"Ҡурайҙың серле моңо" проект эшенә презентация.
Вложение | Размер |
---|---|
prezentatsiya_dim.pptx | 1.85 МБ |
Слайд 1
ҠУРАЙҘЫҢ СЕРЛЕ МОҢОСлайд 2
Ҡурай- сатыр сәскәлеләр төрөнә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Халыҡ телендә уны “таҡыя башлы ҡурай”тип атайҙар.Ҡурай үләне янғыҙ үҫә, тирә-яҡҡа таралмай.
Слайд 3
Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҙары булмаһа... (Башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”).
Слайд 4
Ҡурай тарихынан. Ҡурайҙың барлыҡҡа килеү тарихы халыҡ легендаларында ла сағылған. Ниндәйҙер төбәктә бер яуыз хандың мөгөҙлө булыуы, был сер халыҡҡа таралмаһын өсөн,хандың башын ҡырған ир-аттың юҡ ителә барыуы хаҡында һөйләнелә. Осраҡлы рәүештә тере ҡалған егет бик алыҫҡа,әҙәм аяғы баҫмаған ерҙәргә алып барып ташлана. Ул ас һәм янғыҙ көйө үҙ үлемен көтөргә дусар ителә. Әммә егет ашарға яраҡлы үләндәрҙе, тамыраҙыҡтарҙы белеүе уны ас үлемдән ҡотҡара. Ә ҡурай үләнен табып алып, ҡурайҙа көй уйнауы уға ғүмер бүләк итә. Шул ваҡыттарҙан алып был үҫемлекте лә, көй сығарып уйнарлыҡ музыка ҡоралын да ҡурай тип атай башлайҙар. Ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә.
Слайд 5
Ҡурайҙы эшләү 1 этап 2 этап 3 этап
Слайд 6
Әҙер ҡурай Ҡурайҙың иң аҫҡы уйымы аҫтан 4 бармаҡ, ҡалғандары 2 бармаҡ. Ә бишенсе уйымы, аҙаҡҡы уйымдан 3 бармаҡ алыҫлығында ҡурайҙың икенсе яғында эшләнә.
Слайд 7
Ҡурайҙың төрҙәре Ҡыйыҡ-ҡурай Сур-ҡурай Сыбыҙғы
Слайд 8
Уйнағанда ҡурайҙың баш яғын өҫкө тештәр уртаһына, уң йәки һул яҡҡа терәп, ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ауыҙзың ярылары һәм аңҡау тауыш бәүелткесе итеп ҡулланыла. Ҡурайҙа оҫта уйнаусылар күкрәктән сыҡҡан тын менән көпшәгә өрөп моң сығаралар
Слайд 9
Салауат Юлаев Ишмулла Дилмөхәмәтов Йомабай Иҫәнбаев Әҙһәм Исҡужин Ғата Сөләймәнов Абдулла Хәлфетдинов Рәхмәтулла Бүләканов Яппар Шафиҡов Хәмит Әхмәтов Азат Айытҡолов Мөхәмәт Түләбаев Әнүәр Шафиҡов Кәрим Дияров Роберт Юлдашев Юлай Ғәйнетдинов Ҡаһым түрә Байыҡ сәсән Вәкил Шөғәйепов Ришат Рәхимов Ишморат Илбәков Рәмил Ғәзизуллин Зыя Хәлилов Нурғәли Кейекбирҙин Рәис Низаметдинов Азат Биксурин Рәсүл Ҡарабулатов Рәмзин Әбсәләмов Рөстәм Шәрипов Билдәле ҡурайсылар
Слайд 10
XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмегәйне. Һуңғы ваҡытта ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторолған. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов. Ҡурайҙың бөгөнгөһө.
Слайд 11
и ғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !
Лавовая лампа
Как Снегурочке раскатать тесто?
Зимняя ночь. Как нарисовать зимний пейзаж гуашью
Сказка об осеннем ветре
Подарок