Ауылыма иман ҡайтты ! Исследовательская работа .
Вложение | Размер |
---|---|
Ауылыма иман ҡайтты . Исследовательская работа. | 81.5 КБ |
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
основная общеобразовательная школа д. Кысынды
муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан
Конкурс
«Дорогами Отечества- 2017»
« Ауылыма иман ҡайтты !»
Выполнил: Мустафин Айрат ,
МОБУ ООШ д.Кысынды
МР Архангельский район РБ,
Руководитель: Хасанова
Фания Фазыловна
учитель МОБУ ООШ д. Кысынды
Йөкмәткеһе
1.Инеш 3-4
2. Төп өлөш 5-7
2.1. Тамыр тәрәлеге –тарихта . Мәсет тарихы .
2.2. Оло быуын кешеләре менән әңгәмә 8-12
2.3. Бөгөнгө көндә мәсет
3 Йомғаҡлау 13
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ҡушымта
Инеш
Дин кешеләр тормошонда бик борон замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Дин кешенең рухи тормошонда мөһим урын биләй. Ул ҡөҙрәтле көстәргә ышаныуҙы, нимәгәлер табыныуҙы ғына аңлатмай, ә кешене яҡшылыҡҡа, изгелеккә һәм камиллыҡҡа әйҙәй.
Дин кешелек өсөн һәр заманда ла әһәмиәтен юғалтмаған мәңгелек ҡиммәттәрҙең: именлек, изгелек, кешеләргә ҡарата миһырбанлылыҡ, тоғролоҡ, ғаилә, һаулыҡ, инсафлылыҡ – нигеҙе булып тора. Шуға күрә лә, дингә иғтибар бер ваҡытта ла кәмемәй.
Һуңғы йылдарҙа дингә иғтибар тағы ла артты, тип әйтергә мөмкин. Был бигерәк тә күп милләтле һәм төрлө дини йүнәлештәрҙе һыйҙырған Рәсәйҙә ныҡ һиҙелә. Совет осоронда емерек хәлгә килтерелгән йәки юҡҡа сығарылған мәсеттәр, сиркәүҙәр аяҡҡа баҫтырыла, яңылары төҙөлә. Мәҫәлән, 2013 йылда беҙҙең Ҡыҫынды ауылында ла яңы мәсет асылды. Унда йома намаҙҙары, йәштәргә никах уҡыйҙар, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушалар. Мәсет әллә ҡайҙан күренеп, ауылға йәм биреп ултыра. Оло быуын кешеләренең һөйләүҙәренә ҡарағанда, боронғо мәсет XIX быуат аҙағында төҙөлгән.
Бөгөнгө көндә рухи ҡомартҡылар ғына түгел, матди ҡомартҡылар ҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки улар халҡыбыҙ тарихының бер өлөшө. Шуға күрә, беҙ уларҙы һаҡларға, юғалып барғандарын аяҡҡа баҫтырырға тейешбеҙ. Минең тыуған ауылым Ҡыҫынды ла мәсет бар. Һәм ул оло бер тарихҡа эйә .
Мин үҙемдең ғилми-тикшереү эшемде “ Ауылыма иман ҡайтты ” тип алдым.
Сөнки дин- кешелек өсөн һәр заманда ла әһәмиәтен юғалтмаған мәңгелек ҡиммәттәрҙең: именлек, изгелек, тоғролоҡ, ғаилә, һаулыҡ, инсафлылыҡ – нигеҙе булып тора.
Тикшерең эшенең актуаллеге:
Борон ата-бабалар : « Һәр кеше үҙенең ете быуынын, үҙ балаларынан шунан ары ауылының, халҡының тарихын белергә тейеш» -һәм ошо тәрбиәне талап иткән. Ләкин Совет власы дәүерендә сәйәсәт, ата-бабаларҙың алтын һүҙен оноттороуға килтереп еткерҙе. Бөгөнгө көндә ауыл тормошона бәйле тарихи мираҫтарҙы ,йәш быуынға әлбиттә һәр яҡлап өйрәнергә кәрәк. Үткәнеңде белмәйенсә, киләсәкте белеү мөмкин түгел .
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты:
1Тыуған яҡ тарихын тағы ла яҡшыраҡ белеү;
2. Мәсет тарихын тиҫтерҙәремә һәм башҡа кешеләргә еткереү;
3.Мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл ҡараштың әһәмиәтен күрһәтеү.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы :
Ҡыҫынды ауылы мәсетенең тарихын өйрәнеү.
Эҙләнеү эшенең методтары :
- Ауыл аҡһаҡалдары ,оло быуын кешеләре ,дин әһелдәре менән осрашыу .
- Мәсеткә бәйле ғилми хеҙмәттәр менән танышыу.
- Матбуғат битәрендә сыҡҡан мәҡәлә, дини китаптарҙы өйрәнеү .
Тикшереү объекты :
Ҡыҫынды ауылы мәсете.
Эҙләнеү предметы :
Мәсет тарихына бәйле материалдар
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары :
Тикшереү эшен башҡарыу өсөн ауыл һәм мәсет тарихына ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр,мәҡәләләр ,йыйынтыҡтар файҙаланды .
Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары, мәзин, муллалар менән фекер алышыу
ойошторолдо .
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте :
Йыйылған материалдар артабан тарихи ҡомартҡыларҙың әһәмиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм артабан мәктәп музейында файҙаланыла ала .Тикшереү һығымталарын дини байрамдарҙа, төрлө тикшеренеү эштәрен төҙөүҙә ҡулланырға мөмкин.
Структураһы:
Тикшеренеү эше инештән ,төп өлөштән ,йомғаҡлауҙан ҡулланылған әҙәбиәттән һәм ҡушымтанан тора .
2 Төп өлөш
2.1. Тамыр тәрәнлеге тарихта –мәсет тарихы
Ҡыҫынды ауылына 1749-сы йылда нигеҙ һалына. Атай –олатайҙар һөйләүенә ҡарағанда, улар Еҙем йылғаһы буйында йәшәгән .
Был ауылда бер урам башҡорттар, бер урам татарҙар унлашҡан. Мағаш тауы итәгенә йәйләүгә йөрөгәндәр. Завод төҙөлгәндән һуң баҡыр ташый башлайҙар. Халыҡ йәйләүҙә саҡта, юлаусылар уларҙың бар мөлкәтен алып китә. Борон-борондан батшаның ғәҙелһеҙ закондары тарафынан да йәберләнгән. Ауырлыҡҡа түҙә алмай, татарҙар Ҡаран йылғаһы буйына күсенәләр . Ә башҡорттар оло юлда ҡала. Унда ла тынғылыҡ бирмәйҙәр, шуға ла ата-бабаларыбыҙ урман төпкөлөнә һыйынғандар. Уңайһыҙ , ҡыҫынҡы ергә, урман эсенән сылтырап ағып ятҡан бәләкәй генә йылға буйына урынлашалар. Йылғаның үҙен дә ауылды ла Ҡыҫынҡы (Ҡыҫынды) тип атай башлайҙар.
Ҡыҫынды ауылы электән үк өс осҡа бүленгән :түбән, юғары һәм ҡыйыш урам.Ауыл халҡы тырыш,эшсән кешеләр менән дан тота . Малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнә ауыл халҡы. Һалабаш төшөрөп, септә һуҡҡандар, ағас икмәк күнәктәре, һелкеүес, туҫтаҡ, һауыт –һаба, арба-сана, көйәнтә, дуға кеүек эш ҡоралдарын үҙҙәре яһап һатыуға ла сығарғандар .
Шул ваҡыттан алып ауыл кешеләре дини йолаларҙы онотмай һаҡлап бара .
Башҡорттар мосолман динен ҡабул иткәс 45 йорттан торған ауылға беренсе мәсет төҙөлә .Тәүҙә ауыл халҡы әлеге ауылдың үҙәк өлөшөндә һәм йылға буйлап -урынлашкан булған. Муллаҡай, Ҡыҫынды, Бәйес ауылдары Дыуан-Күрпес-Табын олоҫоноң Баҡраҡ төбәһенә ҡарағанда. Ҡыҫынды ауылы 1743 йылда
7 ғаиләнән генә торған булып иҫәпләнә. 1795 йылға 5-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 14 йортта 70 кеше - 40 ир-ат, 30 ҡатын ҡыҙ йәшәгән.
1816 йылда 15 йортта- 103 кеше ,44 ир-ат, 53 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1834 йыл 8-се ревизия буйынса- 52 ир-ат, 49 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән.
1856-1859 йылғы 10-сы ревизия мәғлүмәте буйынса 34 йортта -170 кеше.
1870 йылда 52 йортта- 268 кеше йәшәгән. Ошо осорҙа есаул Шәмсетдин Бирҙеғоловтың улы Фәхретдин (1812 йылда тыуған) мулла була.
Ул бик йомарт умартасы 1000 баш умарта,300 баш йылҡы малы тотҡан . Панин хуторы Күрән һәм Саҡматал буйында уның бесәнлеге һәм умарталығы булған . Малашовка һәм Кузнецовка ауылдары араһында быуала тирмән төҙөткән Фәхретдин мулла. Мулланың 2 ҡатыны, улы Фәттәх Вәсилә апа олатаһы һәм ике ҡыҙы бергә йәшәгәндәр. Хәҙерге клуб урынында йорто ултырған. Ауыл халҡы Фәхри мулланы йомарт, изге кеше булды тип иҫләйҙәр.
Фәхри мулла үлгәс, малдары ҡороп, ә ҡорттары умарталарын ташлап осоп бөткәндәр. Фәттәхтең улы Вәли ,уның улы Ғарифулла улының Мәүсилә исемле ҡыҙының ҡыҙы Рәсилә апай Салауат ҡалаһында йәшәй.
1875-1880 йылдар арауығында Ҡыҫындыла мәсет төҙөлә, ә 1870 йылда мәсет итеп теркәлә. Мәсеттең мәзине итеп 1870 йылдың 23 ғинуарында Мостафа Ғәбделғәлитов раҫланған. Революцияға тиклем беҙҙең ауылда 60 йорт,2 кибет, мәсет булған.
Революциянан һунғы йылдарҙа Мөхәммәтйәнов Мәхәмәтшәкир Мөхәмәтйәр улы (1883 йылда тыуған) мулла була. 26 йәшендә ул Өфө ҡалаһында « Ғәлиә » мәҙрәсәһендә белем ала. Ауылға ҡайтҡас Камила исемле ҡатынға өйләнә . Ләкин ул йәшләй генә үлеп китә. 1926 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Алайғыр ауылынан икенсе ҡатын алып ҡайтып йәшәй башлайҙар . Уларҙың биш балалары тыуа.
1927 йылда -Хәләф
1929 йылда- Нәфисә
1932 йылда – Филалия
1937 йылда –Гәүһәр
1941 йылда – Кәшифә
1946 йылда- Ғәлиә
Ауыл халҡы исеме менән өндәшкәне һирәк булғандыр-мулла һәм әбейен
« абыстай » - тип йөрөтәләр.
1930 йылда колхоз ойошторола башлай. Донъя буйлап раскулачивание башлана. Мәхәмәтшәкир мулла бар мөлкәтен, малын, өйөн колхозға бирә . Ә үҙе ғиләһе менән землянкала тороп ҡала. Һуңынан тере ҡалыр өсөн ,муллалығын ташлап зав.ферма, һөт ҡабул итеүсе булып,ә ҡатыны икмәк бешереүсе булып эшләйҙәр . 1970 йылда Мәхәмәтшәкир мулла донъя ҡуя.
1970 йылда ауыл халҡы мәзин Камалетдинов Ғәйнетдин Бәҙеготдин улын мулла итеп раҫлай. Ул Ғафури районы Үтәш мәҙрәсәһендә белем алған була. Һалымын түләй алмағанға,3 йылға төрмәгә ултыртыла. Уларҙың ырыуынан әлеге ваҡытта Ғәйнетдиндең ҡыҙы Сәмиға әбей иҫән. Ул ауылдың иң оло кешеһе булып иҫәпләнә .Уға бөгөнгө көндә 97 йәш .
1930 йылдарҙа ил буйынса мәсеттәрҙе ябыу,манараларын ауҙарыу киң ҡолас ала. Ауылдың активистары-уҡытыусы Фатҡулин (исемен белмәйҙәр) Хәсәнов Шәйхелислам коммунистарға ярамһаҡланып мәсеттең манараһын ауҙаралар. Бала-сағалар илай, хатта өлкән йәштәге бабайҙарҙың күҙ йәштәре һөртөүҙәре (шаһит булған кешеләрҙең һөйләүе буйынса) халыҡ хәтерендә һаҡланған.
Мәсет клуб, ауыл советы бинаһы, һуңынан китапхана( изба читальня ), медпункт һәм ауыл балаларының йәсләһе ролен үтәй. 1979 йылда емереп, ферманың ҡаҙанлығына утын итеп яғалар.Тик мәсеттең манараһын ауҙарып ҡына, халыҡты быуаттар буйы табынып килгән диндән айыра алмайҙар. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен, аяттарҙы, Ғәрәфә байрамдарын халыҡ ауылдың ҙур йорттарында үткәрәләр. Исем ҡушыу, ниҡах, әрүәхтәр рухына ҡөръән уҡытыу һәм башҡа дини йолалар бер нимәгә ҡарамай башҡарылып киләләр. Йәғни ауыл халҡы диндән бер ҡасан да айырылмай. 1960-1967 йылдарҙа дини йолаларҙы Баҡыев Ғәзизулла башҡара. Ололар һөйләүе буйынса ул өйҙән -өйгә йөрөп ҡөръән уҡыған . Ләкин ул 1977 йылда вафат була.
Шунан һуң ҡөръән уҡыу, башҡа дини йолаларҙы Юламанов Харис Әбделғәни улы һәм Шәрипҡолов Мөхәмәҙғәле Нурғәле улы атҡара.
20-се быуат аҙаҡтарында муллалыҡ Шәрәфетдинов Әлмөхәмәт Динислам улына бирелә. Ләкин дини белеме булмағанлыҡтан был эштәрҙе тейешле кимәлдә алып бара алмай.
2009 йылда ауыл халҡы сход үткәрә һәм мәсет төҙөү эшен күтәреп сыға . Ауыл халҡынан аҡса йыйыла, спонсорҙар йәлеп ителә. Мәсеткә ағас алыу, бурау, уны урмандан ташыу, күтәреү, өмәләр үткәреп, ауыл халҡы ҡатнашлығында башҡарыла. Дини эштәрҙе үтәүгә Стәрлетамаҡ Нурлы иман мәҙрәсәһен тамамлаған имам-хатиб Фитрат Асылғужин тәғәйенләнә. 2010 йылда мәсет төҙөп бөтөрөлә. Был ҙур һәм сауаплы эште тамамлап ҡуйыуға ауылдашыбыҙ Венер Мөхетдин улы Хәсәнов ҙур өлөш индерә уның спонсоры була . Яңы Мәхәллә төҙөлә һәм Мәхәлләгә «Сафура» исеме бирелә. Мәзинлек эшен Әминев Фазыл Хибәтулла алып бара. Бөгөнгө көндә мәсет гөрләп эшләй :дини байрамдар, йома намаҙҙарын башҡарыу,исем ҡушыу, никах уҡытыу, ҡорбан ғәйеттәре үткәреү бик әүҙем бара . Шуныһы шатлыҡлы - бар халыҡ, йәше –ҡарты ихлас йөрөйҙәр.
2.2.Оло быуын кешеләре менән әңгәмә .
1. Юламанова Шәкирә Ғәнетдин ҡыҙы 1931йылдың 3 декабрендә Архангел районы Ҡыҫынды ауылында тыуа.Бала-сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә . Ололар менән бер рәттән колхозда ла ,урман киҫергә лә йөрөй . 1972-1982 –се йылдарҙа ул Казахстанда йәшәй .
- Шәкирә әбей мәсет тураһында һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ ?
« Бик шатмын .Ҡыҫынды ауылына аллаға-шөкөр иман ҡайтты. Иман булған ерҙә-тәүфиҡ бар, тәүфиҡ булған ерҙә -бәхет бар. Күпләп кеше йөрөй, бигерәк тә йәштәрҙең йөрөүе шатландыра ».
2. Кәримов Хәсән Хәйбулла улы 1931 йылдың 3 сентябрендә Ҡыҫынды ауылында тыуа. 11йәштән алып ололар менән бер рәттән бригадала урман эштәрендә йөрөй .
« Мәсет тарихына килгәндә ауыл уртаһында ағастан төҙөлгән матур мәсет бар ине .Ни өсөндөр хәтерҙә , мәсеттең манараһын ауҙарғандары хәтерҙә ҡалды. Бар ауыл йыйылған ине ул ваҡытта . Манараны ауҙарған сакта бөтә ауыл халҡы иланы » ...
- Хәсән бабай ошо сыуалышты туҡтатып булыр ине микән ?
- ( Уйланып алды ) « Юҡ ! Замана бар илде ҡамап алғанда беҙҙе лә ситләп үтмәне инде. Ауыл йәтимһерәп ҡалғандай тойолдо. Шулай ҙа бөтөнләй юҡҡа сыҡманы динебеҙ . Баҡыев Ғәзизулла, Юламанов Харис Әбделғәни улы һәм Шарипкулов Мөхәмәҙғәле Нурғәле улы динебеҙ юғалыуға юл ҡуйманы. Ҡөръәндәр уҡылып торҙо шөкөр ».
3. Вәсилә 1929 йылдың Архангел районы Ҡыҫынды ауылында 15 ғинуарында тыуа .
« Ауылыбыҙҙың уртаһында Ҡылы буйында матур мәсет бар ине . Әбей-бабайҙар бар халыҡ тиерлек йөрөй ине . Ә манараһын ауҙарғанда бар халыҡ сыҡҡан ине.Комсомолдар заманы аҡтар, ҡыҙылдар тип кешеләрҙең аңын томалаған сыуалыш заманы .Кемдәр аҡтар яҡлы булып йөрөгәндәр шулар сүкеш,балта әйберҙәрен килтереп манараны төшөрҙөләр . Айы бер яҡҡа тәгәрәп китте. Һәҙиәт Шәрипҡолов тигән кеше командовать итә ине » -тине уфтанып .
« Аллаға шөкөр ауылыбыҙға иман ҡайтты .Ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә кәрәк инде киләсәк быуынға ».
4. Асылғужин Фитрат Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуа. Әлеге ваҡытта Ҡыҫынды ауылының муллаһы .
1997-2000 йылдарҙа Стәрлетемаҡ « Нурлы –иман » мәҙрәсәһе
2000 -2005 йылдарҙа Ғәли Ислам мәҙрәсәһендә белем ала .
2006—2009 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылында имам хатиб итеп ҡуйыла .
Хәҙис
Аллага тәғәлә сүрәһендә әйтелә:
« Эй һеҙ иман килтергән әҙәмдәр !Ҡайсан һеҙ аҙан тауышы ишетәһегеҙ ҡалдырыгыз эштарегеҙҙе һәм һатыуҙарағыҙҙы, иманга барыуығыҙ йомаға барыуығыҙ күпкә хәйерлерәк башҡа эштарегеҙән » .
Йомғаҡлау
Эшебеҙгә йомғаҡлау яһап, «Ауылыма иман ҡайтты » -тигән темаһына Ҡыҫынды төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм ауыл кешеләре менән анкета үткәрҙек .
Анкетала күренеүенсә ,оло быуын кешеләре мәсет тарихын яҡшыраҡ белә.
Шулай итеп мин үҙемдең эҙләнеү эшемдең маҡсатына ирештем тип уйлайым.
Ауылыбыҙҙың мәсет тарихын өйрәнеп тиҫтерҙәремә һәм башҡа кешеләргә еткерҙем. Аллаға шөкөр халҡыбыҙҙың рухи, әхлаҡи тәрбиә усағы булған мәсетебеҙ гөрләп эшләй .
Әлеге көндә мәсет иманлы кешеләр, Фитрат Рәсүл хәҙрәт көсө менән эшләп килә.
Имам –Фитрат Рәсүл улы
Имам хатип-Әминев Фазыл Хибәтулла улы .
Мәзин ( намаҙға саҡырыусы ) –Мостафин Айрат
Мин үҙемдең тыуған ауылым Ҡыҫынды һәм унда урынлашҡан мәсет менән бик ғорурланам. Намаҙ уҡыйым, ураҙа тотам. Киләсәктә лә дин юлынан китергә теләк бар .
Ҡулланылған әҙәбиәт .
1.« Башҡорт мосолман календаре » 2014 йыл
2.Асфандиярова А.З. « История сел и деревень »
3.Бураҡаев И.Д. ,Бураҡаева М.С.,Юлмөхәмәтов М.Б. « Башҡорт мәҙәниәте »
4. Инйәр гәзите
5. « Олатайҙарҙың бар тарихы » . Китап ,2005 йыл
6. Ҡыҫынды ауылы аҡһаҡалы Әминев Фазыл Хибәтулла улы, оло быуын кешеләре мәғлүмәттәре
7.Интернет мәғлүмәттәре
Без сердца что поймём?
Лев Николаевич Толстой. Индеец и англичанин (быль)
Пейзаж
Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"
Снежная сказка