Ҡурай моңоноң әһәмиәте, кеше тормошонда уйнаған роле.
Вложение | Размер |
---|---|
proekt_eshe_dim.docx | 60.27 КБ |
СТӘРЛЕБАШ АУЫЛЫ
1 ҺАНЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
«ҠУРАЙҘЫҢ СЕРЛЕ МОҢО»
Темаһына
БАШҠОРТ(ДӘҮЛӘТ)ТЕЛЕНӘН
ПРОЕКТ ЭШЕ
Төҙөнө: 7-се клас уҡыусыһы Ишембәтов Дим. Етәксеһе: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Насырова Розалия Венир ҡыҙы .
Стәрлебаш, 2019й.
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
1. Инеш.
2. Төп өлөш
2.1. Ҡурай инструментының килеп сығыу тарихы.
2.2. Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо.
2.3. Ҡурай темаһы – әҙәбиәттә.
2.4. Күренекле ҡурайсылар.
3. Йомғаҡлау өлөшө.
4. Ҡулланма әҙәбиәт.
Ҡушымта.
Инеш.
Тарих менән ҡыҙыҡһыныу һәр ваҡыт үҙ иленең патриоты булған атайымдан күскән. Башҡорт мәҙәниәтенә бәләкәйҙән ғашиҡмын.Белмәгәнемде уҡыйым, белгәнемде һөйләйем.
XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмей. Һуңғараҡ ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторола. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.
Хәҙерге заманда донъяла мәғлүмәти алыш бара.Бер милләттең йөҙө төрлө булыуы бар, башҡорттарҙы ла бит бер нимә төргә айырып ҡарарға була. Милли уҙаңды иһә өс нәмә билдәләй: тел, мәҙәниәт, йолалар, шауҡым.
Урал ғына тауҙың, ай башында
Урай-урай үҫкән бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы алып тарттыниһәң,
Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай…
Башҡорт халҡы бик боронғо халыҡтарҙан һанала. Халҡыбыҙҙың тарихы, булмышы, характеры, темпераменты бигерәк тә моңдарында, йырҙарында сағылыш тапҡан.Фәҡәт ҡурай моңо аша тел менән аңлатып булмаҫ, бары йөрәк менән генә тойолор үҙенә бер төрлө тормошто, тарихты күҙалларға була.
Ҡурай темаһын һайлауым, был музыка ҡоралына булған ҡыҙыҡһыныуым, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн борсолоуым арҡаһында тыуғандыр тип уйлайым.
Мин үҙем бәләкәй саҡтан уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү теләге менән яндым.Хәтеремдә, тәү тапҡыр көҙ көнө урмандан буйы менән ҡурай йолҡоп алып ҡайтҡайным. Ҡурай үҫемлеген миңә күрһәтеүс е булдымы икән ул йәштә, мин уны ҡайҙан таныным, - шуныһы сәйер.
Башта ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәндем, әле мин интернет аша өйрәнеп, үҙ аллы унға яҡын көй уйнай алам. Тәүге ҡурайҙы миңә атайым бүләк итте. Миңә музыкант Радмир Мөхтәр улы үҙенең оҫтаханаһында өйрәтә.Минең әле дүрт ҡурайым: улар оҙонлоғо һәм тауыш диапозоны менән бер береһенән айырыла.
Миңә айырыуса “Саҡ менән суҡ”, “Байыҡ”, “Ялсығол”, “Хәтирә”, “Хан ҡыҙы”, “Ете ҡыҙ”, “Салауат” көйҙәре оҡшай. Был көйҙәрҙе өйрәнер алдынан уларҙың тарихын менән дә таныша барам.
Ошоларҙан сығып,
Проект эшемдең маҡсаты: ҡурайҙың башҡорт өсөн ниндәй генә хәлдәрҙә лә юлдашы булыуын һәм был музыка ҡоралының киләсәге барлығын иҫбатлау.
Бурысы:
2.1. Ҡурай инструментының килеп сығыу тарихы
Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.
Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.
XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш ала. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570—810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса "Соль"дан алып «До»ға тиклем араны тултыра: Ля бемоль (Аs), Ля (A), Си бемоль (B), Си (H).
Әммә 5 тишекле ҡурай тауышы буйынса сикле, йәғни боронғо башҡорт халыҡ көйҙәренең ҡайһы берҙәрен һәм заманса көйҙәрҙе тулыһынса башҡарырға мөмкинлеге аҙ. Шуның өсөн дә 90-сы йылдарҙа ҡурайсы Ишморат Илбәков заман талабына ярашлы ошо алдағы яҙылған бөтә ҡурайҙарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшә, дөрөҫерәге ун ике ҡурайҙы бер ҡурай эсенә һыйҙыра. Был ижад музыка өлкәһендә ҙур ҡаҙаныш була, сөнки бер ишҡурайҙа бөтә һөнәри музыка алымдарын һәм талаптарҙы ла ҡулланып, башҡорт халыҡ һәм заманса көйҙәрҙе лә үҙең теләгән музыкаль тоналлектә башҡарырға мөмкин.
Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә. Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы- эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәhе бит. Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау илаhи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береhенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде атар өсөн генә түгел был һүҙ. Киңерәк мәғәнәhендә, уйнаусының күңелендә яралған моңон (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо hәм тәүге уйын ҡоралы булған өсөн ул ҡурайыбыҙҙың исеме!
2.2. Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо.
Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡурай уйнаған кешенең үпкә, бронхтар өсөн файҙалыбулыуын раҫлаған дәлилдәр килтерә. Ҡурай моңо халыҡта үткәндәрен моң аша еткерер татлы хәтирә, ауыр яҙмышынан һыҡтау, аһ-зар өнө генә булмаған, ҡайғы-хәсрәттәрен таратырға ярҙам итерҙәй күңел йыуанысы булған күберәк.Күңел йыуанысы булыр ошо ҡурай башҡорттоң борондан табын күрке лә, юлда юлдашы ла, яуҙа яуҙашы ла, дауҙа яҡлашыусыһы ла була алған.
Ҡурай–ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла, бәндәләргә илһам биреүенә лә, мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк.
Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында бик күп риүәйәттәр йәшәй. Береһен иҫкә алып китәйек. Егете яуҙа һәләк булған ҡыҙ баланы ҡайғы баҫа, ул һарыға һабыша, әммә илай алмай, көндән-көн кибә. Боронғо йолалар буйынса уны өзләп тә, сеңләп тә, бәйет әйтеп тә илатырға, йөрәгенә таш булып ятҡан ҡайғыһын сығартырға тырышалар, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй. Ҡыҙ бала үҙе таш һын булып ҡатҡан. Әлеге заман психологтары булһа, уның был хәлен депрессия тип атар ине, моғайын. Әйткәндәй, изге китаптар ҙа, халҡыбыҙ йолалары ла уйылып китеп ҡайғырырға, бирешергә ҡушмай. Әммә кешеләр ерҙә төрлө, һәр кем үҙ холҡо, яҙмышы менән тыуған, шуға күрә берәүгә килешкән ғәмәл икенсегә бармауы ла ихтимал. Кеше – тәбиғәт балаһы. Уның һәр ҡылығына дауа тәбиғәттең үҙендә, кешенең үҙендә ята.
Баяғы риүәйәткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ҡыҙ баланың ҡаты ҡайғыға батыуын ишетеп, ҡурайында көй уйнай-уйнай уларҙың йортона ҡурайсы килеп инә. Ҡурай моңонан һиҫкәнгән ҡыҙ бала башта нимә эшләргә белмәй, урамға йүгереп сыға, кире өйгә инә. Оҙаҡ уйнай ҡурайсы. Үҙәккә үткес көй уның йәненә инеп ултырған ҡайғыһын ҡыуып сығарып, йәшәүгә ынтылыш, өмөт уята: ҡыҙ бала буҫығып-буҫығып илап ебәрә. Бына был хикәйә, минеңсә, ҡурай моңоноң көсө хаҡында һөйләй.
Ҡурай – бик һиҙгер музыка ҡоралы. Башҡаларҙан айырмалы һиҙгер тип әйтер инем хатта, сөнки уға кеше бер ниндәй ҙә элемент, башҡа материал да өҫтәмәгән, ул тәбиғәттә нисек бар, шулай ҡулланыла, бары тик көй сығарыу өсөн бер нисә урынынан тишек кенә тишелә. Ҡурайҙа уйнағанда онотолоп китеп, үҙеңде әллә ниндәй сихри донъяла кеүек хис итеп, Йыһанда гиҙгәндәй тойған саҡтар ҙа була. Ҡурай Йыһан, донъя, тәбиғәт менән бер бөтөн, уның бер өлөшө икәнеңде тойоуға булышлыҡ иткән музыка ҡоралы.
- Ҡурай моңоноң көсө тураһында өҫтәп әйтеп китәм: Японияла шулай бер сығыш ваҡытында әҫәрләнеп, күҙҙәрҙе йомоп уйнайым.Күҙҙәрҙе асып ебәрһәм, бөтә зал күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын тубыҡҡа һалып, тыңлап ултыра. Тәнәфестә тамашасыларҙың берәүһенән ни өсөн шулай ултырыуҙарын һорағас, ҡурай тәбиғәттән килгән хоҙай бүләге, шуға беҙ медитацияла булып, ыңғай эмоциялар алдыҡ, ти.
Ҡурай- башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы ла, моңдашы ла ул. Сәсәндәребеҙ ҡурай аша халҡында башҡортлоҡ тәрбиәләгән. Бөйөк Салауат батыр ҡурайҙа уйнаған. Ҡаһым- түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға уның өсөн махсус яһалған көмөш ҡурайында уйнап барып кергән.
2.3.Ҡурай темаһы - әҙәбиәттә
Әгәр ҙә ҡурай тарихына күҙ һалһаҡ, ул йөҙәр,меңәр йылдар менән бәйле.Ниндәй генә яуҙар ,ихтилалдар булмаһын,башҡорт үҙенең ҡурайынан айырылмаған. Ҡурай уларға көс, дәрт биргән, ғәйрәтен арттырған һәм уларға еңергә ярҙам иткән.Башҡорт әҙәбиәтендә ошо теманы күтәреп сыҡҡан әҫәрҙәребеҙ бик күп.Зәйнәб Бишеваның “Тылсымлы ҡурай” драмаһында ҡурай образы аша кеше рухының бөйөклөгө данлана, халҡына таянғанда ғына тыуған ерҙән көс алып булыуы, яуыз көстәрҙе еңеп булыуы тураһында һөйләнелә.
Шуны әйтергә кәрәк, Кирәй Мәргәндең “Ҡурайсының үлеме” хикәйәһе,Нур Ғәлимовтың “Яуҙан Ҡайтҡан ҡурай” мәҡәләһе айырыуса иғтибарға лайыҡ.Әҫәрҙәрҙең идея- тематик йөкмәткеһе булып ҡурайҙың һуғыш ваҡытында яугирҙарҙың рухын күтәреүсе символ булып һүрәтләнеүендә.
Ҡурайҙы данлаған шиғырҙарыбыҙҙы һанап бөтөрөрлөк түгел.Иң тәүҙә Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғырын иҫкә алырға кәрәк тип уйлайым.Шағир был шиғырын граждандар һуғышы йылдарында яҙып,башҡорт халҡының тарихы һәм рухи донъяһы ҡурай, унан сыҡҡан моңдар ярҙамында күҙ алдына баҫтырыла.Ҡурай үткән ҡайғыларҙы, шатлыҡтарҙы йырлар моң шишмәһен хәтерләтә.Ҡәҙим Аралбаевтың “Йомабай ҡурайы” шиғырында түбәндәге юлдарҙы ғорурлыҡ менән әйтеп китәһе килә:
Мәңге йәшәр ҡурай.
Ул- үлемһеҙ:
Ул башҡорттоң йәшәй аңында,
Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,
Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..
2.4.Күренекле ҡурайсылар
1.Салауат Юлаев
2.Ишмулла Дилмөхәмәтов
3.Йомабай Иҫәнбаев
4.Әҙеһәм Исҡужин
5.Мөхәмәт Ҡәҙерғолов
6.Ғата Сөләймәнов
7.Абдулла Хәлфетдинов
8.Рәхмәтулла Бүләканов
9.Яппар Шафиҡов
10.Хәмит Әхмәтов
11.Азат Айытҡолов
12.Мөхәмәт Түләбаев
13.Әнүәр Шафиҡов
14.Кәрим Дияров
15.Роберт Юлдашев
16.Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы
17.Ҡаһым түрә
18.Байыҡ сәсән
19.Вәкил Шөғәйепов
20.Ришат Рәхимов
21.Ишморат Илбәков
22.Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы
23.Зыя Хәлилов
24.Нурғәли Кейекбирҙин
25.Рәис Низаметдинов
26.Азат Биксурин
27.Рәсүл Ҡарабулатов
28.Рәмзин Әбсәләмов
29.Рөстәм Шәрипов
30.Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы
3.Йомғаҡлау.
Түбәндә һөйләнелгәндәрҙе йомғаҡлап , дау шуны әйтәм: ҡурай – башҡорттоң иҫ киткес бай тарихын үҙенә туплаған, үҙенә һыйҙырған бөйөк ҡомартҡы. Ҡурайсы ул ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләүсе. Ҡурайсы менән ҡурайҙа уйнаусы араһындағы айырманы элек-электән белгәндәр. Ҡурайсы ул, иң беренсе нәүбәттә халҡының, көйҙәрҙең тарихын тәрәндән белеүсе, уларҙың төрлө ырыуҙарға хас варианттарын өйрәнеп, йөрәге аша үткәреп башҡарыусы. Ҡурайҙы һыҙғыртырға, унда көй уйнарға өйрәнеүе ҡыйын түгел. Ҡурайға бары тик ошондай кимәлдә генә мөнәсәбәте булған кеше ҡурайсы түгел, ҡурайҙа уйнаусы ғына.
Миндә шул ҡурайҙа уйнаусы ғына түгел, ысын ҡурайсы булыу теләге ҙур. Ошо эҙләнеү эшен башҡарғанда, минең өсөн иң мөһим һорау тыуҙы: ҡурайҙың киләсәге бармы? Быға яуапты мин Азат Айытҡоловтың “Йәшлек” гәзитендә биргән интервьюһында таптым: “Донъяға билдәле саксофонсы Пол Винтер менән Екатеринбургта бергә сығыш яһарға тура килгәйне. Ул халыҡ музыка ҡоралдарын өйрәнә, улар ярҙамында фестивалдәр эшләй, көйҙәрҙе тәбиғи асылында тамашасыға еткереү яҡлы. “Сыңрау торна”ны уйнағас, ул: “Башҡорт халҡын һаҡлай торған көй”, тип әйтте, ғөмүмән, ул беҙҙең халыҡ моңдарын бик оҡшатты.
Тимәк, халыҡ йәшәй икән, ҡурай ҙа - мәңге.Һүҙемдең аҙағында үҙем яҙған шиғыр юлдарын да әйтеп китәһем килә:
Быуаттарҙан – быуаттарға
Ҡурай моңо тынмаған.
Тарихтың ауаздарынан
“Урал” көйө уйналған.
“Башҡорт”, “ҡурай”- был ике һүҙ,
Бер туғандай яңғырай.
Йәшәһә минең милләтем,
Уйналыр һәр саҡ ҡурай!
Ҡурай боронғолоҡ, йолалар, традиция, көйҙәр тарихы, музыка ҡоралына мөхәббәт һаҡлаған ерҙә генә һаҡланған һәм үҫә – ул Башҡортостан, башҡорттар йәшәгән төбәк.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
10.Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте.
11.vk.com›topic-29829716_29486123?offset=20
ДОКЛАД
Хәйерле көн! Мин 7А класы уҡыусыһы Ишембәтов Дим .Мин һеҙҙең иғтибарығыҙға “Ҡурайҙың серле моңо” тигән проект эшемде тәғдим итәм.
Проект эшемдең маҡсаты ҡурайҙың башҡорт өсөн ниндәй генә хәлдәрҙә лә юлдашы булыуын һәм был музыка ҡоралының киләсәге барлығын иҫбатлау.
Бурысы:
Тарих менән ҡыҙыҡһыныу һәр ваҡыт үҙ иленең патриоты булған атайымдан күскән. Башҡорт мәҙәниәтенә бәләкәйҙән ғашиҡмын.Белмәгәнемде уҡыйым, белгәнемде һөйләйем.
XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмей. Һуңғараҡ ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторола. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.
Башҡорт халҡы бик боронғо халыҡтарҙан һанала. Халҡыбыҙҙың тарихы, булмышы, характеры, темпераменты бигерәк тә моңдарында, йырҙарында сағылыш тапҡан.Фәҡәт ҡурай моңо аша тел менән аңлатып булмаҫ, бары йөрәк менән генә тойолор үҙенә бер төрлө тормошто, тарихты күҙалларға була.
Ҡурай темаһын һайлауым, был музыка ҡоралына булған ҡыҙыҡһыныуым, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн борсолоуым арҡаһында тыуғандыр тип уйлайым.
Мин үҙем бәләкәй саҡтан уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү теләге менән яндым.Хәтеремдә, тәү тапҡыр көҙ көнө урмандан буйы менән ҡурай йолҡоп алып ҡайтҡайным. Ҡурай үҫемлеген миңә күрһәтеүс е булдымы икән ул йәштә, мин уны ҡайҙан таныным, - шуныһы сәйер.
Башта ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәндем, әле мин интернет аша өйрәнеп, үҙ аллы унға яҡын көй уйнай алам. Тәүге ҡурайҙы миңә атайым бүләк итте. Миңә музыкант Радмир Мөхтәр улы үҙенең оҫтаханаһында өйрәтә.Минең әле дүрт ҡурайым: улар оҙонлоғо һәм тауыш диапозоны менән бер береһенән айырыла.
Миңә айырыуса “Саҡ менән суҡ”, “Байыҡ”, “Ялсығол”, “Хәтирә”, “Хан ҡыҙы”, “Ете ҡыҙ”, “Салауат” көйҙәре оҡшай. Был көйҙәрҙе өйрәнер алдынан уларҙың тарихын менән дә таныша барам.
2.1. Ҡурай инструментының килеп сығыу тарихы
Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.
Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.
Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә. Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр
2.2. Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо.
Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡурай уйнаған кешенең үпкә, бронхтар өсөн файҙалыбулыуын раҫлаған дәлилдәр килтерә.
Ҡурай моңо халыҡта үткәндәрен моң аша еткерер татлы хәтирә, ауыр яҙмышынан һыҡтау, аһ-зар өнө генә булмаған, ҡайғы-хәсрәттәрен таратырға ярҙам итерҙәй күңел йыуанысы булған күберәк.Күңел йыуанысы булыр ошо ҡурай башҡорттоң борондан табын күрке лә, юлда юлдашы ла, яуҙа яуҙашы ла, дауҙа яҡлашыусыһы ла була алған.
Ҡурай–ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла, бәндәләргә илһам биреүенә лә, мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк.
Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында бик күп риүәйәттәр йәшәй. Береһен иҫкә алып китәйек. Егете яуҙа һәләк булған ҡыҙ баланы ҡайғы баҫа, ул һарыға һабыша, әммә илай алмай, көндән-көн кибә. Боронғо йолалар буйынса уны өзләп тә, сеңләп тә, бәйет әйтеп тә илатырға, йөрәгенә таш булып ятҡан ҡайғыһын сығартырға тырышалар, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй. Ҡыҙ бала үҙе таш һын булып ҡатҡан. Әлеге заман психологтары булһа, уның был хәлен депрессия тип атар ине, моғайын. Әйткәндәй, изге китаптар ҙа, халҡыбыҙ йолалары ла уйылып китеп ҡайғырырға, бирешергә ҡушмай. Әммә кешеләр ерҙә төрлө, һәр кем үҙ холҡо, яҙмышы менән тыуған, шуға күрә берәүгә килешкән ғәмәл икенсегә бармауы ла ихтимал. Кеше – тәбиғәт балаһы. Уның һәр ҡылығына дауа тәбиғәттең үҙендә, кешенең үҙендә ята.
2.3.Ҡурай темаһы - әҙәбиәттә
Әгәр ҙә ҡурай тарихына күҙ һалһаҡ, ул йөҙәр,меңәр йылдар менән бәйле.Ниндәй генә яуҙар ,ихтилалдар булмаһын,башҡорт үҙенең ҡурайынан айырылмаған. Ҡурай уларға көс, дәрт биргән, ғәйрәтен арттырған һәм уларға еңергә ярҙам иткән.Башҡорт әҙәбиәтендә ошо теманы күтәреп сыҡҡан әҫәрҙәребеҙ бик күп.Зәйнәб Бишеваның “Тылсымлы ҡурай” драмаһында ҡурай образы аша кеше рухының бөйөклөгө данлана, халҡына таянғанда ғына тыуған ерҙән көс алып булыуы, яуыз көстәрҙе еңеп булыуы тураһында һөйләнелә.
Йомғаҡлау.
Түбәндә һөйләнелгәндәрҙе йомғаҡлап , дау шуны әйтәм: ҡурай – башҡорттоң иҫ киткес бай тарихын үҙенә туплаған, үҙенә һыйҙырған бөйөк ҡомартҡы. Ҡурайсы ул ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләүсе. Ҡурайсы менән ҡурайҙа уйнаусы араһындағы айырманы элек-электән белгәндәр. Ҡурайсы ул, иң беренсе нәүбәттә халҡының, көйҙәрҙең тарихын тәрәндән белеүсе, уларҙың төрлө ырыуҙарға хас варианттарын өйрәнеп, йөрәге аша үткәреп башҡарыусы. Ҡурайҙы һыҙғыртырға, унда көй уйнарға өйрәнеүе ҡыйын түгел. Ҡурайға бары тик ошондай кимәлдә генә мөнәсәбәте булған кеше ҡурайсы түгел, ҡурайҙа уйнаусы ғына.
Миндә шул ҡурайҙа уйнаусы ғына түгел, ысын ҡурайсы булыу теләге ҙур.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Крутильный маятник своими руками
Вода может клеить?
Знакомимся с плотностью жидкостей
Что такое музыка?
Подарок