Был ғилми-тикшереү эштә башшҡорттарҙың һикеһе тураһында һөйләнелә.
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_hikehe.docx | 365.99 КБ |
bashkort_hikehe.ppt | 1.38 МБ |
”
Эҙләнеү-тикшеренеү эше:
«Башҡорт һикеһе »
Башҡарҙы: Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең
7-се класс уҡыусыһы Урманшина Алһыу Рафаэль ҡыҙы.
Етәксеһе Мәмәтҡолова Миңзәлә Нотфулла ҡыҙы.
Юлыҡ-2018
Йөкмәткеһе
Инеш ........................................................................................3
Төп өлөш ................................................................................5
Һикенең һаулыҡ өсөн файҙаһы .............................................8
Башҡорт һикеһе тураһында урыҫ яҙыусылары фекерҙәре........................................................................... 9
Йомғағлау ..........................................................................12
Ҡулланылған әҙәбиәт .....................................................13
Инеш
Беҙ үҫкәндә өй түрендә
Ҙур һике тора ине,
Ярты ғүмер бына ошо
Һикелә уҙа ине.
Ашай инек, йоҡлай инек,
Шунда йөн тетә инек,
Йоҡлар алдынан атайҙан
Әкиәт көтә инек…
Ҡунаҡ килһә, шул һикенең
Аҫтына ҡаса инек,
Төрлө ҡыҙыҡтар һөйләшеп
Күңелде аса инек.
Ф.Абдуллина
Бәләкәй сағымда өйөбөҙҙә һике була торған ине. Бөтә булған уйынсаҡтарымде теҙеп һалып рәхәтләнем уйнай инем. Һикебеҙ минең өсөн –бәләкәй генә донъям ине. Ҙурая килә урындыҡта уйнауҙар онотолдо һәм бер мәл урындыҡ та юҡ булды.
Эҙләнеүебеҙҙең төп маҡсаты:
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:
“Һике бөгөнгө көндә лә кәрәкле.”
Темамдың актуаллеген түбәндәгеләргә нигеҙләнеп билдәләнем:
Бөгөнгө көндә һикеләрҙең өйҙәрҙән юҡҡа сығыуы.
Эҙләнеү эшенең алымдары:
1. Интернет селтәрендә урыҫ яҙыусыларының һике тураһында яҙып ҡалдырғандарын эҙләү.
2. Мәктәп музейының архив материалдарында эҙләнеү.
Эҙләнеү объекты:
Эҙләнеү предметы :
Бөгөнгө көндәге һикенең кешегә файҙаһы.
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары :
Эҙләнеү эшен башҡарыу өсөн мәктәп музейының архив материалдары, гәзит материалдары, мәҡәләләр ҡулланылды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте:
Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.
Эҙләнеү эше ваҡытында түбәндәге һөҙөмтәләргә ирештем:
Эшемдең структураһы :
Төп өлөш
Халыҡтарҙың килеп сығыуын, башҡа халыҡтар менән бәйләнешен милли мәҙәниәттәрҙең үҙ -ара йоғонтоһон, уларҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен өйрәнеүсе фән этнография тип атала.
Башҡорттар тураһында этнографик тикшеренеүҙәр халҡыбыҙ тураһында тәүге мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгәндән алып башланған тип иҫәпләргә кәрәк. Ғәрәп сәйәхәтселәре һәм географтары Сәләм әт Тәржемәни, Масуҙи, ибн, әл -Бәлхи, ибн Фаҙлан һәм сит ғалимдарынан П. Карпини, М. Поло, В. Рубрук, урыҫ ғалимдарынан В.Н. Татищев, П.И. Рычков, И.И. Лепехин, П.С. Паллас, И.Т. Георги, С.И. Руденко һәм башҡаларҙың этнографияһыны өйрәнеүгә индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ. Сөнки кейем, көнкүреш әйберҙәре халыҡтың йәшәү рәүеше менән тығыҙ бәйле булғанлыҡтан, уның рухи донъяһын, матурлыҡты аңлау зауығын, традицияларын сағылдыра. Халыҡ тормошондағы үҙгәрештәр ҙә көнкүреш әйберҙәрҙә сағылыш таба. Мәҫәлән, революциянан һуң илебеҙҙә халыҡтар араһында аралашыу көсәйгәс, ҡатын-ҡыҙҙар йорт хужабикәһе генә булыуҙан туҡтағас, кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре үҙгәрҙе, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр кәмене. Ирҙәрҙең дә ҡул эштәренә ваҡыты әҙ ҡалғас, боронғо әйберҙәр музейға ҡуйылды
Халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, уның күңелен хәҙерге көнкүреш әйберҙәре тулыһынса сағылдырмай.
Шулай ҙа һуңғы ваҡытта үткәнебеҙгә иғтибар итә башланыҡ. Халҡыбыҙҙың тарихын, боронғо музыка ҡоралдарын, милли аш-һыуҙарҙы, көнкүреш әйберҙәрен, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә күп көс һалына.
Эҙләнеү эшем башҡорт һикеһе тураһында.
Боронғо башҡорт өйҙәренең түрендә һике урынлашҡан булған. Ул йоҡлау урыны ла, ашау урыны ла булып хеҙмәт иткән.
Башҡорт теленен һүҙлегендә урындыҡ (һике) һүҙенә шулай аңлатма бирелә: “Ятып йоҡлау һәм ултырыу, ашау өсөн иҙәндән ҡалҡыу итеп таҡтанан йәйелгән киң оҙон урын.”.
С.Руденконың «Башкиры. Историко-этнографические очерки.» хеҙмәтендә: “ Урындыҡ өйҙөң буйынан буйына һалына. Ул иҙәндән 40-50 см., Бейеклектә, метр ярым самаһы киңлектә була.Урындыҡ тояҡтарына арҡыры өрлөк нығытыла һәм йөҙлөк беркетелә. Йөҙлөктең эске яғына арҡыры таҡталар ыҡсым итеп урынлаштырыла. Улар шыумай ҙа, һелкенмәй ҙә. Урындыҡҡа кейеҙ түшәлә. Кейеҙ өҫтөнә ҡаралты: кейеҙ, балаҫ, юрған, түшәк таҫлап һалына һәм иң өҫкә мендәрҙәр һалып, түшәк тартҡы менән уртанан тарттырып ҡуйыла” тип яҙылған. Уның эше «Киске Өфө” ғәзитендә И.Бураҡаев тәржемәһендә баҫылды.
Урындыҡ йоҡлау урыны ғына түгел ашау урыны ла булған. Ашаған саҡта уртаға ашъяулыҡ йәйелә. Унда ризыҡтар ҡуйыла. Ашъяулыҡ тирәләй ғәилә ағзалары йәшенә, дәрәжәһенә ҡарап ултыра.
Һикенең һаулыҡ өсөн файҙаһы
Медицина фәндәре кандидаты Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров «Башҡорт халыҡ медицинаһы” китабында һикенең һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында яҙа.
“АҡҺаҡалдар фекеренсә, һике бөгөлөп - һығылып тормай, шуға күрә унда иҫәпләгәндәр, сөнки умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүенә юл ҡуймай. Йәнә шул да иҫәпкә алынған: белеүебеҙсә, һалҡын һауа аҫтан иҙән буйлап йөрөй. Ә һикелә аяҡтарҙы бөкләп ултырғанлыҡтан, кеше табандан һыуыҡ тейеүҙән һаҡлана. Ашағанда был бигерәк тә файҙалы. Сөнки ашағанда тән йылына, һыуыҡ тейҙереү ҡурҡынысы арта.”
Нәҡ ошо сәбәпле ҡайһы бер райондарҙа оло йәштәгеләр, мул тормошта йәшәүенә ҡарамаҫтан, һике менән хушлашырға теләмәй.
Һикенең өҫтөнә кейеҙ, балаҫ түшәгәндәр. Буй юрғанды һикенең өҫтөнә кейеҙ йәки балаҫ (турпыша) түшәгәндән һуң “п” хәрефе формаһында йәйәләр.Башҡорт теленең һүҙлегендә “Буй юрған урындыҡ түренә буйлатып йәйгән тар ғына ҡорама юрған. Эргә юрған урындыҡтың түренә арҡыры түшәгән тар ғына ҡорама юрған” тип аңлатыла.
Башҡорт һикеһе тураһында урыҫ яҙыусылары фекерҙәре
Башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеүсе М.А. Круковский түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған: Нары застилали войлоком (кейеҙ), сверху-домотканными коврами (буй балаҫ). Вокруг места трапезы располагалась стеганные подстелки (буй юрған).
Хәҙер буй юрған тегеү (ҡорамыш ҡороу) технологияһы тураһында бер –нисә һөйләм менән аңлатҡанда.
Буй юрғанды күлдәк теккәндән ҡалған туҡыма ҡалдыҡтарын файҙаланғандар.Ҡалған туҡыманы төрлө формала киҫәләр һәм уны бер-береһенә тоташтырып тегәләр. Эсенә һарыҡ йөнөн йәйеп һалырға кәрәк.Фотоларҙан күреүегеҙсә, буй юрған бик матур килеп сыға. Хәҙерге ваҡытта уны дивандарға, бәләкәйерәктәрен ултырғыстарға йәйергә мөмкин.
Янбухтина «Декоративное искусство Башкортостана.XX век» тигән китабында ҡораманың иң таралған формаһы тура яҡлы өсмөйөш тип билдәләп үтә: «Равнобедренный треугольник - самый распространенный орнаментальный мотив у башкир, идущий из глубокий древности».
М.В. Авдеевтың «Тауҙар” хикәйәһендә “ Бәләкәйерәк бүлмәлә стена буйында киң урындыҡ һалынған. Уларға кейеҙ һәм келәм түшәлгән. Тау-тау мендәрҙәр өйөлгән.“ тигән юлдар бар.
1807 йылда А.М.Федоров Урындыҡҡа буйынан буйына таҙа кейеҙ түшәлгән дә буй юрған ябылған. Мөйөштә мендәрҙәр өйөмө тип иҫтәлектәрендә яҙа.
Ошондай яҙмаларҙан сығып, боронғо башҡорттарҙың көнкүреше тураһында мәғлүмәттәр алып була.
Йомғаҡлау
Медицина фәндәре кандидаты Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров «Башҡорт халыҡ медицинаһы” китабында һикенең һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында яҙа.
Һике тураһында урыҫ яҙыусыларының яҙмалары аша бик борондан барлығы асыҡланды.
Шулай итеп, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо көнкүрешендә ҡулланылған күп кенә нәмәләрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Щуға күрә уларҙы тергеҙеү- беҙҙең бурысыбыҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1. Энциклопедия
2. «Ватандаш »журналдары
3. Интернет селтәре
4. «Киске Өфө » ғәзите.
5. В.З.Ғүмәров. “Башҡорт халыҡ медицинаһы.”
6. А. Янбухтина. « Народные традиции в убранстве башкирского дома.»
Слайд 1
Эҙләнеү-тикшеренеү эше: «Башҡорт һикеһе » Башҡарҙы: Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Урманшина Алһыу Рафаэль ҡыҙы. Етәксеһе Мәмәтҡолова Миңзәлә Нотфулла ҡыҙы.Слайд 2
Беҙ үҫкәндә өй түрендә Ҙур һике тора ине, Ярты ғүмер бына ошо Һикелә уҙа ине. Ашай инек, йоҡлай инек, Шунда йөн тетә инек, Йоҡлар алдынан атайҙан Әкиәт көтә инек… Ҡунаҡ килһә, шул һикенең Аҫтына ҡаса инек, Төрлө ҡыҙыҡтар һөйләшеп Күңелде аса инек. Ф.Абдуллина
Слайд 3
Эҙләнеүебеҙҙең төп маҡсаты: Һике ҡасандан башлап башҡорттарҙа килеп сыҡҡанын асыҡлау, мәғлүмәттәр туплау, уның файҙалы яҡтарын өйрәнеү . Эҙләнеү эшенең гипотезаһы : “Һике бөгөнгө көндә лә кәрәкле.” Темамдың актуаллеген түбәндәгеләргә нигеҙләнеп билдәләнем: Бөгөнгө көндә һикеләрҙең өйҙәрҙән юҡҡа сығыуы.
Слайд 4
Эҙләнеү эшенең алымдары: 1. Интернет селтәрендә урыҫ яҙыусыларының һике тураһында яҙып ҡалдырғандарын эҙләү. 2. Мәктәп музейының архив материалдарында эҙләнеү. Эҙлә неү объекты: Башҡорт һикеһе. Эҙләнеү предметы : Бөгөнгө көндәге һикенең кешегә файҙаһы. Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары : Эҙләнеү эшен башҡарыу өсөн мәктәп музейының архив материалдары, гәзит материалдары, мәҡәләләр ҡулланылды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән осрашыуҙар ойошторолдо. Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте: Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, мәктәп музейында файҙаланыла ала.
Слайд 5
Боронғо башҡорт өйҙәренең түрендә һике урынлашҡан булған. Ул йоҡлау урыны ла, ашау урыны ла булып хеҙмәт иткән.
Слайд 7
«Урындыҡ өйҙөң буйынан буйына һалына. Ул иҙәндән 40-50 см., Бейеклектә, метр ярым самаһы киңлектә була.Урындыҡ тояҡтарына арҡыры өрлөк нығытыла һәм йөҙлөк беркетелә. Йөҙлөктең эске яғына арҡыры таҡталар ыҡсым итеп урынлаштырыла. Улар шыумай ҙа, һелкенмәй ҙә. Урындыҡҡа кейеҙ түшәлә. Кейеҙ өҫтөнә ҡаралты: кейеҙ, балаҫ, юрған, түшәк таҫлап һалына һәм иң өҫкә мендәрҙәр һалып, түшәк тартҡы менән уртанан тарттырып ҡуйыла»
Слайд 8
Медицина фәндәре кандидаты Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров «Башҡорт халыҡ медицинаһы” китабында һикенең һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында яҙа. Аҡһаҡалдар фекеренсә, һике бөгөлөп - һығылып тормай, шуға күрә унда иҫәпләгәндәр, сөнки умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүенә юл ҡуймай. Йәнә шул да иҫәпкә алынған: белеүебеҙсә, һалҡын һауа аҫтан иҙән буйлап йөрөй. Ә һикелә аяҡтарҙы бөкләп ултырғанлыҡтан, кеше табандан һыуыҡ тейеүҙән һаҡлана. Ашағанда был бигерәк тә файҙалы. Сөнки ашағанда тән йылына, һыуыҡ тейҙереү ҡурҡынысы арта.
Слайд 10
М.А. Круковский Нары застилали войлоком (кейеҙ), сверху-домотканными коврами (буй балаҫ). Вокруг места трапезы располагалась стеганные подстелки (буй юрған).
Слайд 12
М.В. Авдеев “ Тауҙар” хикәйәһендә “ Бәләкәйерәк бүлмәлә стена буйында киң урындыҡ һалынған. Уларға кейеҙ һәм келәм түшәлгән. Тау-тау мендәрҙәр өйөлгән.“ тигән юлдар бар.
Слайд 14
урыҫ яҙыусыһы А.М.Федоров 1807 йылда «Урындыҡҡа буйынан буйына таҙа кейеҙ түшәлгән дә буй юрған ябылған. Мөйөштә мендәрҙәр өйөмө», - тип иҫтәлектәрендә яҙа.
Слайд 16
Музей ҙа һаҡланған һике
Слайд 17
Музейҙа.
Слайд 18
Һығымта: Медицина фәндәре кандидаты Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров «Башҡорт халыҡ медицинаһы” китабында һикенең һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында яҙа. Һике тураһында урыҫ яҙыусыларының яҙмалары аша бик борондан барлығы асыҡланды. Шулай итеп, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо көнкүрешендә ҡулланылған күп кенә нәмәләрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Щуға күрә уларҙы тергеҙеү- беҙҙең бурысыбыҙ.
Слайд 19
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт
Сочини стихи, Машина
Как нарисовать портрет?
Просто так
Кто грамотней?
Ледяная внучка