Тел байлығы ғаиләнән башлана.
Вложение | Размер |
---|---|
инша | 20.12 КБ |
ТУҒАН ТЕЛЕМ ҒАИЛӘМДӘ, ЙӘМҒИӘТТӘ
(инша)
Башҡарҙы: Муниципаль район Көйөргәҙе районы Башҡортостан республикаһы “Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү Бахмут ауылы мәктәбе” нең 10-сы уҡыусыһы Бочарёв Артём
Етәксеһе: Муниципаль район Көйөргәҙе районы Башҡортостан республикаһы “Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү Бахмут ауылы мәктәбе” нең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таймасова Айһылыу Насип ҡыҙы
Туған телем ғаиләлә, йәмғиәттә.
Һәр бала йәмғиәттә тыуа, үҫә һәм үҫешә. Был мөхиттә аралашыу менән үҙ-ара бәйләнеш бик ныҡ бәйләнгән. Ниндәй континентта, ниндәй илдә тыуыуына ҡарамаҫтан, тыуғас та бала туғандарының тауыштарын ишетеп үҫә һәм шул телдә аралаша, фекерләй башлай. Йәғни, үҙ туған телендә.
Минең туған телем – башҡорт теле тиһәм дә, рус теле тиһәм дә яңылышмаҫмын тип уйлайым. Сөнки мин башҡорт ғаиләһендә тәрбиәләнәм. Ауыр булһа ла, башҡорт телендә аралашырға тырышам. Сөнки ул йомшаҡ та, наҙлы та, яғымлы ла. Күренекле шағирә Зәйнәп Биишева үҙенең шиғырында башҡорт телен ошондай юлдар менән данлай:
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
З. Биишева.
Бәләкәйҙән балалар бишек йырҙарын, әкиәттәрҙе, хикәйәләрҙе әсә телмәренән ишетә. Уның күңелендә туған теленә ҡарата һөйөү барлыҡҡа килә. Башҡорт ауылында йәшәһәк тә, бик күп ата-әсәләр үҙ балаларына икенсе телдә “мама”, “папа”, хатта “бабуля” тип өйрәтә һәм тәмле итеп “әсәй”, “атай” тигән һүҙҙәрҙән кескәйҙәрен мәхрүм итәләр. Ҙурая килә улар туған телдәрен бөтөнләй онотасаҡ. Мәктәптә телдең нескәлектәренә төшөнәбеҙ, ҡағиҙәләрен үҙләштерәбеҙ, лексикаһын өйрәнәбеҙ. Шул ваҡытта уның ниндәй бай икәнен асыҡлайбыҙ. Бында беҙгә бөйөк шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ ярҙам итә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй, туған телдең ысын фанаттары итәләр. Юҡҡа ғына Зәки Вәлиди, Шайехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Рәми Ғарипов, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек шәхестәребеҙ телебеҙҙе яҡлап көрәшмәгән, уны күтәргән, тимәк бөгөнгө көндә беҙ уларға рәхмәтлебеҙ.
Йәмғиәткә килгәндә, ҡайһы балалар үҙ телдәренән оялалар, вата-емереп рус телендә һөйләшәләр. Кем ғәйепле? Тәрбиә бит ғаиләнән башлана. Әгәр ата-әсә быға ҡул һелтәй икән, артабан нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс. Телебеҙ тере булһа, илебеҙҙә һаҡланыр. Туған телендә уҡый-яҙа белмәү - үҙенеңде хөрмәт итмәү. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар ҙа, әйләнеп ҡайталар, туған телдәрендә моңло итеп һайрайҙар. Телһеҙ ҡалыу - тыуған илһеҙ ҡалыу, тигәнде аңлата.
Быйыл мәктәптә туған телдәрҙе теләк буйынса өйрәнергә мөмкин тигәнде ишеткәс тә, күбеһе рус теленен өйрәнергә ташланды. Ата-әсә нимә уйлай икән? Әгәр бөгөн киләсәкте уйламаһаҡ, кем тырышыр беҙҙең өсөн? Киләсәк быуынға ниндәй телде ҡалдырырбыҙ? Телһеҙ кеше – яңғыҙ кеше, ә бер сәскә яланды матурламай. Шуның өсөн уяу булайыҡ, уянайыҡ, рухлы булайыҡ, битараф булып ҡалмайыҡ!
Башҡорт теле - башҡорт халҡының милли теле. Туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк. Телебеҙ - халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы.
Человек несгибаем. В.А. Сухомлинский
Мост Леонардо
А теперь — мультфильм
Почему Уран и Нептун разного цвета
Что есть на свете красота?