Закирова Ренатаның был ғилми эҙләнеү эше башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эшләнде.Конференцияла ҡатнашып еңеүсе булды.
Вложение | Размер |
---|---|
sygysh_oson.docx | 24.13 КБ |
npk_gotovaya_agidel_5_kl._2017.docx | 109.33 КБ |
tablitsa_po_npk_dreslek.docx | 14.9 КБ |
Сығыш өсөн:
Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн, конференцияла ҡатнашыусылар!
Мин –Закирова Рената, Туймазы ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең 4-се А класы уҡыусыһы һеҙҙе сәләмләйем.
Башҡорт халҡының- Һыу- халыҡтың иң ҙур байлығы, тигән әйтеме бар. Ысынлап та, һыуҙың тереклек сығанағы һәм унһыҙ ерҙә тормош юҡ икәнлеге барыһына ла билдәле. Ә өләсәйемдең:” Һыуҙы һаҡлағыҙ. Юҡҡа исраф итмәгеҙ!”- тигән һүҙҙәре мине аптырата. Ер шарында һыуҙан күп нәмә юҡ түгелме һуң?.. Ошо һорауҙар борсой мине.
Шулай ҙа, йылғаларҙың атамалары мине нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Миндә, Башҡортостан ерҙәре буйлап бер мең биш йөҙ километрға яҡын һуҙылған Ағиҙел йылғаһының ни өсөн шундай исем йөртөүен белеү теләге тыуҙы.
Ниңә Ағиҙел? Нимә һуң ул Ағиҙел? Был һүҙ нимәне аңлата? Ниңә һыуҙы һаҡларға? Шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәрендә ни өсөн Ағиҙелде данлай?
Шулай итеп мин эшемдең темаһын һайланым: “Нимә һуң ул Ағиҙел?”.
Был тема бөгөнгө көндә бик актуаль беренсенән, һыу тормошта һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала; икенсенән, нимә ул Ағиҙел; өсөнсөнән, тыуған яҡты өйрәнеү үҙе үк актуаль мәсьәлә булып тора.
Маҡсатыбыҙ: Нимә ул Ағиҙел? Әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел образы; һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу.
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
-уҡыусыларҙан анкета һорауҙарына яуап алыу һәм һығымталар эшләү; интернет селтәре аша Ағиҙел йылғаһы менән танышыу; әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел йылғаһы;
Эҙләнеү объекты: Ағиҙел йылғаһы, «Башҡортостан» энциклопедияһы, матбуғат материалдары, интернет селтәре.
Эҙләнеү предметы: - Ағиҙел — Башҡортостандағы иң ҙур йылға.
Эҙләнеү базаһы: 4-се, 7-се, 10-сы класс укыусылары.
Гипотеза: Уҡыусыларҙың Ағиҙелде ни тиклем якшырак белеүҙәре.
Эҙләнеү методтары:һорауҙарға яуаптар, анализ, интернет селтәренән информация йыйыу, әҙәби әҫәрҙәр өйрәнеү.
Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы ул Ағиҙел. Урыҫтар Волганы яратҡан кеүек, башҡорттар ҙа Ағиҙелдәрен яраталар. Аҡ һыуҙарын көмөш кеүек ялтыратып аҡҡанға күрә башҡорттар шундай исем биргән уға. Шулай уҡ Тамара Ғәниева ла үҙенең “ Уралиә тигән ил” әкиәтендә ошо турала яҙа. Бындай саф аҡ төҫтө йылғаға уның һыуында ирегән эзбизле тоҡомдар бирә, хатта аҡ эзбизле
ҡаялары ла ошоно дәлилләй.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә.”Урал батыр” ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Был турала “ Урал батыр” эпосында ла әйтелә Ағиҙел түгел, ә Уралдың оло улы Иҙелдең исеме менән бәйләй уның килеп сығышын халыҡ “ ҡамыштары ҡама менән ҡапланған оло йылғаға килеп баҫа Иҙел, артына әйләнеп ҡараһа уның аяҡ эҙҙәре буйлап аҡ һыулы йылға ағып килә икән”.
Бөтә тикшеренеүҙәргә таянып,ошондай һығымта яһалды:
-беренсенән, республикабыҙҙың иң ҙур, билдәле йылғаһы - Ағиҙел менән бәйле атамаларҙың күп булыуын белдек;
Ағиҙел - Башҡортостандағы иң ҙур йылға; Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышындағы ҡала; башҡорт телендәге ижтимағи–сәйәси журнал; Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы; Өфө ҡалаһындағы ҡунаҡхана; “Ағиҙел пароходствоһы”; ”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы; “Ағиҙел” турбазаһы; “ Ағиҙел” шифаханаһы; Ағиҙел тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр.
- икенсенән , Башҡортостандағы йылға- күлдәреҙең бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә. Иң мөһиме шуны иҫтә тоторға кәрәк - таҙартылған ер -ҺЫУ түгел, ә сүпләнмәгән ер -ҺЫУ таҙа була.
“ Әле лә бит беҙҙән яҡлау көтә
Ағиҙелкәй менән Уралтау”- ти, Фәүзиә Рәхимғолова “ Мин Башҡортостандан” шиғырында.
-өсөнсөнән, Ағиҙел йылғаһы борон-борондан халыҡ ижадында данланһа, бөгөнгө көндә шағирҙар һәм яҙыусылар уны данлап ҡына ҡалмай, ә сүп ташламай һаҡларға ла саҡыра. Әсхәл Әхмәт Хужа ла “ Башҡорт теле” шиғырында: “Сүп ташлама Ағиҙелеңә,”- тип туған телде һәм Ағиҙелде сүптән һаҡларға саҡыра.
- дүртенсенән, беҙгә республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын өйрәнеү, уларҙы белеү ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды;
- бишенсенән, Ағиҙел тураһындағы һорауҙарға дүртенсе б класы укыусылары бирелгән ун һорауға –йөҙ %, дүртенсе а-һикһән, в – етмеш биш %; етенсе, унынсы – ун биш һорауға дөрөҫ яуап бирҙеләр, улар араһынан егерме % уҡыусы нәфис фильмдәр, әҙәби әҫәрҙәр менән бәйле һорауҙарға яуап бирә алмағандар. Шулай булғас, әле алда өйрәнәһе материал күп, киләсәктә эҙләнеүҙәрҙе дауам итәсәкмен.
Тикшереү һөҙөмтәһе иҫтәлекле урындарҙы, атамаларҙы өйрәнгәндә ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. Беҙ тапҡан материалдар мәктәптә уҡыусыларға ла файҙалы булыр.
Мин был эшемде артабан да дауам итермен тип уйлайым. Ағиҙелгә арналған әҫәрҙәрҙе табыу һәм уларҙы өйрәнеү - артабан дауам итәсәк эҙләнеү эшемдә сағыласаҡ
Сығыш өсөн:
Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн, конференцияла ҡатнашыусылар!
Мин –Закирова Рената, Туймазы ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең 5-се А класы уҡыусыһы һеҙҙе сәләмләйем.
Башҡорт халҡының- Һыу- халыҡтың иң ҙур байлығы, тигән әйтеме бар. Ысынлап та, һыуҙың тереклек сығанағы һәм унһыҙ ерҙә тормош юҡ икәнлеге барыһына ла билдәле. Ә өләсәйемдең:” Һыуҙы һаҡлағыҙ. Юҡҡа исраф итмәгеҙ!”- тигән һүҙҙәре мине аптырата. Ер шарында һыуҙан күп нәмә юҡ түгелме һуң?.. Ошо һорауҙар борсой мине.
Шулай ҙа, миндә, Башҡортостан ерҙәре буйлап бер мең биш йөҙ километрға яҡын һуҙылған Ағиҙел йылғаһының ниндәй булыуын белеү теләге тыуҙы.
Ниңә Ағиҙел? Нимә һуң ул Ағиҙел? Был һүҙ нимәне аңлата? Был һорауҙарға үткән йылғы эҙләнеү эшемдә яуап биреп түбәндәге һығымталарға килгән инем.
-беренсенән, республикабыҙҙың иң ҙур, билдәле йылғаһы - Ағиҙел менән бәйле атамаларҙың күп булыуын белдек;
Ағиҙел - Башҡортостандағы иң ҙур йылға; Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышындағы ҡала; башҡорт телендәге ижтимағи–сәйәси журнал; Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы; Өфө ҡалаһындағы ҡунаҡхана; “Ағиҙел пароходствоһы”; ”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы; “Ағиҙел” турбазаһы; “ Ағиҙел” шифаханаһы; Ағиҙел тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр, һәм башҡалар
- икенсенән , Башҡортостандағы йылға- күлдәреҙең бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә. Иң мөһиме шуны иҫтә тоторға кәрәк - таҙартылған ер -ҺЫУ түгел, ә сүпләнмәгән ер -ҺЫУ таҙа була. Быйылғы 2017 –се ( ике мең ун етенсе) йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы – шуға ла ниндәй һуң ул Ағиҙел?
Быйылғы эшемдә: Ағиҙел ниндәй? Мәктәптә беҙ Ағиҙел тураһында нимәләр белә алабыҙ? Ниңә һыуҙы һаҡларға? Шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәрендә ни өсөн Ағиҙелде данлай?
Шулай итеп мин эшемдең темаһын һайланым: “Ағиҙел ниндәй?”.
Был тема бөгөнгө көндә бик актуаль беренсенән, һыу тормошта һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала; икенсенән, Ағиҙел ниндәй; өсөнсөнән, тыуған яҡты өйрәнеү үҙе үк актуаль мәсьәлә булып тора.
Маҡсатыбыҙ: Ағиҙел ниндәй? Әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел образы; һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу.
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
-уҡыусыларҙан анкета һорауҙарына яуап алыу һәм һығымталар эшләү; мәктәп программаһындағы әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел йылғаһы ниндәй, нисек һүрәтләнә.
Эҙләнеү объекты: Ағиҙел йылғаһы, 5-се,6-сы класс дәреслектәрендәге әҫәрҙәрҙә Ағиҙел ниндәй; интернет селтәре.
Эҙләнеү предметы: - Ағиҙел — Башҡортостандағы иң ҙур йылға. Ул ниндәй?
Эҙләнеү базаһы: 5-се, 6-сы класс укыусылары.
Гипотеза: Уҡыусыларҙың Ағиҙелде ни тиклем якшырак белеүҙәре.
Эҙләнеү методтары:һорауҙарға яуаптар, анализ, интернет селтәренән информация йыйыу, әҙәби әҫәрҙәр өйрәнеү.
Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы ул Ағиҙел. Урыҫтар Волганы яратҡан кеүек, башҡорттар ҙа Ағиҙелдәрен яраталар. Аҡ һыуҙарын көмөш кеүек ялтыратып аҡҡанға күрә башҡорттар шундай исем биргән уға.
Шулай уҡ 5-се кластың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслегендә Тамара Ғәниева ла үҙенең “ Уралиә тигән ил” әкиәтендә ошо турала яҙа. Бындай саф аҡ төҫтө йылғаға уның һыуында ирегән эзбизле тоҡомдар бирә, хатта аҡ эзбизле
ҡаялары ла ошоно дәлилләй.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә.”Урал батыр” ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Был турала “ Урал батыр” эпосында ла әйтелә Ағиҙел түгел, ә Уралдың оло улы Иҙелдең исеме менән бәйләй уның килеп сығышын халыҡ “ ҡамыштары ҡама менән ҡапланған оло йылғаға килеп баҫа Иҙел, артына әйләнеп ҡараһа уның аяҡ эҙҙәре буйлап аҡ һыулы йылға ағып килә икән”.
Бөтә тикшеренеүҙәргә таянып,ошондай һығымта яһалды:
-беренсенән, республикабыҙҙың иң ҙур, билдәле йылғаһы - Ағиҙел менән бәйле атамаларҙың күп булыуын белдек;
Ағиҙел - Башҡортостандағы иң ҙур йылға; Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышындағы ҡала; башҡорт телендәге ижтимағи–сәйәси журнал; Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы; Өфө ҡалаһындағы ҡунаҡхана; “Ағиҙел пароходствоһы”; ”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы; “Ағиҙел” турбазаһы; “ Ағиҙел” шифаханаһы; Ағиҙел тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр.
- икенсенән , Башҡортостандағы йылға- күлдәреҙең бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә. Иң мөһиме шуны иҫтә тоторға кәрәк - таҙартылған ер -ҺЫУ түгел, ә сүпләнмәгән ер -ҺЫУ таҙа була.
“ Әле лә бит беҙҙән яҡлау көтә
Ағиҙелкәй менән Уралтау”- ти, Фәүзиә Рәхимғолова “ Мин Башҡортостандан” шиғырында.
-өсөнсөнән, Ағиҙел йылғаһы борон-борондан халыҡ ижадында данланһа, бөгөнгө көндә шағирҙар һәм яҙыусылар уны данлап ҡына ҡалмай, ә сүп ташламай һаҡларға ла саҡыра. Әсхәл Әхмәт Хужа ла “ Башҡорт теле” шиғырында: “Сүп ташлама Ағиҙелеңә,”- тип туған телде һәм Ағиҙелде сүптән һаҡларға саҡыра.
- дүртенсенән, беҙгә республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын өйрәнеү, уларҙы белеү ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды;
- бишенсенән, Ағиҙел тураһындағы һорауҙарға дүртенсе б класы укыусылары бирелгән ун һорауға –йөҙ %, дүртенсе а-һикһән, в – етмеш биш %; етенсе, унынсы – ун биш һорауға дөрөҫ яуап бирҙеләр, улар араһынан егерме % уҡыусы нәфис фильмдәр, әҙәби әҫәрҙәр менән бәйле һорауҙарға яуап бирә алмағандар. Шулай булғас, әле алда өйрәнәһе материал күп, киләсәктә эҙләнеүҙәрҙе дауам итәсәкмен.
Тикшереү һөҙөмтәһе иҫтәлекле урындарҙы, атамаларҙы өйрәнгәндә ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. Беҙ тапҡан материалдар мәктәптә уҡыусыларға ла файҙалы булыр.
Мин был эшемде артабан да дауам итермен тип уйлайым. Ағиҙелгә арналған әҫәрҙәрҙе табыу һәм уларҙы өйрәнеү - артабан дауам итәсәк эҙләнеү эшемдә сағыласаҡ
Анкета
участника конкурса исследовательских работ в рамках
Малой академии наук школьников Республики Башкортостан
Фамилия, имя, отчество участника: Закирова Рената Радмировна
Общеобразовательное учреждение МБОУ СОШ №5 г. Туймазы, класс: 5А
Электронный адрес:rufiamin@mail.ru
Телефон участника:89053591648
2. Наименование номинации (название секции): «Окружающий мир. Лингвистика. Родные языки».
3. Название работы: Нимә ул Ағиҙел?
4. Место на школьном этапе: призер
5. Фамилия, имя, отчество, должность и место работы научного руководителя, ученая степень: Гайзуллина Руфия Хамитовна, учитель башкирского языка и литературы, МБОУ СОШ №5 г. Туймазы.
Руководитель ОУ: Галишин У.В.
Дата
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа №5 г.Туймазы
муниципального района Туймазинский район
Республики Башкортостан
Исследовательская работа
НИМӘ ҺУҢ УЛ АҒИҘЕЛ?
НОМИНАЦИЯ “ ЛИНГВИСТИКА. РОДНЫЕ ЯЗЫКИ”
Выполнила Закирова Рената,
ученица 4 А класса
Руководитель Гайзуллина Р.Х.
учитель башкирского языка и литературы
Туймазы, 2017
Заявка
на участие в муниципальном этапе конкурса исследовательских работ в рамках МАН школьников обучающихся МБОУ СОШ №5 г Туймазы
муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан
№ | Номинация | Тема исследовательской работы | Ф.И.О. участника | Класс | Ф.И.О руководителя, должность, контактный телефон | Необходи- мость проектора для презента- ции |
1 | Лингвистика. Родные языки | Нимә һуң ул Ағиҙел? | Закирова Рената Радмировна | 4А | Гайзуллина Руфия Хамитовна, учитель башкирского языка и литературы 89373425756 | Про- ектор необхо- дим |
Тезистар
Башҡорт халҡының- Һыу- халыҡтың иң ҙур байлығы, тигән әйтеме бар. Ысынлап та, һыуҙың тереклек сығанағы һәм унһыҙ ерҙә тормош юҡ икәнлеге барыһына ла билдәле. Ә өләсәйемдең:” Һыуҙы һаҡлағыҙ. Юҡҡа исраф итмәгеҙ!”- тигән һүҙҙәре мине аптырата. Ер шарында һыуҙан күп нәмә юҡ түгелме һуң?.. Ошо һорауҙар борсой мине.
Ниңә Ағиҙел? Нимә һуң ул Ағиҙел? Был һүҙ нимәне аңлата? Ниңә һыуҙы һаҡларға? Шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәрендә ни өсөн Ағиҙелде данлай?
Эшемдең темаһы: “Нимә һуң ул Ағиҙел?”.
Был тема бөгөнгө көндә бик актуаль беренсенән, һыу тормошта һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала; икенсенән, нимә ул Ағиҙел; өсөнсөнән, тыуған яҡты өйрәнеү үҙе үк актуаль мәсьәлә булып тора.
Маҡсатыбыҙ: Нимә ул Ағиҙел? Әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел образы; һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу.
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
-уҡыусыларҙан анкета һорауҙарына яуап алыу һәм һығымталар эшләү; интернет селтәре аша Ағиҙел йылғаһы менән танышыу; әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел йылғаһы образы.
Эҙләнеү объекты: Ағиҙел йылғаһы, «Башҡортостан» энциклопедияһы, матбуғат материалдары, интернет селтәре, әҙәби әҫәрҙәр.
Эҙләнеү предметы: - Ағиҙел — Башҡортостандағы иң ҙур йылға.
Эҙләнеү базаһы: 4-се, 7-се, 10-сы класс укыусылары.
Гипотеза: Уҡыусыларҙың Ағиҙелде ни тиклем якшырак белеүҙәре.
Эҙләнеү методтары:һорауҙарға яуаптар, анализ интернет селтәренән информация йыйыу, әҙәби әҫәрҙәр өйрәнеү.
Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы ул Ағиҙел. Урыҫтар Волганы яратҡан кеүек, башҡорттар ҙа Ағиҙелдәрен яраталар. Аҡ һыуҙарын көмөш кеүек ялтыратып аҡҡанға күрә башҡорттар шундай исем биргән уға. Бындай саф аҡ төҫтө йылғаға уның һыуында ирегән эзбизле тоҡомдар бирә, хатта аҡ эзбизле
ҡаялары ла ошоно дәлилләй.
Бөтә тикшеренеүҙәргә таянып,ошондай һығымта яһалды:
1.Халыҡ ижадында, әҙәби әҫәрҙәрҙә Һыу образы йәшәйеш сығанағы. Һыуҙы, тирә-яғын таҙа тотоуҙың мөһимлеге һүрәтләнә.
2. Ағиҙел - Башҡортостандағы иң ҙур йылға; БР-ның төньяҡ-көнбайышындағы ҡала; башҡорт телендәге ижтимағи–сәйәси журнал; Башҡортостанда биҙәү-ҡулланма әйберҙәре етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһы; Өфө ҡалаһындағы ҡунаҡхана; “Ағиҙел пароходствоһы”; ”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы; “Ағиҙел” турбазаһы; ” Ағиҙел” шифаханаһы; Ағиҙел тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр.
3.Башҡортостандың һыу ресурстары бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә.
4.Ағиҙел тураһындағы һорауҙарға 4-се б класы укыусылары бирелгән 10 һорауға -100%, 4-се а, в - 80 %; 7-се, 10-сы - 15 һорауға яуап бирҙеләр, улар араһынан 20 % уҡыусы нәфис фильмдәр, әҙәби әҫәрҙәр менән бәйле һорауҙарға яуап бирә алмағандар. Шулай булғас, әле алда өйрәнәһе материал күп, киләсәктә эҙләнеүҙәрҙе дауам итәсәкмен.
10. Ағиҙел тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр
11. Һығымта
12. Һыу ресурстарын һаҡлау саралары
Инеш
Башҡорт халҡының- Һыу- халыҡтың иң ҙур байлығы, тигән әйтеме бар. Ысынлап та, һыуҙың тереклек сығанағы һәм унһыҙ ерҙә тормош юҡ икәнлеге барыһына ла билдәле. Ә өләсәйемдең:” Һыуҙы һаҡлағыҙ. Юҡҡа исраф итмәгеҙ!”- тигән һүҙҙәре мине аптырата. Ер шарында һыуҙан күп нәмә юҡ түгелме һуң?.. Ошо һорауҙар борсой мине.
Башҡорт теле дәресендә лә уҡытыусыбыҙ Руфия Хәмит ҡыҙы: ” Башҡортостан һыуҙары” темаһына әңгәмәләшкәндә, һыуҙы һаҡлау хаҡында әйткәс, тағы ла нығыраҡ уйландым. Шулай ҙа, йылғаларҙың атамалары мине нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Миндә, Башҡортостан ерҙәре буйлап бер мең биш йөҙ километрға яҡын һуҙылған Ағиҙел йылғаһының ни өсөн шундай исем йөртөүен белеү теләге тыуҙы.
Һыуҙың тереклек сығанағы һәм унһыҙ ерҙә тормош юҡ икәнлеге барыһына ла билдәле. Әммә уның серле булыуы әллә күпме һорауҙар тыуҙырҙы ла инде. Ниңә Ағиҙел? Нимә һуң ул Ағиҙел? Был һүҙ нимәне аңлата? Ниңә һыуҙы һаҡларға? Шағирҙар, яҙыусылар әҫәрҙәрендә ни өсөн Ағиҙелде данлай? Ошо һорауҙар борсоно мине, уларға яуап эҙләй башланым. Һәм дә эшемдең темаһын асыҡланым: “Нимә һуң ул Ағиҙел?”.
Был тема бөгөнгө көндә бик актуаль беренсенән, һыу тормошта һәр саҡ көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала; икенсенән, ни өсөн Ағиҙел; өсөнсөнән, тыуған яҡты өйрәнеү үҙе үк актуаль мәсьәлә булып тора.
Маҡсатыбыҙ: Нимә ул Ағиҙел? Һыуға ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу.
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
-уҡыусыларҙан анкета һорауҙарына яуап алыу һәм һығымталар эшләү; интернет селтәре аша Ағиҙел йылғаһы менән танышыу; Ағиҙел исеме менән бәйле атамаларҙы табыу һәм уларҙы өйрәнеү; әҙәби әҫәрҙәрҙә Ағиҙел йылғаһы образын асыҡлау.
Эҙләнеү объекты: Ағиҙел йылғаһы, «Башҡортостан» энциклопедияһы, матбуғат материалдары, интернет селтәре.
Эҙләнеү предметы: - Ағиҙел — Башҡортостандағы иң ҙур йылға.
Эҙләнеү базаһы: 4-се, 7-се, 10-сы класс укыусылары.
Гипотеза: Уҡыусыларҙың Ағиҙелде ни тиклем якшырак белеүҙәре.
Эҙләнеү методтары: һорауҙарға яуаптар, анализ, интернет селтәренән информация йыйыу.
Төп өлөш
Тәбиғәт матурлығы-һыу.Башҡортостан- йылға-күлдәр иле. Республикабыҙҙың йәшәйешендә, үҫешендә уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йылғалар-тормош сығанағы, шуға ла ауылдар, һуңыраҡ ҡалалар йылға буйҙарында урынлашҡан.
Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә Ағиҙел буйлап урынлашып, ишәйеп донъя көткән. Ағиҙел буйында бик күп ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.
Республикабыҙ ерҙәре буйлап илле ете мең километрға һуҙылған ун өс меңгә яҡын йылға аға. Шулар араһында иң оҙоно, иң ҙуры- Ағиҙел йылғаһы. Уның оҙонлоғо-1430 километр, һыу йыйылмаһының майҙаны- 141900 квадрат километр. [1] Ул Ирәмәл тауынан башлана һәм Кама йылғаһына ҡоя.
1- се атама- Ағиҙел йылғаһы
Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы ул Ағиҙел. Урыҫтар Волганы яратҡан кеүек, башҡорттар ҙа Ағиҙелдәрен яраталар. Аҡ һыуҙарын көмөш кеүек ялтыратып аҡҡанға күрә башҡорттар шундай исем биргән уға.Шулай уҡ Тамара Ғәниева ла үҙенең “ Уралиә тигән ил” әкиәтендә ошо турала яҙа. Бындай саф аҡ төҫтө йылғаға уның һыуында ирегән эзбизле тоҡомдар бирә. Ағиҙел Учалы районы Яңы Хөсәйен ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 6 километрҙа Әүәләк һырты менән Оло Ирәмәл тауы араһынан ағып сығып юлын башлай. Үрге ағымында ул һырттар араһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан юллана. Бында ул тауҙарҙы йырып аҡҡан тау йылғаһын хәтерләтә. Ул 1 километр араға 2 м ауышлыҡ менән аға, ағымының тиҙлеге секундына 1 метрҙан күберәк. Йылға үҙәне үрге ағымында бигерәк тә матур, шуғалыр ҙа туристарҙың һыуҙағы маршрутының бынан үтеүе бер ҙә ғәжәп түгел.
Урта ағымында Ағиҙел тауҙар ҡосағынан ысҡынып, инде тынысланыбыраҡ төньяҡҡа табан юл ала. Бында ул — тигеҙлек йылғаһына әйләнә. Ауышлығы 1 километр араға 0,5 метрға тиклем кәмей, ағым тиҙлеге 0,3 м/сек. Эҫем йылғаһы килеп ҡушылған ерҙә уның үҙәне 10 километрға тиклем йәйелә.
Түбән ағымында — Эҫем тамағынан алып Камаға тиклем — Ағиҙелдең ауышлығы ла, ағым тиҙлеге лә кәмей. Йылға тармаҡлана, уның үҙәне киң булып йәйелә. Йылға үҙәне берсә түбән төшә, берсә күтәрелә, ә ҡайһы бер урындарҙа киртләстәр барлыҡҡа килтерә.
Түбәнге үҙәнендә ҡомлоҡтар һәм ҡырсынташлы пляждар, ваҡ утрауҙар һәм ҡалалар йылғаға бик матур күренеш бирә. Бейек үҙәнендә йылға яры буйлап киртләстәре 4—5 метрға еткән урындары бар. Бында яр буйы һорғолт ҡом ҡатламы менән ҡапланған. Урыны-урыны менән киртләстәр араһында ҡараһыу һоро ҡатламдар килеп сыға. Былары һуңыраҡ осорҙар япмаһы аҫтында ҡалған боронғо, серемтәле ҡатламдар була.
Йылға үҙәненең түбәндәге киртләстәре юғарыраҡ кимәлдәгеләренән киртләстәренең бейеклеге менән айырылып тора. Йылға йыуҙырған тәңгәлдә киртләстәр 13 метр бейеклеккә етә. Бында инде уларҙың өҫтө ҡом менән түгел, ә һарғылт көрән төҫтәге балсыҡлы ҡатлам менән ҡапланған. Был
1.Был мәғлүмәт интернет селтәренән алынды
көпшәк тау тоҡомон халыҡ балсыҡ тип атаған. Балсыҡлы тупраҡ (суглинок) балсыҡтан шуның менән айырыла, ус араһында еүешләп әүәләгәндә балсыҡ таралмай, ә балсыҡлы тупраҡ, ҡом менән балсыҡ ҡатнашмаһынан торғанға, ыуалып бара, ошо тирәлә йәшәүсе халыҡтар көнкүрештә уны бик урынлы ҡуллана. Йылға үҙәненән күтәрелгән тәүге киртләстәр кимәлендәге ерҙе ташҡын бик көслө булғанда ла һыу баҫмай, шуға күрә ауылдар шул үҙәндәрҙә ултырған. Тупрағының ҡыҙғылт көрән төҫөнә ҡарап, ошонда йәшәүсе халыҡ ауылды ла мәҫәлән, Ҡыҙылъяр ауылы тип атаған. [1] Иң оҙон, матур, егәрле Ағиҙелебеҙ буйлап аҡ пароходтар ҙа йөҙә. Ә ун туғыҙынсы быуат уртаһына тиклем йылға буйлап тик һал ғына ағыҙылһа һуңыраҡ “ Ағиҙел пароходствоһы” эшләй башлай. 1938 йылдың йәйендә инде- Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһы Мәскәү менән Өфө араһында даими һыу юлы асыла. Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.
Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында ( Өфө ҡалаһы янында) башланған.
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә.”Урал батыр” ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Был турала “ Урал батыр” эпосында ла әйтелә Ағиҙел түгел, ә Уралдың оло улы Иҙелдең исеме менән бәйләй уның килеп сығышын халыҡ “ ҡамыштары ҡама менән ҡапланға оло йылғаға килеп баҫа Иҙел, артына әйләнеп ҡараһа уның аяҡ эҙҙәре буйлап аҡ һыулы йылға ағып килә икән”.
Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән исеме башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан "Ҙур һыҙма китабы"нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала[2].
2- се атама- Ағиҙел ҡалаһы
Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң яҡ ярында урынлашҡан. 1980 йылда поселок булараҡ барлыҡҡа килә. Ә 1991 йылдан алып – ҡала. Халҡы 20 меңдән артыҡ.
3-сө атама - “Ағиҙел” журналы
Башҡорт телендә ай һайын сыға торған әҙәби һәм ижтимағи – сәйәси журнал. Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Министрҙар кабинеты һәм Яҙыусылар союзы. Иң беренсе һаны 1923 йылда «Яҡты юл» исеме аҫтында сыға. 1961 йылдан алып хәҙерге атамаһы менән сыға башлай.
1.Был мәғлүмәт интернет селтәренән алынды
2.«В башкирском фольклоре и в разговорной речи Иҙел» — Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С. 23
4-се атама -“Ағиҙел” ҡунаҡханаһы
Өфө ҡалаһында «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы бар. Ул 1962 йылда төҙөлгән. Башҡортостандағы иң ҙур йылғаның исеме менән аталған.
Ҡунаҡхана 5 этажлы, 158 номерлы. Ул Өфө ҡалаһының иң уңайлы урынында, административ-сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Унда төрлө транспорт төрөндә барып етеп була. Ҡунаҡхана янында ике театр бар: опера һәм балет театры , Башҡорт дәүләт академия драмтеатры, шулай уҡ Конгресс-холл, “Ҡаруанһарай” сауҙа комплексы урынлашҡан. Эргәһендә ял итеү урындары һәм парктары бар. Ҡунаҡхана 200 –ләп кешене ҡабул итә ала. Уның рестораны, банкет залы, медицина ярҙамы күрһәтеү кабинеттары, башҡорт сувенирҙары һәм тауарҙары булған магазины бар.
5 –се атама- ”Ағиҙел” производство берекмәһе
«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслалары производство берекмәһе Өфөлә урынлашҡан. Бында ағастан , шулай уҡ лаклап һынлы сәнғәт әйберҙәре эшләйҙәр, туҡыманы биҙәкләйҙәр, ҡайып тегәләр, келәм һуғалар. Берекмә Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған, Халыҡ –ара Лейпциг йәрминкәһендә алтын миҙал бирелгән.
6 –сы атама- ”Ағиҙел” пароходствоһы
Ул 1937 йылдың ғинуарында ойошторола. РФ Йылға флоты министрлығына ҡарай. Ағиҙел, Волга һәм Дон йылғалары буйлап пассажирҙар йөрөтөү һәм йөк ташыу эштәрен башҡара, бүтән пароходстволарҙың судноларын хеҙмәтләндерә.
7 –се атама- ”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы ла “Ағиҙел” исемен йөрөтә.Был команда “Рәсәйҙәге ҡатын-ҡыҙҙар командаһының үҫеше” программаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 2010 йылдың 31 авгусында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы базаһында эшләй башлай. Сентябрь айында старт ала. Командалар составы хоккейҙы туп менән уйнаусылар менән тулылана. 2012 йылда команда составы яңыртыла. 2011 йылда Европа турнирында 2-се урынды яулай, 2012 йылда Халыҡ –ара турнирҙа көмөш миҙалға лайыҡ була. 2012-2013 сезондарҙа был команда Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулай.
8 –се атама- “Ағиҙел” турбазаһы
Бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза. Ул Белорет районы Ҡағы ауылы янында урынлашҡан. 1964 йылда ойошторолған. «Баштур» АЙ ҡарамағына инә. Ике ҡатлы ағас корпусы, 284 урынлыҡ йәйге коттедждары бар. Туристарҙы радиаль һәм линия маршруттарында хеҙмәтләндерә. Резина һалдарҙа һәм катамарандарҙа йылға маршруттары ойошторола.
9-сы атама –“ Ағиҙел” шифаханаһы
Башҡортостандың иң матур бер мөйөшөндә, Ағиҙел йылғаһының текә ярында, күркәм ҡарағайлыҡта, Дүртөйлө районы Арғымаҡ ауылында урынлашҡан был “Ағиҙел” шифаханаы.
10. Ағиҙел йылғаһы әҙәби әҫәрҙәрҙә
Р.Ниғмәти “ Йәмле Ағиҙел буйҙары”, Т. Ғәниева “Уралиә тигән ил”, БХИ ҡобайыр, эпос ”Урал батыр”, Р.Бикбаев “ Һыуһаным- һыуҙар бирегеҙ!” һ.б..
“ Әле лә бит беҙҙән яҡлау көтә
Ағиҙелкәй менән Уралтау”- ти, Фәүзиә Рәхимғолова “ Мин Башҡортостандан” шиғырында.
Әсхәл Әхмәт Хужа ла “ Башҡорт теле” шиғырында: “Сүп ташлама Ағиҙелеңә,”- тип туған телде һәм Ағиҙелде сүптән һаҡларға саҡыра.
Һығымта
Нимә һуң ул Ағиҙел?
- Ағиҙел (йылға) — Башҡортостандағы иң ҙур йылға;
-Ағиҙел (ҡала) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышындағы ҡала;
- Ағиҙел (журнал) —“Ағиҙел” башҡорт телендәге ижтимағи–сәйәси журнал;
-Ағиҙел - “Ағиҙел” Башҡортостан художество промыслалары производство берекмәһе;
-Ағиҙел- “Ағиҙел” Өфө ҡалаһындағы ҡунаҡхана;
- Ағиҙел- “Ағиҙел” пароходствоһы;
-Ағиҙел -”Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы;
-Ағиҙел - “Ағиҙел” турбазаһы;
- Ағиҙел- “ Ағиҙел” шифаханаһы;
- Ағиҙел тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр.
Һыу ресурстарын һаҡлау саралары
Башҡортостанда йылға-күлдәрҙең бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә һәм бында кешенең һыу ресурстарына ыңғай йоғонтоһо сағыла.Шуға ла түбәндәге саралар үткәрелә:
Ошондай уҡ һыуһаҡлағыс беҙҙең Туймазы районында ла бар. Ул Нөгөш һыуһаҡлағысы тип атала.
Был саралар Ағиҙелдең һәм башҡа йылғаларҙың бысраныуын бер ни тиклем кәметеүгә булышлыҡ итте. Әммә таҙартылмаған һәм өлөшсә генә таҙартылған һыуҙарҙы йылға-күлдәргә ағыҙыу дауам итә икән, һыу ресурстарын һаҡлау проблемаһы тулыһынса хәл ителә алмай, һыуҙарҙы һаҡлау проблемаһын хәл итеүҙә берҙән-бер юл — һыу менән тәьмин итеүҙең йомоҡ системаһына күсеү, таҙартылмаған һыуҙы йылғаларға ағыҙыуҙы мөмкин тиклем кәметә барып, тулыһынса туҡтатыу. Шулай уҡ һыуҙы аҙ ҡулланыусы сәнәғәт предприятиеларын төҙөү ҙә, һыуҙы һаҡлау ҙа мөһим әһәмиәткә эйә.
Халыҡ тарафынан үткәрелеп торған “Һыуҙарҙы таҙартыу” өмәләре лә һыу һаҡлауҙа ҙур урын алып тора, өләсәйемдең “Һыуҙы һаҡлағыҙ” – тигән һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә төшөндөм хәҙер.
Йомғаҡлау
Тикшереү эше ниндәй һөҙөмтә бирҙе:
Тикшереү һөҙөмтәһе иҫтәлекле урындарҙы, атамаларҙы өйрәнгәндә ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам булыр, тип ышанабыҙ. Беҙ тапҡан материалдар мәктәптә уҡыусыларға ла файҙалы булыр.
Мин был эшемде артабан да дауам итермен тип уйлайым. Ағиҙелгә арналған әҫәрҙәрҙе табыу һәм уларҙы өйрәнеү - артабан дауам итәсәк эҙләнеү эшемдә сағыласаҡ.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
6. Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. - г. Уфа.
7. “Республикам минең, Башҡортостан! Республика моя, Башкортостан!” Сборник стихов.- Китап, 2010.-192 с.
8. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002.-256 с. С. 23. 9. Сәлимйән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
10.“Тыуған Башкортостан” дәреслеге, Өфө-1996 йыл;
11. Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы. 9-сы класс өсөн дәреслек. Өфө: «Китап»2001 й. 200 бит.
Ҡушымта:
Һорауҙар
1. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы?
2. Уның оҙонлоғо күпме?
а) 1220км в) 1430км
б)1390км г)1100км
3. Ул БР-ның ҡайһы районында башлана?
а) Баймаҡ в) Өфө
б) Учалы г) Туймазы
4. Ағиҙел йылғаһы буйлап Башҡортостандың 10 ниндәй ҡалалары урынлашҡан?
5.Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ҡушылдыҡтарын әйтегеҙ.
а) Нөгөш, Ҡариҙел, в) Бөрө, Танып
б) Өсән, Ыҡ г) Сәрмәсән, Сөн
6. Өфө ҡалаһы янында ниндәй йылғалар Ағиҙелгә ҡушыла?
а) Дим в) Өршәк
в) Ҡариҙел г) Ыҡ
7. Ағиҙел йылғаһының һуң яҡ ҡушылдыҡтарын әйтегеҙ.
а) Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, в) Ҡармасан, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн
б) Йүрүҙән, Әй, Ыҡ г) Өршәк, Ҡариҙел, Өсән
8. Ағиҙел йылғаһы Нефтекама ҡалаһынан йыраҡ түгел ниндәй йылғаға ҡушыла?
а)Волга в) Дон
б) Кама г) Ҡариҙел
9. Ағиҙел исемен тағы нимәләр йөрөтә?
10. Ағиҙел һүҙенең аңлатмаһы?
11. Ағиҙел йылғаһы буйында ниндәй нәфис фильмдар төшөрөлгән?
12. Шағирҙәрҙең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
13.Өфө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы аша нисә күпер һалынған?
14. Өфөлә Ағиҙел аша беренсе тимер күпер ҡасан һалына?
а) 1900 йылда в) 1888 йылда
б) 1995 йылда г) 2000 йылда
15. Башҡортостандың иң бейек тауҙарының береһе булған ҡайһы тау тирәһенән баш ала?
а) Ирәмәлтау в)Янғантау
б) Раймантау г) Ямантау
Яуаптар
1.Ағиҙел
2.в
3.б
4.Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен,
Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.
5.а,б
6.а,в
7.а,в
8.б
9. -
10. -
11. Вечный зов, Салауат Юлаев һ.б.
12.-
13.3? 2 – автом., 1- тимер юл
14.в
15.а
Нимә һуң ул Ағиҙел?
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҙел
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҙел — күп мәғәнәле һүҙ:
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ағиҙел.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Иҙел.
Ағиҙел | |
| |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1430 км |
142 000 км² | |
Һыу сығымы | 950 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Ирәмәл, Көньяҡ Урал |
· Координаталар | |
Тамағы | |
· Координаталар | |
Һыу бассейны | Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | |
Регион | |
Николай Белелюбский инженеры проекты буйынса Өфөлә Aғиҙел аша беренсе тимер күпер асыу, 1888 йылдын 8-се сентябрь.
Николай Белелюбский инженеры проекты. XX быуат башы.
Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майҙаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйәнерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
Дәреслек, авторы | класс | Әҫәр,авторы | Ниндәй? | Иң-иңе | Күнегеүҙәрҙә | |
Башҡорт теле. М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова | 5 | Ҙур,мул һыулы | Иң ҙур | 396-сы | ||
399-сы | ||||||
216-сы | ||||||
226-сы | ||||||
233-сө | ||||||
247-се | ||||||
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х. | 5 | |||||
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х. | 6 | Йәмле Ағиҙел буйҙары Башҡорт халыҡ йыры | Тын, ҡомло, һандуғаслы | |||
Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ! Рауил Бикбаев | Матур,ап-аҡ ташлы, һылыу | Ап-аҡ | ||||
Аҡиҙел менән Яйыҡ Риүәйәт. | Күп һыулы, көслө | Бик ҙур. | ||||
Гүзәл Өфөм-баш ҡалам Рәғиҙә Йәнбулатова | Бормалы (борма һыулы) | |||||
Урал батыр Башҡорт халыҡ әкиәте | Киң, ап-аҡ һыулы, йәмле | Ап-аҡ | ||||
Дуҫлыҡ һәйкәле Ҡәҙим Аралбай | Бейек яр лы | |||||
Юрий Визбор. Милая моя
Солнечная система. Взгляд со стороны
Акварельный мастер-класс "Прощание с детством"
Просто так
Загадка старого пирата или водолазный колокол