Вложение | Размер |
---|---|
dokument_microsoft_word.doc | 36 КБ |
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле – Мең волосы (Башҡортостандың хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.
Йәштән үк әсәһе үлә, Мифтәһетдин үгәй әсә ҡулында ҡала, атаһының ишле ғаиләһендә ҡыйырһытылып үҫергә тура килә.
Ғаиләлә башланған кәмһетелеүҙәр мәҙрәсәлә уҡығанда ла дауам итә. Башта белемде атаһынан ала, шунан Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәһендә, шунан күрше Әсән ауылында уҡып белем ала. Әммә Мифтахетдинға ул мәҙрәсәләрҙәге уҡытыу тәртиптәре оҡшамай. Әсән мәҙрәсәһенән киткәс, Мифтәһетдин бер аҙ Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡып, күренекле шағир Шәмсетдин Зәкиҙән Һабаҡ ала. Ләкин уның менән дә ҡәнәғәтләнмәйенсә, Троицкиға килеп, Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһендә уҡый башлай. Ул ҡыш мәҙрәсәлә белем ала, ә йәй көндәре, ҡаҙаҡ балаларын уҡытып, аҡса эшләй.
Мәҙрәсәлә уҡыу дәүерендә Мифтаһетдин үҙ алдында фарсы, ғәрәп телле классик әҙәбиәтте өйрәнеүгә нығыраҡ күңел бирә.
Сығып китеүенә ун өс йыл тигәндә, шағир тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ләкин атаһы уны яҡты йөҙ менән ҡаршы алмай, сөнки Камалетдин хәҙрәт үҙ балаһының ирек һөйөүсе бунтарь тәбиғәтен, шиғриәтле оло хистәрен аңламай. Мифтахетдин ауылынан сығып китергә мәжбүр була. Ул ҡаҙаҡ далаларында уҡытыусылыҡ итә. Унда ла Мифтахетдин байҙарҙан, наҙан муллаларҙан әсе көлә. 1867 йылда, бер ҡаҙаҡ аймағы түрәһе Иҫәнгелде менән низағлашып, Троицк төрмәһенә ултыртыла. Төрмәлә дүрт йыл ултырып сыҡҡас, ул Ҡазан, Петербург яҡтарына сығып китә. Ҡазанда бөйөк ғалим Шиһабетдин Мәржәни, яҙыусы Ҡәюм Насыри менән осраша. Уларға арнап маҡтау шиғырҙары яҙа. Бөтә ҡалған ғүмерен шағир ил ғиҙеп, башҡорт йәйләүҙәрен, ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙырып, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы-ябағаны, етем-еҫерҙе, бөтә кәмһетелгәндәрҙе яҡлап, щиғриәте менән дә, уҡытыусылыҡ итеп тә ғилеммәғрифәт өләшеп, аҡындар менән сәсәнлектә ярышып үткәрә. һәр ерҙә халыҡ уны үҙ кеше итеп ҡаршылай, хаҡ һүҙенә ҡолаҡ һала.
Аҡмулла 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһы менән Һарыҫтан ауылы араһында бер тирмән янында “… Иҫәнгилде старшинаның дуҫы, башҡорт старшинаһы Буранғолдоң ҡушыуы буйынса ... Ғәфиәт һәм Дәүли тигән әҙәмдәр тарафынан үлтерелә”. Ғәҙеллек, яҡтылыҡ, сафлыҡ йырсыһының ғүмере шулай көтөлмәгәнсә һәм фажиғәле рәүештә әҙөлә.
Мифтаһетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының зыяратында ерләнгән.
Мифтаһетдин Аҡмулла үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығарыу өсөн яҙмаған. Сәсәнлек таланты уға шиғырҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ иреклк импровизация рәүешендә ижад итергә мөмкинлек биргән. Уның сәсәнлек һәләте ҡаҙаҡ аҡындары, башҡорт шағирҙары менән бәйгелә (әйтештә) айырыуса асыҡ сағыла. Был импровизацияларҙың күбеһе, үҙ ваҡытында ҡағыҙға яҙылмауы арҡаһында, беҙҙең көндәргә килеп етмәгән.
Шулай ҙа шағирҙың үҙе тере саҡта ( 1892 ) һәм үлгәс ( 1904, 1907 ) Ҡазанда һәм Алматыла баҫылған китаптары шаҡтай бай мираҫты тәшкил итә. Был мираҫ халыҡ араһында шағирҙың яңынан-яңы әҫәрҙәре табылыу иҫәбенә һаман да тулылана, камиллаша.
Аҡмулла туған башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар телдәрен дә, шул осор әҙәби яҙма тел – төркиҙе лә, шулай уҡ фарсы, ғәрәп, рус телдәрен дә яҡшы белгән. Ул үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен төркисә теркәп барһа, импровизация рәүешендә сығарған шиғырҙарын башҡорттар араһында – башҡортса, ҡаҙаҡтар араһында ҡаҙаҡса әйткән.
“Мулла” төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнә һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи ғилемгә, һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, слесарлыҡҡа, столярлыҡҡа, тегенселеккә һәм башҡа донъя кәрәк-яраҡтары яһау оҫталығына эйә булған, балаларҙы ла үҙ туған телендә заманса уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға “Аҡ мулла” тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат (псевдоним) шағирҙың изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата.
Революцияға тиклем Аҡмулланың өс китабы баҫылып сыға. 1981 йылда уның тыуыуына 150 йыл тулған саҡтарҙа Өфөлә, Ҡазанда, Алматыла башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәрендә һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе. Уның шиғырҙары рус телендә лә айырым китап булып сыҡты.
Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министрлығы
Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғәриф бүлеге
муниципаль учрежденияһы
Нефтекама ҡалаһының 12– се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
ТЕМА: “Мифтахетдин Аҡмулла”
(реферат)
Башҡарҙы: Вәлиева А.
4 а класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Ғиндуллина Г.Ғ.
Нефтекама – 2011й.
Һаумыһығыҙ, мин Вәлиева Айгөл, дүртенсе а класы уҡыусыһы булам. Минең эшбеҙҙең темаһы “Мифтаһетдин Аҡмулланың тормошо”. Эштең проблемаһы: хәҙерге заманда белгестәрҙең Аҡмулланың тормошон нисек асып биреүен тикшереү.
Эштең актуаллеге: Аҡмулла үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килтергән шағир, уның эшен дауам итеүселәр байтаҡ. Аҡмулла башҡорт әҙәбиәтендә арыу ғына урын алып тора, бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған. Шуға ла беҙ уның тормошон өйрәнеү, фәнни тикшереү актуаль булып тора.
Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙә Мифтаһетдин Аҡмулланың тормошон тикшереүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.
Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә:
Эшемдең предметы булып Мифтаһетдин Аҡмулланың тормошо тора.
Структураһы : инеш, төп, йомғаҡ, ҡулланылған әҙәбиәт.
Прекрасная арфа
Рисуем белые грибы пастелью
Швейня
Волшебная фортепианная музыка
Распускающиеся бумажные цветы на воде