Нефтекама ҡалаһының гербы, тикшереү эше
Вложение | Размер |
---|---|
sama_rabota_.doc | 277.5 КБ |
prezentatsiya_microsoft_powerpoint.ppt | 444.5 КБ |
kopiya.ppt | 520 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫНЫҢ 12 -СЕ УРТА
ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ГЕРБЫ ТАРИХЫНАН
Башҡарыусыһы: 5 а класы уҡыусыһы
Харисова Альбина
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ғиндуллина Г.Ғ.
Нефтекама, 2013
Йөкмәткеһе
Инеш 3
1.1. Символикаға күҙәтеү 4-5
1.2. Нефтекама ҡалаһының гербы 6-8
Йомғаҡлау 9
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге 10
Ҡушымта 11
Инеш
Хәҙерге ваҡытта йәмғиәттә Тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Ватаныңдың тарихын, символикаһын өйрәнеү кешене рухи яҡтан байыта, патриотик тойғо уята. Шуға күрә беҙ эшебеҙҙе Ватанды өйрәнеүгә бағышланыҡ. Ата-әсәйемдәр менән ниндәй тема һайларға тип оҙаҡ уйлағас, ошо темаға туҡталдыҡ: “Нефтекама ҡалаһының гербы”. Беҙҙең уй буйынса, был тема тейешле кимәлдә асылып бөтмәгән, ә тиҙҙән беҙҙең ҡалабыҙҙың юбилейы булып үтәсәк, шуға уны өйрәнеү актуаль.
Тикшереү объекты: Нефтекама ҡалаһының символикаһының йөкмәткеһе һәм формаһы.
Эшемдең маҡсаты: Нефтекама ҡалаһының символикаһың килеп сығышын, мәғәнәһен өйрәнеү.
Был маҡсаттан сығып артабанғы бурыстар ҡуйҙыҡ:
Тикшереү эшенең структураһы маҡсат һәм бурыстарға бәйле төҙөлгән. Эш төрлө бүлектәрҙән тора: инеш, төп өлөш, символика, Нефтекама ҡалаһының гербы, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге, ҡушымта.
Тикшереү эшен алып барғанда беҙ төрлө әҙәбиәт менән эш алып барҙыҡ: энциклопедиялар, һүҙлектәр, Нефтекамаға бағышланған китаптар.
1.1. Символикаға күҙәтеү
Тыуған ил образы беҙ йәшәгән урын, ваҡыт төшөнсәләре менән бәйле. Беҙ Тыуған ил төшөнсәһен символдарға бәйләйек. Беҙ уны символдар аша күҙ алдына килтерәйек. Символ – грек һүҙе, ике мәғәнәһе бар: 1) ниндәйҙер төшөнсәне, идеяны шартлы рәүештә билдәләгән нәмә; 2) ниндәйҙер уй-фекерҙе, кисереште шартлы рәүештә биргән художестволы образ. Символик – нимәнеңдер символы булған, нимәнелер сиволлаштырған тигәнде аңлата. [6,200] Беҙҙең илдең символдары – флаг Һәм герб. Икенсе төрлө әйткәндә улар беҙҙең илдең символикаһы. Символика – нимгәлер ҡайтарып ҡалдырылған сиволик мәғәнә. [2, 201]
Донъяла бик күп илдәр бар. Ошо илдәрҙе н индәйҙер символдар берләштерә. Нимәләр һуң улар? Был һәр дәүләтте танытҡан флаг, герб, гимн. Мәҫәлән, Р.З.Шәкүров авторлығында сыҡҡан Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедияһында, флаг - дөрөҫ геометрик формалағы, дүрт иңле рәсем төшөрөлгән йәки төрлө төҫкә буялған туҡымы, тип аңлатыла. Артабан флагтарҙы өйрәнеүсе фән вексиллогия тип аталғаны ла асыҡлана. Тағы ла мин унан ошондай мәғлүмәттәр алдым:” Дәүләт флагы дәүләт символы тип атала. Региондарҙың, ҡалаларҙың, төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың, берекмәләрҙең шулай уҡ үҙҙәренең флагтары бар.
Герб - Боронғо Рус дәүләтендә традицион гербтар булмаған. Һәр ҡәбиләнең тамғаһы булған. Был тамға ата-бабаларҙан күсеп килгән. “Герб” һүҙе рус теленә XVI-XVII быуаттарҙа килгән. Немец теленән тәржемә иткәндә “мираҫ” тигәнде аңлата”. [2,235]. Гербтар беҙҙең тормошта ҙур урын алып тора, беренсе ҡарашҡа улай күренмәһә лә. Хәҙерге заманда һәр дәүләттең тә гербы бар, гербһыҙ дәүләттәр юҡ. Боронғо ҡәбиләләрҙең, рус дворян ғаиләләренең үҙҙәренең гербтары бар. Төрлө сәйәси партияларҙың, берекмәләрҙең, уҡыу йорттарының, заводтарҙың, фабрикаларҙың символдары бар. Ошо символдар араһында үҙенсәлекле урынды гербтар алып тора.
Герб дәүләт һәм ҡала хакимиәте тарафынан раҫлана, ул рәҫми символ булып тора. Шулай ҙа гербты булдырыуҙа ҡала халҡы, йәмәғәтселек актив ҡатнашырға тейеш. Проектты тикшереү, еңеүсене билдәләү асыҡтан-асыҡ булырға тейеш. Был Тыуған яҡтың тарихын әйрәнеүгә өндәү, һөйөү тойғоһон уята. Гербты эшләү – еңел эш түгел. Гербтарҙы өйрәнеүсе фән бар, ул геральдика тип атала. Геральдика фәне рыцарҙар турнирҙары менән бәйле, сөнки уларҙы тимер боронғо хәрби кейемдәр һәм ҡоралдар аҫтында танымағандар. Гербтар байраҡтарҙа сигелгән. Гербтарҙы ҡағиҙәләр буйынса эшләйҙәр. Бында барыһы ла үҙ мәғәнәһен белдерә: элементтары ла, төҫтәре лә, хатта формалары ла.
Герб ҡалҡанға төшөрөлгән һүрәттән һәм тышҡы өлөштән тора.
Ҡалҡандың күбеһенсә формаһы:
Геральдикала төҫ гаммаһы үҙенсәлекле. Бөтә төҫ тә бармай. Ике металл төҫө – алтын(һары) менән көмөш(аҡ), биш эмаль – ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел, ҡара, ҡуйы ҡыҙыл, ике тире –тейен, аҫ . Ул ваҡытта ҡалҡандар ағастан эшләнгән һәм йә тире менән, йә металл менән көпләнгән.
Геральдикала ҡалҡандың өс төрө бар – вертикаль (теленгән), горизонталь (кисешкән, диагональ (ҡыйшайған). Улар бергә һәм айырым үҙ аллы ҡулланырға мөмкин. Гербтарҙа йыш ҡына фигуралар, йәнлектәр, үҫемлектәр, кеше, мифик фигуралар төшөрөлә. Уларҙың һәр береһенең үҙ мәғәнәһе бар.
Ошо төшөнсәләрҙе ата-әсәйем ярҙамында интернеттан ҡараным, тарих уҡытыусыһынан һорап ҡайҙан табырға икәнен белдем. Эшем башҡорт телендә булғас, башҡорт телендә сыҡҡан энциклопедиялар һәм һүҙлектәрҙән ҡараным. Аңламаған һүҙҙәрҙе уҡытыусым Гөлназ Ғәҙнәүи ҡыҙынан һораным.
1.2. Нефтекама ҡалаһының гербы.
1979 йыл. Беҙҙең илдә Мәскәү Олимпиадаһына әҙерлек бара. Олимпиада символикаһы менән значоктар, аҡсалар, тәңкәләр һатыуға сыға. Шул арҡылы беҙҙең ҡала халҡының да үҙенең символикаһына ҡыҙыҡһыныуы арта. Нефтекама ҡала статусын алған, тик әлегә символикаһы булмаған.Ҡала хакимиәтендә быны күҙ уңына алалар. Конкурс иғлан ителә, уның шарттары “Ҡыҙыл таң” ҡала гәзитендә баҫтырылып сыға. Редакцияға бик күп хаттар килә. Еңеүсе булып балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыусыһы, рәссам Нәжип Саҙыҡов раҫлана. [6,357]
Саҙыҡов Нәжип Ғабдулхай улы, талантлы рәссам , Нефтекама ҡалаһының беренсе гербының авторы, күп йылдар Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләгән. Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ҡыҙыл Яр ауылында тыуған. Институтҡа уҡырға кергәнсе
Ямаҙы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй . 1966 йылда Удмурт педагогия университетын тамамлап Ижевск ҡалаһында 10-сы мәктәптә уҡытырға ҡала. 1968 йылда Нефтекама ҡалаһына ҡайта, 1-се интернатта уҡыта башлай, 1971 йылдан 2009 йылға тиклем Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Нәжип Ғабдулхай улы үҙенең уҡыусыларын тормошто, тәбиғәтте өйрәнеүгә өндәй, ҙур әһәмиәт бирә. Күп йылдар ул “Ҡыҙыл таң” ҡала гәзите менән хеҙмәттәшлек итә. Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгән дәүерендә 200-ҙән ашыу уҡыусы уҡыта, шуларҙың күбеһе уҡыуҙарын ошо өлкәлә дауам иткән. Нәжип Ғабдулхай улы төрлө грамоталар менән бүләкләнгән, ә 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы грамотаһы бирелгән.
Беренсе герб 1980 йылдан 2006 йылға тиклем ҡала символы булып тора.
Ҡыҙыл ҡалҡанда стилләштерелгән нефть вышҡаһы, ошо вышҡа тирәләй алтын шестерня, электр селтәре һүрәтләнгән. Башында ҡара фонда алтын хәрефтәр менән ҡала исеме яҙылған. Аҫҡы өлөшөндә зәңгәр төҫ менән тулҡындар төшөрөлгән. Электр селтәре Ҡарман электр станцияһын, нефть вышҡаһы Арлан нефть ятҡылығын һүрәтләй.
Ҡала хакимиәте тарафынан 1980 йылда раҫлана. Был эскиз ҡала етәкселәре менән дә хуплана . Ул күп йылдар ҡала символы булып тора.
2006 йылда 13 июль айында яңы гербтың эскизы ҡала хәкимиәте тарафынан раҫлана. Авторы рәссам, Башҡортостандың рәссамдар союзы ағзаһы - Салауат Ғиләжетдинов. [6, 357]
Салауат Ғиләжетдинов Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1998 йылдан Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы. Республика, Рәсәй күргәҙмәләрендә эштәрен күрһәтә.
Халыҡ-ара конкурстарҙа дипломдар ялай. Уның эштәре Башҡорт дәүләт М.Нестерев исемендәге музеендә, Новосибирск әлкәһенең картина галереяһында, Ҡазан ҡалаһының “Казан” милли үҙәгендә һаҡлана.
Был гербтың композицияһы ҡаланың килеп сығышы һәм экономик үҫеше менән бәйле. Герб зәңгәр фонда өс алтын төҫтәге бер-береһенә ҡаратылған асҡыс һәм йондоҙҙарҙан тора. Гербтың үҙәк элементы булып өс асҡыс һанала. Улар ҡала промышленностының үҫешкән өс йүнәлешен символлаштыра: энергетика, машина төҙөү, еңел промышленность. Герб өс өлөшкә бүленгән, һәр өлөштә алтын нурлы ҡара йондоҙҙар бар. Улар нефть байлыҡтарын символлаштыра.
Белеүебеҙсә, Нефтекама ҡалаһының барлыҡҡа килеүенең, төҙөлөүенең нигеҙе.
Шулай уҡ өс йондоҙ ҡалабыҙҙы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш регионының промышленность, мәҙәниәт һәм белем үҙәге итеп символлаштыра.
Йондоҙҙоң ете нуры – ете быуынды, ете ырыуҙы белдерә, беҙҙең халҡыбыҙҙың берҙәмлеген аңлата.
Гербта зәңгәр төҫ матурлыҡты, бөйөклөктө, үҫеште, алға ынтылышты һәм ышанысты белдерә.
Алтын төҫ – байлыҡты, ғәҙеллекте һәм намыҫлылыҡты аңлата.
Ҡара төҫ – нефть төҫө, белемлелекте, аҡыллылыҡты символлаштыра.
Нефтекама ҡалаһының гербы Башҡортостан Республикаһының регистрына № 033 (утыҙ өсөнсө) , ә Рәсәй Дәүләт геральдика регистрына 3005 булып индерелгән. [6,8]
Йомғаҡлау
Был тема өҫтөндә эшләгәндә беҙ күп төрлө гербтар менән, уларҙың тарихы менән таныштыҡ, символиканың нимә иканен белдек. Иң мөһиме үҙебеҙҙең ҡалабыҙҙың гербының тарихы, авторҙары менән таныштыҡ.
Герб – айырмалыҡ билдәһе икәнде аңланым. Башҡарылған эшебеҙҙән сығып беҙ ошондай һығымтаға килдек: һәр гербтың ниндәйҙер мәғәнәһе бар. Герб – ул үҙенсәлекле символ. Герб эшләү еңел эш түгел, сөнки ул үҙенсәлекле билдә, уның эшләү ҡағиҙәләре бар.
Нефтекама ҡалаһының символикаһы Тыуған илебеҙҙең тарихында үҙенсәлекле урын алып тора. Герб ниндәй ҙә бер символ түгел,ә айырым бер мәғәнәғә эйә булған тамға. Электән гербты азатлыҡ , намыҫлыҡ һәм абруйлыҡ символы итеп ҡарағандар. Ҡалҡанға төшөрөлгән һүрәт ҡабиләнең , ошо ерҙең тарихын һүрәтләгән. Башҡорттарҙа һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы булған. Уны солоҡҡа һуҡҡандар, кейемдәргә сиккәндәр.
Был эштең айырмаһы – ул ғилмилек. Мин әле был өлкәлә үҙ аллы эшләй алмайым, шуға күберәк туғандарым, уҡытыусым ярҙамы һәм кәңәштәре менән эшләнем.
Был йыйылған материалды башҡорт теле дәрестәренән тыш, класс сәғәттәрендә, тарих дәрестәрендә ҡулланырға була тип уйлайым. Сөнки класташтарым араһында ғына ла, мин әҙәрләгән нәмәләрҙе белмәгән уҡыусылар бар икәнен беләм. Минең эшем менән улар ҙа ҡыҙыҡһынды. Мин уйлауымса, һәр кеше үҙ ҡалаһының тарихын белергә, ҡыҙыҡһынырға тейеш.
Ҡала тарихын өйрәнеүҙә минең дә өлөшөм ингәнгә шатмын. Ғилми эш булһа ла, минең кеүек уҡыусылар ҙа эшләй ала. Минең миҫалға ҡарап улар ҙа ҡыҙыҡһынды һәм киләсәккә төрлө пландар ҡорҙо.
Башҡарылған эшебеҙҙән сығып, ҡуйылған маҡсатты үтәнек тип әйтә алам, сөнки Нефтекама ҡалаһының гербтары менән таныштыҡ, тарихын өйрәндек, авторҙары тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Әммә бындай эштәрҙе үҙемә генә эшләү ҡыйын әле, шуға ололарҙың ярҙамы кәрәк булды.
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
Слайд 1
Тема : Нефтекама ҡалаһының гербы Харисова Альбина 5 а классСлайд 2
Нефтекама ҡалаһының беренсе гербы
Слайд 3
Нәжип Саҙыҡов - беренсе гербтың авторы
Слайд 4
Нефтекама ҡалаһының хәҙерге гербы
Слайд 5
Салауат Ғиләзетдинов хәҙерге гербтың авторы
Слайд 6
Салауат Ғиләзетдинов студенттар менән
Слайд 1
Нефтекама ҡалаһының 12 -се урта мәктәбенең 5 а класы уҡыусыһы Харисова Альбина Тема : Символика. Нефтекама ҡалаһының гербыСлайд 2
Тикшереү объекты: Нефтекама ҡалаһының символикаһының йөкмәткеһе һәм формаһы. Эшебеҙҙең маҡсаты: Нефтекама ҡалаһының символикаһың килеп сығышын, мәғәнәһен өйрәнеү. Эшебеҙҙе башҡарғанда артабанғы бурыстар ҡуйҙыҡ : : Нефтекама ҡалаһының символикаһы менән танышыу, гербын өйрәнеү. Нефтекама ҡалаһының гербының тарихын өйрәнеү ; Гербтың авторҙары менән танышыу . Инеш
Слайд 3
Беренсе герб 38м авторы Беренсе гербты 1979 йылда конкурс үткәреп билдәләйҙәр. Еңеүсе булып балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыусыһы Нәжип Саҙыҡов таныла. Ҡыҙыл ҡалҡанда нефть вышҡаһы, ошо вышҡа тирәләй алтын шестерня, электр селтәре һүрәтләнгән. Башында ҡара фонда алтын хәрефтәр менән ҡала исеме яҙылған. Аҫҡы өлөшөндә зәңгәр төҫ менән тулҡындар төшөрөлгән. Электр селтәре Ҡарман электр станцияһын, нефть вышҡаһы Арлан нефть ятҡылығын һүрәтләй.
Слайд 4
Нефтекама ҡалаһының хәҙерге гербы һәм авторы 2006 йылда яңы гербтың эскизы ҡала хәкимиәте тарафынан раҫлана. Авторы рәссам, Башҡортостандың рәссамдар союзы ағзаһы - Салауат Ғиләжетдинов. Герб зәңгәр фонда өс алтын төҫтәге бер-береһенә ҡаратылған асҡыс һәм йондоҙҙарҙан тора. Гербтың үҙәк элементы булып өс асҡыс һанала. Улар ҡала промышленностының үҫешкән өс йүнәлешен символлаштыра: энергетика, машина төҙөү, еңел промышленность .
Слайд 5
Гербта зәңгәр төҫ матурлыҡты, бөйөклөктө, үҫеште, алға ынтылышты һәм ышанысты белдерә. Алтын төҫ – байлыҡты, ғәҙеллекте һәм намыҫлылыҡты аңлата. Ҡара төҫ – нефть төҫө, белемлелекте, аҡыллылыҡты символлаштыр. Нефткама ҡалаһының гербы Башҡортостан Республикаһының регистрына № 033 , ә Рәсәй Дәүләт геральдика регистрына 3005 булып индерелгән. Нефтекама ҡалаһының гербы
Слайд 6
Йомғаҡлау Башҡарылған эшебеҙҙән сығып беҙ ошондай һығымтаға килдек: һәр гербтың ниндәйҙер мәғәнәһе бар. Герб – ул үҙенсәлекле символ. Герб эшләү еңел эш түгел. Сөнки ул үҙенсәлекле билдә, уның эшләү ҡағиҙәләре бар . Беҙҙең йыйылған материалды класс сәғәттәрендә, тарих дәрестәрендә ҡулланырға була.
Рукавичка
Сказка "Морозко"
Как нарисовать китайскую розу
Рисуем лошадь акварелью
Рисуем кактусы акварелью