Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды сал Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Был дәртле йырҙы белмәгән кеше юҡтыр. Өлкәндәр ҙә, уҡыусылыр ҙа яҡшы белә. Йырҙа халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Шайморатов генерал данлана.
Башҡорт ир-егеттәре тыуған ил һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағандар, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булғандар. Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым түрә, Таһир Кусимов, Александр Матросов, Муса Гәрәевтарҙың исемдәре киң билдәле. Шуларҙың рәтендә генерал Шайморатовтың да исеме йөрөй.
Вложение | Размер |
---|---|
prezentatsiya_microsoft_powerpoint_sh.ppt | 418.5 КБ |
shaymoratov.doc | 56 КБ |
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Ғилми эштең тезисы…………………...…………………………………………һ
Инеш..……………………………………………………………...………………ҙ
Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың һуғыш юлы.……………….ғ
Йомғаҡлау……………...…………………………………….....…………...……ә
Ҡулланылған әҙәбиәт………………………...……………………………..…...ү
Ҡушымта
Ғилми эштең тезисы
Башҡорт ир-егеттәре тыуған ил һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағандар, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булғандар. Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым түрә, Таһир Кусимов, Александр Матросов, Муса Гәрәевтарҙың исемдәре киң билдәле. Шуларҙың рәтендә генерал Шайморатовтың да исеме йөрөй.
«М.М. Шайморатовты оло ихтыярлы, көслө, һәләтле хәрби етәксе һәм намыҫлы патриот тип белә инем мин. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән ауыр йылдарҙа ул үҙен оҫта ойоштороусы, кавалерия бәйләнештәренең командиры итеп танытты, шәхси батырлыҡ, тәүәкәллек, ҡаһарманлыҡ миҫалдарын күп тапҡырҙар күрһәтте» – тип яҙа Советтар Союзы Маршалы С.М. Буденный.
Күп уҡыусыларҙы был өлкәлә бер һорау ҡыҙыҡһындыралыр: нисек итеп М.М. Шайморатов генерал булып киткән? Ошо һорауға яуап табыу маҡсатында эҙләнеү эше ойошторолдо. Артабан эҙләнеү эше маҡсаттары ҡуйылды:
ҫ). Ошо өлкәлә булған фәнни әҙәбиәтте өйрәнеү, анализлау һәм системаға килтереү;
ө). Ваҡытлы матбуғаттан тема буйынса материалдарҙы йыйыу, документаль, фактик мәҡәләләрҙе системаға килтереү.
Ҡуйылған маҡсаттарҙы хәл итеү өсөн фәнни-ғәмәли эҙләнеү эше ойошторолдо. Эште аппробациялау өсөн доклад әҙерләнде.
Фәнни эштең ғилми етәксеһе,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы
Истамғәлин И.Н.
ИНЕШ
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды сал Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Был дәртле йырҙы белмәгән кеше юҡтыр. Өлкәндәр ҙә, уҡыусылыр ҙа яҡшы белә. Йырҙа халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Шайморатов генерал данлана.
Башҡорт ир-егеттәре тыуған ил һаҡлауҙа бер ваҡытта ла һынатмағандар, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булғандар. Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Ҡаһым түрә, Таһир Күсимов, Александр Матросов, Муса Гәрәевтарҙың исемдәре киң билдәле. Шуларҙың рәтендә генерал Шайморатовтың да исеме йөрөй.
Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовтың
һуғыш юлы
Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатов ҫәүү йылдың ҫғ-се август айында Ҡырмыҫҡалы районында Биштәкә ауылында тыуып үҫкән. Атаһы ерһеҙ крәҫтиән булған, әсәһе байҙарға эшләгән. Әммә Миңлеғәлегә ҫһ йәш кенә булғанда, ул ауырып үлеп китә. Етем ҡалған малайға иртәнән кискә тиклем бик күп эшләргә тура килә.
ҫүҫү йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға ҡушылып китә, граждандар һуғышында ҡатнаша. Һуғыш бөткәс Төньяҡ-Кавказ хәрби округында курстар үтә, ошонан һуң уны кавалерия дивизияһының взвод командиры итеп ебәрәләр һәм уның командирлыҡ тарихы башланып китә. Шуға күрә лә ул тыуған яғына, ауылына ҡайтып та әйләнә алмай, төрлө урындарҙа уҡый, командир була.
Һуғыш башланыр алдынан уны Ҡытайға командировкаға ебәрәләр, быға тиклем дә ул өс йыл Ҡытайҙа, Төркөстанда була, ҡушылған бурыстарҙы теүәл үтәй. Башҡорт, рус теленән тыш, ҡытай, инглиз, төрөк телдәрендә иркен һөйләшә.
ҫүҙҫ йылдың өө июнендә таңғы сәғәт ҙ-тә немец-фашист илбаҫарҙары беҙҙең илгә баҫып инә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Башҡортостанда атлы дивизия туплау тураһындағы указға ҡул ҡуйыу менән Миңлеғәле Шайморатовты тыуған яғына саҡыртып алалар. Дивизияны туплап, яуға өйрәткәндә ул Өфө эргәһендәге Дим станцияһында йәшәй. өө йылдан һуң тәү ҡайтыуы була уның тыуған яғына, ләкин бик ныҡ һағынған туғандарын, ауылын күреп киллер өсөн бары бер төн бирелә.
Миңлеғәле Шайморатов меңдәрсә башҡорт атлыларын яуға алып сыға һәм уларҙың батырҙарса һуғыша алыуына бар көсөн һала, өйрәтә. Дошман ғәскәрҙәре ҫүҙҫ йылдың йәйендә Ленинградты ҡамап ала, ошо йылдың көҙөндә Мәскәүгә яҡынлаша. Ә киләһе йылдың йәйендә Сталинградҡа ҡурҡыныс янай. Ошо ауыр ваҡытта ҫҫө-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көслө һуғыштар алып бара.
ҫүҙө йылдың ҫ0 ноябрендә ҫҫө-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовҡа, Брянск фронтындағы уңыштары, дөрөҫ хәрби әҙерлек алып барғаны, башҡорт атлыларының ныҡлылығы өсөн генерал-майор званиеһы бирелә. Шулай итеп, ул йырҙарҙа йырланғанса, генерал Шайморатов булып китә.
«М.М. Шайморатовты оло ихтыярлы, көслө, һәләтле хәрби етәксе һәм намыҫлы патриот тип белә инем мин. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән ауыр йылдарҙа ул үҙен оҫта ойоштороусы, кавалерия бәйләнештәренең командиры итеп танытты, шәхси батырлыҡ, тәүәкәллек, ҡаһарманлыҡ миҫалдарын күп тапҡырҙар күрһәтте» – тип яҙа маршал С.М. Буденный.
ҫүҙһ йылдың ҫ0-нан ҫҫ-нә ҡараған февраль төнөндә дивизия, ә-се корпус составында фронтты ярып инергә тейеш була, кисенә задание теүәл үтәлә. Корпус командиры, М.Д. Борисов генерал Шайморатовты үҙенең беренсе урынбаҫары (заместитель) итеп тәғәйенләсәген әйтә. Әммә был тормошҡа ашып өлгөрмөй. Кавалерия корпусы ҡамауға эләгә, бер туҡтауһыҙ немец самолеттары бомба ташлайҙар, күп һалдаттар, аттар үлә. Корпус командиры ҡамауҙан сығырға һәм Ҡыҙыл Армияға ҡушылырға тигән приказ бирә. Генерал Шайморатов был приказ менән риза булмай, тағы ла бер төн көтөргә, разведка ойошторорға, шунан һуң ғына ҡамауҙан сығыуҙы хәл итер кәрәклеген белдерә. Ләкин корпус командиры Шайморатовтың тәҡдимен ҡырҡа кире ҡаға.
Миңлеғәли Шайморатов ғ штаб офицеры һәм ө һалдат менән алдан китә, ҡапыл атака башлана. Ул яралана һәм атынан ҡолай, ләкин кире һикереп менә, тағы ла пуля тейә, был юлы үлемесле була.
Яҡшы командир – Шайморатов һәр яҡташ егетен яуҙа һаҡларға тырыша, ләкин һуғыш юғалтыуһыҙ булмай шул. Бик күп егеттәр үлә, шул иҫәптән – Шайморатов үҙе лә. Был ҫүҙһ йылдың өһ февраль төнө була.
ЙОМҒАҠЛАУ
ҫүҙһ йылдың өһ февралендә ике башҡорт батыры яуҙаштарын һаҡлап һәләк була, береһе Миңлеғәли Шайморатов булһа, икенсеһе Шәкирйән Мөхәмәтйәнов (А. Матросов).
Уларҙың һәләк булыу даталары ғына түгел, ә батырлыҡтары ла бер төрлө. ҫҫө-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры, Әнүәр Насыров былай тип яҙа: «Генерал Шайморатовтың батырҙарса үлеме Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың батырлығына тиң. Шайморатов, Борисовтың приказын алғандан һуң, ҡамауҙан сығыу миссияһын башлай, шул уҡ ваҡытта немецтарҙың атака башлаясаҡтарын белә. Был үлемгә ҡаршы барыуға тиң була, шуға күрә лә үҙе алдан бара һәм үҙ үлеме дөрөҫ юл күрһәтә, ҡайҙа барырға ярамағанлығын аңлата.».
Борон-борондан башҡорт халҡы яуҙа үҙ иле, яуҙаштары өсөн тәнен-йәнен йәлләмәгән.
Киләсәк быуын үҙ халҡы батырҙарын белергә һәм ғорурлыҡ хистәре йөрөтөргә тейеш.
ҠУЛЛАНЫЛFАН Ә$ӘБИӘТ
Любили тебя без особых причин...
Кто чем богат, тот тем и делится!
Астрономический календарь. Март, 2019
Украшаем стену пушистыми кисточками и помпончиками
Учимся рисовать горный пейзаж акварелью