Тикшереү эше
Вложение | Размер |
---|---|
Тикшереү эше | 106.5 КБ |
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мораҡ ауылы Башҡорт гимназияһы
Сәйедова Зөһрә
Күгәрсен районында башҡорт халҡы балалар уйындары
Каразбаева Рәзилә Зиннур ҡыҙы
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мораҡ 2018
Йөкмәтке
Инеш---------------------------------------------------------------------------------3
I бүлек
1.1 Уйындың барлыҡҡа килеү теорияларытөрҙәре------------------6
1.2 Уйын төрҙәре-----------------------------------------------------------------8
II бүлек
2.1.Күгәрсен районындағы милли балалар уйындары-------------10
2.2.Практик өлөш---------------------------------------------------------------13
Йомғаҡлау------------------------------------------------------------------------14
Ҡулланылған әҙәбиәт---------------------------------------------------------16
Ҡушымта--------------------------------------------------------------------------17
Инеш
Кешенең һәр йәшендә үҙенә күрә бер матурлығы була.Сабыйҙың матурлығы уйын менән.(Әбүғәлисина)
Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын :күңел асыу, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнелешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә.
Уйындың барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәс туҡталмай. Уйын һәм хеҙмәт, уйын һәм культ ритуалдары — ҡайһыһы тәүҙә килеп сыҡҡан, был турала дөйөм фекер юҡ. Ғалимдар уйындың барлыҡҡа килеү серен йөҙәр йыл дауамында сисеп маташҡан.
Уның тураһында Платон: «Ниндәй эштә булһа ла, кеше атаҡлы булыу өсөн бала саҡтан күнегергә тейеш… Мәҫәлән, кем игенсе йәки йорт төҙөүсе булырға теләй, улар ер эшкәртеп, йорт төҙөп уйнарға тейеш. Мин был турала ҡабат-ҡабат һөйләйем» тип әйткән.<7>
Шулай итеп, уйын уҡытыу, тормоштағы хәл-ваҡиғаларға күнекмә, һәләтте үҫтереү формаһында барлыҡҡа килгән.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Кесе һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың уйнай белеүе генә етмәй, улар дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора белергә тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик мөһим мәсьәлә.
Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популяштырыуҙан башланып китергә тейеш. Халыҡ уйындары (милли уйындар) беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән.
Ни өсөн мин был теманы һайланым?
Беренсенән, уйын ҡасан барлыҡҡа килгәнен асыҡларға теләнем.
Икенсенән, беҙҙең өләсәй һәм олатайҙарыбыҙ,әсәй һәм атайҙарыбыҙ бәләкәй ваҡыттарында ниндәй уйындар уйнап үҫкәндәрен белгем килде
Өсөнсөнән башҡорт халҡының балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындарын өйрәнгем килде.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары:
-Уйындарҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү;
-Башҡорт халҡы милли уйындарының балалар тормошонда әһәмиәтен билдәләү;
- Күгәрсен районында башҡорт халҡы милли балалар уйындары тураһында мәғлүмәт йыйыу;
Теманың актуаллеге:
Хәҙерге көндәрҙә балалар араһында халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Балаларҙың иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә.
Шуның өсөн, ошо тема буйынса тикшеренеүҙәр үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим.
Тикшеренеү эшенең гипотезаһы:
Минең уйлауымса хәҙерге көндәрҙә лә милли уйындарҙы балалар ҡыҙыҡһынып уйнайҙар.
Эҙләнеү методтары:
Интернет селтәрҙәренән,китапханаға йөрөп уйын тураһында мәғлүмәттәр йыйыу. Башланғыс класс уҡыусылыры,ата-әсәйҙәр, өләсәй-олатайҙар бала саҡтарында ниндәй уйындар уйнауҙары тураһында асыҡлау, һорауҙар үткәреү;
Тикшеренеү эшебеҙҙең объекты – Күгәрсен районында милли балалар уйындары.
Тикшеренеү эшебеҙҙең предметы - анкета мәғлүмәттәре, башланғыс класс уҡыусылары, уларҙың атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһындағы мәғлүмәттәре.
Эшебеҙҙең структураһы: инеш, 2 бүлек, йомғаҡлау, ҡулланылған әҙәбиәт, ҡушымта.
I бүлек
Уйын —рухи донъяны ҡәнәғәтләндереү, күңел асыу, һәм шулай уҡ оҫталыҡты һәм етеҙлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән кешеләрҙең эшмәкәрлеге. Шулай уҡ уйын тип кешеләрҙең буш ваҡытта уҙҙәренә бер ниндәй ҙә маҡсат ҡуймай, шатлыҡ килтерә торған шөғөлөн әйтәләр.<6>
Уйын һүҙенең мәғәнәһен “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән” ҡараным.Уйын ошолай аңлатыла 1. Күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған балалар шөғөлө.
2. Спорт йәки хәрби күнекмә шөғөлө.
3. Йырлау, бейеү, күңел асыу өсөн үткәрелгән йыйын.<4>
Уйындың барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәс туҡталмай.
1.1 Уйындың барлыҡҡа килеү теориялары.
Ғалимдар уйындың барлыҡҡа килеү серен йөҙәр йыл дауамында сисеп маташҡан.
Бына уйын барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәрен аңлатыуға бер-нисә төп ҡараш:
Нервы көсөнөң артыҡлығы, компенсаторлыҡ теорияһы XIXбыуатта, уйын активлыҡты алыштырыусы,( компенсирующее )күренеш тигән ҡараш өҫтөнлөк иткәндә, барлыҡҡа килгән. Был теорияның нигеҙ һалыусыһы уйынды мөмкинлектәре ғәҙәти эштә ҡулланылып бөтмәгән үтә активлыҡ һөҙөмтәһе тип һанаған инглиз философы Спенсер (1820 - 1903). Спенсер буйынса уйын юғары үҫешкән хайуандарға һәм кешегә хас булған энергия артыҡлығынан ҡотолорға мөмкинселек биреүе менән әһәмиәтле, тип иҫәпләй.
Рекапитуляция һәм антиципация теорияһы. Америка психологы, педагог Г.С.Холл (1846 – 1924) балалар уйындарында рекапитуляция (кешелек йәмғиәте үҫеше этаптарын ҡыҫҡаса ҡабатлау) фекерен тәҡдим иткән.
Был теорияны яҡлаусыларҙың фекеренсә, уйын элекке инстинкттарҙы еңергә, мәҙәнирәк булырға ярҙам итә. Был тикшеренеүселәр уйынды боронғо ата-бабаларҙың йәшәү рәүешен, йолаларын тергеҙеү тип ҡабул итә.
Уйын ваҡытында ял итеү теорияһы. Уйынды шат күңеллелек һәм көстө тотоп тороу сараһы тип Шиллер һәм Спенсер аңлатҡандар. Улар уйында кеше энергияны сарыф итеп кенә ҡалмай, ә тергеҙә икәнен аңлағандар. Шалер, Валлон, Патрик, Штейнталь кеүек тикшеренеүселәр уйынды ял, тип иҫәпләгәндәр. Уйын бығаса хәрәкәтһеҙ булған ағзаларҙы хәрәкәткә килтерергә, шул рәүешле йәшәү көсөн ҡайтарып алырға мөмкинселек бирә.
Баланың уйында рухи үҫеше теорияһы. Константин Дмитриевич Ушинский беренселәрҙән булып уйында бер үк ваҡытта ынтылыш, тойомлау һәм күҙаллау ҡушыла тип раҫлай.
Күп ғалимдар, шул иҫәптән Пиаже, Левин, Выготский, Эльконин, Ушинский, Макаренко, Сухомлинский уйын рух нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм баланың рухи үҫеше сығанағы булып тора, тип һанағандар.<5>
Уйын барлыҡҡа килеүҙең бүтән фараздары ла булыуы бәхәсһеҙ.
Тикшеренеүселәрҙең бер үк даирәһе төрлө функцияларҙы йәки уға яҡын булған мәҙәниәт күренештәрен ҡарап, уйындың барлыҡҡа килеүенең төрлө сығанаҡтарын һәм сәбәптәрен атайҙар.
1.2 Уйын төрҙәре.
Бала донъяға килгәс тә хәрәкәтләнә башлай, сөнки-йәшәүҙең һәм физиологик үҫештең төп нигеҙе ул.Бары хәрәкәт арҡаһында ғына кеше йәшәй, үҫә,тормош ҡора, ижад итә һәм эшләй.
Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота.Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы.Ысынлап та,уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә.
Халыҡ уйындары, йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгә бүленә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар.Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре- ҡыш, икенселәре – яҙ, өсөнсөләре йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала.Уйындарҙы балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап та айырып була.Бәләкәйҙәр өсөн драмалы уйындар хас. Ҙурая төшөү менән баланың күҙәтеү тәжрибәһе арта, уйын йөкмәткеһе лә ҡатмарлана тәшә.<1>
Балалар донъяһында шундай тәбиғи күренеште күҙәтергә мөмкин: бала ҙурайған һайын драмалы уйындарҙан хәрәкәтле уйындарға күсә бара.
Драмалы уйындарҙа ололар тормошон ҡабатларға, яратҡан кешеләргә оҡшарға тырышыу хас.Уйын ҡағиҙәләре балаға бында мотлаҡ түгел һәм уларҙың уға артыҡ кәрәге лә юҡ.
Хәрәкәтле уйындарҙа ҡағиҙәләр төп шарттарҙың береһенә әйләнә һәм улар шул ҡағиҙәләр нигеҙендә ярышыуға ҡорола.
Халыҡ араһында киң таралған уйындарҙы, ниндәй уйын ҡоралын ҡулланыуҙан сығып, төрҙәргә бүлеп йөрөтәләр,мәҫәлән: һөйәк уйындары,шар,бура, сүрәкә уйындары,туп уйындары, уҡ атыш уйындары,йәшенмәктәр, йүгерешле,баҫтырышмаҡ уйындар,йөҙөүселәр уйыны, ҡышҡы уйындар,бейеүле-таҡмаҡлы уйындар һәм башҡа төрлө уйындар.Шулай итеп бәтәһе 200-ҙән ашыу халыҡ уйындары булыуы тураһында белдек.<2>
II бүлек
2.1 Күгәрсен районындағы милли уйындарҙы тикшереү
Тикшереү маҡсаты менән беҙ башланғыс класс уҡыусылары малай–ҡыҙҙарынан, әсәйемдән, өләсәйемдән үҙҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһында мәғлүмәт йыйҙым. Улар араһында йыш таралған милли уйындар: “Ашай торған, ашамай торған”, “Йәшенмәк”, “Күҙ бәйләш”йәки “Һәпәләк”,“Йөҙөк,беләҙек”, “Көн менән төн”, “Бесәй менән сысҡан”, “Энә менән еп”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ! “Көлдөрөш”, “Ҡап та ҡоп!”, “Осто, осто”, “Аҡ ҡалас”, “Яулыҡ һуғыш”, “Боҙоҡ телефон”, “Самауыр”, “Мөйөш алыш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” кеүек милли уйындар икәне асыҡланды. Был уйындарҙың күбеһе бөгөн дә балалар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уйналыуы билдәләнде.
Өләсәйем бик яратып уйнаған уйындарының береһе “Самауыр”тураһында һөйләп бирҙе.Улар был уйынды 1960-1970 йылдарҙа яратып уйнағандар.( өләсәйҙән интервью 1)
Уйынсылар араһында “самауыр” һайлана.Ул “фант” йыйыусы була.
Уртаға 8 йәки 10 уйынсы саҡырыла. 7-9 ултырғысты түңәрәкләтеп теҙәләр. Бейеү көйө ебәрелгәс, барыһы ла бейей башлай, көйҙө ҡапыл туҡтатҡас, барыһы ла үҙенә ултырғыс табып ултырырға тырыша. Урын таба алмаған уйынсы “фант” бирә, бер ултырғыс ситкә алына. Шулай итеп бер уйынсы ҡалғансы уйнала.
Аҙаҡтан йыйылған “фанттар” хужаларына яза бирелә.Самауыр ролен үтәүсе берәй фантты ҡулына ала ла:” Был фантҡа ни яза?”-тип һорай.Яза уйынлы-көлкөлө,ҡыҙыҡлы итеп бирелә.
Мәҫәлән: мунсанан мунса ташы килтерергә,әтәс йәки тауыҡ булып ҡысҡырырға,йырларға,шиғыр һөйләргә, бейергә ҡушыла.Фанттың хужаһы язаны үтәмәйенсә әйберен ала алмай.Әгәр ул язанан баш тартһа,уны икенсе уйнаусы башҡарып, әйберҙе “һатып” ала.Был уйын бик ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле.
Минең әсәйемдәр ҙә бала-саҡтарында бик күп төрлө уйындар уйнағандар.Улар ҙа шулай уҡ “Ашай торған, ашамай торған”, “Йәшенмәк”, “Һәпәләк”, “Көн менән төн”, “Бесәй менән сысҡан”, “Осто, осто” , “Боҙоҡ телефон”, “Самауыр”, “Мөйөш алыш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындарын яратып уйнағандар.Әсәйем үҙҙәренең бала-сағында яратып уйнаған “Боҙоҡ телефон” уйыны тураһында һөйләне.
(әсәйҙән интервью 2)
Балалар бер рәткә теҙелеп ултыра.Уйынды алып барыусы кеше беренсеһенең ҡолағына шым ғына бер һүҙ әйтә.Ул икенсеһенә,икенсеһе-өсөнсөһөнә, өсөнсөһө-дүртенсеһенә һ.б.Шулай итеп, беренсе һүҙ һуңғы кешегә барып етергә тейеш.Уйынды алып барыусы иң аҙаҡҡы кешенән:
-Ниндәй һүҙ?- тип һорай.Инде һүҙ үҙгәргән була.Һүҙҙе кем үҙгәрткәнен белер өсөн, һәр уйынсы үҙе ишеткән һүҙҙе әйтеп сыға.Уйын шулай дауам итеп, шыла-шыла, ул уйынсы, иң беренсе бала ултырған урынға килеп етһә, алып барыусы була.
Уйын шарты: һүҙҙе ике тапҡыр әйтергә ярамай, бала ишетмәйерәк ҡалһа,уйын туҡтамаһын өсөн, үҙе уйлап әйтеп ебәрә.<1>
Уйын һиҙгерлекте,иғтибарлылыҡты, отҡорлоҡто,зирәклекте үҫтерә.
Бөгөн балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә.Шулай ҙа ҡайһы бер милли уйындарҙы беҙ ҙә яратып уйнайбыҙ.Беҙҙең йәштәге балалар араһында йыш таралған милли уйындар: “Көн менән төн”, “Бесәй менән сысҡан”, “Энә менән еп”, “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар, ҡайтығыҙ!”, “Айыу бүре юҡ икән”, “Арҡан тартыш”, “Аҡ, ҡара һүҙҙәрен әйтмәҫкә”, “Осто, осто”, “Боҙоҡ телефон”,”Аҡ тирәк,күк тирәк!”
Шуларҙың береһе,беҙ яратып дәрестәрҙә ял минуттарында уйнаған “Осто-осто”уйынын тәҡдим итәм.(слайд 3)
Уйынсылар теҙелешеп ултыра йәки тора.Алып барыусы оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе буташтырып әйтә лә ҡулын күтәрә:
-Осто-осто- торналар осто.
-Осто-осто-тырмалар осто.
-Осто-осто-ҡарғалар осто.
-Осто-осто-арбалар осто.
Башҡалар тик осоусы әйбер әйтелгәндә генә ҡул күтәрергә тейеш.Осмай торған әйбер әйтелгәндә кем ҡулын күтәрә, шул йә алып барыусыны алмаштыра, йә уйындан сығарыла.Был уйын да һиҙгерлекте,иғтибарлылыҡты талап итә.<3>
Уйындар ярҙамында бала сәләмәтлеген нығыта,тормошта кәрәкле хәрәкәт күнемәләрен үҙләштерә,ижад итеү һәләтлеген үҫтерә,ыңғай әхләҡ сифаттарын,ихтияр көсөн булдыра,үҙаллылығын ,активлығын, ойоштороусанлығын, ҡыҙыҡһыныусанлығын үҫтерә.
2.2 Практик өлөш.
Тикшеренеүем аҙағында беренсенән хәҙерге ваҡытта милли уйындарҙы уҡыусы ҡыҙҙар, малайҙар ниндәй кимәлдә уйнауҙарын һәм элек, йәш саҡтарында беҙҙең әсәйҙәр, өләсәйҙәр ниндәй уйындар уйнауын асыҡланым.Уйындар төрө 20-нән артып китте.
Икенсенән, быуындар араһында иң таралған һәм яратып уйнала торған уйындар “Самауыр”, “Аҡ тирәк,күк тирәк”, “Осто,осто”,”Бесәй менән сысҡан”,“Боҙоҡ телефон”. Ә иң аҙ уйнала торған уйын “Мөйөш алыш” һәм “Самауыр” уйыны булыуы асыҡланды.Был мәғлүмәттәр таблицала күрһәтелгән.
Уйындар ҡатнашыусылар | “Самауыр” | “Аҡ тирәк, күк тирәк” | “Осто, осто” | “Боҙоҡ телефон” | “Мөйөш алыш” | ”Бесәй менән сысҡан” |
2-се кластар | 4 | 24 | 25 | 16 | 3 | 26 |
3-сө кластар | 7 | 18 | 18 | 12 | 2 | 18 |
4-се кластар | 5 | 16 | 14 | 10 | 4 | 14 |
ата-әсәйҙәр | 11 | 15 | 10 | 15 | 5 | 8 |
өләсәй-олатайҙар | 12 | 10 | 9 | 8 | 3 | 7 |
дөйөм иҫәп | 39 | 83 | 76 | 61 | 17 | 73 |
Йомғаҡлау
Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популяштырыуҙан башланып китергә тейеш. Милли уйындар беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән.
Ҡайһы бер милли уйындар быуындар аша дауам итеп өйрәнелә килә һәм балалар тормошош биҙәй, мәғәнә өҫтәй. Күренеүенсә, һәр уйында маҡсатҡа ирешеүҙең үҙ ауырлыгы бар. Уйнаусылар уларҙы еңеп сығырға тейеш. Ә ҡаршылыҡтар үҙ сиратында була тороп, еңелдән ҡатмарлана бара. Ошо принципҡа ҡоролған уйындар балала ихтыяр көсө, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләй.
Тикшереү маҡсаты менән беҙ башланғыс класс уҡыусылары , уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙарынан үҙҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Күгәрсен районында башҡорт халҡы милли уйындарының ҡайһылары нығыраҡ таралғанын асыҡланыҡ.
Халыҡ “уйындарҙа-хәрәкәт,хәрәкәттә-бәрәкәт” тип юҡҡа ғына әйтмәгән.Сөнки балалар өсөн уйын ҡоро хәрәкәт кенә түгел,бәлки донъя көтөргә әҙерләгән хәрәкәт.Уйын бала өсөн- ул дәртле йәшәйеш һәм һәр яҡлап йылдам үҫеш сығанағы,халыҡтың шөғөлөндә, ғөрөф-ғәҙәттәрендә һәм рухында тәрбиә алыу сараһы, донъяны, тормошто танытҡан уҡыу һәм көс-ғәйрәтте, таҫыллыҡты үҫтергән хеҙмәт мәктәбе.<1>
Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1.Галяутдинов И.Г.Башкирские народные детские игры(на русском и башкирском языках).Книга первая.-Уфа:Китап,2002.-248с.
2.Ғәләүетдинов И.Ғ.Уйнайыҡ ,дуҫтар,бергәләп.-Өфө:Башҡортостан”Китап” нәшриәте,1995-2440б.
3.Сөләймәнов Ә.М.Бала-сағаның уйын фольклоры.-Өфө:Китап,2007.-344 бит.
4. Суфьянова Н. Ф., Сиразитдинов 3 Ә., Ураҡсин 3 Ғ.
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2011 — 336 бит.
Интернет селтәре адрестары
5.https://infourok.ru/didaktik-uyindar-asha-telg-y-trbil-1316993.html
6.https://ru.wikipedia.org/wik
Отчего синичка развеселилась
Простые летающие модели из бумаги
Галка в чужих перьях
Загадка старого пирата или водолазный колокол
Две лягушки