"Тиҫтерҙәремә әйтер һүҙем: донъябыҙҙың бәхетле киләсәге беҙҙең ҡулда" (мәҡәлә)
Вложение | Размер |
---|---|
mkl.docx | 31.11 КБ |
Мәҡәлә.
Донъябыҙҙың алдынғы киләсәге – беҙҙең ҡулда!
Башҡарҙы: 10 класс уҡыусыһы Халикова Альбина.
Абҙаҡ урта мәктәбе.
Бала саҡ, мәктәп йылдары... Кеше ғүмеренең иң яҡты,күңелле, мөғжизәле мәле. Уйнайбыҙ, көләбеҙ, белем донъяһына ҡунабыҙ,дуҫтарыбыҙ менән аралашабыҙ.”Эх, ниңә генә ғүмерҙең шундай матур ваҡытын оҙағыраҡ һуҙып булмай икән,”-тип хыялланам мин. Күҙ асып йомған арала ғына үтә лә китә шул...Әле генә беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡайным, инде “ һуңғы ҡыңғырау” ҙа килеп етеп бара. Ләкин, үкенескә ҡаршы, бөтә үҫмерҙәр ҙә быны аңламай шул... Күбеһенең тиҙерәк оло юлға баҫҡылары килә. Үҙем кеуек 14-16 йәшлек үҫмерҙәрҙән: “Беҙ ҙур , беҙгә бөтә нәмә лә ярай,” – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар. Ундайҙар, күп осраҡта ,ата-әсәләренең , уҡытыусыларының һүҙҙәрен тыңлау урынына , үҙҙәренен компаниялағы иптәштәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар. Әммә, үкенескә ҡаршы,бөтә дуҫтар ҙа яҡшы булмай, һәм “иптәш,әхирәттәрең”дең зыянлы булып сығыуы лы мөмкин.Был, әлбиттә, моңһоу күренеш. Ул ғына ла тугел. Бик күп йәш балалар бәләкәй саҡтан уҡ наркотик, тәмәке, эскелек, спайс, токсикомания кеүек ағыуҙар менән мауыға. Хатта 12-15 йәшлек ҡыҙҙарҙың тәмәке тартыуҙарын,һыра эсеп тороуҙарын күҙәтергә була. Бындай күренеш минең күңелемде айырыуса ныҡ әрнетә. Ундайҙарҙы интернаттарҙа , ата-әсәләренең күҙәтеүенән йыраҡта күреп була. Йәш ҡыҙҙарҙың тормоштоң барлыҡ “ләзәттәрен” тәмләп ҡарағылыры килә. Ә улар бит киләсәктә - буласаҡ әсәләр! Балаларына нисек итеп : “ Улым эсмә,ҡыҙым тартма”, –тип әйтергә уйлайҙар икән. Эйе, егеттәргә лә ундай ҡыҙҙар оҡшай – бер төнлөк мөхәббәт өсөн . Әммә, ғаилә ҡорорға береһе лә ундай ҡыҙҙар ҙы һайламай шул.Үҙҙәре эсеп ,тартһа ла, уларҙың буласаҡ ҡатындары һәр саҡ бөхтә, тәрбиәле, аҡыллы,һылыу, эшһөйәр булырға тейеш.Ошо турала әҙ генә уйланһалар ине, донъяның гүзәл заттары!
Тартып, эскән ир-егеттәр мине нимәгәлер ул тиклем ныҡ аптыратмай. Әлбиттә, уныһы ла бик ныҡ насар күренеш. Ҡайһы мөйөшкә ҡарама, куптәрҙең ауыҙҙарында - тәмәке, ҡулында-һыра. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, моғайын, магазиндарға кереү менән; алкоголь иң өҫкө рәттәргә менеп ҡунаҡлаған. Касса алдында “18 йәштәре тулмаған балалрға алкоголь эсемлектәр һатылыуы тыйыла!” – тигән яҙыуҙы күрергә була. Әммә бик күп һатыусылар , быға иғтибар итмәйенсә, үҫмерҙәргә тәмәке, һыра һатырға әҙерҙәр, аҡсалары ғына булһын. Телевизорҙы ҡабыҙһаң, унда ла шул уҡ хәл. Кинофильмдарҙа ла тәмәке тартып , араҡы эскән үҫмерҙәр ҙе бик йыш күрһәтәләр. Ул ғына ла тугел, хәҙер ҡайһы бер әкиәттәрҙе ле балаларға ҡаратыу үтә ныҡ ҡурҡыныс...
“Балаларҙың насар ғәҙәттәр тотҡонлоғына эләгеүендә ата-әсәләренең дә ғәйебе бар,“- тип фекерләйем мин.Бәлки берәйһе минен һүҙҙәрем менән ризалашмаҫ та. Әммә , күп ата-әсәләр балаларының тормошо менән ҡыҙыҡһынмайҙар; уның ҡайҙа йөрөгәнен, кем менән йөрөгәнен , нимә менән шөғөлләнгәнен , ниндәй проблемалары булғанын белмәйҙәр. Ҡайһы берҙәре хатта уҡыуы тураһында ла ҡайғырмайҙар. Бала бәләкәй генә тормошонда үҙенән- үҙе йәшәп ята торғас,шулай төрлө насар компанияларға эләгә, эсә, тарта башлай. Наркомания менән мауығып, өйҙән аҡса ла ташыусыларҙы ла беләм. Шулай ҙа үҫмерҙәр барыһы ла баштан уҡ үҙҙәренең ниндәй насар хәлгә барып эләккәндәрен төшөнөп бөтмәйҙәр. Күбеһе ауыр тормошҡа, заманаһына һылтана.Ел ҡайһы яҡҡа иҫә - шунда йүнәлеш алып тик йөрөйҙәр.Кемдәрҙер : “башҡалар тартып эскәс, миңә лә шулай эшләргә кәрәк “, –тип ылығып китә.Ундай кешеләрҙең бер ниндәй маҡсаттары ла юҡ, эшкә, уҡыуға ла ынтылыштары һүнә, киләсәк тә уларға кәрәкмәй, йәшәүгә лә ҡыҙыҡһыныуҙары бөтә.
Беҙҙең йәштәр тағы наркотик тар менән дә утә ныҡ шаяралар. Статистика буйынса, Рәсәй был проблема ла беренсе урынды биләп тора. Йылдан йыл наркомандарҙың һаны арта бара. Наркотиктың - иң ҡурҡыныс ағыуҙарҙың береһе икәнлеген бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Кемдер: ” бер генә тапҡырҙан ,нимә булыр тиһең”,- тип уйлайҙар. Ләкин улай тугел шул. Был ауырыуға кеше бик тиҙ өйрәнеп китә, һәм инде күп осраҡтарҙа кешеләрҙе дауалап булмай, артыҡ дозанан үләләр. Бындай күренештәр бигерәк тә ҡала тирәләрендә киң йәйелгән, сөнки ауыл биләмәлерендә был “сир” артыҡ тамыр йәйә алмай.
Тәмәке, һыра, наркотик кеуек “ зыян”, “үлем” менән мауыҡҡан кешеләрҙе күргән һайын минен йөрәгемә ҡыйын була. “Киләсәктә уларҙы нимә көтә һуң?”-тигән һорау йөҙәтә. Үҙем өсөн был насар ғәҙәттәр ят күренеш . Минең был ағыулы матдәләрҙе ҡулланғаным юҡ, артабан да ҡулланмайасаҡмын тип , һүҙ бирә алам. Сөнки , һаулыҡ – ҡәҙерлерәк!
Йәштәрҙең тағы бер проблемаларының береһе булып – хәҙерге заман технологиялары тора.Уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ: компьютерҙар, ноутбуктар, нетбуктар, телефондар, смартфондар, айфон, планшет, төрлө гаджеттар һ.б. Хәҙерге үҫмерҙәр уларһыҙ йәшәү ҙе күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Бәйләнештә, Facebook,Instagram кеуек сайттарҙа ултырмайынса бер көн дә түҙә алмайҙар .Алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй, дуҫтарым араһында ла ундайҙар бар. Ҡасан ҡарама, шул телефондарына текәлеп утыралар. Виртуаль донъя уларға ысынына ҡарағанға ҡәҙерлерәк , күрәһең. Улар менән урамға йөрөргә, мәктәптә тәнәфескә сыҡҡанда ла , әңгәмә тик шул телефон тирәһендә урала: кемдеке матурыраҡ, ҙурыраҡ, ҡыйбатыраҡ; кем ҡайҙа ултыра, нимә ҡарай, ниндәй яңы уйындар уйнай,ниндәй ҡушымталар килеп сыҡҡан һ.б. Күбеһе телефондарын кешегә ҡарағанда нығыраҡ ярата, нығыраҡ ҡәҙерләй. Улар кешененең күңелен рәнйетергә бер ҙә ҡурҡмайҙар, ә телефондарын ярып ҡуйырға ҡурҡалар. 5-7 йәшлек бәләкәй генә балалар ҙа тышта, саф һауала рәхәтләнеп шаярып, уйнар урынына , компьютерҙағы уйындарҙан төшә алмай ултыралар. Ә бына минең ул сабыйҙарҙың йәшендә “компьютер” тигән әйберем булмағайны. Һәм шуға хәҙер ҡыуанып бөтә алмайым , минең бәхетле бала сағым булғанға, ата-әсәйемә рәхмәт әйтәһем килә.
Хәҙер,заманға ярашлы, бөтә нимә лә электронлаштырылды: телевизорҙар, кер йыуып, киптереу машиналары, һауыт-һаба йыуа торған машиналар, тостерҙар, кофе ҡайнатҡыс, электр сәйнүктәр, электрон китаптар , саң һурғыстар һ.б. Беҙгә бер нимә эшләргә лә кәрәкмәй, кнопкаға баҫаһын да тораһың. Хатта аҙыҡ-түлекте лә әҙер көйөнсә һатып алаһың да, йылытып ҡына ашайһың.Минең уйлауымса, бындай тормош еңел булһа ла - насар.Бер нимә эшләмәүҙән кеше ялҡаулана башлай...Һәм, әгәр ҙә, артабан да шулай дауам итһә,кешеләр кире маймылға әйләнеп бөтәсәк.
Киләсәк быуындың тағы бер проблемаһы – ул уҡыу.Ошо һүҙҙе бик күп үҫмерҙәр яратып бармай. Байтағы, “ беҙгә уҡыу кәрәкмәй”, тигән уйҙы баштарына һендереп маташа. ”Үҫкәс көтөусе булһам да яраған”,-типуйлайҙар. Ә байҙарҙың балалары бөтөнләй инде ата-әсәләренең аҡсаһына ғына йәшәргә теләйҙәр. ”Үҫкәс тә улар мине эшкә урынлаштырырҙар”,-тигән фекер менән йөрөйҙәр.Ләкин был дөрөҫ түгел. Минең сә, белемде һәм эште бөтәһе лә үҙ тырышлығы менән яулап алырға тейеш.
Шулай уҡ, үкенескә ҡаршы, бик күп уҡыусылар буласаҡ имтихандарҙан ҡурҡып , 15-16 йәштәре тулыр- тулмаҫтан, туғыҙынсы класты тамамлап сит, бөтөнләй таныш булмаған ерҙәргә,тыуған төйәктәренән айырылып, сығып китәләр.Ә бит күп тә утмәй, уларҙын күпселеге, алдарындағы ҡыйынлыҡтарға түҙмәй, кире ҡайталар. Мин, иһә, быйыл 10-сы класты тамамлап киләм. Һәм туғыҙҙан һуң мәктәпте һайлаған уҡыусылар өсөн бик шатмын.Минеңсә, имтихандарҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ, унда һинең уҡыу программаһында ғына үтелгән темалар буйынса белемеңде генә тикшерәләр.Эйе, бына кемдәр быйыл ОГЭ тапшыра, уларҙың хис-тойғоларын мин бик яҡшы аңлайым. Үҙем дә тәүге тикшереү һынауында бик ныҡ ҡурҡҡайным.Әммә, “ҡурҡҡан эш хәйерле була” тигәндәй, барлыҡ фәндәрҙе лә тик “4”, “5”- легә генә тапшырып сыҡтым. Шуның өсөн дә ҡурҡмағыҙ,үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ! Һеҙгә килеп етеп барған имтихандарығыҙҙа уңыштар теләйем!
Тағы ла ошондай күренеш йышайҙы: күп йәштәребеҙ Мәскәу, Санкт-Петербург кеуек ҙур ҡалаларҙа уҡырға ынтыла. Ә үҙебеҙҙең республикабыҙҙың уҡыу йорттарында күп урындар буш ҡала һәм ситкә юлланғандарҙың кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы ла бик икеле.
Уҡыу туләүле булыу арҡалы, бик күп белемле, талантлы кешеләр үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашыра алмай.Сөнки барыһының да ата-әсәһе аҡсалы түгел.Ә кемдәрҙең киреһенсә, уҡыу ға, киләсәк төҙөргә ниәттәре юҡ, улар ата-әсәләренең аҡсаһы ярҙамында ҡайҙа теләйҙәр, шунда уҡырға инәләр.Ингәс тә улар уҡыйҙар тиһеңме? Аҡса түләгәндәре өсөн генә ҡыуылып сыҡмайҙар инде.
Ғөмүмән,был юлдарҙың авторы тураһында, зарланырға ярата икән , тиеп уйлай күрмәгеҙ. Мин был мәҡәләмдә йәмәғәтселектең фекерҙәрен генә еткерергә тырыштым.
Беҙҙен быуын башҡорт йәштәре араһында маҡсатлы,эшмәкәр, һау-сәләмәт тормош алып барырға теләүселәр барыбер күберәк. Киләсәктә лә үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап алып ҡалырға уйлаһаҡ, өҫтә әйтелеп киткән насар ғәҙәттәргә бирешмәҫкә, ауырлыҡтарҙан һынмаҫҡа тигән маҡсат ҡуйһаҡ, беҙгә мотлаҡ уҙ ерлегебеҙҙән, йолаларыбыҙҙан , моңобоҙҙан, телебеҙҙән, тарихыбыҙҙан айырылмаҫҡа кәрәктер. Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ, журналист , режиссер Нәсур Йөрөшбайев әйтеүенсә “башҡорт рухы” феномены Европаны бөгөн дә аптырата: “Халҡыбыҙҙың ҡурайы, биҙәктәре, башҡа сәнғәт төрҙәре Европа халҡын хайран итә. Рәсәйҙең уртаһында ошондай халыҡ йәшәгәнен , Салауатыбыҙҙы ла беләләр”. (“Киске Өфө” , №52,2015 йыл).
Шулай уҡ Мәрйәм Бураҡаеванын һүҙҙәре менән дә килешмәйенсә булмай: “Үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға кәрәк. Шарттар һинең менән идара итмәһен, һин шарттарҙан өҫтөн бул, оҡшамаһа, үҙгәрт, үҙеңсә ҡулайла. Бөтә уңышһыҙлыҡты – яҙмышҡа , даланың булмауҙы- бәхетһеҙлеккә, үҙеңдең йүнһеҙлегеңде кешегә япһарып, һылтау итеп, үҙеңә фәҡәт уңышһыҙлыҡ ҡына юрап, мыжып йәшәү тик бәхетһеҙлек кенә килтерә. Даими рәүештә үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә генә рухи камиллыҡҡа һәм уңышҡа табан барырға мөмкин. Шуның өсөн иң элек балаларымдың күңел донъяһын байытыуҙы, эске булмышының “арҡа һөйәген” нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым” ( “Арғымаҡ”, 2015.)
Дуҫтарыма, тиндәштәремә әйтәһе һүҙем шул: беҙ киләсәк быуын , изгелек ҡылыу, донъяны нурға күмеү- беҙҙең бурыс. Киләсәк беҙҙең ҡулда! Ғумер бер генә , уның ҡәҙерен белегеҙ!.
Рисуем гуашью: "Кружка горячего какао у зимнего окна"
Фокус-покус! Раз, два,три!
Кактусы из сада камней
Цветущая сакура
Акварельный мастер-класс "Прощание с детством"