Фәнни-ғәмәли конференция
Вложение | Размер |
---|---|
Фәнни-ғәмәли конференция | 24.83 КБ |
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Фәнни-ғәмәли конференция
Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесында төп образдар
Башҡарҙылар: Ғәзтдинов Рәмил һәм Гимадрисламова Луиза
5класс уҡыусылары
Етәкселәр: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусылары
Билалова М.М., Ильясова Н.С.
Нефтекама - 2014
ИНЕШ
Тикшеренеү эшенең темаһы: “Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесында төп образдар”.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты: образ һүҙенә аңлатма биреү, әҫәрҙән төп образдарҙы табыу, уларға характеристика биреү, портреттарын төшөрөү.
Ошо маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
З. Биишева балалар өсөн бик күп әҫәрҙәр ижад иткән. Уның теле бай, ябай. Беҙҙең кеүек рус телле балалрға уҡыуы, аңлауы еңел, шуға күрә лә беҙ уның әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып, яратып өйрәнәбеҙ. Уның әҫәрҙәренең телен өйрәнеү бөгөнгө көндә лә актуаль булып тора.
Эштең структураһы: тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Төп өлөш теоретик һәм практик өлөштәргә бүленә.
ТӨП ӨЛӨШ
З. Биишева – халыҡ яҙыусыһы. Уның әҫәрҙәре уҡымлы, ҡыҙыҡлы, халыҡ уларҙы яратып уҡый. Беҙ ҙә уның ижады менән яҡшы таныш. З.Биишеваның әҫәрҙәрен беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыйбыҙ, ҡыҙыҡһынып өйрәнәбеҙ. Беҙгә иң оҡшаған әҫәрҙәренең береһе – “Дуҫ булайыҡ” повесы, сөнки төп геройҙар Юлдаш менән Ҡыҙрас беҙҙең йәштәге малайҙар, беҙҙең кеүек шаяндар һәм тиктормаҫтар. Беҙ уларҙы яраттыҡ һәм эҙләнеү эшенең объекты итеп һайланыҡ. Эште башлағас, беҙҙең алдыбыҙға “Нимә ул образ?” тигән һорау килеп баҫты. Был һорау менән беҙ уҡытыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Урыҫ, башҡорт, татар теле уҡытыусылары, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Һеҙҙең иғтибарығыҙға видеосюжет тәҡдим итәбеҙ (видеосюжет күрһәтеү).
Ким Әхмәтйәновтың “Әҙәбиәт теорияһы” китабында образ һүҙенә аңлатма былай тип яҙылған: “яҙыусы, актер, художник тарафынан ижад ителгән тип, шәхес”, ә “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”ндә “кемдеңдер күҙ алдына баҫтырылған, хыялға килтерелгән төҫө, рәүеше, һүрәте” тиелгән. Шулай итеп образ һүҙен беҙ әҫәрҙәге геройҙарға характеристика биреү тип аңланыҡ.
“Дуҫ булайыҡ” повесында беҙҙе йәлеп иткән төп образдар- Юлдаш менән Ҡыҙрас. Бына нисек таныштыра беҙҙе улар менән З. Биишева: улар ҡала малайҙары, ауылда танышалар. Юлдаш Ишембайҙан, ә Ҡыҙрас Октябрскиҙан.
Ҡыҙрас – бәләкәс кенә йыуантыҡ буйлы, терпенең арҡаһы шикелле тырпайып торған сем- ҡара сәсле, күгәрсен йомортҡаһы кеүек сып-сыбар һипкел баҫҡан йомро битле, ҡош мороно шикелле бәләкәс кенә сәкәй танаулы, уяу, теремек малай. Уның күҙҙәре лә турғай күҙҙәре кеүек бәләкәс кенә йүгеректәр.[1]
Ә Юлдаш – Ҡыҙрастың киреһе. Ул буйға ла Ҡыҙрастан бер башҡа бейегерәк. Төҫкә лә ул Ҡыҙрастан башҡараҡ: оҙонса яңаҡлы, көмрөрәк ҡырлы танаулы, тулҡынланып торған ҡуңыр сәсле, уйсан түңәрәк күҙле. Уның ҡап-ҡара ҡалын ҡаштары ла, Ҡыҙрастыҡы кеүек, бармаҡ менән баҫҡан кеүек ҡыҫҡа ғына түгел, ә ҡарлуғас ҡанаттары кеүек ҡыйылып торалар. Яурындары киң, ҡулдары, өләсәһе әйтмешләй, көрәк кеүек. Холоҡ яғынан да ул Ҡыҙрас шикелле теремек, илгәҙәк түгел. Киреһенсә, артыҡ ауыр холҡло, аҙ һүҙле. [2]
Малайҙар тураһында бындай ентекле характеристиканы уҡып сыҡҡандан һуң, беҙҙә уларҙы һүрәткә төшөрөп ҡарау теләге тыуҙы. Класта һәр кем үҙенә оҡшаған образды һайлап алып һүрәткә төшөрҙө. Бына ошондай эштәр килеп сыҡты (портреттарҙы күрһәтеү). Ысынлап та, яҙыусы малайҙарҙы шул тиклем яҡшы һүрәтләй, хатта беҙ эшләгән һүрәттәр бер-береһенә оҡшап тора.
Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмай рәсем уҡытыусыһына мөрәжәғәт иттек. Беҙ унан Юлдаш менән Ҡыҙрастың портреттарын эшләп ҡарауын һораныҡ. Уҡытыусыбыҙ эшләгән портреттар ниндәйерәк булыр? Беҙҙекенә оҡшармы? Ул ижад иткән образдарҙы һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ (рәсем уҡытыусыһының эштәрен күрһәтеү).
Ысынлап та, Юлдаштың һүрәтенә ҡараһаң, З. Биишева һүрәтләгән ғәҙел, аҡыллы, аҙ һүҙле, сабыр, тырыш, тыныс холҡло малай ҡарап тора. Ә инде Ҡыҙрас матур йылмайып, әҫәрҙә һүрәтләнгән теремек, илгәҙәк, яғымлы малай кеүек күренә. Малайҙарҙың образдарын өйрәнеп, һүрәткә төшөргәндән һуң, уларҙы күҙ алдына килтереп, әҫәрҙе уҡыуы тағы ла ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булып китте беҙгә.
ЙОМҒАҠЛАУ
Йомғаҡлап шуны әйтергә була: З. Биишева кеүек халҡын яратҡан яҙыусыларыбыҙ күберәк булһа ине. Үҙ халҡын яратҡан яҙыусы ғына ошондай әҫәрҙәр яҙа ала, ошондай образдар тыуҙыра алалыр ул.
З. Биишева йәшәгән осор менән беҙҙең заман араһында ҙур ваҡыт арауығы булһа ла, уның әҫәрҙәре бөгөн дә актуаль яңғырай. Тормошобоҙ фән, техника яғынан бик алға киткән. Ә бына ғәҙеллек, кешелеклелек, рухи байлыҡ, әхлаҡ кеүек төшөнсәләргә иғтибар етмәй. Тап ошо сифаттарҙы З. Биишева үҙенең “Дуҫ булайыҡ” повесында Юлдаш менән Ҡыҙрас образдары аша күрһәтә алған. Ошо малайҙар тураһында белгәс, беҙ ҙә дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, бер-береңде хөрмәтләргә, алдашмаҫҡа кәрәклеген аңланыҡ.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
[1] Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Беренсе том: роман, повесть, хикәйәләр.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995-446-сы бит.
[2] Биишева З. Әҫәрҙәр. Биш томда. Беренсе том: роман, повесть, хикәйәләр.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995-447-се бит
Щелкунчик
Заповеди детства и юности
Весенние чудеса
Лупленый бочок
Ребята и утята