Вложение | Размер |
---|---|
sochin.doc | 27.5 КБ |
Конкурс: «Йырым һиңә республикам»
Тема: ”Тыуған илем – алтын бишегем”
( Инша )
Башҡарҙы: Вәлиева Айгөл
4а класы уҡыусыһы
Нефтекама ҡалаһының
12-се дөйөм белем
биреү мәктәбе
Етәксе: Ғиндуллина Г.Ғ.
Нефтекама 2011 йыл
Башҡортостаным – илем минең,
Тыуған, үҫкән ерем минең.
Һинең менән ғорурланам,
Һинең өсөн шатланам!
Башҡортостан республикаһы – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ. Мин Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында йәшәйем. Нефтекама иң матур, йәш ҡалаларҙың береһе. Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле ул беҙҙең ҡала. Ул ғорур Кама йылғаһы буйында урынлашҡан. Мин үҙемдең йәшәгән еремде яратам, уның менән һоҡланам.
Тыуған ер, тыуған Башҡортостаным! Ни тиклем күнелгә яҡын, ни тиклем ҡәҙерле, изге һин! Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың да, ҡышҡы һалҡын бурандарың да, күкрәгеңдән урғылып сыҡҡан шишмәләрең дә, диңгез кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарын да – бөтәһе лә күҙ алдымда, йөрәгемдә.
Беҙҙең ғаилә сәйәхәт итәргә ярата. Һәр йыл беҙ Башҡортостандың төрлө төйәгенә барабыҙ. Беҙҙең тәбиғәттең байлығы бер кешене лә битараф ҡалдырмай. Беҙҙең республика урмандарға, күлдәргә һәм тауҙарға бай. Шуға республикабыҙҙы Швейцария менән сағыштыралар. Башҡортостандың байлыҡтарының береһе - йылғалар. Улар һанап бөткөһөҙ . Мин республикабыҙҙың данлыҡлы Ағиҙел,Ҡариҙел йылғаларын, Шүлгәнташ мәмерйәһен күргәнем бар. Йәй көнө тәбиғәт һоҡланғыс. Урманда шат ҡоштар һайраша, болондар төрлө сәскәләргә күмелә, туғайҙарҙа бал еҫе аңҡый. Ҡуйы урмандар, сәскәле яландар, зәңгәр күк, алтын боҙайлы баҫыуҙар, йәнлектәр – тыуған еребеҙҙең төп байлығы, барыһы ла ҡыуандыра ҡарашты. Тыуған ерем миңә ҡәҙерле.Беҙҙең яҡты тәбиғәт кенә түгел, ә уңған, тырыш кешләр ҙә биҙәй.
Мин Башҡортостанда йәшәүемә бик шатмын. Һәр кеше уны яратырга, һаҡларға тейеш.
Дерево в снегу
Разноцветное дерево
Снеговик
Волшебные звуки ноктюрна
Мост из бумаги для Киры и Вики