Вложение | Размер |
---|---|
n-is.rab_._abdrashitova_adeliya.docx | 637.44 КБ |
Силәбе өлкәһе Арғаяш район
Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы
Байрамғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Байрамғол ауылы исеменең тарихы”
“Тыуған төйәгемдең топонимдары” номинацияһы буйынса
ғилми-тикшеренеү эше
Башҡарҙы: 7 синыф уҡыусыһы
Абдрашитова Адэлия.
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Рәхмәтулина Г.Т.
Байрамғол, 2020
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш……………………………………………………………………..3
1.1. Нимә ул топонимия?
1.2. Байрамғол топонимы ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге…………………………………………7
Ҡушымта………………………………………………………………….8
ИНЕШ
Ғилми эштең актуаллеге. Беҙ Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Байрамғол ауылындағы мәктәпкә уҡырға йөрөйбөҙ. Мәктәбебеҙ ауылдың иң бейек һәм матур ерендә урынлашҡан. Уның тәҙрәләренән яҡташыбыҙ, шағирә Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарында данлаған Арғужа күле, йыландай булып ялтырап ағып ятҡан йәмле Миәс йылғаһы күренеп тора. Йылға ағымы буйлап теҙелеп ултырған Мәүлет, Яңы-Миәс (икенсе исеме Крәҫтиән), Миәс (икенсе исеме Буденый) ауылдары ла күренеп ята. Әлбиттә, иҫ китмәле һоҡланғыс күренештән үҙенән-үҙе уйҙар тыуа: ауыл, йылға, күл исемдәре ҡайҙан килеп сыҡҡандар? Был һорауҙар бер мине генә түгел, ә башҡа уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыралыр, тип уйлайым. Ә ғәмһеҙләнеп яуап табырға тырышмаһаҡ, тарих онотолор.
“Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ” ти бит башҡорт халҡы мәҡәле. Шуға күрә миндә ошо һорауҙарға яуап бирерҙәй материалдарҙы табып, уларҙы өйрәнеп, ентекләп тикшереп, эҙләнеүҙәр үткәреп, “Байрамғол ауылы исеменең тарихы” тигән ғилми – тикшеренеү эше яҙыу теләге тыуҙы.
Ғилми эштең предметы - Байрамғол топонимы.
Ғилми эштең объекты – Байрамғол ауылының атамаһына бәйле тарих.
Ғилми эштең маҡсаты - Байрамғол ауылы тарихын өйрәнеп, ауылдың килеп сығышына ҡағылышла материалдарҙы тикшереп, Байрамғол топонимының килеп сығышын иҫбатлау.
Ғилми эштең сығанаҡтары. Эште башҡарыу өсөн фәнни тикшеренеүҙәр, ғилми хеҙмәттәр, һүҙлектәр, ваҡытлы матбуғат мәҡәләләрен файҙаланырға, мәктәп музейынан сығанаҡтар эҙләргә, оло быуын вәкилдәре менән әңгәмәләшергә.
Ғилми эштең төҙөлөшө. Ғилми эш инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
1.1. Нимә ул топонимия?
Өйрәнеләсәк предметты ныҡлы аңлау өсөн, иң элек уның төп йөкмәткеһен асыҡларға кәрәк тине етәксем. Һәм мин топонимия тигән ҡыҙыҡлы бер донъя бар икәнен аңланым.
Нимә ул топонимия һәм топонимика? Грек телендә топос –“урын” һәм онима “исем” тигәнде аңлата. Тимәк, топоним, тура мәғәнәһендә - урын исеме, йәғни, хәҙерге тел телдәгесә әйтһәк, географик атама тигән һүҙ. Күренеүенсә, географик исем, ер-һыу атамаһы, топоним тигән һүҙҙәр үҙ-ара синоним булып торалар. Ә инде топонимия – берәй илдең, өлкәнең, райондың төбәктең географик атамалар йыйылмаһы. Мәҫәлән, беҙҙең райондағы географик атамалар: Арғаяш, Түргәйәк, Өйәлге, Арғужа, Миәс, Байрамғол, Мәүлет һәм башҡалар.
Тимәк, мин ошо эшемдә Байрамғол тигән географик атаманың килеп сығышын асыҡларға тейеш.
Байрамғол ауылы район үҙәге Арғаяштан ҡырҡ километр йыраҡлыҡта, Миәс йылғаһы менән Арғужа һыуһаҡлағысының уң яҡ ярҙарында урынлышҡан. Байрамғол - боронғо башҡорт исеме. Таңһылыу Кусимованың “Исемдәр донъяһында” тигән китабында был исем шулай аңлатыла: БАЙРАМҒОЛ баш. — байрам + ҡол; байрамда тыуған кеше. Тимәк, был кеше исеме һәм уның тураһында тарихта мәғлүмәт бармы икән?
Ауылдың килеп сығышы тураһында тарихи факттар бар. Мәктәп музейындағы ауылыбыҙ тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәр буйынса Байрамғол яҡынса 1742 йылдарҙан һуң барлыҡҡа килгән тигән фекер йәшәй. Тарихсылар иҫбатлауынса, XVII- XVIII быуаттарҙағы восстаниялар ваҡытында Рәсәй батшалығы карателдәре тарафынан меңәрләгән башҡорт ауылдары яндырылып юҡ ителә. Шуға күрә ун һигеҙенсе быуат аҙағында һәм ун туғыҙынсы быуат баштарында күп башҡорт ауылдары яңынан тергеҙелә. Байрамғол да шул ҡаты яуҙарҙа һуң юҡ ителеп, аҙаҡ яңынан аяҡҡа баҫтырылған ауылдарҙың береһе тип һанала.
Шулай ҙа беренсе тапҡыр ауыл тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр 1763-сө йылғы бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу ревизия яҙмаларында күренә. Был ревизия яҙмаларында 1763-сө йылда Ҡаратабын һәм Барынтабын волостары старшинаһы тархан Таймас Шаимов ҡарамағындағы Байрамғол ауылында 10 йорт булғанлығы тураһында һәм нигеҙ һалыусыһы Әбелхәсән Байрамғолов икәне әйтелә. Был тарихи факт һәм уны инҡар итеп булмай (Ҡушымта 1)
Әлбиттә, ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған халыҡ ижадында ла ер-һыу атамаларының килеп сығышы тураһында легендалар һәм риүәйәттәр бик күп. Шул иҫәптән, Байрамғол ауылының килеп сығышы тураһында ла күп нәмә алырға була. Мәҫәлән, “Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы” тигән китапта “Миәс буйы ауылдарының килеп сығыуы тураһында” тигән легенда бирелгән (Муртазин Ҡ. Д., Мөхәмәтйәнов Р.Й, Силәбе-2010, 17-се бит). Унда ауылға нигеҙ һалыусылар Башҡортостандың Учалы районы Наурыз ауылынан икән тиелә.
Борон – борон заманда бер ҡатын, улдарын дошмандарҙан ҡотҡарып ҡалыр өсөн, тыуып-үҫкән ерҙәрен ташлап ҡасырға мәжбүр була. Бер малайының исеме Ҡолой була, ә икенсеһе - Байрамғол. Бик күп көндәр буйы ҡасып йөргәс, улар ҡунырға туҡтайҙар. Төн ҡунып сыҡҡан урын бик тыныс булғас, был ҡатын Ҡолой тигән улын шунда йәшәргә ҡалдыра. Икенсе улы менән артабан юлын дауам итә. Арып-талып, һыуға сарсап бер йылға буйына килеп сығалар улар. Әсә кеше усына һыу тултырған да малайына «мә эс» тип биргән – шул һүҙҙән Миәс йылғаһының исеме ҡалған тиҙәр. Был ҡатын:
- Бында һыу ҙа бар, тәбиғәт тә бик матур, - тип, Байрамғол исемле улы менән ошо ерҙәрҙә йәшәргә ҡала. Шунан Байрамғол ауылының исеме килеп сыҡҡан тиҙәр.
Бар сығанаҡтар Байрамғол ауылының атамаһы уға нигеҙ һалған Байрамғол тигән кешенең исеменән алынған икәнен иҫбатлай.
Мин «Байрамғол ауылы атамаһының тарихы» тип аталған ғилми тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн ғилми етәксем менән берлектә маҡсат, бурыстарҙы билдәләнем. Ғилми эш инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Эште башҡарыу өсөн фәнни тикшеренеүҙәр, ғилми хеҙмәттәр, һүҙлектәр, ваҡытлы матбуғат мәҡәләләрен, музей материалдарын файҙаландым. Ғилми тикшеренеү эшемдә Байрамғол ауылының килеп сығышына ҡағылышлы материалдарҙы анализланым, улар аша һығымталар яһаным. Өҫтәлмә әҙәби материалдар ҙа ҡулландым.
Шулай итеп, ошо эшем ярҙамында Байрамғол ауылының атамаһы уға нигеҙ һалған кешегә барып ялғана икәнен иҫбатланым. Үҙем өсөн ауылдың тарихы бик ҡыҙыҡлы, бай, ҙур иғтибарға һәм ентекле өйрәнеүгә лайыҡлы икәнде асыҡланым. Минең эшем башҡа уҡыусыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм уларҙа тыуған еребеҙгә, уның тарихына ҡарата һөйөү бары тик үҫкәндән-үҫә барыр. Шулай уҡ минең эшем тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡағылышлы дәрестәрҙә уҡытыусыларға ярҙамсы ҡулланма ла булыр тип уйлайым.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
Ҡушымта 1
1763 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу ревизия яҙмалары.
Мәктәп музейы материалы.
Кто чем богат, тот тем и делится!
Рождественские подарки от Метелицы
Без сердца что поймём?
Как зима кончилась
Машенька - ветреные косы