Исследовальская работа "Файҙалы ҡорот"
Вложение | Размер |
---|---|
fayzaly_korot.doc | 76.5 КБ |
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мораҡ ауылы Башҡорт гимназияһы
Башҡарҙы: Мораҡ ауылы
Башҡорт гимназияһының
4 а класы уҡыусыһы
Каразбаева Розалия
Файҙалы ҡорот
Етәксеһе: Башланғыс кластар
уҡытыусыһы Каразбаева
Рәзилә Зиннур ҡыҙы
Мораҡ 2015
Йөкмәткеһе
Инеш --------------------------------------------------------------------1
Төп өлөш
1.Ҡорот тураһында мәғлүмәттәр-------------------- 5
2. Әҙәбиәттә ҡорот тураһында---------------------- 7
3.Ҡоротто эшләү алымдары-------------------------- 9
Йомғаҡлау ---------------------------------------------------------- 11
Ҡулланылған әҙәбиәт -------------------------------------------- 12
Ҡушымта-------------------------------------------------------------- 13-17
Инеш.
Башҡортса аңлатмалы һүҙлектә ҡорот – эркеттән ҡайнатып яһалған һөт аҙығы тип аңлатылған.Ҡорот,әсе һөт аҙығы, сырҙың бер төрө. Ул башҡорттарҙа, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Саян Алтай таулығы халыҡтары араһында таралған. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар.
Ҡорот әсетеү технологияһы Башҡортостандың төрлө райондарында төрлөсә.
Халыҡ медицинаһында ҡорот һалҡын тейгәндә, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда, эс киткәндә, йылан саҡҡанда ҡулланыла. Ҡорот хәлһеҙләнгәндә, аҙ ҡанлылыҡта, хәл керетеү үҙенсәлектәренә эйә, күңел төшөнкөлөгө, баш, йөрәк ауыртыу, һыҙланыуҙарҙы бөтөрә.
Тикшеренеү эшенең актуаллеге
Ҡорот – халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән. Ә инде ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Хәҙерге заманда етештерелгән аҙыҡтарҙың бик күбеһе организмға зарар килтереүен беҙ беләбеҙ. Шуның өсөн милли аҙыҡтарыбыҙҙы күберәк ҡулланырға кәрәк.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты
Милли аҙыҡ-ҡороттоң организмға файҙаһын асыҡлау.
Ҡорот эшләү ысулдары менән танышыу.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы
Милли аш-ҡороттоң беҙҙең яҡта эшләү ысулдарын асыҡлау;
Ҡороттоң организмға файҙаһын аңлатыу.
Эҙләнеү эшенең методтары.
Ҡорот тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу.
Ҡорот эшләү ысулы тураһында интервью алыу.
Тикшеренеү объекты
Темаға ярашлы әҙәбиәт менән танышыу , ҡорот эшләү оҫталары менән әңгәмә
Эҙләнеү предметы
Милли аш-һыуға бәйле материалдар .
Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары
Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн милли аштарға ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, ҡоротто төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ҡорот эшләү оҫтаһы менән фекер алышыу ойошторолдо.
Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте
Йыйылған материалдар артабан милли аштарҙы өйрәнеүҙә, өйрәтелгән ҡорот эшләү ысулы менән эшләнгән ҡоротто аш-һыуҙа ҡулланырға мөмкин.
Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.
Төп өлөш
1.Ҡорот тураһында мәғлүмәттәр
“Ағы барҙың туғы бар”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, халҡыбыҙ тормошонда борон-борондан аҡтан эшләнгән ризыҡ айырым урын алып торған. Башҡорт халыҡ аштарына күҙ йүгертһәң, иң оҫта, шул уҡ ваҡытта дауалау йәһәтенәндә бик файҙалы аҙыҡтар һыйыр ағынан яһала.
Ҡорот — байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы. Башҡорттарҙан башҡа ҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, төркмән һәм башҡа милләт кешеләре лә ҡоротто бик яратып ҡуллана.Азербайджанда – “гурут”, ҡаҙаҡса – “курт”, ҡырғыҙса – “курут”,
Татарса – “корт”,төрөкмәнсә “”гурт” тип атала.
Ҡорот –халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал.
Мәрйәм апай Бураҡаевның "Тормош һабаҡтары" дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә. эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Баланың ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөртөп дауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто "башҡорт пенициллины" тип әйтмәйҙәрҙер.
Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Ә яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр.
Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.
2. Әҙәбиәттә ҡорот тураһында.
Был файҙалы аҙыҡ тураһында әҙәбиәттә лә урын бирелгән.Мәҫәлән С.Ғәләүетдинов балалар өсөн “Ҡорот” исемле шиғыр ижад иткән. Был шиғырҙа ҡорот эшләү ысулы тураһында яҙылған.
1990 йылда Ҡаҙаҡстандағы Акмолин төрмәһенең ( репрессия ваҡытында тыуған илгә “хыянатсылар” өсөн) элекке тотҡоно Гертруда Платайс хәтирәләрен һөйләй. Һыуыҡ ҡыш көнөндә тотҡон ҡатын-ҡыҙҙарҙы Жаланаш күленән, барак төҙөр өсөнҡамыш йыйырға ҡушыла.Шул ваҡытта ҡамыштар араһынан бер төркөм ҡарттар һөм балалар был тотҡондарҙы аҡ таштар менән бәргеләй башлай. Конвоирҙар ,һеҙҙе бер кем дә яратмай, баларға тиклем тип көлә. Тотҡондарға бигерәк ҡыйын була. Был хәл бер нисә көн дауам итә.Бер көн Г.Платайс эләгеп ергә ҡолап китә һәм бите менән ошо аҡ таштарға бәрелә.
Шул ваҡытта ул аҡ таштарҙан һөт һәм эремсек еҫе килгәнен һиҙә. Был ҡатын аҡ таштарҙы йыйып баракка алып ҡайта. Ундағы ҡаҙаҡ ҡатындары был таштарҙың ҡорот булыуын әйтә. Баҡ тиһәң ауыл халҡы конвоирҙарҙан йәшереп ошондай юл менән тотҡондарға ярҙам иткән икән.Ошо ҡаты ҡороттар тотҡондарҙы аслыҡтан һаҡлап алып ҡала. Гертруда Платайс хәтирәләре буйынса тарих уҡытыусыһы Раиса Голубева “Ҡорот – аҫыл таш” (“Курт – драгоценный камень”) тигән шиғыр яҙа.
О, Господи, да это ведь не камень.
От него так пахнет молоком.
И в душе затрепетал надежды пламень,
А в горле встал ком.
Так вот что придумали старики!
Вот за что женщины детьми рисковали!
Они нас от болезни берегли,
Они нас от безверия спасали.
Они поняли, что мы не враги,
А просто несчастные женщины.
И чем смогли – помогли,
Поразив нас своей человечностью.
Я молча поползла по льду,
Собирая драгоценные камни.
Теперь я отвратила от них беду,
Спасая их от охраны.
А ночью в холоднейшем бараке,
На оскверненной палачами земле,
Я, немка, молилась мусульманскому богу,
Да ничего не просила себе.
Я просила старикам здоровья,
Женщинам-матерям – счастья.
Особенно я молилась за детей,
Чтобы они не видели несчастья.
Я прошла все круги ада,
Потеряла веру и друзей,
Но одно я знаю,
Что только так и надо воспитывать детей.
3.Ҡоротто эшләү алымдары.
Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән.Ҡуйы һөттө һөт айырғыстан сығарғас, ҡайнатып һыуытырға ҡуйғандар. Йылымыс һөткә әсетке һалып, йылы урынға ултыртҡандар. Әсетке һалған был һөт бер-ике көндә сөсө, ә бер аҙна самаһы ултырһа, әсе ҡатыҡҡа әйләнгән. Сөсө ҡатыҡты шул көйө эскәндәр. Әсе ҡатыҡҡа һалҡын һыу һәм әҙерәк тоҙ ҡушып, айран яһаҡандар. Ул һыуһынды һәйбәт ҡандыраған.
Ҡорот яһау өсөн әсе ҡатыҡты файҙаланғандар. Уны ҡайнатып сыҡарып, махсус тоҡҡа һалып, һарҡытырға ҡуйғандар. Һарҡынды һыуы эркет һыуы тип аталған. Ул да эсеү өсөн бик файҙалы булған. Ашҡаҙан-эсәк ауырыулы кеше был һыуҙы эсеп дауаланған. Эркет һыуын һөртөп, ҡатын-ҡыҙ биттәге таптарын бөтөргән, сәссайҡаған. Һыуы һарҡып бөткән аҡ иҙмәне шунда уҡ аш өҫтәленә ултыртҡандар. Был йомшаҡ ҡорот булған. Ә оҙаҡ һаҡлау өсөн махсус урынға ҡуйғандар һәм төтөн аҫтында киптергәндәр. Ул ыҫланған ҡаты ҡоротҡа әйләнгән.
Н. Сафиндың «Башҡорт аштары» тигән китабында йәш ҡоротто йомғаҡлап таҡтаға һалырға ла өҫтөнә сепрәк ябып бер нисә көн ҡояшта киптерергә мөмкин тип яҙылған. Ләкин ҡорот таш кеүек ҡатмаһын һәм артыҡ әсе булмаһын тиһәң, уны төтөнгә ҡуйып ыҫлау яҡшы. Элегерәк ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Бының өсөн ихаталағы асыҡ усаҡ өҫтөнә 2 метр самаһы бейеклектә тар ғына ағас таҡталарҙан ылаш яһап ҡуйыла һәм баш-баш итеп йомарланған ҡорот шунда теҙеп һалына. Яңы яһалған ҡорот кәмендә аҙна-ун көн төтөндә ыҫланьп торорға тейеш. Тик шунан һуң ғына уны ашарға ла, ҡатыҡ итеп ашҡа һалырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була.
Хәҙер мин Тәүәкән ауылында йәшәгән ҡәрсәйем Нәилә Мөхәмәт ҡыҙы тәжрибәһенән һеҙгә ҡорот эшләү алымдарын тәҡдим итәм.(интервью)
Бының өсөн, айыртылған һөттө ҡайнаталар. Йылымыс ҡына булғас, уға ойотмос һалып, өҫтөн йылы итеп ябып ойоторға ҡуялар. Бер аҙҙан ҡуйы, тәмле генә ҡатыҡ барлыҡҡа килә. Бер нисә көн ултырғас, ҡатыҡ әсе тәм ала. Ҡатыҡты ҡаҙанға (йәки ҙур кәстрүлгә) ҡояһың, аҫтына ут тоҡандыраһың. Талғын утта, ҡатыҡ ҡайнап сыҡҡансы бер туҡтауһыҙ болғатып тораһың. Төйөрҙәрен яҙып, ташып китергә ирек бирмәйһең. Был эркет ҡайнатыу була. Шулай оҙаҡ ҡына талғын утта ҡайнатаһың. Һуңынан эркетте (оҙаҡ ҡайнып ултырған ҡатыҡты) һыуытаһың. Һыуытмай тоҡҡа ауҙарһаң, эркет һыуы күп сыға, ҡорот шыйыҡ була. Һуңынан, махсус тоҡҡа һалып, һарҡытырға ҡуяһың. Эркет һарҡып бөткәс, ҡоротто йомарлап киптерәһең йәки һыуытҡыста һаҡлайһың. Эркет һыуын, айырым һауыттарға һалып, һалҡын урында һаҡлайым, сөнки ул сәс өсөн бик файҙалы. Ул баш тиреһенә һеңеп, төрлө ауырыуҙарҙы юҡ итә. Мәҫәлән, ҡауаҡты бөтөрә, сәс һынмай башлай, осо осланып үҫмәй, шулай уҡ баш ауырыуын баҫа.
Ҡорот эшләү ысулдары бик күп төрлө. Сейәле, муйыллы ҡорот та эшләйҙәр. Һәр ысулдың үҙ сере, үҙ оҫталығы бар.
Ҡорот әсетеү технологияһы Башҡортостандың төрлө райондарында төрлөсә.
Хәҙер мин Тәүәкән ауылында йәшәгән ҡәрсәйем Нәилә Мөхәмәт ҡыҙы өйрәткән һеҙгә ҡорот эшләү алымын тәҡдим итәм.(интервью)
Ҡорот эшләү бик мәшәҡәтле, ауыр эш. Уны тик сабыр, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына эшләй ала.Ләкин бөгөнгө заманда ҡоротто өй шарттарында ғына эшләмәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта ҡоротто магазиндарҙа табыуы ҡыйын түгел. Мораҡ ауылында Тәүәкән ауылы һөт заводында етештерелгән ҡороттар һатыла.(слайд)
Йомғаҡлау.
Ҡорот эшләү бик мәшәҡәтле, ауыр эш. Уны тик сабырлы, уңған ҡатын-ҡыҙ ғына атҡарып сыға ала.Ләкин бөгөнгө заманда ҡоротто өй шарттарында ғына эшләмәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта ҡоротто сауҙа нөктәләрендә табыуы ҡыйын түгел. Мораҡ ауылында Тәүәкән ауылы һөт заводында етештерелгән ҡороттар һатыла.(слайд)
Ҡәрсәйем әйткәндәренән, уҡылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә,ҡороттоң файҙаһы бик ҙур.
Экологик яҡтан таҙа ла, шифалы ла, тәмле лә милли аш-һыуҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Бәлки, киләсәк быуындың ҡоростай һау-сәләмәт, ныҡлы булыуына нәҡ ул ярҙам итер.
Эшемде ошондай шиғыр юлдары менән тамамламаҡсымын:
Юл йөрөү ҙә ауыр түгел,
Кеҫәлә булһа ҡорот.
Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш
Башҡортҡа – кипкән ҡорот.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. З.Биишева исемендәге “КИТАП” нәшриәте, 2011
2.М.С. Бураҡаева, И.Д. Бураҡаев, М.Б. Юлмөхәмәтов. Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. З. Биишева исемендәге “КИТАП” нәшриәте, 2011.
3. Н. Сафин “Башҡорт аштары”.
4.Башҡортостан ҡыҫҡаса энциклопедия.”Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте. Өфө-1997
5. http://moradimgazeta.wordpress.com
6. http://ba.wikipedia.org/
"Портрет". Н.В. Гоголь
Снеговик
Три способа изобразить акварелью отражения в воде
Мастер-класс "Корзиночка"
Д.С.Лихачёв. Письма о добром и прекрасном: МОЛОДОСТЬ – ВСЯ ЖИЗНЬ