева Розалия Наил ҡыҙы
Маҡсат: ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, уның һәр кем өсөн ҡиммәтле икәнлеген күрһәтеү.
Бурыстар: Балалар баҡсаһының ата-әсәләр менән мөнәсәбәтен арттырыу. Ғаилә ағзаларына булған бәйлелекте нығытыу. Ундағы йолаларға әхлаҡи ҡарашты формалаштырыу. Ата-әсәләрҙе балалар эшмәкәрлегенә йәлеп итеү һәм барыһының да ижади һәләттәрен арттырыу. Улар араһындағы бәйләнеште үҫтереү.
План:
1.Тәрбиәсенең сығышы.
2. Ата-әсәләрҙең «Күңелле ял көнө» проектын ҡарау
3. Балалар һәм ата-әсәләр менән уйындар.
Хәйерле кис, хөрмәтле өлкәндәр һәм балалар! Беҙ һеҙҙе «Ғаиләнең күңелле ялы» кисәһендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
Һәр бала өсөн атай һәм әсәй иң ҡәҙерле, иң яратҡан кеше булып һанала. Шөғөл, ғәҙәттәр үҙгәрһә лә үҙ ата-әсәйеңә булған һөйөү ғүмерлеккә ҡала. Бәхетле ғаиләлә генә яҡшы балалар тәрбиәләнә. Улар-беҙҙең шатлығыбыҙ һәм киләсәгебеҙ. Кескәйҙәрҙе ысын кеше итеп үҫтереү өсөн ата-әсәгә күпме хеҙмәт һәм сабырлыҡ кәрәк.
Атай, әсәй тураһында шиғырҙары тыңлау:
1-се бала: Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ (Ә.Әсәҙуллина).
2-се бала: Иң яҡшы кеше-ул минең атайым,
Исемен ҙурлап, наҙлап атлайым.
Иң көслө кеше-ул бит, ул ғына.
Оҡшатып уға атлайым бына.
Бөгөнгө беҙҙең һөйләшеү ғаилә ялы тураһында барасаҡ. Һәр кем ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Уны һәр кем үҙенсә үткәрергә тырыша. Ишек алдына сығып бала менән хәрәкәтле уйындар, йә туп уйнап, йылы ваҡытта велосипедта, ҡышын саңғыла йөрөү кескәйҙәргә ҙур шатлыҡ өҫтәй. Һәр ғаиләнең ял көндәрен нисек үткәреү тураһында үҙ йолалары бар. Кемдәрҙеке иһә ул юҡ, әле булдырырға бер ҙә һуң түгел. Яҡшы үткәргән ял ғына һәр ғаилә ағзаһын бергә тупларға, баланы нығыраҡ аңларға ярҙам итә.
Ял көнө тураһында йыр тыңлау “Ғаиләм” (В.Толомбаев-А.Зиннурова).
Беҙ һеҙгә өйгә эш итеп «Күңелле ял көнө”темаһына презентация әҙерләргә ҡушҡайныҡ. Әйҙәгеҙ, ҡарап үтәйек (ата-әсәләрҙең сығыштары)
Һәр ғаиләгә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Балалар ғаилә тураһында шиғыр һөйләй.
Балалар өсөн эш: Устарығыҙҙы төшөрөп һәр бармаҡҡа ғаилә ағзаларының һәм йөрәк һүрәтен төшөрөп ата-әсәйҙәрегеҙгә бүләк итегеҙ.
Ата-әсәләргә эш: Балаларығыҙға һөйөү һүҙҙәрен яҙып уҡып ишеттерегеҙ.
Киләһе конкурс балалар менән үткәрелә һәм”Әкиәт геройҙарын беләһеңме?”тип атала
1.Ул бәләкәй балаларҙы ярата, ҡоштарҙы, хайуандарҙы дауалай. Күҙлек кейә. (Айболит).
2. Был ҡыҙыҡай кәрзин эсендә ултыра, ә айыу был турала белмәй уны олатаһы менән оләсәһенә алып бара. (Маша һәм айыу).
3. Был малайҙы ҡамырҙан әүәләп яһайҙар. Ул батыр булып китә. (Ҡамыр батыр).
4. Был ҡыҙ Ай ҡыҙына әүерелә. (Ай ҡыҙы Зөһрә).
5.Үҙе бик ҡурҡаҡ булһа ла арыҫланды еңә. (Батыр ҡуян).
6.Башта уның ҡойроғо оҙон була, бал яратыуы арҡаһында сонтор ҡойроҡҡа әйләнә. (Айыу менән бал ҡорттары).
Киләһе конкурсыбыҙ әсәйҙәр өсөн. «Иреңде юлға әҙерлә» тип атала.
Ирҙәр-улар балалар кеүек. Уларға һәр ваҡыт ярҙам итеп торор кәрәк. Әгәр берәй ҡайҙа йыйынһалар бында инде ҡатын-ҡыҙҙан тыш бер эш тә бармай. Беҙ ҙә һеҙгә атайҙарығыҙҙы, ирҙәрегеҙҙе:
-һунарға,
-мунсаға,
-эшкә,
-баҡсаға барыр өсөн әйбер йыйырға саҡырабыҙ.
Әсәйҙәргә иһә балалар ярҙам итә. Бына һеҙгә кәрәкле әйберҙәр исемлеге: һабын, ышҡынғыс, таҫтамал, ҡырынғыс, куртка, ботинкалар, бинокль, телефон, мылтыҡ, теш пастаһы һәм щеткаһы, ҡулъяулыҡ, рюкзак, бензобысҡы, пастель кәрәк-ярағы, дәфтәр, ручка, шампунь, көрәк, аҡса. ( Һәр әсә кеше балаһы менән атайҙарын ҡайҙа ебәрәләр шунда кәрәкле әйбер йыя).
Әйҙәгеҙ, хәҙер һәр баланан нимә ул ғаилә һорауына яуаптар алайыҡ:
1-се бала: Ғаилә-ул, мөхәббәт һәм йылы усаҡ.
2-се бала: Ғаилә-ул байрам, күңелле даталар.
3-сө бала: Ғаилә-ул хеҙмәт, бер-береңде ҡайғыртыу.
4-се бала: Ғаилә-ул изгелек һәм мәрхәмәтлек.
5-се бала: Ғаилә -ул балалар!
«Һорау-яуап» уйыны.
Ата-әсәләргә ромашка сәскәһен тәҡдим итәбеҙ, улар һәр бер тажын өҙөп алып, ундағы һорауға яуап бирәләр. (Ҡайһы бер һорауҙарға балаларҙың алдан яҙҙырылған яуаптарын тыңлау).
1. Байрамдар баланы тәрбиәләүҙә роль уйнаймы?
2. Баланы өлкәндәр менән бер табын артына ултыртыу дөрөҫмө?
3. Тыуған көндән тыш балағыҙға ниндәй байрам ойоштораһығыҙ?
4. Һеҙ балағыҙҙың дуҫтарын ҡунаҡҡа көтәһегеҙ. Улар килгәнгә тиклем нимә тураһында киҫәтеп ҡуясаҡһығыҙ?
5. Ҡунаҡҡа килгән балалар булған уйынсыҡтарҙы ташлап бөткәндәр. Һеҙ нимә эшләйәсәкһегеҙ?
6. Магазинда балағыҙ уйынсыҡ алыуығыҙҙы һорай, һеҙҙең аҡсағыҙ етмәй. Һеҙ ни эшләйәсәкһегеҙ?
7. Ҡунаҡҡа барырға йыйынаһығыҙ. Балағыҙға нисек итеп, нимә тураһында алдан әйтеп алып барасаҡһығыҙ?
Талғын ғына көй аҫтында Р.Ураҡсинаның “Ғаиләм” шиғыры уҡыла.
Мине бында яраталар,
Мине бында көтләр,
Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм,
Борсолошоп бөтәләр.
Беҙ бөтәбеҙ бергә-«беҙ»,
Шуға күрә бергәбеҙ.
Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп,
Бергә-бергә берегәбеҙ.
Ғаиләнең усағы-
Атам-әсәм ҡосағы!
Балалар менән берлектә беҙ һорауҙар әҙерләнек. Барыбыҙҙы ла һеҙҙең яуаптар ҡыҙыҡһындыра.
1. Һеҙ тыңлыусан бала булдығыҙмы?
2. Һеҙҙе бала саҡта йыш шелтәләйҙәр инеме?
3. Балалар баҡсаһына йөрөнөгөҙмө?
4. Насар ашағанығыҙ өсөн ололар әрләй торғайнымы?
5. Яратҡан уйынсығығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
6. Ата-әсәйҙәрегеҙ һеҙ теләгән уйынсыҡты йыш һатып ала инеләрме?
7. Тиҙерәк үҫеп етеү тураһында хыяллана инегеҙме?
Балалар барыһы бергә: Хөрмәтле ата-әсәләр!
Беҙ һеҙҙе бер ҡасан да көйҙөрмәҫкә, бысранмаҫҡа, тәртипле булырға һүҙ бирәбеҙ!
Ләкин һеҙ бер ҡасан да ашағанда һөйләшмәгеҙ, ҡулдарағыҙҙы йыуып йөрөгөҙ, тәмлекәстәрҙе күп ашамағыҙ, кейемдәрегеҙҙе бысратмағыҙ, телевизорҙы оҙаҡ ҡарамағыҙ, ятып китап уҡымағыҙ, асыуланмағыҙ!
Бына кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Килгән ҡунаҡтарға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ғаилә-ул киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ул беҙҙең өй, атай һәм әсәй, олатай-оләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар-көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ! Бергә булһағыҙ ҙа, алыҫта йөрөһәгеҙ ҙә бер-берегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, өйөгөҙҙө яратығыҙ! Ә беҙ һеҙгә һау булығыҙ, киләһе осрашҡандарға тиклем тип хушлашабыҙ!
Цветение вишни в лунную ночь
За чашкой чая
Рисуем одуванчики гуашью (картина за 3 минуты)
Лавовая лампа
Мать-и-мачеха