Мин дә быйыл мәктәбебеҙҙә ойошторолған “Ҡурай” түңәрәгенә ҡыҙыҡһынып йөрөй башланым. Матур ғына иттереп һыҙғыртырға ла өйрәндем. Атайым менән әсәйем миңә быйыл тыуған көнөмә ҡурай буләк иттеләр. Минең һөйөнөсөмдөң иге- сиге булманы.
Вложение | Размер |
---|---|
kuray_mono._insha.docx | 16.88 КБ |
Ҡурай моңо!
(инша)
Ғирфанов Байрас, 6 класс уҡыусыһы
Ҡурай – борон – борондан башҡорт халҡының тоғро юлдашы, моңдашы булған. Йыйындарҙа ла, яуҙа ла ҡурай уны оҙатып йөрөгән. Башҡорт батыры уға ҡушылып йырлаған, моңланған, уйланған. Ҡурай менән ул тыуған ерен данлаған. Сәсәндәребеҙ ҡурай аша халҡында башҡортлоҡ тәрбиәләгән. Бөйөк Салауат батыр ҡурайҙа уйнаған. Ҡаһым-түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға уның өсөн махсус яһалған көмөш ҡурайында уйнап барып кергән.
Ҡурай ата-бабаларыбыҙҙың моң-зарын, шатлыҡ-ҡыуанысын, ғөмүмән, башҡорт халҡының данлы ла, аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй алып килеп еткереүсе, быуындан-быуынға тапшырыусы изге мираҫ, аманат ул. Бына ни өсөн беҙҙең республикабыҙ гербында ла, флагында ла таҡыя башлы ҡурай һүрәте бар.
Бейеклеге 120-170 сантиметр. Ул Урал, Алтай, Саян тауҙарында, Яҡут-Сахала үҫә. Ә музыка ҡоралы булараҡ башҡорттарҙа ғына таралған. Ҡурайҙың бер нисә төрө бар: ҡурай, ҡыйыҡ ҡурай, сор ҡурай, сүл ҡурайы, еҙ ҡурай. Ҡурай, ҡурайсы Ю.Ғәйнетдинов әйтеүенсә, 18 быуат элек билдәле булған. Кемдәр уны уйнай?
Элек-электән унда сәсәндәребеҙ уйнаған, уны быуындан-быуынға тапшырған, бөгөнгө көндә мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ ҡурай данын күтәреү, уны һаҡлап ҡалыу өсөн бик күп көс һалған һәм һала. Ҡурай моңо менән күптәрҙе таң ҡалдыралар. Мин Азат айытҡолов, Юлай ғәйнетдинов кеүек ҡурайсыларҙы беләм. Күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев беҙгә яҡын ғына туған икәнен дә белдем.
Мин дә быйыл мәктәбебеҙҙә ойошторолған “Ҡурай” түңәрәгенә ҡыҙыҡһынып йөрөй башланым. Матур ғына иттереп һыҙғыртырға ла өйрәндем. Яңы ғына районыбыҙҙа уҙғарылған йыр бәйгеһендә йырлап, ҡурайҙа уйнап ҡатнашып ҡайттым. Беҙ халҡыбыҙҙың “Любезники, любизар” йырын йырлап, моңон ҡурайҙа уйнаныҡ. Беҙҙе маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеләр. Миңә бик оҡшаны. Уҡытыусыбыҙ Фәйез Зәки улы Хәйретдиновҡа ҙур рәхмәтлемен.
Халыҡ үҙенең моңдашы ҡурай тураhында йырҙар ҙа сығарған. Халҡыбыҙ ауыр тормошта йәшәhә лә, күңеле ҡайhы ваҡыт төшөнкө булhа ла, һәр саҡ рухы ныҡ булған, төшөнкөлөккә бирелмәгән.
Миндә ҡурай моңон тыңлаһам, йәки үҙем ҡурайҙа уйнаһам күңелем күтәрелеп китә, уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныуым да көсәйә. Мин киләсәктә кем булырымды асыҡ ҡына әйтә алмайым, шулай ҙа ҡурай уйнауымды дауам итәсәкмен. Ҡурайҙа уйнау миңә бик оҡшай.
Боронғолар шулай уҡ ҡурай тураhында мәҡәлдәр, йомаҡтар сығарғандар. Ҡурай тартhаң, көй булыр, бүрәнә тартhаң, өй булыр, — мәҡәл.
Беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡурай тураһында йыш ҡына һөйләшәбеҙ. Баймаҡ районында ҡурайға һәйкәл ҡуйылғаны тураһында ла мин уҡытыусыбыҙҙан ишетеп белдем. Ҙурайғас шул һәйкәлде барып күрермен тип уйлайым.
Атайым менән әсәйем миңә быйыл тыуған көнөмә ҡурай буләк иттеләр. Минең һөйөнөсөмдөң иге- сиге булманы. Мин уҡыуҙа ла, эштә лә уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәм!
Ласточка
Владимир Высоцкий. "Песня о друге" из кинофильма "Вертикаль"
Интересные факты о мультфильме "Моана"
Юрий Визбор. Милая моя
Бородино. М.Ю. Лермонтов