"Ауылымдың күренекле кешеләре "
Вложение | Размер |
---|---|
yaktashtar.doc | 71 КБ |
Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Архангел районының мәғариф бүлеге
Ҡыҫынды ауылы муниципаль бюджет төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
Конкурс : “Тыуған яғым юлдары буйлап»
Номинация : « Яҡташтар »
Эшләне : Ҡыҫынды төп дөйөм белем
биреү мәктәбенең 6-сы класс
уҡыусыһы Мустафина Аделина
Таһирьян ҡыҙы
Етәксеһе: тарих уҡытыусыһы
Хәсәнова Фәниә Фазыл ҡыҙы
2015 йыл
Инеш
2015 йыл Республикабыҙҙа « Әҙәбиәт йылы » тип иғлан ителеүе бигерәк тә шатландырҙы. Сөнки шиғриәт,әҙәбиәт һис ҡасан да үҙенең бәҫен, мәртәбәһен юғалтманы. Ниндәй генә осор, заманда йәшәһәк тә, мәғәнәле лә, хисле лә һәм халыҡтың йөрәгендәге утын да ҡабыҙыр ҡөҙрәтле лә, кәрәк икән, артыҡ дөрләгән усаҡты һүндерер көскә эйә лә була белде. Бындай илаһилыҡ халыҡтың үҙенән, быуаттар буйы ҡанда, йәндә һаҡланып килгән булмышыбыҙҙандыр. Шиғыр яҙып ҡарамаған , таҡмаҡ сығармаған, йырын көйгә һалмаған башҡорт балаһы юҡтыр ул.
Шиғриәтебеҙҙә көслө рухлы һәм дә талантҡа бай ир-егеттәребеҙҙә беҙҙә бар. Донъяны мотлаҡ үҙҙәренсә аса һәм, иң мөһиме, үҙҙәренсә һеңдереп асыштарын еткерә белә. Ә шиғриәттә шик тә, сер ҙә булырға тейеш...
Шул уҡ ваҡытта ҡыйыу фекерҙәре артында тамсы тауышын да, шул тауышҡа тертләгән сабыйҙы ла, шул тамсыға ғашиҡ йүләрҙе лә… күрергә була. Сөнки ул тамсы – донъяның үҙе.
Беҙҙең тикшереү эшенең актуаллеге :
Һәр ауылдың ,ҡасабаның ,ҡаланың йөҙәк ҡашы булырҙай кешеләре бар ул. Улар хаҡында барыһына ла һөйләйһе ,танытҡы килеп тора . Ни тиһәң дә –улар ауылдың ғорурлығы . Үҙҙәренең эштәре ,уңыштары менән ауыл ,районда ғына түгел ,бар тирә-йүндә лә билдәлелек яулайҙар.
Тикшереү эшенең маҡсаты :
Ябай таланҡа бай егет Раушан Хазиахметов ижады хаҡында бәйән итеү.
Тикшереү эшенең бурыстары :
-Р.Хәзиәхмәтов шәжәрәһе менән танышыу .
-Р.Хәзиәхмәтов биографияһы хаҡында белешмә биреү.
-Р.Хәзиәхмәтовтың ижады,эшмәкәрлеге хаҡында һөйләү.
Тикшереү эшенең гипотезаһы :
-Ауылдың билдәле кешеләре тураһында белеү үҫмерҙәрҙең патриотизм кимәлен үҫтерегә булышлыҡ итә ,тип уйлайбыҙ.
Тикшереү объекты һәм предметы :
- Тикшереү эшенең объекты : Раушан Хәзиәхмәтов
Тикшереү предметы :
Раушан Хәзиәхмәтовтың биографияһы ,уның ижади емештәре .
Тикшереү методтары :
-Әңгәмә ;
-Интервью ;
-Алынған информацияны анализлау ;
-Алынған информацияны ситезлау .
1-се бүлек.
Раушан Хәзиәхмәтов һәм уның шәжәрәһе .
«Хәлем бөтһә шәжәрәмдән йәшәү көсө табырмын», -тип боронғолар юҡҡа әйтәмәгәндәрҙер. Хәзиәхмәтовтар нәҫеле ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусы ғаиләләрҙән иҫәпләнә. Архив материалдарын барлағанда,беҙ уларҙың алты быуыны менән таныша алдыҡ.
Раушан ағайҙарҙың шәжәрәһе Хәзиәхмәт бабайҙан башлана.Уның Ишдәүләт улынан тыуған Фәйзрахман бабай менән Фәриҙә әбейҙең ғаиләһендә ун бер бала тыуып үҫә. Әле шул балаларҙың өсәүһе был яҡты донъяла юҡ инде. Фәйзрахман олатай мәрхүм булып ҡалыуына ла ике тиҫтә йылдан ашыу вакыт үткән инде. Фәриҙә әбейҙең ете балаһы, ун өс ейән-ейәнсәре, биш бүлә-бүләсәләре бар .
“Байрам етеү менән өй алдыбыҙ еңел машина менән тула,сөнки инәләренең хәлен белергә ҡайта сабыйҙарым. Мәрхүм аталарын, ағаларын да онотмайҙар,зыяратҡа барып,ҡәберҙәрен тәрбиәләп торалар улар” ,- ти Фәриҙә Сибәғәт ҡыҙы, берсә ҡыуанып ,берсә һағышланып .
Ә Раушан ағай инде туған нигеҙендә ,әсәһе менән бергә ғүмер кисерә.
Раушан ағай Хәзиәхмәтов Архангел районының Ҡыҫынды ауылында 1970 йылдың йәмле май айында тыуған . Уның биографияһы күпселек ауыл йәштәренеке шикелле, ҡатмарлы түгел. Тәүҙә Ҡыҫынды башланғыс мәктәбендә, ә урта белемде Ҡыҙыл Еҙем мәктәбендә алғас, әрме сафына саҡырыла . Красноярск крайында эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас 145-се һөнәрселек училещеһын бөтөп ,Карташовка ауылы магазинында һатыу итә.
Йыр-моңға ғашиҡ егет 1993 йылда Ҡыҫынды клубында эшләй һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни - ағартыу техникумының режиссерҙар әҙерләү бүлеген тамамлай .
Хәзиәхмәтовтар ғәиләһе йыр –моңға ғашиҡ кешеләр .Зифа апаһы ( уҡытыусы, хәҙерге мәлдә хаҡлы ялда ),ағаһы Фәиз дә оҫта баянсылар ҙа, матур итеп йырлайҙар ҙа. Шуғалыр ҙа Раушан ағай Хәзиәхмәтов йыр-моңға ,шиғриәткә ғашиҡ кешелер тип уйлайым.
II бүлек
Раушан Хәзиәхмәтов эшмәкәрлеге.
Раушан Хәзиәхмәтов хәҙер инде 20 йыдан ашыу Ҡыҫынды ауылы клубын етәкләй, һис кенә лә тик ултырмай :әле бер байрам үткәрә ,әле икенсеһен ойоштора . Районда үткәрелгән «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ,ауылдаштар» байрамдары, «Ҡыҫынды ауылының 260 йыллыҡ юбилейы » ,тиҫтә йыл дауам иткән «Һылыуҡайҙар» конкурсы, « Уйна гармун » ,« Бейеү » , « Тыуған моңдар » һәм башҡа бик күп сараларҙың сценарийҙарын төҙөп ,юғары кимәлдә сәхнәгә сығарыуға өлгәште . Нимәгә тотонһа ла ,ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Шуғалыр ҙа уны район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә ,етәкселәр ҙә ,ауылдаштары ла хөрмәт итә . Кешеләрҙең ялын файҙалы ,күңелле итеп үткәреү – уның тормош асылы ,мәғәнәһе. Тир түгеүҙәре бушҡа түгел : быйылғы Мәҙәниәт йылында 100 меңлек грантҡа эйә булды . Буш ваҡыттарында ижад итә . Нурия Абдуллина ике шиғырына көй сығарҙы . Хәҙер өсөнсөһөнә яҙа.
Уның шиғырҙарында тос фекер ҙә, ихлас тойғолар ҙа, милли үҙенсәлек тә, башҡорт халҡының ҡул йылыһы ла, замандаштарыбыҙҙың аңлайышһыҙ ҡылыҡтары ла сағылыш тапҡан.
Әңгәмәбеҙҙә ошо турала ла һәм башҡалар хаҡында ла һүҙ буласаҡ.
Таланттар бер телле мөхиттә тыуа.
-Раушан ағай һүҙҙе шунан башлайыҡ, ижадҡа килеүҙән. “Һине ижадҡа этәргән мөхит, йә булмаһа?..” – тип ҡуям тәүге һорауымды.
– Һәр кеше үҙенсә ижадсы. Эшләгән эшебеҙҙә лә, ғәмәлебеҙҙә лә ижад сағыла, үҙебеҙ һәм тормошҡа ҡарашыбыҙ. Әҙәм балаһы уратып алған тирә-яҡ донъяһын, тормошон, яҙмышын үҙе әүәләй. Ә шиғриәткә килгәндә, мин оҙаҡ ҡына уның нимәгә кәрәк икәнен аңламай йөҙәнем. Әлеге заман өсөн ул үтә мөһим түгел, шикелле, тип тә уйлап алдым. Ер йөҙөндә йәне булған һәм булмаған һәр нәмәнең үҙ тирбәлеше бар, беҙ уны йыш осраҡта тоймайбыҙ, ул ритмға ҡоролған. Ысынбарлыҡты хаостан айыра торған тәртип ул. Тормош ҡанундары ла шуға нигеҙләнгән. Шиғриәттә, эҙмә-эҙлелекле һүҙҙәр теҙмәһенең бер тәртипкә һалынып килеүе лә шуның кәүҙәләнеше, бер үк һүҙҙәрҙе төрлөсә урынлаштырып ниндәй генә мәғәнә тапмайбыҙ, мозаикалағы һымаҡ. Күнегелгән фекерҙәрҙең яңыса яңғырашы менән генә уҡыусыны ҡыҙыҡтырып була. Әммә яҙғанда бер кем дә был хаҡта уйламай, ул үҙенән-үҙе килеп сыға. Һәр кем кисергән таныш хистәрҙең яңыса һүрәтләнеүе, һәр ҡайһыбыҙ тойған нәмәләрҙең биҙәлеп, тәртипкә һалып бирелеүе,күңелеңдән уҙғарған кисерештәр. Күптәр хәҙер социаль селтәрҙәрҙә үҙ зауығына яраҡлы мөйөшөн булдырып алды. Һәм уның төп биҙәктәре матур һүрәттәр үә поэзия өлгөләре булып сыҡты. Был шиғри һүҙҙең халыҡ өсөн ни тиклем кәрәклеге хаҡында һөйләй. Ҡағыҙ китаптың үҙ өҫтөнлөктәре бар, әлбиттә, ләкин Интернет селтәрендә уҡыусыларың менән туранан-тура аралашыу, һәр бер шиғырыңдың нисек ҡабул ителеүен күҙәтеп барыу – бик мауыҡтырғыс һәм ижадҡа ла стимул бирә. Башҡорт шиғриәтенә арналған байтаҡ төркөмдәр эшләп килә. Интернет ярҙамында бөгөн йәштәр алдағы быуындарға ҡарағанда шиғриәтебеҙ
менән нығыраҡ та таныштыр, бәлки.
–Шиғриәт тураһындағы фәлсәфәң аңлашылды, ә мөхит?
Ни өсөн мотлаҡ ижад эшен һайланың?
– Сөнки ижадһыҙ ,сәхнәһеҙ тормошто күҙ алдына килтерә алмайым .Ул минең ысын мәғәнәһендә әйләнде. Мине ижадҡа этәргән мөхит йыр-моңға ,әҙәбиткә ғашиҡ булған Ҡыҫынды ауылы халҡы менән берлектә әлеге мәлдә йәшәп ,эшләп ижад итеү .
– Таланттар һәм бөйөк кешеләр ауылдан сыға тигәндәре хаҡтыр…
-Әлбиттә хаҡ . Ауыл көтөүсеһе лә халыҡ әртисенә әйләнеп киткән замандар булған.Ауылдарҙа ла шиғриәткә табынған ,әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләребеҙ етәрлек. .
– Шулай ҙа һинең ҡәләмгә тотоноп китеүең ниҙән килеп сыҡты?
– Бала саҡтан уҡ ижадҡа ғашиҡ кешемен. Бигерәк тә башҡорт шиғырҙары ,әҫәрҙәре йөрәктәргә үтеп инә. Мәктәптә үк төрлө шиғырҙар ,ҡат-ҡат әҫәрҙәр уҡырға ярата инем.
Башҡортостан менән Рәсәй бергә ҡушылыуына 450 йыл айҡанлы конкурс иғлан ителгәс үҙемде һанап ҡарап шиғырымды ебәрҙем . Һуңынан гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡас,дәртләнеп ижад итергә кәрәклеген аңланым .Бер йылы һүҙ менән кешене ҡанатландырып та була тигәндәре дөп-дөрөҫ шул. Ә оҫталыҡ, техника яғын әйтәм, тәжрибә менән киләлер.
Шиғриәтебеҙ – башҡорт аттары йә бал ҡорто һымаҡ уҡ милли байлығыбыҙ, беҙ уның менән ғорурланырға ла тейешбеҙҙер.
– Ауыр саҡта “хәлеңә инерҙәй” китабың бармы? Кемдең ижадын ҡат-ҡат уҡыһаң да “арымайһың”? Әлбиттә, башҡорт, рус, донъя әҙәбиәте киңлегендә һүҙ йөрөтөүем.
– Яратҡан яҙыусыларым күп әлбиттә . Иҫ киткес шәп заманда йәшәйбеҙ.Интернет аша күңелең теләгән китапты, мәҡәләне, мәғлүмәтте табып уҡый алаһың. Шулай уҡ тел һәм һүҙ көсөнә бәйле философик һәм психологик китаптарҙы уҡырға яратам. Хөрмәт иткән яҙыусыларым күп, айырып әйтеп тормайым инде.
Кеше шиғырҙарҙан үҙен генә эҙләй, тапмаһа, күңеле ҡайта. Ғөмүмән, башҡорттоң асылынан тайпылыуы, уға хыянат итеүе арҡаһында бөгөн алдынғы һәм уңышлылар рәтендә булмауы хаҡында йыш уйланам., .
Был донъяның фанилығын аңлатырға ,татыу йәшәргә ,үҙеңдән һуң матур эҙ ҡалдырырға тигән уй-фекер менән йәшәйем. Әсәй,туғандарҙың һөйөүен ,кешеләрҙең дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен ине “Ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән һүҙҙәрҙең ҡиммәтен сағылдырырға тырышам .
Һәм шуны « Һүҙ көсө » тигән шиғырымда сағылдырам .
Һүҙ көсө.
Үҙәгемә үтеп инер, ауыр һүҙҙәр әйтелләр,
Әллә минең йөрәгемде, таштан тиеп белделәр.
Таш бәғерҙәр былай ҙа күп, өндәшмәгеҙ кешеләр,
Көҙ көнөндәй ҡыҫка тормош, оҙайһындар ғүмерҙәр.
Әйткән ауыр һүҙҙәрегеҙ, күңелемде ҡырҙылар,
Яралары йөрәгемдә. Уңалмаҫ кеүек улар.
Ауыр һүҙҙәр әйткән булып һалмағыҙ һеҙ яралар,
Ситләшмәйек туғанлыҡтан, нығынһындар аралар.
Уйламайса әйткән һүҙҙән, донъяла тыуа михнәт,
Бер-береңә кәрәк булып йәшәүе ерҙә рәхәт.
Яман һүҙҙән йөрәк яна, йылы һүҙеңә рәхмәт,
Йәшәйек беҙ яҡшы һүҙҙән һәр ваҡыт табып сихәт!
–Бөгөн һине иң борсоғаны һәм иң ҡыуандырғаны нимә?
– Мине, иң беренсе сиратта борсоғаны эшһеҙлек ,эскеселек .Ата- улын ,әсә -ҡыҙын белмәй торған заманалар килеп етте. Ялҡаулыҡ һәм һәр нәмәгә һылтау табыу ҙа ғәҙәткә ингән. Ә бит хазиналы, бәрәкәтле еребеҙ ҙә бар, һан яғынан да бөтөп китеп ултырмайбыҙ, айныҡ саҡта башыбыҙ ҙа эшләй, динлелегебеҙҙе тышҡы билдәләр менән күрһәтергә ынтылмаһаҡ та, иман яғынан беҙгә еткән халыҡ та юҡ бит..
Шулай уҡ Укрина илендә барған һуғыш ҡан ҡойош йөрәкте өтә, ауыр хәл әлбиттә .
Иң шатландырғаны Ҡыҫынды ауылының яйлап дин юлына китеүе ,яңы мәсет асылыуы.Һәр йома һайын оло кешеләрҙең ихлас куңелдән мәсеткә йөрөүе шатлыҡ минең өсөн.Йәштәр ҙә ,хатта бала-сағалар ҙа дингә ынтылалар .Үҙемдең эш урынын да әйтеп үтәргә кәрәктер ,сөнки хәҙер яңы клуб заманса аппаратуралар ,принтер ,телевизор ,лазерлы яҡтылыҡ ҡорамалдары, микрофондар ,өр-яңы шкафтар һәм башҡаһы менән йыһазландырылған күркәм бинала эшләп йөрөйөм.
-Нисек һинең шиғырҙарың билдәле йырҙарға әйләнеп киттеләр
-Бер «Туғандарым бар » , « Урам ҡапҡаһы »тигән шиғырымды баштан уҡ йыр булыр тип уйлап яҙған инем инде.Билдәле йырсы композитор Нурия Абдуллинаға тәҡдим иттем . Күптә үтмәй ысын мәғәнәһендә йырға әйләнде.Әлеге ваҡытта Ильфат Дәүләнов « Мөхәббәт емештәре » тигән шиғырыма көй ижад итә.
– Киләсәктә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ әгәр сер булмаһа?
-Эшләргә ,эшләргә ,йәшәргә ижад итергә.
-Ҡыҫынды ауылы тураһында йыр ижад итергә уйламайһығыҙмы ?
- (Көлә) Сер итеп кенә әйтәм һеҙгә Ҡыҫынды тураһында шиғырым бар ,әлеге мәлдә уны береһенә лә әле күрһәтмәгәнмен ,бәлки киләсәктә ауылыбыҙҙың гимны ла булып китәр әле .
Ҡыҫындыма йыр .
Тәүге һулыш һиндә алдым ,
Тыуған ауылым Ҡыҫындым
Һиңә генә бағышлайым,
Ошо йырҙы ауылым
Ҡыҫындым ,тыуған төйәгем
Һин йырлап туймаҫ йырым .
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Һин тип яна уйҙарым.
Ҡаршы ала ҡайындарым,
Йәм-йәшел туғайҙарым .
Көтә мине күрше күлән ,
Дуҫ иштәр,туғандарым .
Һиңә бөгөн дан йырлайым,
Тыуған ерем Ҡыҫындым .
Мәңге һиңә бәйләнгән бит –
Бар булмышым ,яҙмышым.
-Рәхмәт әңгәмәгеҙ өсөн Раушан ағай. Беҙ һеҙҙең менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ .Шағирҙар шулай янып ,халҡым ,туғандарым, ауылдаштарым тип борсолоп йәшәргә тейештер ҙә.Һеҙгә ижади уңыштар һеҙгә !
Йомғаҡлау.
Шулай итеп ,үҙебеҙҙең тикшереү эшендә беҙ Раушан Фәйзрахман улының ҡыҫҡаса биографияһы һәм ижады менән таныштыҡ. Хеҙмәтенә күрә –хөрмәте тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ . Раушан ағай мәҙәниәт өлкәһендә уңышлы эщләп ,үҙ ауылыбыҙҙа ғына түгел ,ә район ,республика кимәлендә лә билдәлелек яулаған шәхес .Ошо хаҡта уның күп һанлы грамоталары ,маҡтау ҡағыҙҙары ,дипломдары һөйләй.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. «Инйәр » гәзите
2. Раушан Хәзиәхмәтовтан алынған әңгәмә мәғлүмәттәре .
Как Дед Мороз сделал себе помощников
Филимоновская игрушка
Лиса Лариска и белка Ленка
Чья проталина?
Марши для детей в классической музыке