Вложение | Размер |
---|---|
n-is.rab_.halilova_liliya.docx | 22.91 КБ |
Силәбе өлкәһе Арғаяш район
Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы
Байрамғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарында диалект һүҙҙәр”
“Башҡорт теле – ата-бабаларымдың теле” номинацияһы буйынса
ғилми-тикшеренеү эше
Башҡарҙы: 7 синыф уҡыусыһы
Халилова Лилия
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Рәхмәтулина Гөлфиә Тимерғәле ҡыҙы
Байрамғол, 2020
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш
1.1. Башҡорт теленең диалекттары.
1.2. Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарында диалект һүҙҙәр
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге ………………………………………7
ИНЕШ
Ғилми эштең актуаллеге. Мин Мәүлет ауылы ҡыҙымын. Шағирә Кәтибә Кинйәбулатова беҙҙең ауылда тыуып үҫкән, ул минең ауылдашым. Мин һулаған һауаны һулаған, мин эскән һыуҙы эскән, шул уҡ урамдарҙы буйлаған, йылғаны кискән… Ошоларҙы уйлаһаң, ул шундай яҡын, үҙ кеше кеүек. Бөйөк тә, яҡын да!
Быйыл мәктәбебеҙҙә Кәтибә Кинйәбулатованың 100 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа актив ҡатнашып барҙым һәм уның күп шиғырҙары менән таныштым, хатта яттан да беләм. Шиғырҙары матур, аңлашылып торалар. Бик күп шиғырҙарҙа таныш һүҙҙәр, ауыл, күл, йылға исемдәре осрай. Ҡайсаҡта шиғыр юлдарында беҙҙең яҡтағыса әйтелгән һүҙҙәр ҙә осрап ҡуя. Шул мәлдәрҙә бөйөк шағирә иң яҡын кешем кеүек күренә. Һәм мин тағы ла нығыраҡ бирелеп уның шиғырҙарынан беҙҙе яҡынайтҡан һүҙҙәрҙе, юлдарҙы эҙләй башлайым. Ә улар күп икән. Шағирә шиғырҙарын әҙәби телдә яҙһа ла, ул уларҙы тыуған яғының һөйләше, диалекты менән байыҡтырырға тырышҡан бит. Ниңә әле уларҙы йыя, теркәй бармаҫҡа? Бына шул фекерләүҙәр аша мин “Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙарында диалект һүҙҙәр” тигән темаға тикшереү эше башлап ебәрергә булдым.
Ғилми эштең объекты – Кәтибә Кинйәбулатова әҫәрҙәре.
Ғилми эштең предметы – Кәтибә Кинйәбулатова әҫәрҙәрендә диалект һүҙҙәр.
Ғилми эштең маҡсаты – Кәтибә Кинйәбулатова әҫәрҙәрендә диалект һүҙҙәр булыуын иҫбат итеү.
Ғилми эштең сығанаҡтары. Кәтибә Кинйәбулатова әҫәрҙәрен ентекле анализлау.
Ғилми эштең төҙөлөшө. Ғилми эш инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Башҡорт теле — төрки тел, башҡорт халҡының теле. Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Башҡорт телендә өс диалект бар: көньяҡ диалект, көнсығыш диалект, төньяҡ-көнбайыш диалект. Һәр бер диалект һөйләштәрҙән тора. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектҡа йәки һөйләштәргә генә хас булған һүҙҙәр бар. Диалекттарға ғына хас булған һүҙҙәр диалект лексикаһы тип атала.
Көнсығыш диалектҡа Башҡортостандың Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Әбйәлил райондары, Баймаҡ районының төньяғы, Бөрйән районының төньяғы, Белорет районының төньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе, Ҡурған, Екатеринбург, өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре ҡарай. Был диалекттың һөйләштәре: арғаяш, асыуҙы, ҡыҙыл, мейәс, һалйот, әй.
Был һөйләштәрҙең төп тел үҙенсәлеген яһаусы һәм күплек ялғауҙарының дүрт төрлө тартынҡы өн менән башланыуы тәшкил итә. Мәҫәлән:
• һөрәндәү — әҙәби телдә һөрәнләү
• йоҡтай — >> — йоҡлай
• аҡсарҙаҡ — >> — аҡсарлаҡ
• ярҙы — >> — ярлы
• баштау — >> — башлау һ. б.
Көнсығыш диалектта -лыҡ, -лы, -ла кеүек ялғауҙарҙың, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, т, д, ҙ өндәренә башланған дүртәр варианты барлыҡҡа килә: -лыҡ, (-тыҡ, -дыҡ, -ҙыҡ), -лы (-ты, -ды, -ҙы), -ла (-та, -да, -ҙа): сауҡалыҡ, таштыҡ, ҡомдоҡ, шырҙыҡ; балалы өй, башты кеше, талды урын, ҡыйҙы иген; атты дағала, тәмәкене ташта, ашты тәмдәп ҡара, кәбеҫтә тоҙҙаныҡ.
Фонетик үҙенсәлектәре:
1. п, т, с, ҫ, ш, к, ҡ, х өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — т өнөнән башланалар: йәштек-йәшлек, аҡтау — аҡлау.
2. л, м, н, ң, з, ж өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — д өнөнән башланалар: йәндек — йәнлек, меңдәгән — меңләгән.
3. р, й, ҙ, у өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — ҙ өнөнән башланалар: йәйҙәү — йәйләү, йөҙҙәгән — йөҙләгән.
Морфологик үҙенсәлектәре: Атаҡас — тас атаһы, сипекәй — себеш, йыуыштым — йыуындым, туйынығыҙ — ашағыҙ.
Лексик үҙенсәлектәре: Инәй — әсәй, ҡарттай — олатай, ҡартнәй — өләсәй.
Мин Кәтибә Кинйәбулатованың 2005-се йылда баҫылып сыҡҡан “Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа” тип аталаған шиғырҙар, поэмалар, балладалар китабын ентекләп тикшереп сыҡтым. Был баҫмала шағирәнең төрлө йылдарҙа, төрлө ижади осорҙарҙа яҙылған әҫәрҙәре йыйылған. Ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан мин уларҙа етерлек кимәлдә көнсығыш диалекты арғаяш һөйләшенең үҙенсәлектәренә тап килгән һүҙҙәр таптым. Бына улар:
Әҫәрҙең исеме | Диалект һүҙ | Әҙәби телдә әйтелеше йәки мәғәнәһе |
Яҡты көн | Баҡһам | Ҡараһам |
Һырға | Алҡа | |
Туған телем | Инәй | Әсәй |
Инәйемә бер һүҙ әйткем килә | Табикмәк | Табала бешкән икмәк |
Теген тегә | Кейем тегә | |
Ҡартатай менән бала Тыуған йылғам Нәҡ шул ҡояш | Кескүк Кес кенә Кескәй | Бик бәләкәй Бәләкәй генә Бәләкәй |
Игенсе | Ҡалай | Нисек |
Донъя иркен ҡайһылай | Аңдый Яный | Һағалай, ҡарауыллай Янай |
Башҡортомдоң әйткәне | Алъюҫыҡҡа | Бушҡа, тиктән тик, юҡҡа |
Ауылыма оҙаҡ ҡайтманым | Ҡанышым | Бикәс, ҡәйенһеңле |
Ҡара машина | Атайым ман Һыҡтау Тәнәйҙәрем Балдарына | Атайым менән Илау Бәләкәй туғандарым балаларына |
Ҡайтып киләм | Тирәм сарсап | Йыйам һыуһап |
Таныш һуҡмаҡ буйлап | Ҡоро ята | Ҡоро утын |
Ҡоштар һиңә тәсбих әйтә | Данһың (йылға) | Яҡшы |
Таң нуры | Дан (егеттәр) | Яҡшы |
Саҡма тояҡ | Билендәгән көтөү малы | Биләндәгән - ҡоторған |
Түргәйәк күл | Сарҙаҡ | Аҡсарлаҡ |
Ынйыҡай-моңлоҡай | Йәштәйлеккә Һүҙ ҡатаһың Һыҡтай Инәкәйем Ҡауҡалап | Йәш ҡатынлыҡҡа Өндәшәһең Илай Әсәкәйем Шаулап |
Кәтибә Кинйәбулатованың “Ынйыҡай-моңлоҡай” балладаһында, “Ҡара машина” шиғырында көнсығыш диалектының арғаяш һөйләшенә миҫалдар бик күп булып сыҡты. Шулай итеп, шағирәнең ижадына байҡау яһау миңә эшемдең төп маҡсатын - Кәтибә Кинйәбулатова әҫәрҙәрендә диалект һүҙҙәр булыуын иҫбатларға ярҙам итте. Бына шуға күрә лә уның шиғырҙары беҙҙең телгә, күңелгә яҡын икән.
Диалекттар һәм һөйләштәр һәр халыҡтың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығы тип иҫәпләнә бит. Диалекттың бөтөүе хатта халыҡтың юҡҡа сығыуына килтереүе бар. Шуға күрә Кәтибә Кинйәбулатова кеүек яҡташтарыбыҙ әҫәрҙәрендә диалект һүҙҙәр ҡулланыу халыҡсан ерле һөйләшкә йәшәү бирә. Икенсе яҡтан әҙәби телде байыҡтырырға ярҙам итә.
Шулай итеп, ошо тикшереү эшем ярҙамында мин башҡорт теленең диалекттары тураһында белдем. Үҙебеҙҙең яҡ һөйләштең тел үҙенсәлектәренә төшөндөм. Бик кәрәкле асыштар яһаным. Минең эшем башҡа уҡыусыларҙа ла башҡорт теленә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм уларҙа тыуған еребеҙгә, уның тарихына, күренекле кешеләренә ҡарата ихтирам уятыр. Шулай уҡ минең эшем башҡорт теле дәрестәрендә уҡытыусыларыбыҙға ярҙамсы ҡулланма ла булыр тип уйлайым.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
- Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
Кто должен измениться?
Спасибо тебе, дедушка!
Проказы старухи-зимы
Круговорот воды в пакете
Весёлая кукушка