Йөкмәткеһе:
1.Инеш
2.Башҡорт аты тураһында белешмә.
3.Аттарҙың һан яғынан үҫеше
4.Йомғаҡлау
5.Һүрәттәр
6.Ҡулланылған әҙәбиәт
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_aty.docx | 27.06 КБ |
Йөкмәткеһе:
1.Инеш
2.Башҡорт аты тураһында белешмә.
3.Аттарҙың һан яғынан үҫеше
4.Йомғаҡлау
5.Һүрәттәр
6.Ҡулланылған әҙәбиәт
Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй,
Йондоҙло төн – күктә ай-даға.
Ҡырпаҡ ҡарҙан лерт –лерт юртҡан өйөр
Аҡ юрғанға һала ай-тамға.
Ҡайсы ҡолаҡ, ҡаты тояҡ аттар,
Эйәр күрмәй ҡалған тай – тулаҡ
Ҡараңғыға оса, ҡау бауырлап,
Ирек тиеп, сапсып һәм тулап.
Ат – ул башҡорт халҡының , һуғышсыһының айырылғыһыҙ дуҫы, яуҙашы булған. Егет менән атты халыҡ һәр саҡ айырылғыһыҙ бер бөтөн итеп ҡараған. Беҙ әҙләгән теманың актуальлеге бөгөнгө көндә аттарҙың һаны кәмеүе, уларға иғтибар аҙайыуы,хужалыҡ эшендә ат көсөнөң юғала барыуы борсой. Кешеләрҙең аттан машиналарға күсеп ултырыуы, тәбиғәтте бысратыу, кешеләрҙең һаулығына зыян һалыуын күҙ уңында тоттоҡ.
Борон- борондан халҡыбыҙ атка изге хайуан тип ҡараған,уны үҙенең иң яҡын дуҫы, уң ҡанаты тип һанаған. Башҡорт аты электән үк Рәсәйҙә сыҙамлығы менән дан алған. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла йыл әйләнәһендә тибенлектә йөрөй алған. Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат кешене борон– борондан туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған.
Эҙләнеүебеҙҙең төп маҡсаты- атҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү, уға ҡарата изге мөнәсәбәтте сағылдырыу, аттың кешеләргә күрһәткән файҙаһын асыу.
Эҙләнеүебеҙҙең объекты булып – башҡорт тоҡомо аттары,уларҙың бөгөнгө көндәге һаны, Рәсәй күләмендә тотҡан урыны.
Башҡорт аты ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Айғырҙың үлсәмдәре: мунда бейеклеге 142-145см, кәүҙәнең ҡыйыш оҙонлоғо 147-150см, түш ҡоласы 170-175см, тере ауырлығы 450-470 кг.
Башҡорт аты 17-18 быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120-140 км юлды үтеп башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған. Башҡорт ғәскәре ойошторғанда, башҡорт аты ҡулланылған,Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа урыҫ армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған:”…башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр ине.” Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов “Төньяк амурҙары” романында ла башҡорт атлы полктарҙың ҡаһарманлығы тасуирлана, башҡорт аты башҡорт яуғирының айырылғыһыҙ һәм тоғро юлдашы икәнен күрәбеҙ. Хәрби белгестәр башҡорт атын
ҡыйыулығы һәм тәүәкәллеге, тырышлығы һәм идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғала барыуға һәләтлелеге(ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһаланғандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында тәрбиәләгәндәр. Башҡорт аты талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡланғанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700-1000 кг йөк һөйрәй ала.
Кәүҙәһенең оҙон булыуы арҡаһында йөрөшө тигеҙ, һыбайлыны тиҙ арытмай,шуға күрә оҙаҡ ваҡыт һыбай йөрөгәндә уны башҡа тоҡомло аттарҙан өҫтөн күргәндәр. Күп үрсем биреүе,һөтлө булыуы менән айырылып тора. Һауын осоронда 1700-2800 кг, иң яҡшы бейәләр хатта 4000кг һөт бирә. Йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөүгә, 40-50см ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтынан үлән тибеп ашауға яраҡлашҡан. Бейәләрҙә һәм айғырҙарға бер өйөр булып йөрөү ғәҙәте көслө. Был йыртҡыс хайуандарҙан ышаныслы һаҡланыу мөмкинлеген бирә. Башҡорт аты ауыл хужалығында һәм йөк ташыу эштәрендә,ҡымыҙ яһау һәм ит етештереү өсөн файҙалана. Башҡортостандың тоҡомсолоҡ заводтарында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла. Күп һөтлө Ирәндек тоҡомо сығарылған. Халыҡ селекцияһы ысулы менән барлыҡҡа килтерелгән башҡорт атына башҡорт тоҡомо статусы бирелгән.
Башҡорт аты ултыраҡ тормошта йәшәгән, әгәр күсенһә лә алыҫ араға күсмәй торған, халыҡ аты. Ул артыҡ сандыр (ҡоро һөйәкле, ябыҡ) түгел, үҫешкән һөлдәһе бар, осаһы (арт яғы) ныҡ ябыҡ түгел, ләкин аяҡтары мыҡты һәм көслө, шулай уҡ тояҡтары бик ныҡ. Бик сыҙамлы, тыныс тәбиғәтле. Элек башҡорт аттарының һаны 600 меңгә тиклем еткән.
Башҡорт аттары электән үк Рәсәйҙә сыҙамлылығы менән һыналған.
Шулай уҡ ул ҡапыл борола алыуын, етеҙлеген дә билдәләп киткән. Уларҙың хаҡы 30-50 һум торған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда башҡорттарҙың байтағы 300-400 йылҡы малы тотҡан.
Башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән. Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән.
Этнограф Руденко "Башкиры" тип аталған китабында:
"Иң бай башҡорт 3–4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20–30 баш йылҡыға хужа",— тип яҙған.
Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан, өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары аша ул юғары баһалана . Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгәндәр.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы башлыса башҡорт аттары менән тулыландырыла.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урынды алып тора.Тоҡомло аттар үрсетеү, йылҡы ите, ҡымыҙ етештереү комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. 2006-2009 йылдарҙа аттар һаны ун процентҡа артҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы һуңғы йылдарҙа аттар һаны бермә бер кәмей. Был күренеш республиканың күп райондарына хас. Аттар һаны шулай уҡ шәхсән хужалыҡтарҙа һиҙелерлек кәмене. Бынан 10-15 йыл элек ауылдарҙа һәр бер хужалыҡта тип әйтерлек ат тоталар ине, колхоз- совхоздар ат фермалары менән дан тота ине . Хәҙер улар бөтөрөлдө һәм хужалыҡта аттар бик аҙ.
Ат кешенең дуҫы,ярҙамсыһы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ : Башҡортостанда “Республикала 2012-2016 йылдарға тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереү программаһы” эшләнгән. Башҡортостандың тоҡомсолоҡ заводтарында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла. Күп һөтлө Ирәндек тоҡомо сығарылған. Халыҡ селекцияһы ысулы менән барлыҡҡа килтерелгән башҡорт атына башҡорт тоҡомо статусы бирелгән. Бөгөн республикала ат заводы һәм төрлө тоҡомдар буйынса эшмәкәрлек алып бара. Уларҙа башкорт аты ,урыҫ һәм Орел юртағы , йөк аттары кеүек токомдар үрсетә.
Йомғаҡлау.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында аттарға бик күп һәм мөһим иғтибар бүленгән. Башҡорт мифологияһында Толпар — һыуҙан йәки океандар башланған ерҙән сыҡҡан әкиәттәге тылсымлы, ҡанатлы ат. Был исемгә дәрт, атлығыу, уҡталыу, өйөрмә, ҡойон, илһамланыу, ҡанатланыу, күтәрелеү кеүек мәғәнәләр һалынған. Аҡбуҙат, күк ҡанатлы аты, башҡорт халыҡ эпосы "Урал-батырҙа" мөһим роль уйнай. Ат образы башҡорт легендаларында, риүәйәттәрендә(Аҡһаҡ ҡола , Ҡара юрға , Бишҡолон , Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу , "Алпамыша") , әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа геройға ярҙам итеүсе, уны еңеүгә килтереүсе төп фигура итеп һүрәтләнә.Уның хаҡында күп маҡтаулы һүҙҙәр әйтелә.Был һүҙҙәрҙә башҡорттоң атҡа булған һөйөүе, изге мөнәсәбете сағыла. Күп кенә башкорт шағирҙары ла, атты данлап ,байтаҡ шиғырҙар ижад итте.
Башҡорт аты тураһында мәҡәлдәр ҙә бик күп.
- Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
-Егет күрке дан менән,айғыр күрке ял менән.
- Абынмаҫ ат булмаҫ.
- Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
-Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, яратҡан ат күҙеңә ҡарай.
- Ат яхшы булһа, юл ҡыҫҡа була.
Башҡорт аты иғтибарға лайыҡ хайуан. Шуның өсөн уның киләсәге алда , республика күләмендә уларҙы үрсетеү иғтибар үҙәгендә тора,сөнки улар юғары үрсем,күп һөт һәм ит бирә,ифрат ҙур эш һәләтенә эйә, б2т8 яҡтан бик файҙалы.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Сагин И.А. Башкирская лощадь и пути ее улучшения. Уфа. 1955.
2.Свечин К.Б. Коневодство Башкирии. Уфа. 1974
3.Военная энциклопедия, 1911-1914
4.Мурсалимов В.С., Сатыев Б.Х. Башкирская лощадь. Уфа. 1988.
5.Һылтанмалар Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре
6.Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ..., "Башҡортостан" гәзитендә Рәшит
Зәйнуллин мәҡәләһе
7. «Башҡорт аты-тормош ҡото», » «Йәшлек» гәзите
8.«Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты», «Йәшлек»
9.«Ат ҡәҙерен белмәгән юлда илап ултырыр...», «Йәшлек»
10.Башҡортостан Энциклопедияһында башҡорт аты тураһында мәҡәлә
11.Аттар тураһындағы сайт, башҡорт аттары бите
12.Йылҡысылыҡ буйынса сайт. Башҡорт аты
Ғәзит” Атайсал”
13.Ә. Әсфәндиәров. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар.
Крутильный маятник своими руками
Заяц, косач, медведь и весна
Убунту: я существую, потому что мы существуем
Ель
Груз обид