Фәнни - ғәмәли конференция
Вложение | Размер |
---|---|
Ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙең матур әҙәбиәттә ҡулланылыуы | 38.05 КБ |
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
ИНЕШ………………………………………………………………………………….3
ТӨП ӨЛӨШ…………………………………………………………………………...4
ЙОМҒАҠЛАУ…………………………………….……………………………10
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ………………………………………..………11
ИНЕШ
Һәр телдең һүҙлек составы телдең байлығы, формалашыу һәм үҫеш сығанаҡтары тураһында мәғлүмәт һаҡлай. Телдең лексикаһы аша халыҡтың тарихын, тормошон өйрәнергә, уның көнкүреш шарттары, хужалығы, иҡтисады, милли характеры һәм традициялары, рухи мәҙәниәте, башҡа халыҡтар менән төрлө осорҙағы бәйләнеше хаҡында төрлө мәғлүмәт алырға була. Беҙҙе, бигерәк тә, башҡорт әҙәбиәте теленең мөһим бер лексик составын тәшкил иткән ландшафтты белдереүсе һүҙҙәр ҡыҙыҡһындыра.
Башҡорт телендә был өлкәгә ҡараған һүҙҙәр бик күп. Сөнки башҡорт - тәбиғәт балаһы. Ул элек – электән тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән. Тәбиғәттә йәшәгән кешелә ориентир өсөн һәр тауға, йылғаға, урынға ғына түгел, уларҙың өлөштәренә лә атама биреү кәрәк булған. Сөнки тауҙар, йылғалар, шишмәләр, яландар – барыһы ла бер иш түгел. Улар бер – береһенән үҙенсәлектәр, формаларҙан сығып айырылалар. Мәҫәлән, тауҙарҙы ҡарайыҡ. Тау – бейек тау – һөҙәк тау – һыҙма тау – текә тау – үркәс тау – тәпәш тау һ. б.
Лексиканың ошондай бай ҡатламын тәшкил иткән ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙе яҙыусы, шағирҙарыбыҙ әҫәрҙәрендә ҡулланмай ҡалмайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай һүҙҙәрҙе әҫәрҙәрҙә киң масштабта ҡулланыу һирәк. Тимәк, ландшафтты белдереүсе һүҙҙәр ҡулланылыштан төшөп ҡалып бара. Бөгөн башҡорт теленең ҡулланылышы кәмегән ваҡытта, уларҙы әүҙемләштереү, ландшафтҡа ҡараған һәҙҙәрҙе, ҡулланыу мөмкинлектәренән сығып, өйрәнеү, системаға һалып туплау актуаль булып тора. Ошо яғы менән прозала, поэзияла ҡулланылған ландшафтты белдереүсе һүҙҙәр беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итте һәм тикшеренеү эшенең темаһы итеп һайланды. Һүҙҙәрҙе йыйыу, әҙәби әҫәрҙәрҙән һайлап алыу, төрлө билдәләре буйынса лексик – семантик яҡтан төркөмләү маҡсат итеп алынды. Тикшереү өсөн З.Биишева, Һ.Дәүләтшина, Ж.Кейекбаев, Н.Мусин, М.Кәрим, С.Әлибай, Х.Назар, Ҡ.Аралбай һ. б. әҫәрҙәре ҡулланылды.
Ошо маҡсаттан сығып түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
ТӨП ӨЛӨШ
Ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙең матур әҙәбиәттә ҡулланылыуы
Географик объекттарҙың исемдәре, атамалары, һәм ландшафты белдереүсе һүҙҙәр география, тарих, тел буйынса мәғлүмәт йөрөтөүсе булып торалар. Ландшафт һүҙе иһә, ер өҫтөнөң, үҙенә генә хас рельефы, климаты, тупрағы, үҫемлек һәм хайуандар донъяһы булған бер өлөшө, тигәнде аңлата.
Ландшафты белдереүсе теге йәки был атаманың килеп сығышы буйынса тикшеренеүҙәр, йыйылған материалдар, ҡулъяҙма сығанаҡтар, әҙәбиәттә сағылыш алған күҙәтеүҙәр Башҡортостандың ер – һыу атамаларының тарихын һәм сығышын асыҡларға мөмкинселек бирә. Ошондай тикшеренеүҙәрҙең маҡсаты булып ул атаманың тарихын һәм килеп сығышын асыҡлау тора. Тарихты белеү – киләсәкте дөрөҫөрәк планлаштырыу өсөн кәрәк.
Башҡорт теленең сығанаҡтары араһында беҙҙе, бигерәк тә, географик терминдарҙың атамалары ҡыҙыҡһындыра. Географик терминдарҙы, ғәҙәттә, гидрографик һәм орографик объекттарға бүлеп өйрәнәләр. Гидрографик объекттар – йылға, күл, һаҙлыҡ, шишмә, шишмәлек һәм башҡаларҙың атамалары. Гидрография үҙендә боронғо һыҙаттарҙы, телдең йәки телдәрҙең боронғо үҙенсәлектәрен һаҡлағанға күрә, тел һәм халыҡ тарихын өйрәнеүҙә бик ҡиммәтле өҫтәмә материал булып хеҙмәт итә. Орографик объекттар – тау, тау теҙмәһе, һырт, ҡая, түбә, яйла йәки, киреһенсә, тигеҙлек, уйһыулыҡ, соҡор, тарлауыҡ кеүек географик объекттарҙың исемдәре. Орографик объекттарҙа, гидрографик объекттар кеүек үк, боронғолоҡ һыҙаттарын һаҡланыусан булалар.
1.1. Тау ландшафтының атамалары
Элек – электән беҙҙең атай – олатайҙарыбыҙ Урал тауы итәгендә көн иткән. Урал тауы ҡуйынына һыйынып йәшәгәнлектән, беҙҙең телебеҙҙә тау ландшафтына бәйле һүҙҙәр күп һәм төрлө. Тау һәм тау өлөштәренең һәр береһенә исем биреүҙең әһәмиәте шунда: аҙашмай йөрөү, һөйләгәндә дөрөҫ ориентир биреү өсөн кәрәклектә. Сағыштырыу өсөн, эвенк телендә һәм америка эскимостары телендә ҡарҙың төрөн билдәләүсе 200 яҡын һүҙ бар. Улар йәшәгән территорияла ориентир өсөн ҡарҙан башҡа бер ни ҙә юҡ. Шуға күрә уларҙың телдәрендә ҡар төрҙәрен билдәләүсе һүҙҙәр күп.
Профессор Ж.Ғ.Кейекбаев тау ландшафтын белдереүсе 14 – 15 термин бар[1] тип, ә иһә А.А.Камалов үҙенең хеҙмәтендә[2] бындай терминдарҙың 90 төрөн билдәләй.
Башҡорт әҙәбиәте телендә тау системаһын, айырым тау төрҙәрен, ҡалҡыулыҡ, һырттарҙы белдереүсе түбәндәге терминдар ҡулланыла:тау, ҡашлаҡ // ҡаштаҡ, ҡалҡыулыҡ, арҡа, һырт, түбә, уба; тау үрен белдереүсе терминдар: баш, бейек, ҡая, ҡыр, сусаҡ, ҡыра, ҡыраз, ҡырла, суҡы; тауҙың айырым элементтарын белдереүсе терминдар: бит, итәк, типһән, түш, үңер, буй, морон, һөҙәк,һарҡыу һ.б.
Күреүебеҙсә, тау рельефын белдереүсе һүҙҙәр бик күп һәм, әлбиттә, был һүҙҙәр бик күп яҙыусы, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. Һәр терминға айырым туҡталып үтәйек:
Тау – бейеклеге менән тирә - яҡтағы кимәлдән айырылып торған ҡалҡыу урын. Миҫалдар: Тау битенән килгән юл менән туғайға төшкәс, Фатиманың ҡыҫылған һулышы киңәйҙе. (Ж.Кейекбаев) Ул яҡтар беҙҙең Ырғыҙ буйҙарына бер ҙә оҡшамағандар, тауҙары шул тиклем бейек. (Һ.Дәүләтшина)
Күккә ашҡан күк тауҙарың
Иртә тыуа таңдары.
(С.Әлибай)
Тау – башҡорт әҙәбиәте телендә иң күп таралған терминдарҙың береһе. Диалекттарҙа һәм һөйләштәрҙә тау һүҙенең башҡа варианттары юҡ. Ул фонетик – морфологик үҙгәреш кисермәйенсә, шул килеш ҡулланыла.
Башҡорт әҙәбиәте телендә тауҙарҙың бер нисә төргә бүлеп йөрөтәләр : бейек тау, осло тау, ташлы тау, текә тау, һөҙәк тау, һыҙма тау, оҙон тау һ.б. Шағир, яҙыусыларыбыҙ ошо үрҙә һанап үтелгән тау төрҙәрен әҫәрҙәрендә оҫта файҙаланалар. Улар уҡыусы әҫәрҙе уҡығанда, теге йәки был ландшафтты дөрөҫ күҙ алдына баҫтыра алыуын ирешәләр. Мәҫәлән, Н.Мусин «Мәңгелек урман» романында тау төрҙәренең төрлө вариантын ҡуллана. Һөҙәк тау: Зыярат ауылдан ситтәрәк, Ҡаратау – Айыры йылғаһының аръяғындағы һөҙәк тау битләүендә ине. Ағиҙелдең уң яҡ ярында Түбәнге поселок, һул яҡтағыһы һөҙәк тау башындағыһын Юғары поселок тип йөрөтәләр.
Үркәс тау. Был терминға профессор Ж.Ғ.Кейекбаев түбәндәге аңлатманы бирә: «тау үркәсе – тауҙың ослайып ҡалҡып сыҡҡан урыны. Ундай тауҙарҙы үркәсле тауҙар тип атайҙар»[3]. Миҫалдар: Ҡараштары иһә алыҫтағы, иртәнге зәңгәрһыу шыйыҡ томан ятҡан үркәс- үркәс тауҙарға төбәлгән. Шулай уҡ «Мәңгелек урман» романында текә тау һүҙбәйләнеше менән дә һөйләмдәр осратырға мөмкин: Бына ул йығыла – түкмәсә текә тауҙан түбән төшә. Текә тауға күтәрелгәс, Төлкөсура юл ситенә сыҡты … . Борма – борма юллы оҙон һәм текә тауҙарға артылғанда, Торомтай битараф кешеләй, артҡараҡ ҡалып, ҡулдарын артҡа ҡуйып, бөксәйә төшөп әкрен генә атлай.
Ж.Ғ.Кейекбаев үҙенең «Туғандар һәм таныштар» романында һыҙма тауҙар терминын йыш ҡуллана һәм уның ҡулланған һөйләмдәренә ҡарап, беҙ һыҙма тауҙарҙың ниндәй тауҙар икәнен асыҡлай алабыҙ. Миҫалдар: Артабан инде береһенең өҫтөнән икенсеһе аша ҡарап торған һыҙма тауҙар китә. Әхмәди Үҙәште йылғаһының үҙәненән ике яҡлап теҙелеп алыҫҡа һуҙылған һыҙма тауҙарға күҙ ташланы. Бик алыҫҡа һуҙылып киткән үркәсле – үркәсле һыҙма тауҙар итәгендә Ташбатҡан ауылы ултыра. Тимәк, һыҙма тауҙар- бер- бер артлы теҙелеп киткән тигеҙ түбәле тауҙар.[4]
Ҡарап сыҡҡан шиғри әҫәрҙәрҙә тау төрҙәренә миҫалдар һирәк осраны:
Бейек тауҙар артта ҡалды,
Талдырып ҡанаттарҙы.
Сиктәр белмәйсә һуҙылған
Шул тауҙар тармаҡтары.
(С.Әлибай)
Үркәс тауҙар тып- тын ҡалып,
Төбәлгәндәр асманға.
(Ҡ.Аралбай)
1.2. Һыу атамаһын белдереүсе географик терминдар
Атай – олатайҙарыбыҙ элек- электән йәшәү урынын йылға буйҙарынан һайлаған. Борон тирмәләрен һыу ятҡылыҡтары эргәләрендә ҡорһалар, хәҙер иһә ауылдар йылға буйҙарында урынлашҡан. Иртәнсәк торғас та, ҡояшҡа бағыу, йылға ағышын күҙәтеү, йылға ярҙарын буйлап, тулҡын тауыштарын тыңлау башҡорт ғәҙәтенә ингән. Ауылдар йылға эргәһендә урынлашыуы телебеҙҙә йылға, күл, шишмә һәм башҡа һыу ландшафты менән бәйле һүҙҙәрҙең күп булыуына килтерә. А.А.Камалов башҡорт әҙәбиәте телендә гидрографик атамаларҙы белдереүсе ике йөҙгә яҡын һүҙ бар тип билдәләй[5]. Ошо һүҙҙәр араһынан йылға һәм уның төрҙәрен билдәләүсе иҙел, ҡорғой, ҡупасай, кендек, һыу терминдарын ҡулланалар.
Иҙел – башҡорттар ҙур йылғаларҙы ошо термин менән йөрөтәләр. Был һүҙҙең килеп сығышы билдәле түгел. Миҫалдар: Шу – лай, иргә ышанма, иҙелгә таянма, тигәндәр бит. (З.Биишева)
Кисеү бирмәҫ иҙел һымаҡ был төн,
Шомло, ҡаранғы.
(Х.Назар)
Иҙел кисмәй ир булмайҙыр егет –
Кистем иҙел, күрҙем диңгеҙҙәр.
Иҙел булып йылдар аға,
Һалып ярға мисәтен.
(Ҡ.Аралбай)
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был термин әҫәрҙәрҙә һирәк осрай. Иҙел терминын ҡайһы бер яҙыусылар ғына ҡуллана, ә күптәрҙең телмәренән төшөп ҡалған.
Йылға – был һүҙ башҡорт әҙәбиәте телендә иң киң таралған терминдарҙың береһе. Йылға – үҙ үҙәне буйлап туҡтауһыҙ ағып ятҡан һәм ер өҫтөндәге һыуҙар иҫәбенә байыҡҡан тәбиғи һыу. Ул иҙелдән бәләкәйерәк, ә шишмә, инештәрҙән ҙур һыу ятҡылығы. Миҫалдар: Оло Эйек йылғаһы, үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана – көлә бер өҙлөкһөҙ сылтрап аға ла аға. (З.Биишева) Уныһы Төлкөсура … ҡот осмалы бейеклектән түбәндә ажғырып – шаулап аҡҡан йылғаға ырғыны. (Н.Мусин)
Һәр йылғаның була үҙ йырҙаһы,
Үҙ йырҙары була һәр һыуҙың.
(С.Әлибай)
Йылға ҡушылдыҡтарын, тармаҡтарын белдереүсе терминдар: баш, башлау, инеш, күҙҙәү, ҡаран, ҡараһыу, сығанаҡ, шишмә һ.б.
Инеш – ер аҫтынан урғылып сығып ағып ятҡан бәләкәй һыу сығанағы; шишмә. Инеш шишмә термины менән синоним булып тора. Инеш термины менән поэзияла миҫалдар бик күп:
Сылтыр-сылтыр көй көйләгән
Көмөш инештәр иле.
(М.Кәрим)
Ә аҡсарлаҡ ергә төшкән ине
Һыу эсергә кескәй инешкә…
(С.Әлибай)
Сылтыр-сылтыр аҡҡан инеш өнөн
Тын да алмай тыңлай тирә-яҡ.
(М.Кәрим)
Шишмә - ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан һыу, инеш. Инеш һәм шишмә терминдарын тулы синонимдар тип, икеләнмәйенсә әйтә алабыҙ. Сөнки бер ауыл кешеләре бер үк бәләкәй һыу ятҡылығын шишмә тип тә, инеш тип тә йөрөтәләр. Миҫалдар: Утарҙы уртаға ярып, тоноҡ һалҡын шишмә сылтырап ағып ята. Байсура тау итәгендәге ҡалҡыулыҡтар араһынан аҡҡан серле шишмә генә уларҙың серен тыңланы. (Һ.Дәүләтшина) Сыуаҡай әбей уға һалҡын шишмә һыуы менән ҙур бер туҫтаҡ айран һыулап бирҙе. (З.Биишева)
Битем йыуам саф шишмәлә,
Яҡтырып та китә
Сырайым;
(С.Әлибай)
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.
(М.Кәрим)
Ҡаран – туңмай ағып ята торған шишмә, йәки бәләкәй йылға. Ул мул һыулы булып, урғылып сығып ята. Был һүҙ төп башҡорт һүҙе, башҡа телдәрҙә бындай термин юҡ. Нигеҙ булып торған ҡара – төҫтө белдерә. Ә ҡара төҫ төрки телдәрҙә һалҡын тигәнде аңлата. Был термин менән әҙәби әҫәрҙәрҙә миҫалдар бик аҙ. Ҡарап сыҡҡан әҙәбиәттәрҙән тик Н.Мусин ғына ошо һүҙҙе ҡулланған. Кешенең алдында ғына, һылыу ҡыҙҙың майлап үргән сәс толомо кеүек, ишелеп- сылтырап өс-дүрт ҡарыш киңлектәге ҡаран ағып ята. Төлкөсура уны тоноҡ ҡына ағып ятҡан ҡаран эргәһенә алып килде.
Ятыу – йылғаның әкрен, яй аҡҡан тәрән урыны. Миҫалдар: Төш ауғас, Сөнәғәт Үҙәштенең оҙон ятыу тигән еренә һыу инә китте. Сөнәғәт ятыуға төшөп бер үҙе ирәүәнләп һыу инде. (Ж.Кейекбаев)
Шаршы – йылғаның шәп аҡҡан ере; шаран. Шаршы һүҙе ятыу терминына антоним булып тора. Миҫалдар: Норош, …ятыу һәм сыбай урындарҙа шым ғына, шаршыларҙа шаулап-ярһып аға ла аға. Үҙәштенең кисеүенә шаршыға төшөр саҡта уның алдынан ғына уҡ һымаҡ атылып, бер ҡама юлды арҡыры сығып китте…. Бөгөн Сөнәғәт Фатиманы осратыу уйы менән Әхмәдиҙең кәртә артынан аҡҡан Үҙәштелә, һыулауҙың өҫ яғындағы шаршыла, ҡармаҡ һалып та йөрөп ҡараны. Шунан һуң Үҙәште эре-эре таштар араһынан йәнә шаршы булып ағып китә. (Ж.Кейекбаев)
Ишелеп – ишелеп аға,
Шаршыларҙа Ағиҙел…
(Ҡ.Аралбай)
Шаршыларҙай ғына
яҙмышыңда
бағрыларҙың
һин бит
тап үҙе.
(С. Әлибай)
Кисеү – һыуҙың кисеп аша сығып йөрөй торған һай урыны. Ҡайһы бер райондарҙа (бигерәк тә, Дим бассейнына ҡарағандары) кисмәлек терминын ҡулланалар, ләкин терминдың был вариантын осратырға тура килмәне. Миҫалдар: Нисәмә тау артылып, нисәмә кисеү кискәс кенә, соҡор-саҡырлы юлда ике көн буйы атыңды арытып, үҙең дә талсығып, саҡ барып сығаһың ул яҡтарға. (Н.Мусин) Улар баҫма эргәһендә һөйләшеп торғанда, баҫманың аҫ яғындағы кисеүҙән арбалы бер кеше шаптырлатып сығып китте. Уның алдында Үҙәштенең шаршыһы - әрәмәгә сыға торған кисеү. Уҙған йыл йәй Сөнәғәт Фатиманы ла шул Үҙәште кисеүендә, баҫма янында, осратты һәм шул ваҡытта күҙләп ҡуйҙы. (Ж.Кейекбаев)
Хатта һыуға тәс-тәс инә алмам,
Кисеүҙәргә төшһәм – утопша;
(С.Әлибай)
Һуңғы хатың булған Днепрҙан –
Кисеү бирмәҫ утлы йылғанан.
(Ҡ.Аралбай)
Тормош миңә - даръя,
Кисеүенә
Ҡуйылмаған билдә ҡолғанан.
(Ҡ.Аралбай)
Бөгөл – йылғаның боролоп (бөгөлөп) киткән урыны. Миҫалдар: Түбәнге бөгөлдә әле генә бынан уҙған оҙон һалдың артҡы ишкәксеһе күренә. Ҡарасәс әбейҙең үҙенең уй-фекерен туралап ҡына әйтмәй, әллә ҡайҙан, бик алыҫтан, һыу юлы кеүек бормалы, һикәлтәле бөгөлөштәрҙән әйләндереп йөрөтөп килтереп сығара торған ғәҙәте уның йәнен биҙҙерә. (З.Биишева) Бына үрге бөгөлдән тағы һал күренде. Нух атын эйәрләп менде лә, Инйәр һыуы ҙур бөгөл яһап аҡҡан тауҙан түтә юл менән…тау башына инеп китте. Инйәрҙең тауға килеп бәрелгән ерендә, бөгөлдә, һал саҡ-саҡ түңкәрелеп китмәне. (Ж.Кейекбаев)
Күл – тәбиғи һыу ятҡылығы. Был һүҙ менән аталған объект ҙурлығы буйынса төрлө булыуы мөмкин; ҙур, бәләкәй, уртаса. Ә шулай ҙа ҡайһы бер һөйләштәрҙә, ҙур күлдәрҙән айырмалы рәүештә, бәләкәй күлдәрҙе икенсе термин менән атап йөрөтәләр: арғаяш һөйләшендә күлмәк – бәләкәй күл тигәнде аңлата. Күл һүҙенә әҙәби әҫәрҙәрҙән миҫалдар ҡарап үтәйек: Хаят бөгөн эсе бошоп, өй артындағы түңәрәк күлдең ситендә һыу өҫтөнә ҡарап, ниндәйҙер бер оҙон көйҙө аҡрын ғына йырлай ине. Тап төш ваҡыты етеүгә Истебай һыйыр көтөүен Ҡупасай күленә төшөрөп,…ялпылдап атлап, ауылға инде. (Һ.Дәүләтшина) Йәй йүкә ағасы ашҡаяҡ саҡта уны ҡутарып күлгә батыралар. (Ж.Кейекбаев) Йылан күлдә ятып аждаһаға әйләнә лә, кешене тыны менән тартып йота, имеш, тип һөйләй торғайнылар элек. (Р.Солтангәрәев) Аҙаҡ Оло Эйек был ерҙе тарһынып, тура юл ярып киткән дә, бында ошо ҡыйғас күл генә ятып ҡалған. (З.Биишева)
Көн иланды,
Төн иланды
Йәштәр аҡты күл булып.
(Б.Бикбай)
Һин юҡ икән, бары тымыҡ күл мин
Ә йөрәгем – мүкле таш ҡына.
(С.Әлибай)
Һаҙ . Был терминға профессор Ж.Ғ. Кейекбаев бындай аңлатма бирә: «Һаҙ – дөйөм атама, һаҙамыт – һаҙға оҡшаған урын, һаҙа – ҙур территорияны алып ятҡан һаҙ (һаҙлыҡ) ».[6] Шағир, яҙыусылар ҙа әҫәрҙәрендә дөйөм атама булып торған һаҙ терминын ғына ҡулланғандар:
- Атты тау ашырып ебәрҙем, ату һаҙлыҡҡа китә лә бара. (Һ.Дәүләтшина) Әйтерһең һаҙлыҡҡа батҡан да кемгәлер үҙен тартып сығарырға бойора, әллә инде тартайҙы һаҙға батырыусы Сәйҙә әбей тимәксе була. (З.Биишева). Ахыр сиктә Һәҙиә әбей …уҡына-уҡына осоҡлап та ҡараны; күнәкте ауыл осондағы әрәмә ҡуйынына, һаҙлыҡҡа алып барып ташлап килде. (Ж.Кейекбаев)
- Атыр инем, уғым аҙ,
Сабыр инем, алдым һаҙ,
Күҙ ташлаһам тирәмә,
Унда инде халҡым аҙ…
(Б.Бикбай)
Быуа – быуып яһалған һыу һаҡлағыс. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә (бигерәк тә миәс һөләшендә) быуын лексемаһын ҡулланалар. Ләкин әҙәби әҫәрҙәрҙә был һүҙ менән миҫалдар юҡ. Яҙыусы, шағирҙарыбыҙ быуа терминын ҡулай күрәләр. Миҫалдар: Һалабаш быуалары яғына барып, киптерергә элгән йүкәләрҙе ҡарап, ҡайтырға кәрәк. Юғары поселоктан завод быуаһына төшкән юл Ағиҙел аша сыҡҡас, завод ҡоймаһына төртөлә лә … Түбәнге поселокка табан китә. (Н.Мусин). Был быуаның ҡасан быуылғанын да белмәгән йәштәргә уның йырылыуы ҡыҙыҡлы бер ваҡиға булып тойолдо. (Һ.Дәүләтшина) Яланға килеп сыҡҡас, йылға бер уйҡыл эсе менән ҡыҙыл мәтеле яр аҫтынан ағып килә - килә лә, завод урамынан үтеп, … быуаға ҡоя. (Ж.Кейекбаев)
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарап сыҡҡан әҙәби әҫәрҙәрҙә йылға һәм йылға системаһына ҡараған ландшафтты белдереүсе һүҙҙәргә миҫалдар аҙ. Ә бына ҡайһы бер яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә бындай һүҙҙәр бирелеп кенә ҡалмай, хатта уларға ниндәйҙер кимәлдә аңлатма ла бирелеп китә.
ЙОМҒАҠЛАУ
Ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙе өйрәнеү аша теге йәки был региондың географик үҙенсәлектәрен, унда йәшәүсе халыҡ һәм уның теле, тарихы, рухи һәм материаль культураһы, элекке замандарҙан йәшәгән йә һуңыраҡ дәүерҙә күсеп килгән халыҡтар тураһында, икһеҙ-сикһеҙ күп һәм төрлө мәғлүмәттәр ала алабыҙ. Тимәк, беҙ был һүҙҙәрҙе йыйырға, өйрәнергә, тупларға тейешбеҙ. Ул һүҙҙәр халыҡтың килеп сығышы, боронғо тарихы, милли территорияһы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә ярҙам итә. Мәҫәлән, башҡорттарҙың бик боронғо замандарҙа ниндәй халыҡтар менән аралашҡанын, кемдәр менән туғанлыҡ – ҡәрҙәшлеге булғанын, халҡыбыҙҙың элек ҡайһы ерҙәрҙе биләгәнен, ни менән көн иткәнен, ул саҡта башҡорт теленең ниндәй кимәлдә булыуын белеү өсөн беҙ, башҡа материалдар менән бер рәттән, географик атамаларҙы ла төплө итеп өйрәнергә тейешбеҙ.
Шулай итеп, диплом эшендә ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙең әҙәби әҫәрҙәрҙә ниндәй кимәлдә ҡулланылыуы өйрәнелде. Шулай уҡ ошо географик атамаларҙың нимә аңлатыуы тураһында ла мәғлүмәт бирелеп китте. Ошо тикшереү ваҡытында түбәндәгеләргә иғтибар иттек: яҙыусы, шағирҙарыбыҙҙың үҙ әҫәрҙәрендә теге йәки был ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белеп, урынлы ҡулланыуын күрҙек. Мәҫәлән, Ж.Ғ.Кейекбаевты алып ҡарайыҡ. Уның «Туғандар һәм таныштар» романында ҡайһы бер һөйләмдәр географик терминдарға аңлатма кеүегерәк тә яңғырай. Миҫалдар: Артабан инде береһенең өҫтөнән икенсеһе аша ҡарап торған һыҙма тауҙар китә, йәки Тауҙарҙың бүлкәттәре араһында тәрән уялар бар. Ысынлап та, һыҙма тауҙар бер – бер артлы теҙелеп киткән тауҙарҙы, ә иһә уя ике тау араһындағы соҡор, үҙәк тигәнде аңлата. Ә бына Һ.Дәүләтшина, Н.Мусин әҫәрҙәрендә дөйөм әҙәби телдә ҡулланылған терминдарҙы түгел, ә үҙ һөйләштәрендәге, йәғни ерле һөйләштә йөрөгән һүҙҙәрҙе файҙаланалар. Мәҫәлән, Һ.Дәүләтшина түбәләс, ҡырла урынына ерле һөйләштәге түмәләс һәм ҡырлас терминдарын ҡуллана. Шулай ҙа йәшерәк яҙыусылар дөйөм әҙәби тел нормаһына ҡабул ителгән терминдарҙы хуп күрә.
Тағы ла шул күҙгә ташланды: башҡорт әҙәби теле өсөн киң билдәле булған ғына ландшафтты белдереүсе һүҙҙәр яҙыусы, шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан, ә бына башҡа тау, йылға һәм уларҙың өлөштәрен белдереүсе күп төрлө терминдарға миҫалдар, беҙ ҡараған әҙәби әҫәрҙәр араһында осраманы. Мәҫәлән, тау өлөштәрен белдереүсе ҡыңғыр, шихан, эҫтәк, янтыҡ, ҡыраҡа, һәндерә, һаҡлау, һеңер, дүңәл, күң һ.б. һүҙҙәр был әҫәрҙәрҙә булманы. Былар барыһы ла бик күп китап уҡыусыларҙың һәм, шул иҫәптән, яҙыусыларҙың үҙҙәренең дә был терминдарҙы белмәүҙәренән киләлер.
Һәр һүҙҙең халыҡ тарихы икәнлеген иҫәпкә алып, ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙе туплау бик кәрәкле һәм файҙалы. Беҙҙең уйлауыбыҙса, ландшафтты белдереүсе һүҙҙәрҙе мәктәп программаһына индереп, балаларға кесе йәштән өйрәтеү бик отошло. Был һүҙҙәрҙең телебеҙҙән юғалмауына булышлыҡ итер ине.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
* * *
[1] Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы(Уҡыу ҡулланмаһы) / Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте.- Өфө,2002, – 151б.
[2] Камалов А.А. Башкирские географические термины и топонимия. – Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1997 – 86 c.
[3] Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы(Уҡыу ҡулланмаһы) / Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте.- Өфө,2002, – 264б.
[4] Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы(Уҡыу ҡулланмаһы) / Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте.- Өфө,2002, – 264б.
[5] Камалов А.А. Башкирские географические термины и топонимия. – Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1997 – 26 c.
[6] Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы(Уҡыу ҡулланмаһы) / Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте.- Өфө,2002, – 39б.
Стеклянный Человечек
Муравьиная кухня
Швейня
Растрёпанный воробей
Лиса-охотница