Вложение | Размер |
---|---|
nogman_musin_2.pptx | 879.69 КБ |
urok_n_musin._ishbuldina_ai.docx | 28.14 КБ |
Слайд 1
Ноғман Мусин – башҡорт әҙәбиәте биҙәгеСлайд 2
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау; “Мәңгелек урман” дилогияһының тел– стилистик үҙенсәлеген өйрәнеү; Әҙип менән ғорурланыу һәм ихтирам тойғоһо, ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Маҡсат:
Слайд 3
Актуаллеге: Ноғман Мусин әҫәрҙәрендә халҡыбыҙ тарихы, кеше яҙмышы, тәбиғәтебеҙ торошо тураһында проблема күтәрә; Быйылғы Экология йылы айҡанлы ошо проблемалар алғы планға сыға; Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Слайд 4
Ноғман Сөләймән улы Мусин 17 июль 1931
Слайд 5
Хик әйәләре: “Минең дуҫ” “Исемһеҙ бейеклек ” ”Яҡшы һабаҡ” ”Атайымдың ос һәнәге” “Тарих яҙыр инем ташына”
Слайд 6
“Ноғман Мусин-повесть оҫтаһы. Уның повестары мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған,тормошсан”. Фәрит Иҫәнғолов “Зөһрә” ”Ауылым юлы” ”Кеше йылмая” ”Ер биҙәге” ”Һинең мөхәббәтең” ”Еҙ ҡыңғырау” ”Шайтан ҡуласаһы”
Слайд 7
Публицистика “Ноғман Мусин – бик күп йылдар әҙәби ижадты тынғыһыҙ журналистика эше менән бәйләп алып барған яҙыусы. Шуға ла ул очерктарына ла, публицистик мәҡәләләренә лә художестволы ижадының бер өлөшө итеп ҡарай”. Хәким Ғиләжев
Слайд 8
Романдары: “Өҙәрем юл кешеләре “Зәңгәртауҙа аҡ болан” “Яралы кеше тауышы” “Таң менән сыҡ юлдарға” “Мәңгелек урман”
Слайд 11
“Яҙыусының һәр һөйләме синтаксик камиллыҡҡа, телмәр мелодикаһына эйә. Халыҡ ижады үрнәктәренең тел-стиль үҙенсәлектәренә тартым, шуға ла һәр һөйләме, яҙыусы телмәренең күркәмлеге, көй-моң булып, йырлап тора. Автор һәр һүҙҙең мәғәнәһен һәм асылын, кинәйәһен белеп, һүрәтләү сараларының аныҡлығын, теүәллеген тойоп ижад итә” Рафаэль Аҙнағолов
Слайд 12
Диалект һүҙҙәр: Ул тәпейләп ҡурайҙың һыртынан дүрт, аҫ яғынан бер тишек яһаны ( тәпе-бармаҡ ); ... уйнауҙан башҡа һис нәмәгә лә эшкинмәйем мин ( ярамайым ); ... кешеләрҙең тыны тарыға (тотола ); бер генә йыныстан торған мәмләкәттең ғәме юҡ ( йыныс – енес); эйәген тызыны (ышҡыны ); трубкаһын урынына быраҡтырҙы (ырғытты); ҡыҙ кеше һере була ( үҙ һүҙле , упрямый); ҡабыҡтары ҡубып бөткән, бурһый башлағандыр ( серей , гниет ); йылымыслатҡан һыу менән сайынырға тотондо ( ҡойонорға ); Зөбәржәт уға нығыраҡ йылышты ( һырыҡты ,прижалась )
Слайд 13
Фразеологик берәмектәр: Ғилмандың кәйефе тамам ҡырылды; ҡайһы ергә генә күҙ ташлама; бер ҙә улай бер-беребеҙгә аяҡ салмай инек: ахырҙа сабырлығы һынды; асыуынан бишкә ярыла яҙа ине; йоҡоһо бөтөнләй осто; тел сарларға шәп икәнһең; күңеле һүрелде...
Слайд 14
Мәҡәл – әйтемдәр: Байҙыҡы - тауҙа, ярлыныҡы – ҡайҙа; Утыҙ теш араһынан сыҡҡан – утыҙ миргә етә; Тауарың бәҫле булһа, юлың ырыҫлы; Ҡулың менән биргәнде аяғың менән йөрөп алаһың; Йән тартмаһа ла ҡан тарта; Ҡул ҡулды йыуа; Кеше ҡурайына бейеү; Ат аунаған ерҙә төк ҡала...
Слайд 15
Йәнләндереүҙәр: өй генә, ҡыш тынынан һис ыжламағандай, маһайып, күкрәк киреп ултыра; урман тымып. Һағайып ҡалған; бер нисә урында мәсет манаралары күкте тишә; ауылдың төн пәрҙәһенә ураныуы, шымып ҡалыуы бик сәйер тойолдо; Ҡотлоғужаның башында төрлө уйҙар ҡайнаша ине; өйҙөң мөйөштәренә ҡараңғылыҡ һыйына башлаған; ҡайындар һағышҡа тарып ойоған, тулы ай, ғәжәпләнеп, ергә баҡҡан...
Слайд 16
Метафоралар: таҡыябаш ҡурай тирә-йүнгә моң сәсергә тотондо; бөтә донъя шымып, уйсанланып ҡалды; Кеше, ошо олондағы яҙыуҙарҙы тергеҙергә, уларға тел биреп, оло тарих һөйләтергә теләгәндәй, тамғаларҙы һыйпаштырҙы; ҡая моронона тамырҙарын батырған меңйәшәр солоҡ; йәш һөйәктең үҙ яғына ыңғайларына ышана...
Слайд 17
Сағыштырыуҙар: һылыу ҡыҙҙың майлап үргән сәс толомо кеүек; болан мөгөҙөндәй тырпайған ҡыу ботаҡтары; сылтырап ағып ятҡан ҡаран тауышындай көй; йәшен ялтлауындай, бик аҙ йәшәй; суйын төҫлө тәненең ҡайһы бер сатнаған ерҙәренән гәрәбә кеүек ялтлап торған сайыр; уларҙа бөркөт ҡарашындай ҡыйыулыҡ; ҡыҙ, ҡоралайҙай туҡ-туҡ баҫып, самауырын оҙон өҫтәл башына ултыртты...
Слайд 18
Ноғман Мусин Диалект һүҙҙәр Фразеологик берәмектәр Мәҡәл- әйтемдәр Йәнләндереү Метафоралар Сағыштырыу Эпитеттар
Слайд 19
Ноғман Мусинға - 85 йәш
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
Салауат районы муниципаль районы
Ноғман Мусиндың
85 йәшлек юбилейына
арналған конкурсҡа
Ноғман Мусин –
башҡорт әҙәбиәте биҙәге
Янғантау ауылы урта дөйөм белем
биреү мәктәбе муниципаль дөйөм
белем биреү бюджет учреждениеһының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ишбулдина Алия Ишморат ҡыҙы төҙөнө
Министерство образования Республики Башкортостан
Муниципальный район Салаватский район
Конкурс разработок
уроков, посвященный
85-летию
Нугумана Мусина
Нугуман Мусин –
украшение башкирской литературы
Выполнила
учитель башкирского языка и литературы
муниципального общеобразовательного
бюджетного учреждения средняя
общеобразовательная школа села Янгантау
Ишбулдина Алия Ишмуратовна
Тема: ”Ноғман Мусин - башҡорт әҙәбиәтенең биҙәге”
(11 класта әҙиптең тормош юлын һәм ижадын йомғаҡлау дәресе)
Маҡсат:
Йыһазландырыу:
Портрет. Әҫәрҙәре күргәҙмәһе. Ноутбук. Мультимедиа проекторы.
Аудиояҙма (Ҡурай моңо). Слайдтар. Презентация
Эпиграф:
“Ноғман Мусин-замана яҙыусыһы, ижады тамырлы,төрлө жанрлы әҫәрҙәрендә кеше бәҫе,дәрәжәһе алға ҡуйыла,әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана.”
Роберт Байымов
Дәрес барышы:
-Һаумыһығыҙ,уҡыусылар.
-Үткән дәрестәрҙә ниндәй әҫәр менән танышҡан инек? Авторы кем?
- Эпиграфты уҡып сығығыҙ: кем тураһында һүҙ бара?
-Дәрестең темаһын нисек атарға була? (уҡыусыларҙың фекере)
III. Яңы тема:
Уҡытыусының инеш һүҙе:
Өйҙә проект эшләп килтерергә ине, хәҙер әҙерләнгән уҡыусыларҙы тыңлайбыҙ, һорауҙар бирәбеҙ һәм баһалайбыҙ.
Ноғман Мусин- уҙенең ижад юлын шиғыр, хикәйә яҙыу менән башлап, артабан повесть, күләмле романдар, дилогия, трилогия авторы. Әҫәрҙәрендә тормоштоң ботә проблемалары ла сағыла, ләкин беҙ уны нығыраҡ тәбиғәт һаҡсыһы, урман-һыуҙар яҙмышын хәстәрләүсе итеп беләбеҙ.
Текстан табып уҡырға.
Һәр яғына бер тулы тоҡ һалып ебәрмәле киң яуырынлы Ғилман Торомтаев дөйөмләштергән кеше образы менән башҡорт өсөн изге символикаға әүерелгән моң сығанағы ҡурай араһындағы диалогҡа иғтибар итәйек: (Ҡурай моңо)
-Ҡурай?
-Әү.
-Ҡайҙа үҫтең?
-Урманда уҫтем.
-Кем ҡырҡты?
-Оҫта ҡырҡты.
-Ни эшләргә?
-Уйнарға...
Уҡыусыларҙың сығыштары:
1.Тормош юлы
Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа, ошонда ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбендә белем алғас, уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Унан һуң Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай, армияла хеҙмәт итә, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була. 1958 йылда “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында эшләй һәм ныҡлап әҙәби ижад менән шөғөлләнә, ситтән тороп Башҡорт Дәүләт университетын тамамлай. Тормош иптәше Фәһимә ханым менән Фәрзәнә һәм Гөлшәт исемле ҡыҙҙар уҫтерәләр. (Слайд)
2. Башланғыс ижады
Студент йылдарында шиғырҙар яҙа башлай, 1953 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында “Минең дуҫ” исемле беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. Оҙаҡ та утмәй шул уҡ журналда “Зөһрә” исемле тәуге повесы донъя күрә.
Уның башланғыс ижады тураһында Әмир Әминев: “Оло юлға төшөп, барып етер нөктәһенә бөтә булмышы менән ынтылған ныҡыш юлсы кеуек, йәш әҙип уҙенең әҙәбиәт алдындағы бурысын яҡшы аңлағандыр һәм арымай-талмай ижад итергә тотоноуы ла шунандыр.Көслө характер һәм оло яуаплылыҡ тойғоһо был”, -тип яҙа. (Слайд)
3. Хикәйәләре
Ноғман Сөләйман улы бик күп хикәйәләр авторы. “Минең дуҫ” әҫәренән һуң бер-бер артлы “Исемһеҙ бейеклек ”, ”Яҡшы һабаҡ”, ”Атайымдың ос һәнәге” һәм башҡа хикәйәләре баҫыла. Бында уҫмерҙең атаһынан ҡалған һәнәк менән йәй көнө бесән эшләүе,шул һәнәкте атаһының иҫтәләге итеп һаҡлауы тураһында яҙа. ”Мин дә ата балаһы” әҫәрендә ун йәшендә генә атайһыҙ ҡалған малайҙы олатаһы эшкә өйрәтә, файҙалы кәңәштәрен бирә. Һуғышҡа киткән атаһы урынында әсәһенә ярҙамсы булып, ауырлыҡтар күреп үҫкәс, әҫәрҙең сюжеты автобиографик характерҙа. “Тарих яҙыр инем ташына” хикәйәһендә тәбиғәтте тере йән кеүек һүрәтләй: тыуған ергә, ғәзиз тупраҡҡа, һәр ағасҡа тере кешегә өндәшкән кеүек өндәшә. Урманды һаҡлау, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш шул дәүерҙәге ижадынан башланғыс алған тип әйтеп була.
4.Повестары
1956 йылда баҫылып сыҡҡан “Зөһрә” әҫәренән һуң, уның утыҙҙан ашыу повесы донъя күрә. “Йыртҡыс тиреһе” әҫәрендә Һолтанбай йәштән үҡ ғәҙелһеҙлек менән осраша, шул уҡ ғәҙелһеҙлектән яҡты донъя менән хушлаша.хәләл көсө менән тапҡан малы уҙенә яҙмай. ”Беҙҙең нәҫелдән дә уҡымышлы кеше сыҡһын” тип кинйә улын уҡырға керетергә теләүе лә тормошҡа ашмай. Ҡаты күңелле,байлыҡҡа ғына ынтылыусы турәләр әҫәрҙә йыртҡыс менән сағыштырыла. ”Ауылым юлы”, ”Кеше йылмая”, ”Ер биҙәге”, ”Һинең мөхәббәтең”, ”Еҙ ҡыңғырау”, ”Шайтан ҡуласаһы” повестарында ауыл кешеһе,тәбиғәт яҙмышы.әхлаҡи проблемалар күтәрелә.
“Ноғман Мусин - повесть оҫтаһы: уның повестары мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған,тормошсан”,-тип яҙа Фәрит Иҫәнғолов.
5. Романдары
Ундан артыҡ романдары ла уҡыусы күңелен яулап алды. Тәүге романы “Өҙәрем юл кешеләре” – заман һәм замандаш, ауыл кешеһе тормошо тураһында. “Зәңгәртауҙа аҡ болан”, “Яралы кеше тауышы”, “Таң менән сыҡ юлдарға” трилогияһы; “Мәңгелек урман” дилогияһы башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу йондоҙо. Беҙ уҡыған “Мәңгелек урман” әҫәре үҙ эсенә ике быуат ваҡиғаларын һыйҙырған. Башҡорт халҡының йәшәйеше урмансылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ менән бәйле икәнен һүрәтләй. “Мәңгелек” һүҙенең мәғәнәһе киң: кеше йәшәй икән, урман да йәшәй. “ Урман – кешеләр булғанда ғына урман, урман – халыҡ кеүек үк мәңгелек” ,- тигән фекер үҙәк проблема булып тора.
“Һуңғы солоҡ” романында ла Аяҙытау ауылы кешеләренең тормошо урман менән тығыҙ бәйләнгән. Урман кешене ашата, кейендерә, табыш бирә. Һуңғы йылдарҙа илдә тарҡалыу башланғас, күптәр эшһеҙ ҡала, ә алыпһатарҙар халыҡ милке булған урманды аяуһыҙ ҡыра. Әҫәрҙәге икенсе проблема - эскелек. Автор милләтебеҙҙе ошо эскелек юҡ итер тип борсола, сөнки йөҙйәшәр һуңғы солоҡто ла эшҡыуарҙар араҡыға һатып ала. Әҫәр һуңындағы фажиғәле ваҡиғалар: Рәсүлдең үлеме, Ҡарамыш ҡарттың ясинһыҙ вафат булыуы, ғәрип сабыйҙың донъяға килеүе – кешелекте бәләгә ҡалыуын иҫкәртә һымаҡ.
6. Публицистика
Ноғман Сөләймән улы хеҙмәт юлын публицист булып башлай. Ул бик күп ерҙәрҙә йөрөй, төрлө кешеләр менән аралаша һәм уларҙың яҙмышы тураһында мәҡәләләр, очерктар яҙа. Ҡәләмдәштәре ижады хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашырға ла, уларҙың әҫәрҙәренә баһаһын бирергә лә өлгөрә. Башҡорт халҡы тормошондағы иң мөһим мәсьәләләр әҙәби әҫәрҙәрендә генә түгел, ә публицистик мәҡәләләрендә лә сағыла.
“Ноғман Мусин – бик күп йылдар әҙәби ижадты тынғыһыҙ журналистика эше менән бәйләп алып барған яҙыусы. Шуға ла ул очерктарына ла, публицистик мәҡәләләренә лә художестволы ижадының бер өлөшө итеп ҡарай”, - тип баһалай уны Хәким Ғиләжев. (Слайд)
7. Ҡаҙаныштары
Үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән уҙаман әҙәбиәттең төрлө жанрҙарында уңышлы ижад итә. Уларҙың һәр береһендә тәбиғәт һәм кеше: эсәр һыуҙарыбыҙ, һулар һауабыҙ, ер ҡалҡаны булған урманыбыҙ яҙмышы. Уның әҫәрҙәрен халыҡ яратып уҡый, борсола, уйлана һәм шатлана. Хөкүмәтебеҙ тарафынан да Ноғман Сөләймән улының ижады юғары баһаланды:
Беҙҙең яҡтың Ер биҙәге булыр –
Ил биҙәргә тыуған оҫталар:
Үҙ данына һис бер иҫе китмәй
Халҡы данын улар тоталар! - тип
хаҡлы рәүештә яҙа Риф Мифтахов уның тураһында.
IV. Рефлексия
Уҡыусыларға һорауҙар:
V. Һығымта
Беҙ дәрестә бөйөк әҙиптең ижадын яңынан күҙ алдынан үткәрҙек. Уның хикәйәләрендә, повестарында, ҙур күләмле романдарында, дилогияһында, трилогияһында халҡыбыҙ тарихы, кеше яҙмышы, тәбиғәтебеҙ торошо төп проблема булып тора. Әҫәрҙәре һутлы тел менән яҙылған, исемдәре үк үҙенсәлекле яңғырай: “Сәскәләр керпеген аса”, “Йәнле йүкә”, “Ҡоралайҙар”, “Зәңгәртауҙа - аҡ болан”... Яҙыусы уйға һала, тетрәндерә, һоҡландыра, йәшәйеш тураһында фекер йөрөтөргә ынтылыш бирә. Халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында ҡайғыртҡан , тәбиғәт яҙмышын хәстәрләгән ижад емештәрен бөтәбеҙ ҙә көтөп алабыҙ.
Дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ: ысынлап та, әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундары, йәшәйеш рәүеше төп урынға ҡуйыла. Шуға күрә лә Ноғман Мусин - әҙәбиәтебеҙҙең ҡабатланмаҫ сағыу биҙәге.
VI. Баһалар ҡуйыу
– Сығыш яһаусыларҙың һәр береһенә ниндәй баһа ҡуяһығыҙ? Ни өсөн?
– Ә һеҙ ошо баһалар менән килешәһегеҙме, юҡмы? Ни өсөн?
VII. Өйгә эш
1. Ноғман Мусин ижады буйынса инша яҙырға әҙерләнергә
2. Тест һорауҙарына яуап яҙырға.
Прекрасная арфа
Заповеди детства и юности
Человек несгибаем. В.А. Сухомлинский
Попробуем на вкус солёность моря?
Злая мать и добрая тётя