Мәктәп тормошонан
Вложение | Размер |
---|---|
mktp_tormoshonan.docx | 17.57 КБ |
Күңелле көҙгө ай.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте айлығы булды. Был айлыҡ барышында мәктәп уҡыусыларына күп көс һалырға тура килде. Шулай итеп, октябрь айында беҙ, “Иң күп һүҙ уҡыусы”, “Иң грамоталы уҡыусы”, “Иң яҡшы презентация”, “Башҡортса фильм төшөрәйек”, “Иң таҙа дәфтәр”, “Шиғыр ятлау оҫтаһы” һ.б. конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Республика көнөнә арналған йәнле концерт ҡараныҡ. Иң таҙа дәфтәрҙәр Аманова Гөлназдыҡы, Иҫәнғолов Салауаттыҡы, Ғәйнуллина Илгизәнеке һәм Фәизов Алсындыҡы булып сыҡты. “Минең яратҡан уҡытысым” темаһына стена гәзите сығарҙыҡ. Юбиляр яҙыусыларға арнап презентациялар эшләнек: 5 класс – Ҡәҙим Аралбайға, 6 класс – Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа, 7 класс – Мифтахетдин Аҡмуллаға, 8 класс – Азат Абдуллинға, 9 класс – Ноғман Мусинға, 10,11 класс – Сафуан Әлибаевҡа арнанылар.
Йомғаҡлау кисәһендә, иһә, үҙ көсөбөҙ менән төшөрөлгән башҡортса фильмдар ҡарап кинәндек. Иң ҡыҙыҡлыһы 10,11-ҙең “Сәләмәттән сәләм Саматҡа” мәрәкәле әҫәре булды һәм уларға лайыҡлы рәүештә 1 урын бирелде. 7 класс “Ат – кешенең тоғро дуҫы” фильмы менән 2 урынды, ә 5,6 кластар “Мәктәп тормошонан” һәм “Әсәйем – ҡәҙерлем” картиналары өсөн 3 урынды алдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте айлығы бик матур, ҡыҙыҡлы, күңелле үтте тип иҫәпләйем.
Әхмәтшин Буранбай, 6 класс.
Шиғырҙар илендә.
Шиғырҙы “5” –ле билдәһе алырлыҡ итеп, йәки, сәхнәлә баҫып торғанда тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итерлек итеп тасуири, шыма итеп ятлау ҙа үҙе бер һөнәр бит ул! Күпме тырышлыҡ, оҫталыҡ, ваҡыт кәрәк уның өсөн! Килешәһегеҙме минең менән Үҙемә килгәндә инде, хисләнеп, бирелеп шиғыр һөйләгәндәргә һәр саҡ һоҡланып ҡараусылар рәтендәмен. Мәктәбебеҙҙә “Шиғыр ятлау оҫтаһы” конкурсы үтте. Унда ҡатнашыусылрға ҡыйыулыҡтары өсөн генә лә сәпәкәй итергә мөмкин ине. Ошо конкурстың һөҙөмтәләрен яҡтыртып китәһем килә. “Ҡәҙим Аралбайға – 75 йәш” шиғырҙар конкурсы һөҙөмтәләре.
Аллаярова Ынйы. “Бәхет ҡошо” 3 ур.
Шәрәфутдинова Әлиә. “Төнгө бер”. 3 ур.
Күсәйева Румия. “Талҡаҫ”. 4 ур.
Халиҡов Юлай. “Тауҙарға һирәк сығабыҙ”. 4 ур.
Күсәйева Наҙгөл. “Учалы”. 2 ур.
Яҡупова Алина. “Таң ата” (ҡобайыр). 2 ур.
Фәтҡуллин Фидан. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” 4 ур.
Аманова Гөлназ. “Эт йәнле”. 3 ур.
Ғүмәрова Вилена. “Туй ҡорҙо төнөн йондоҙҙар”. 4 ур.
Иҫәнғолов Салауат. “Башҡорт теле”. 1 ур. Кәлимуллина Сөмбөл. “Мин үҙемде яратам”. 1 ур.
Күсәйева Лидиә. “Илектәре ҡайтты Таналыҡҡа”. 4 ур. Шиғыр ятлаусы оҫталарға артабан да шулай һәләттәрен үҫтереүҙе һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Ғүмәрова Вилена, 6 класс.
Муллыҡ байрамы.
Ҡунаҡ көҙҙәр.
Төйәгемә ҡунаҡ көҙҙәр килде,
Ҡаршы алды аҡлан, ҡырҙарым.
Йомарт ергә бүләк итеп бирҙе
Алтын япраҡ сиккән юрғанын.
Бөтәһе лә яратҡан “Көҙгө бал” байрамы сентябрь айында уҙҙы. Был байрамды Әлиә Сәхийәр ҡыҙы ойошторҙо һәм алып барҙы. Жюрила Миләүшә Мирлах ҡыҙы менән Руслан Сергей улы булдылар. Коридор йәмле итеп биҙәлгәйне, ә һый тулы өҫтәлдәр был матурлыҡты тулыландырҙылар. Иң ҡыҙыҡ уйындарҙың береһе – егеттәрҙең ҡағыҙ һәм сәс терәүҙәре ярҙамында ҡыҙҙарҙы кисәгә әҙерләүҙәре булды. Был уйында: 1 урын – Сөмбөл менән Кәримгә, 2 урын – Вәсилә менән Сыңғыҙға, 3 урын – Вилена менән Алсынға һәм Илгизә менән Илшатҡа эләкте. Дөйөм алғанда, 10,11 кластың ҡыҙҙары еңеп сыҡтылар. Улар был кистә бигерәк тә һылыу инеләр шул!
6,7 кластарҙың йыйылышып сәй эсеүҙәре бигерәк күңелле лә, тәмле лә булды. Беҙҙең малайҙар төрлө уйынсыҡтар эшләп килтергәйнеләр, ә ҡыҙҙар – турамалар, бәлештәр, ғөмүмән, төрлө тәмлекәстәр...Өҫтәлебеҙ һыйҙан һығылып торҙо! Байрам дискотека менән тамамланды. Шундай байрамдар йышыраҡ булһын ине!
Шәрәфутдинова Дилә, 6 класс.
Белем көнөндә.
Һәр йылдағыса тәүге уҡыу көнөнә беҙ байрамға килгән һымаҡ йыйылдыҡ. Ысынлап та – белем көнө – ул бит ҙур байрам! Тәбиғәт тә беҙҙең менән бергә шатланды: көн аяҙ һәм йылы булды. Беренсе класҡа 10 бала аяҡ баҫты: ете ҡыҙ һәм өс малай. Улар барыһы ла бик ҡупшы инеләр, ҡулдарында йәмле гөлләмәләр... Шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бүләктәр алдылар. Бына улар: Аманова Илмира, Биргалин Айгин, Килова Мәликә, Ситдиҡова Гөлсара, Садыҡова Сабрина, Исмәғилева Зөләйха, Исҡужина Диана, Кузьмин Владислав, Уразов Надир.
Тамашалар ҙа бик ҡыҙыҡлы булды. Тәслимә “Мәскәй әбей” ролен, ә Ынйы “Белем королеваһы” булдылар. Белем көнө бик- бик күңелле, яҡшы үтеп китте.
Аманова Гөлназ, 6 класс.
Ололар көнөндә.
Был көндө беҙ, алтынсы һәм етенсе кластар, әбей – бабайҙарҙы байрам менән ҡотларға барҙыҡ. Оло кешеләргә шул тиклем ҙур ҡыуаныстар, шатлыҡтар тейәп барғанбыҙ икән дәһә. Улар бөтәһе лә беҙҙе ихлас ҡаршыланылар, тәм – том менән һыйланылар. Ҡайһы берҙәре: “Беҙҙе бер кем дә ҡотлағаны юҡ ине,” – тинеләр. Беҙ уларға ,ҡыуаныстан тыш, открыткалар тараттыҡ. Өлкәндәрҙе ҡотлау ҡыуанысынан үҙебеҙ ҙә шатланып, үрле – ҡырлы һикереп ҡайтып киттек.
Ситдиҡов Динар, 6 класс.
Ҡыш.
(Шиғыр)
Бына ҡыш та килеп етте,
Аҡ ҡар бөртөктәре төштө.
Күҙҙең яуын алдылар,
Шыршыны биҙәнеләр.
Ситдиҡов Динар, 6 класс.
Колумбово яйцо
Самый главный и трудный вопрос
Композитор Алексей Рыбников
Где спят снеговики?
Сказка об осеннем ветре